-
Етлеккәнлеккә ынтылығыҙ — «Йәһүәнең бөйөк көнө яҡын»Күҙәтеү манараһы 2009 | 15 май
-
-
1, 2. Нисек беренсе быуатта Иерусалимда һәм Йәһүҙиәлә йәшәүсе мәсихселәргә «тауҙарға ҡас[ырға]» мөмкинлек тыуған?
ҒАЙСА ерҙә булғанда, шәкерттәре уның янына килеп: «Һинең килеү осороңдоң, шулай уҡ был заман аҙағының билдәһе ниндәй булыр?» — тип һорағандар. Ғайсаның был һорауға яуап итеп әйткән пәйғәмбәрлеге тәүге тапҡыр беренсе быуатта үтәлгән. Ғайса ахырҙың яҡын икәнен күрһәтеүсе ғәжәп ваҡиғалар тураһында әйткән. Был ваҡиғаларҙы күреп «Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡас[ырға]» тейеш булған (Матф. 24:1—3, 15—22). Ғайсаның шәкерттәре был билдәне танырмы һәм уның күрһәтмәләре буйынса эш итерме?
2 Утыҙ йыл тирәһе үткәс, б. э. 61 йылында илсе Павел Иерусалимда һәм уның тирәһендә йәшәгән еврей халҡынан булған мәсихселәргә уйланырлыҡ хат яҙған. Павел да, уның имандаштары ла «бөйөк афәт» башланыуын күрһәткән ваҡиғаларға тиклем биш йыл тирәһе генә ҡалғанын белмәгән (Матф. 24:21). Б. э. 66 йылында Цестий Галл етәкселегендәге Рим ғәскәрҙәре Иерусалимды яулап алған тип әйтеп була. Ләкин көтмәгәндә улар кире сигенә, һәм ҡалала йәшәүселәргә ҡасырға мөмкинлек тыуа.
3. Павел еврей халҡынан булған мәсихселәргә ниндәй саҡырыу менән мөрәжәғәт иткән һәм ни өсөн?
3 Был ваҡиғаларҙы аңлап ҡасып итер өсөн, ул мәсихселәргә зирәклек һәм рухи һиҙгерлек кәрәк булған. Ләкин ҡайһы бер мәсихселәр «һөйләгәндәрҙе ауыр аңлай башла[ған]». Улар «һөткә» мохтаж булған рухи сабыйҙар кеүек булған. (Еврейҙарға 5:11—13-тө уҡығыҙ.) Хатта күп йылдар хәҡиҡәт юлында йөрөгән ҡайһы бер мәсихселәр ҙә үҙ эштәре менән «тере Алланан» йыраҡлашҡанын күрһәткән (Евр. 3:12). Улар Раббы көнө яҡынлашҡан ваҡытта йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдыра башлаған (Евр. 10:24, 25). Павел уларға ошондай саҡырыу менән мөрәжәғәт иткән: «Шуға күрә, Мәсих тураһындағы башланғыс тәғлимәттәрҙе ҡалдырып, етлеккәнлеккә ынтылайыҡ» (Евр. 6:1, ЯДТ).
4. Ни өсөн һәр ваҡыт рухи яҡтан уяу булыу мөһим һәм беҙгә шулай эшләргә нимә ярҙам итер?
4 Беҙ Ғайса пәйғәмбәрлегенең һүңғы үтәлеше ваҡытында йәшәйбеҙ. «Йәһүәнең бөйөк көнө» — Шайтан системаһы юҡ итәләсәк көн инде «яҡын» (Саф. 1:14). Беҙгә айырыуса хәҙер рухи яҡтан уяу булырға кәрәк (1 Пет. 5:8). Ә беҙ уяумы? Етлеккәнлек беҙгә ниндәй ваҡытта йәшәгәнебеҙҙе иҫтә тоторға ярҙам итер.
-
-
Етлеккәнлеккә ынтылығыҙ — «Йәһүәнең бөйөк көнө яҡын»Күҙәтеү манараһы 2009 | 15 май
-
-
17. Ни өсөн тыңлаусанлыҡ айырыуса беренсе быуатта мөһим булған?
17 Павелдың, етлеккәнлеккә ынтылығыҙ, тигән кәңәше беренсе быуатта Иерусалимда һәм Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәр өсөн бик мөһим булған. Был кәңәшкә ҡолаҡ һалғандарҙың тәрән рухи һиҙгерлеге булған. Улар Ғайса биргән тауҙарға ҡасырға кәрәклеген аңлатҡан билдәне таный алған. «Һәләкәт килтереүсе ерәнгес нәмәнең изге урында торғанын», йәғни Рим ғәскәренең Иерусалимды уратып алып ҡалаға инеүен күргәс, мәсихселәр аңлаған: тауҙарға ҡасырға ваҡыт еткән (Матф. 24:15, 16). Ғайсаның пәйғәмбәри иҫкәртеүенә буйһоноп, мәсихселәр Иерусалимдан ул емерелгәнсе үк ҡасып киткән һәм, Евсевий исемле сиркәү тарихсыһының шаһитлығы буйынса, Гилеадтың таулы урынындағы Пелла ҡалаһында урынлашҡан. Шулай итеп, улар Иерусалим дусар булған иң ҡурҡыныс һәләкәттән ҡотолған.
18, 19. а) Ни өсөн беҙҙең көндәрҙә тыңлаусанлыҡ бик мөһим? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
18 Етлеккәнлеккә ынтылғанда үҫтергән тыңлаусанлығыбыҙ Ғайса пәйғәмбәрлегенең төп үтәлеше ваҡытында, йәғни «бөгөнгө көнгә тиклем булмаған... бөйөк афәт» ваҡытында бик мөһим буласаҡ (Матф. 24:21). «Тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсенең» кисектергеһеҙ эш итеүҙе талап иткән күрһәтмәләрен алғас, тыңлаусан булырбыҙмы? (Лука 12:42). Ысын күңелдән тыңлаусан булыу ни тиклем мөһим! (Рим. 6:17).
-