Бәләкәй генә бер хәреф көслө ышаныс өҫтәй
Алланың бөтә вәғәҙәләренең дә үтәләсәгенә ысындан да ышанып буламы? Ғайса быға ышанған, һәм үҙенең һүҙҙәре менән башҡаларҙа ла шундай уҡ ышаныс тыуҙырған. Ғайсаның Тауҙағы вәғәздә килтергән бер миҫалына иғтибар итәйек. Ул Матфей 5:18-ҙә яҙылған: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ер һәм күк юҡҡа сыҡҡанға тиклем, ҡанундың бәләкәй генә бер хәрефе лә, бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ, бөтәһе лә тормошҡа ашырыласаҡ».
Еврей алфавитындағы иң бәләкәй хәреф — י (йод). Ул тетраграмматондың — дүрт еврей хәрефенән торған Алланың изге исеменең (Йәһүә) — беренсе хәрефе булып тораa. Ҡанунсылар һәм фарисейҙар Алла Ҡанунындағы һүҙҙәргә һәм хәрефтәргә генә түгел, ә хәрефтең һәр бер «һыҙығына» үтә ҙур әһәмиәт биргән.
Ғайса, күк менән ерҙең юҡҡа сығыуы ихтималдыр, әммә Ҡанундың хатта иң бәләкәй өлөшөнөң үтәлмәүе һис тә мөмкин түгел, тип әйткән. Ләкин Изге Яҙма беҙҙе, тура мәғәнәләге күктәр һәм ер мәңге ҡаҡшамаҫ, тип ышандыра (Зәбур 78:69). Шулай итеп, был сағыу миҫал Ҡанундың бөтә өлөштәре, хатта иң бәләкәйҙәре лә, мотлаҡ рәүештә үтәләсәк икәнен күрһәтә.
Йәһүә Алла нескәлектәргә иғтибар бирәме? Эйе. Бер миҫалға иғтибар итәйек. Боронғо израилдәргә, Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсенең бер һөйәген дә һындырмағыҙ, тигән бойороҡ бирелгән булған (Сығыш 12:46). Был, бәлки, әһәмиәтһеҙ бер нескәлек булып тойолғандыр. Израилдәр бәрәстең һөйәген ни өсөн һындырырға ярамай икәнен аңлағанмы? Күрәһең, юҡ. Әммә Йәһүә Алла Ҡанундың әһәмиәтһеҙ булып күренгән был нескәлегенең пәйғәмбәри мәғәнәгә эйә булғанын белгән. Ҡанундың был нескәлеге буйынса, яфаланыу бағанаһына ҡаҙаҡлап ҡуйылған Ғайса Мәсихтең бер һөйәге лә һындырылмаҫҡа тейеш булған (Зәбур 34:20; Яхъя 19:31—33, 36).
Ғайсаның һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә? Беҙ ҙә Йәһүә Алланың бар вәғәҙәләре бөтә нескәлектәренә тиклем үтәләсәгенә тулыһынса ышана алабыҙ. Быға беҙҙе еврей алфавитындағы иң бәләкәй хәреф ышандыра.
a Грек алфавитындағы иң бәләкәй хәреф — йота — еврей алфавитындағы י (йод) хәрефенә оҡшаш. Муса ҡануны еврей телендә яҙылғанға, Ғайса, күрәһең, еврей хәрефен күҙ уңында тотҡан.