Уҡыусыларҙың һорауҙары
Изге Яҙмала анттар тураһында нимә әйтелә?
Һүҙлектә килтерелгән аңлатма буйынса, ант — «вәғәҙәне йәки хәбәрҙе нығытыу өсөн әйтелә торған тантаналы һүҙ»a. Ант телдән әйтелергә йә яҙылған булырға мөмкин.
Ғайса былай тигән: «Бөтөнләй ант итмә! [...] Һеҙҙең „эйе“ тигән һүҙегеҙ — „эйе“, „юҡ“ тигәнегеҙ „юҡ“ булһын. Шунан артығы — Иблистән» (Матф. 5:33—37). Шуға ҡайһы бер кеше ант итергә ярамай тип уйларға мөмкин. Был ысынлап та шулаймы? Әлбиттә, Ғайса израилдәрҙең, Муса ҡануны буйынса, ҡайһы бер осраҡтарҙа ант итергә тейеш булғанын һәм Алланың тоғро хеҙмәтселәренең ант биргәнен белгән (Баш. 14:22, 23; Сығ. 22:10, 11). Ғайса шулай уҡ Йәһүәнең дә анттар биргәнен белгән (Евр. 6:13—17). Тимәк, Ғайса, ант биреү дөрөҫ түгел, тип әйтмәгән. Күрәһең, ул беҙҙе буш һәм мәғәнәһеҙ ант биреүҙән киҫәткән. Биргән антыбыҙҙы тотоу — Йәһүә алдындағы бурысыбыҙ. Шуға күрә беҙ әйткән антыбыҙҙы үтәргә тейеш.
Һеҙҙән ант биреүҙе талап итһәләр, нимә эшләргә? Тәүҙә, был антты үтәй алырһығыҙмы, юҡмы икәне тураһында уйланығыҙ. Үтәй алырығыҙға шикләнһәгеҙ, антты бирмәгеҙ. Изге Яҙмала былай тиелә: «Вәғәҙә биреп тә уны үтәмәүгә ҡарағанда, бөтөнләй вәғәҙә бирмәүең хәйерлерәк» (Вәғ. 5:5). Бынан тыш, ант биреүгә ҡағылышлы Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡарап сығығыҙ һәм шунан һуң өйрәтелгән выжданығыҙ буйынса эш итегеҙ. Ниндәй принциптарҙы иҫәпкә алырға була?
Ҡайһы бер анттар Алланың ихтыярына ҡаршы килмәй. Мәҫәлән, Йәһүә шаһиттары өйләнешкәндә никах анты бирә. Алла һәм кешеләр алдында, кейәү менән кәләш «никахта ғүмер буйына бергә ерҙә йәшәгән ваҡытта бер-береһен яратырға һәм хөрмәт итергә» вәғәҙә бирә. (Өйләнешкән пар тап ошо һүҙҙәрҙе әйтмәһә лә, улар барыбер Алла алдында ант бирә.) Бынан һуң улар бер-береһе өсөн ир менән ҡатын булып китә, һәм уларҙың никахы ғүмерлеккә булыр тип көтөлә (Баш. 2:24; 1 Кор. 7:39). Ундай анттар Алланың ихтыярына тура килә.
Ҡайһы бер анттар Алланың ихтыярына ҡаршы килә. Әгәр мәсихсенән ҡулына ҡорал алып, илен яҡлауын йәки Аллаға иман итеүҙән баш тартыуын талап итһәләр, ул быны эшләмәҫ һәм быға ҡағылышлы ант бирмәҫ. Шундай ант биреү Алланың әмерен боҙоуҙы аңлата. Мәсихселәр «был донъяныҡы түгел» (Яхъя 15:19). Шуға күрә беҙ донъяның бәхәсле һорауҙарында һәм һуғыштарында ҡатнашмайбыҙ (Ишағ. 2:4; Яҡ. 1:27).
Ҡайһы бер осраҡтарҙа ант биреү йә бирмәү выждан менән бәйле. Ант бирер алдынан, әйтер һүҙҙәребеҙҙе ентекләп ҡарап сығырға кәрәк. Уларҙы ҡарап сыҡҡанда Ғайсаның «ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға, Алланыҡын — Аллаға бирегеҙ» тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоу мөһим (Лука 20:25).
Мәҫәлән, мәсихсе гражданлыҡ йә паспорт алыр өсөн ғариза тултыра һәм бының өсөн ант бирергә кәрәк икәнен белеп ҡала. Анттың һүҙҙәре Алланың ҡанундарына ҡаршы килһә, мәсихсенең Изге Яҙма буйынса өйрәтелгән выжданы уға ант бирергә рөхсәт итмәҫ. Әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа хөкүмәт, кешенең выжданы таҙа булһын өсөн, ант тексын үҙгәртергә рөхсәт итә.
Римдарға 13:1-ҙә: «Һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһонһон», — тип әйтелә. Шуға күрә мәсихсе, шундай үҙгәртелгән ант биреүҙең бер ниндәй насарлығы юҡ, тигән һығымтаға килергә мөмкин. Сөнки унан Алла талап иткәнде талап итәләр.
Әгәр һеҙҙе ант биргәндә ниндәйҙер әйбер ҡулланырға йә берәй ишара яһарға һораһалар, үҙ выжданығыҙҙы тыңлағыҙ. Боронғо римдар һәм скифтар, үҙҙәренең дөрөҫ әйтеүен иҫбатлар өсөн һуғыш илаһын саҡырып, ҡылыс менән ант иткән. Ә гректар, ант биргәндә, ҡулдарын күккә күтәргән, шулай итеп улар бөтә нәмәне күреп торған илаһи көстөң барлығын танығандарын күрһәткән.
Әлбиттә, Йәһүәнең хеҙмәтсеһе, милли символ булып торған йә ялған дин менән бәйле булған әйберҙең өҫтөнә ҡул һалып, ант бирмәҫ. Әммә судта һеҙҙең Изге Яҙмаға ҡул һалып, дөрөҫөн һөйләрмен, тип ант биреүегеҙҙе һораһалар, нимә эшләргә? Бәлки, мәсихсе быға ризалашыр, сөнки Алланың ҡайһы бер тоғро хеҙмәтселәре ант биргәндә ниндәйҙер махсус ишаралар яһаған (Баш. 24:2, 3, 9; 47:29—31). Әлбиттә, шуны иҫтә тотоу мөһим: ул саҡта һеҙ Алла алдында тик дөрөҫөн генә һөйләргә ант итәһегеҙ. Һеҙгә бирелгән һорауҙарға намыҫлы яуап бирергә кәрәк.
Йәһүә менән мөнәсәбәттәр беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Шуға күрә ант бирер алдынан, беҙгә доға ҡылырға һәм Алланың принциптары менән выжданыбыҙ уны үтәргә рөхсәт итерме икәне тураһында уйланырға кәрәк. Әгәр ант бирһәк, уны боҙорға ярамай (1 Пет. 2:12).
a Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I, 279-сы бит.