Йәһүә «һеҙҙең хаҡта ҡайғырта»
ЙӘҺҮӘНЕҢ беҙҙең хаҡта ысынлап та ҡайғыртыуына һис тә шикләнмәҫкә була. Ни өсөн? Сөнки был турала Изге Яҙмала асыҡтан-асыҡ әйтелә. 1 Петр 5:7-лә былай тип яҙылған: «Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта». Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә беҙҙе нимә ышандыра?
МАТДИ ИХТЫЯЖДАРЫБЫҘҘЫ ҠАЙҒЫРТА
Аллала һеҙ, моғайын, иң яҡын дуҫтарығыҙҙа күрергә теләгән сифаттары бар. Йыш ҡына бер-береһенә игелек һәм йомартлыҡ күрһәткән кешеләр яҡын дуҫтар булып китә. Ә Йәһүә кешеләргә көн һайын игелек һәм йомартлыҡ күрһәтеп тора. Бына бер миҫал: «Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра» (Матф. 5:45). Ҡояш яҡтылығы менән ямғыр ярҙамында нимә мөмкин? Мәҫәлән, улар ярҙамында Алла кешеләрҙе ризыҡ менән тәьмин итә һәм йөрәктәрен ҡыуаныс менән тултыра (Ғәм. 14:17). Эйе, Йәһүә ерҙең ризыҡты мул итеп биреүе хаҡында ҡайғырта, һәм тәмле ашау беҙгә ысын ләззәт килтерә!
Улайһа, ни өсөн күп кеше аслыҡтан интегә? Сөнки йыш ҡына идара итеүселәр халыҡтың тормошон яҡшыртыу урынына көстәрен хакимлыҡ өсөн көрәшеүгә һәм табыш алыуға йүнәлтә. Оҙаҡламай Йәһүә, бөгөнгө сәйәси системаны үҙенең Улы идара иткән күктәге Батшалыҡҡа алмаштырып, ҡомһоҙлоҡ проблемаһын хәл итәсәк. Ул саҡта бер кем дә ас булмаясаҡ. Ә ул ваҡыт килеп еткәнсе, Алла тоғро хеҙмәтселәрен иң кәрәклеһе менән тәьмин итеп тора (Зәб. 37:25). Әллә был уның ҡайғыртыуын күрһәтмәйме?
БЕҘҘЕҢ ӨСӨН ВАҠЫТЫН ЙӘЛЛӘМӘЙ
Яҡшы дуҫ һеҙҙең менән ваҡыт үткәрә. Ул һеҙҙең менән икегеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырған темаларға сәғәттәр буйы һөйләшә ала. Һеҙ проблемаларығыҙ һәм борсолоуҙарығыҙ менән уртаҡлашҡанда, ундай дуҫ күңел биреп тыңлар. Ә Йәһүә тураһында шуны уҡ әйтеп буламы? Әлбиттә! Ул беҙҙең доғаларҙы иғтибар менән тыңлай. Шуға күрә Изге Яҙма беҙҙе «арымай-талмай доға ҡылығыҙ» һәм «гел доға ҡылығыҙ» тип өндәй (Рим. 12:12; 1 Фес. 5:17).
Доғаларҙы тыңлар өсөн Йәһүә күпме ваҡыт сарыф итергә әҙер? Изге Яҙмалағы бер миҫал был һорауға яуап бирә. Илселәрен һайлар алдынан, Ғайса «төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡҡан» (Лука 6:12). Доғаһында ул, моғайын, һәр бер шәкертен исеме менән иҫкә алған, уларҙың сифаттары һәм көсһөҙ яҡтары хаҡында уйланған һәм Атаһынан һайлау яһарға ярҙам һораған. Көн яҡтыра башлауға, Ғайса инде был хеҙмәт өсөн иң яраҡлы булғандарҙы һайлағанын белгән. «Доғаларҙы тыңлаусы» булараҡ, Йәһүәгә ысын күңелдән әйтелгән бөтә доғаларҙы тыңлау оҡшай (Зәб. 65:2). Кеше хатта сәғәттәр буйы үҙенең тәрән эске ҡайғыларын һөйләһә лә, Йәһүә ваҡытҡа ҡарамай.
ТЕЛӘП КИСЕРӘ
Хатта яҡын дуҫтарға ла бер-береһен кисереү еңел түгел. Дуҫтар бер-береһен ғәфү итә алмағанға, ҡайһы саҡта оҙайлы дуҫлыҡ та емерелә. Әммә Йәһүә ундай түгел. Изге Яҙма бөтә эскерһеҙ кешеләрҙе Алланан ярлыҡау һорарға саҡыра, «сөнки ул... ихластан кисерер» (Ишағ. 55:6, 7). Алланы ысын күңелдән кисерергә нимә этәрә?
Алланы сағыштырғыһыҙ яратыуы кисерергә дәртләндерә. Ул донъяны шул тиклем ярата, хатта, кешеләрҙе гонаһтан һәм уның һөҙөмтәләренән ҡотҡарыр өсөн, үҙенең Улы Ғайсаны биргән (Яхъя 3:16). Унан да бигерәк, Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны нигеҙендә Алла үҙе яратҡан кешеләрҙе ихлас күңелдән ғәфү итә. Илсе Яхъя былай тип яҙған: «Гонаһтарыбыҙҙы таныйбыҙ икән, Алла гонаһтарыбыҙҙы кисерер... сөнки Ул тоғро һәм ғәҙел» (1 Яхъя 1:9). Йәһүә кисереүсән булғанға, кешеләр уның менән дуҫлаша ала. Быны белеү күңелде йылыта.
КӘРӘК САҠТА, ЯРҘАМ ҠУЛЫ ҺУҘА
Ысын дуҫ ауыр ваҡытта һәр саҡ ярҙамға килә. Йәһүә лә шулай эшләйме? Уның Һүҙендә былай тиелә: «Ул [Алла хеҙмәтселәренең береһе], йығылһа ла, йөҙ түбән йығылмаҫ, сөнки Йәһүә уны ҡулынан тотоп тора» (Зәб. 37:24). Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә төрлөсә ярҙам итә. Мәҫәлән, Кариб диңгеҙендәге Санта-Крус утрауында булған бер осраҡты ҡарап сығайыҡ.
Бер ҡыҙ, дини ҡараштары арҡаһында байраҡҡа честь бирмәгәне өсөн, синыфташтарының баҫымына дусар булған. Йәһүәгә ярҙам һорап доға ҡылғандан һуң, ул эш итергә булған һәм класс алдында байраҡҡа честь биреү тураһында доклад менән сығыш яһаған. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән хикәйәләрҙе тасуирлаған китапты ҡулланып, ул Сидрах, Мисах һәм Әбдинәхтең үрнәге үҙенә ниндәй йоғонто яһағаны хаҡында һөйләгән. Ул: «Йәһүә был өс еврейҙы ботҡа табынмағаны өсөн яҡлаған», — тигән. Шунан һуң ул синыфташтарына был китапты тәҡдим иткән. Уларҙың ун бере китапты алған. Был йәш ҡыҙ, шундай сетерекле теманы аңлатып, үҙенең ышаныуҙары хаҡында һөйләй алыуына бик шатланған. Ул кәрәкле көс һәм зирәклекте үҙенә Йәһүә биргәненә тамсы ла шикләнмәй.
Әгәр ҡасан да булһа Йәһүәнең үҙегеҙ тураһында ҡайғыртыуына шикләнә башлаһағыҙ, Изге Яҙмалағы ошондай өҙөктәр хаҡында уйланығыҙ: Зәбур 34:17—19, 55:22 һәм 145:18, 19. Хәҡиҡәттә инде күп йылдар булған ҡәрҙәштәрҙән Йәһүәнең үҙҙәре хаҡында нисек ҡайғыртҡаны тураһында һорашығыҙ. Әгәр ҙә Алланың ярҙамына мохтаж булһағыҙ, доға ҡылып уға күңелегеҙҙе бушатығыҙ һәм тиҙҙән Йәһүәнең үҙегеҙ хаҡында нисек ҡайғыртыуын күрерһегеҙ.