4. Доға. Нимә тураһында булырға тейеш?
ҒАЙСА пәйғәмбәр үҙенең Тауҙағы вәғәзендә шәкерттәрен доға ҡылырға өйрәткән. Күптәр был доғаны дөрөҫ аңламай. Миллионлаған кеше уны яттан белә һәм көн һайын, ә бәлки, көнөнә бер нисә мәртәбә ҡабатлай. Ләкин Ғайса уны ҡат-ҡат ҡабатлауҙарын теләмәгән. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ?
Был доғаны әйтер алдынан Ғайса: «Доға ҡылғанда... бер үк нәмәне ҡат-ҡат әйтмәгеҙ», — тигән (Матфей 6:7, ЯДТ). Ғайса, ятлап алып ҡабатларға кәрәк булған һүҙҙәр биреп, үҙ-үҙенә ҡаршы килер инеме? Әлбиттә, юҡ! Киреһенсә, ул нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген күрһәтер өсөн өлгө биргән. Әйҙәгеҙ, Матфей 6:9—13-тә яҙылған был доғаны ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.
«Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын».
Ошо һүҙҙәр менән Ғайса бөтә доғаларҙы ла үҙенең Атаһына, Йәһүәгә, йүнәлтергә кәрәклеген шәкерттәренең иҫтәренә төшөргән. Ләкин һеҙ ни өсөн Алланың исеме шул тиклем мөһим һәм ни өсөн уның мөҡәддәс тип танылырға, йәғни изге ителергә тейешлеген беләһегеҙме?
Кешелек тарихының иң башында уҡ Алланың изге исеменә яла яҡҡандар. Алланың дошманы, Иблис, Йәһүәне алдаҡсы, эгоистик Хаким тип атаған һәм, уның үҙе барлыҡҡа килтергән заттар менән идара итергә хоҡуғы юҡ, тигән (Башланмыш 3:1—6). Күптәр, Алла вайымһыҙ, ҡаты бәғерле һәм үс алыусан, тип өйрәтеп йәки Алланың барлығын кире ҡағып, Иблискә ҡушылғандар. Башҡалары, Изге Яҙма тәржемәләренән Йәһүә исемен алып ҡуйып һәм уны ҡулланыуҙы тыйып, Алла исеменә ҡаршы сыҡҡандар.
Изге Яҙмала, Алла бөтә был ғәҙелһеҙлекте бөтөрәсәк, тип әйтелә (Йәзәкил 39:7). Шулай эшләп, ул һеҙҙең бар ихтыяждарығыҙҙы ҡәнәғәтләндерәсәк һәм проблемаларығыҙҙы хәл итәсәк. Нисек итеп? Был һорауға Ғайсаның доғаһындағы артабанғы һүҙҙәр яуап бирә.
«Һинең Батшалығың килһен».
Бөгөн дингә өйрәтеүселәр Алла Батшалығының нимә икәнлеге тураһында бер фекергә килә алмай. Әммә Ғайсаны тыңлаған кешеләр Мәсихтең — Алла һайлаған Ҡотҡарыусының — бөтә донъяны тулыһынса үҙгәртә алған Батшалыҡ менән идара итәсәген белгән, сөнки боронғо пәйғәмбәрҙәр бының тураһында алдан әйткән булған (Ишағыя 9:6, 7; Данил 2:44). Ул Батшалыҡ, Иблистең ялғанын фаш итеп, шулай уҡ был дошмандың эштәрен емереп һәм үҙен юҡ итеп, Алла исемен изгеләндерәсәк. Алла Батшалығы һуғыштар, ауырыуҙар, аслыҡ һәм хатта үлемде бөтөрәсәк (Зәбур 46:9; 72:12—16; Ишағыя 25:8; 33:24). Алла Батшалығының килеүе тураһында доға ҡылғанда, һеҙ бөтә ошо вәғәҙәләрҙең үтәлеүен һорайһығыҙ.
«Күктәге кеүек, ерҙә лә һинең ихтыярың үтәлһен».
Ғайсаның һүҙҙәренән күренгәнсә, Алла ихтыяры күктә — Алла йәшәгән урында үтәлгән кеүек, ерҙә лә үтәлергә тейеш. Алла ихтыярының күктә үтәлеүенә бер нәмә лә ҡамасаулай алмаған: унда Ғайса Мәсих Иблискә һәм уның фәрештәләренә ҡаршы һуғышҡан һәм уларҙы ергә бәреп төшөргән (Асылыш 12:9—12). Өлгөлө доғалағы был өсөнсө үтенес, тәүге икәүһе кеүек үк, иғтибарыбыҙҙы иң мөһим нәмәгә — үҙебеҙҙең ихтыярға түгел, ә Алла ихтыярына йүнәлтергә ярҙам итә. Алла ихтыярының үтәлеүе һәр ваҡыт барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең бөтәһенә лә файҙа килтерә. Шуға күрә хатта камил кеше Ғайса ла үҙенең Атаһына: «Минең ихтыярымса түгел, ә Һинең ихтыярыңса булһын!» — тигән (Лука 22:42).
«Икмәгебеҙҙе беҙгә бөгөн бир».
Артабан Ғайса доғала үҙебеҙҙең ихтыяждар тураһында ла һорарға кәрәклеген күрһәткән. Аллаға көндәлек эштәребеҙ һәм мәшәҡәттәребеҙ хаҡында доға ҡылыуҙа бер ниндәй насарлыҡ юҡ. Асылда ундай доғалар Йәһүәнең «һәр кемгә тормош, һулыш һәм бөтә нәмәне бир[гәнен]» иҫебеҙгә төшөрә (Ғәмәлдәр 17:25). Изге Яҙмала Алла үҙенең балаларына улар мохтаж булған бар нәмәне бирергә яратҡан хәстәрлекле атай итеп һүрәтләнә. Шулай ҙа, яҡшы атай һымаҡ, ул балаларына зыян килтерә алған үтенестәрҙе үтәмәй.
«Беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе Һин кисер».
Беҙ Алланың кисереүенә мохтажмы? Бөгөн күп кешеләр гонаһтың нимә икәнен һәм уның етдилеген аңлап етмәй. Ләкин, Изге Яҙма буйынса, гонаһ — беҙҙең проблемаларҙың төп сәбәбе, һәм ул кешеләрҙе үлемгә алып бара. Тыумыштан гонаһлы булғанға, беҙ барыбыҙ ҙа йыш ҡына яҙыҡ эштәр ҡылабыҙ, һәм Алла беҙҙе кисермәһә, беҙҙең мәңге йәшәргә өмөтөбөҙ юҡ (Римдарға 3:23; 5:12; 6:23). Шуға күрә Изге Яҙмалағы, «эй Йәһүә, һин игелекле һәм кисерергә әҙер», тигән һүҙҙәр күңелде бик йыуата (Зәбур 86:5).
«Иблистән һаҡла».
Һеҙ Алланың яҡлауына ни тиклем ныҡ мохтаж икәнегеҙҙе аңлайһығыҙмы? Күптәр Иблистең барлығына ышанырға теләмәй. Әммә Ғайса, Иблис — реаль шәхес, тип өйрәткән, хатта уны, «был донъяның хакимы», тип атаған (Яхъя 12:31; 16:11). Иблис үҙе идара иткән донъяға бик насар йоғонто яһай һәм, һеҙгә лә тәьҫир итеп, Атағыҙ Йәһүәгә яҡынлашырға ҡамасауларға бик теләй (1 Петр 5:8). Әммә Йәһүә Иблистән күпкә көслөрәк һәм үҙен яратҡан кешеләрҙе теләп ҡурсалай.
Ғайсаның өлгөлө доғаһының беҙ ҡыҫҡаса ҡарап сыҡҡан төп пунктарынан тыш, тағы күп нәмә тураһында доға ҡылып була. Иҫкә төшөрәйек, 1 Яхъя 5:14-тә Алла тураһында: «Беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә», — тип әйтелә. Шуға күрә, минең проблемаларым доғала Аллаға һөйләр өсөн үтә бәләкәй, тип уйларға кәрәкмәй (1 Петр 5:7).
Ә доға ҡылыуҙың ваҡыты һәм урыны тураһында нимә әйтеп була?