Никахҡа хөрмәт менән ҡарағыҙ
«Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын» (МАРК 10:9).
1, 2. Еврейҙарға 13:4-тәге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә дәртләндерә?
БЕҘ бөтәбеҙ ҙә Йәһүәне хөрмәт итергә теләйбеҙ. Йәһүә беҙҙең хөрмәткә лайыҡ, һәм ул да беҙгә хөрмәт күрһәтергә вәғәҙә итә (1 Сам. 2:30; Ғиб. һүҙ. 3:9; Асыл. 4:11). Ул шулай уҡ беҙҙән, башҡа кешеләрҙе, мәҫәлән хөкүмәт вәкилдәрен хөрмәт итерҙәр, тип көтә (Рим. 12:10; 13:7). Әммә тормоштоң бер өлкәһендә хөрмәт күрһәтеү айырыуса мөһим. Һүҙ никах тураһында бара.
2 Илсе Павел былай тип яҙған: «Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын» (Евр. 13:4). Павел «никах хөрмәт ителә» тип әйтмәгән, ул бөтә мәсихселәрҙе никахҡа хөрмәт менән ҡарарға, йәғни уны юғары баһаларға өндәгән. Ә һеҙ никахҡа нисек ҡарайһығыҙ? Үҙегеҙ никахта торһағыҙ, никахығыҙҙы юғары баһалайһығыҙмы?
3. Ғайса никахҡа ҡағылышлы ниндәй мөһим кәңәш биргән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
3 Никахты юғары баһалайһығыҙ икән, тимәк, һеҙ Ғайса Мәсихтән үрнәк алаһығыҙ. Фарисейҙар айырылышыу тураһында һорау биргәндә, Ғайса Алланың беренсе никах тураһында әйткән бындай һүҙҙәрен иҫкә төшөргән: «Шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар». Ул шулай уҡ былай тип өҫтәгән: «Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын» (Марк 10:2—12-не уҡығыҙ; Баш. 2:24.)
4. Йәһүә никах өсөн ниндәй нормалар урынлаштырған?
4 Ғайса никахтың Алла тарафынан урынлаштырылғанын һәм мәңге дауам итергә тейешлеген күрһәткән. Йәһүә, беренсе никахты барлыҡҡа килтергәс, Әҙәм менән Һауаға айырылышыу мөмкинлеге тураһында бер нәмә лә әйтмәгән. Киреһенсә, ул ике кешенең никахта бергә мәңгегә ҡалыуын ниәтләгән.
НИКАХҠА ҠАҒЫЛЫШЛЫ ВАҠЫТЛЫСА ҮҘГӘРЕШТӘР
5. Үлем никахҡа нисек тәьҫир итә?
5 Әҙәмдең гонаһ ҡылыуы кешеләрҙең тормошон үҙгәрткән. Мәҫәлән, кешеләр үлә башлаған, һәм был никахҡа ла тәьҫир иткән. Илсе Павел аңлатҡанса, әгәр мәсихсенең тормош иптәше үлһә, ул никах бәйләнештәренән азат ителә һәм башҡа кеше менән никахҡа инә ала (Рим. 7:1—3).
6. Муса Ҡануны никахҡа ниндәй ҡараш үҫтерергә өндәй?
6 Алланың Израиль халҡына биргән ҡанунында никахҡа ҡағылышлы төрлө нескәлектәр ҡаралған. Мәҫәлән, Израиль ирҙәренә бер нисә ҡатын алырға рөхсәт ителгән. Был ғәҙәт Муса ҡануны ғәмәлгә индерелгәнгә тиклем дә таралған булған. Ләкин Ҡанун ҡатындарҙың һәм балаларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаған. Мәҫәлән, әгәр Израиль кешеһе ҡол булған ҡыҙға өйләнһә һәм һуңыраҡ икенсе ҡатын алһа, ул барыбер беренсе ҡатынының ихтыяждары хаҡында ҡайғыртырға тейеш булған. Алла ундай иргә беренсе ҡатынын артабан да яҡларға һәм уның хаҡында ҡайғыртырға бойорған (Сығ. 21:9, 10). Бөгөн беҙ Муса ҡануны буйынса йәшәмәйбеҙ. Шулай ҙа Ҡанун Алланың никахты юғары баһалауын күрһәтә. Быны белеү беҙгә никахҡа шундай уҡ ҡараш үҫтерергә ярҙам итә.
7, 8. а) Ҡанун 24:1 буйынса, ниндәй осраҡта айырылышыу рөхсәт ителгән? б) Йәһүә айырылышыуға нисек ҡарай?
7 Ҡанунда айырылышыу тураһында берәй нәмә әйтелгәнме? Йәһүә ир менән ҡатындың айырылышыуын теләмәһә лә, Ҡанун ҡатынының «килешһеҙ тәртибен» күргән иргә айырылышырға рөхсәт иткән. (Ҡанун 24:1-ҙе уҡығыҙa.) Ҡанунда «килешһеҙ тәртиптең» үҙ эсенә нимә ала алғаны тасуирланмай. Күрәһең, бында бәләкәй генә етешһеҙлек тураһында түгел, ә ниндәйҙер етди нәмә, мәҫәлән, оятһыҙ тәртип тураһында һүҙ бара (Ҡан. 23:14). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғайса көндәрендә күп йәһүдтәр ҡатындары менән «теләһә ниндәй сәбәп арҡаһында» айырылышҡан (Матф. 19:3, ЯДТ). Беҙ никахҡа шулай еңел ҡарарға һис тә теләмәйбеҙ.
8 Малахи пәйғәмбәр көндәрендә ирҙәрҙең беренсе ҡатындары менән айырылышыуы һәм быны, күрәһең, Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән йәшерәк ҡатындарға өйләнер өсөн эшләүе ғәҙәти хәл булған. Ләкин Алла айырылышыуға ҡарашын асыҡтан-асыҡ белдергән. Ул: «Айырылышыуҙы нәфрәт итәм», — тигән (Мал. 2:14—16). Кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәндә үк Алла: «Кеше... ҡатынына ҡушылыр һәм уның менән икеһе бер тән булыр», — тигән булған, һәм уның никахҡа ҡарашы үҙгәрмәгән (Баш. 2:24). Ғайса никахҡа Атаһы кеүек ҡараған, шунлыҡтан: «Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын», — тип әйткән (Матф. 19:6).
АЙЫРЫЛЫШЫР ӨСӨН БЕРҘӘН-БЕР СӘБӘП
9. Ғайсаның Марк 10:11, 12-лә яҙылған һүҙҙәрен нисек аңларға?
9 Ҡайһы берәүҙәр былай тип уйланырға мөмкин: «Мәсихсегә, тормош иптәшенән айырылып, башҡа кеше менән никахҡа инергә хоҡуҡ биргән сәбәп бармы?». Ғайса былай тигән: «Ҡатынын айырып, башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла. Иренән айырылып, башҡаға кейәүгә сыҡҡан ҡатын да зина ҡыла» (Марк 10:11, 12; Лука 16:18). Күренеүенсә, Ғайса никахҡа хөрмәт менән ҡараған һәм башҡаларҙың да шундай ҡарашта тороуын теләгән. Әгәр ир тоғролоҡ һаҡлаған ҡатынынан айырылып башҡа ҡатынға өйләнһә, был зина ҡылыу булыр ине. Тоғро иренән айырылып башҡаға кейәүгә сыҡҡан ҡатын тураһында шуны уҡ әйтеп була. Айырылышыу үҙенән-үҙе никах бәйләнештәрен өҙмәй. Алла ундай ир менән ҡатынды һаман да «бер тән» тип һанай. Ғайса шуға ла иғтибар иткән: ир, тоғро ҡатынынан айырылып, уны зина ҡылыуға этәрә. Нисек итеп? Ҡатын, матди ауырлыҡтарға эләкмәҫ өсөн, яңынан кейәүгә сығырға мәжбүр булырға мөмкин, ә ундай никах зина ҡылыуға тиң булыр ине.
10. Айырылышып башҡа кеше менән никахҡа инергә нигеҙ биргән ниндәй берҙән-бер сәбәп бар?
10 Ғайса айырылышырға нигеҙ биргән бер генә сәбәп хаҡында әйткән. Ул былай тигән: «Һеҙгә әйтәм: ир кеше, ҡатынының зина ҡылыу сәбәбе булмайынса, уны айырып башҡаға өйләнһә, ул зина ҡыла» (Матф. 19:9). Тауҙағы вәғәзендә Ғайса шундай уҡ фекер белдергән (Матф. 5:31, 32). Был осраҡтарҙың икеһендә лә Ғайса зина ҡылыуҙы, йәғни енси әхлаҡһыҙлыҡты телгә алған. Енси әхлаҡһыҙлыҡ фәхишәлекте, өйләнешмәгән кешеләр араһындағы енси мөнәсәбәттәрҙе, гомосексуализмды һәм хайуандар менән яҡынлыҡ ҡылыуҙы үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, әгәр никахта торған ир енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылһа, уның ҡатыны айырылышырғамы, юҡмы икәнен ҡарар итә ала. Айырылышырға булһа, Алланың ҡарашында уларҙың никах бәйләнештәре өҙөлә.
11. Ни өсөн мәсихсе, тормош иптәше енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылһа ла, айырылышмаҫҡа ҡарар итергә мөмкин?
11 Иғтибар итегеҙ, Ғайса, кеше енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылған тормош иптәше менән мотлаҡ айырылышырға тейеш, тип әйтмәгән. Мәҫәлән, ире хыянат итһә лә, ҡатын уның менән ҡалырға ҡарар итергә мөмкин. Ни өсөн? Ирен һаман яратҡанға, ҡатындың уны ғәфү итергә һәм ғаиләне һаҡлап ҡалырға теләүе ихтимал. Бынан тыш, айырылышһа һәм яңынан кейәүгә сыҡмаһа, уның башҡа ауырлыҡтары тыуырға мөмкин. Мәҫәлән, матди һәм енси ихтыяждарға бәйле ҡыйынлыҡтар йә яңғыҙлыҡ тойғоһо. Өҫтәүенә, айырылышыу балаларға нисек тәьҫир итер? Ҡатын бер үҙе балаларын хәҡиҡәттә тәрбиәләй алырмы? (1 Кор. 7:14). Эйе, айырылышыу етди ауырлыҡтарға килтерергә мөмкин.
12, 13. а) Осияның ғаиләһендә ниндәй хәлдәр булған? б) Ни өсөн Осия Ғүмәриәне кире ҡабул иткән, һәм беҙ уның осрағынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?
12 Осия пәйғәмбәрҙең осрағынан Йәһүәнең никахҡа нисек ҡарауы хаҡында күп нәмә белергә була. Алла Осияға «фәхишә булып китәсәк» һәм «зинаһынан тыуған балалары» буласаҡ Ғүмәриә исемле ҡатынға өйләнергә ҡуша. Осия менән Ғүмәриәнең улы тыуа (Ос. 1:2, 3). Һуңыраҡ Ғүмәриәнең ҡыҙы һәм тағы бер улы тыуа. Улар, күрәһең, башҡа ирҙән була. Ғүмәриә бер нисә тапҡыр енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылһа ла, Осия уның менән ҡала. Ахыр сиктә Ғүмәриә пәйғәмбәрҙән китә һәм ҡолға әйләнә. Әммә Осия, йолом хаҡы түләп, уны ҡоллоҡтан азат итә (Ос. 3:1, 2). Осия миҫалында Йәһүә бүтән илаһтарға табынған тоғролоҡһоҙ израилдәрҙе бер нисә тапҡыр ғәфү иткәнен күрһәтергә теләгән. Беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?
13 Мәсихсе енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылһа, уның тормош иптәшенә ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, уның айырылышырға һәм яңы никахҡа инергә хоҡуғы бар. Икенсе яҡтан, әгәр ул тормош иптәшен ғәфү итергә булһа, бының бер ниндәй насарлығы юҡ. Осия Ғүмәриәне кире ҡабул иткән, шулай ҙа уға бүтән башҡа ирҙәр менән яҡынлыҡ ҡылмаҫҡа ҡушҡан. Осия үҙе лә бер ни тиклем ваҡыт уның менән яҡынлыҡ ҡылмаған (Ос. 3:3). Шулай ҙа ваҡыт уҙыу менән ул, күрәһең, Ғүмәриә менән ҡабат енси мөнәсәбәткә ингән. Шуның шикелле, Йәһүә лә израилдәрҙе кире ҡабул итергә һәм улар менән ҡабат яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡларға әҙер булған (Ос. 1:11; 3:3—5). Осияның осрағынан ниндәй һабаҡ алып була? Мәсихсе, хыянат иткән тормош иптәше менән ҡабат енси мөнәсәбәткә инеп, уны ғәфү итеүен күрһәтә (1 Кор. 7:3, 5). Ул саҡта айырылышыр өсөн нигеҙ ҡалмай, һәм ир менән ҡатынға бер-береһенә, Алланан өлгө алып, никахты юғары баһаларға ярҙам итергә кәрәк булыр.
ЕТДИ АУЫРЛЫҠТАРҒА ҠАРАМАҪТАН, НИКАХҠА ХӨРМӘТ МЕНӘН ҠАРАҒЫҘ
14. 1 Коринфтарға 7:10, 11-ҙәге һүҙҙәр буйынса, никахта ниндәй хәл тыуырға мөмкин?
14 Бөтә мәсихселәр ҙә, Йәһүә менән Ғайсанан үрнәк алып, никахҡа хөрмәт менән ҡарарға тейеш. Әммә кемгәлер камилһыҙлыҡ арҡаһында шундай ҡараш һаҡлау еңел түгел (Рим. 7:18—23). Шунлыҡтан беренсе быуатта йәшәгән ҡайһы бер мәсихселәрҙең никахтарында ауырлыҡтар тыуыуы беҙҙе ғәжәпләндерергә тейеш түгел. Павел: «Ҡатын иренән айырылмаһын», — тип яҙған. Шулай ҙа ҡайһы саҡта шундай хәлдәр булғылаған. (1 Коринфтарға 7:10, 11-ҙеb уҡығыҙ.)
15, 16. а) Ғаиләлә ауырлыҡтар тыуғанда ир менән ҡатынға нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн? б) Мәсихсенең тормош иптәше Йәһүәгә хеҙмәт итмәһә, Павелдың кәңәшен нисек ҡулланып була?
15 Павел ниндәй сәбәптәр ир менән ҡатынды айырым йәшәргә этәргәнен аңлатмаған. Әммә шуныһы билдәле: сәбәп ирҙең енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылыуында булмаған. Юғиһә, ҡатындың айырылышып яңы никахҡа инергә хоҡуғы булыр ине. Павел яҙғанса, иренән айырым йәшәгән ҡатын йә «ирһеҙ» торорға, йә «ире менән яңынан килеш[ергә]» тейеш, сөнки Алла ҡарашында улар һаман да бер тән булып һанала. Павел шуға иғтибар иткән: ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһалар ҙа, енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылынмаһа, ир менән ҡатын бер-береһе менән килешергә, йәғни, проблемаларҙы хәл итеп, бергә ҡалырға тырышырға тейеш. Улар, өлкәндәргә мөрәжәғәт итеп, ярҙам һорай ала. Өлкәндәр, бер кемдең дә яғына тормайынса, Изге Яҙманан ғәмәли кәңәштәр бирә ала.
16 Мәсихсенең Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кеше менән никахта тороуы хәлде тағы ла нығыраҡ киҫкенләштерергә мөмкин. Ундай никахта ауырлыҡтар тыуһа, мәсихсе тормош иптәшенән айырым йәшәргә хоҡуҡлымы? Юғарыла әйтеп кителгәнсә, Изге Яҙмала айырылышыр өсөн бер генә сәбәп килтерелә, ә айырым йәшәргә хоҡуҡ биргән сәбәптәр тураһында әйтелмәй. Павел былай тип яҙған: «Берәй ҡатындың ире иманһыҙ булып, әммә ир уның менән йәшәргә риза булһа, ҡатын уны ташламаҫҡа тейеш» (1 Кор. 7:12, 13). Был кәңәш бөгөн дә ҡулланырлыҡ.
17, 18. Ни өсөн ҡайһы бер мәсихселәр, никахтағы етди ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тормош иптәштәре менән бергә ҡала?
17 Әммә ҡайһы саҡта апай-ҡәрҙәштең Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән ире уның менән йәшәргә теләмәүен белдерә. Мәҫәлән, ул ҡатынын туҡмарға, хатта ҡатыны уйлауынса, уның һаулығын йә тормошон ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға мөмкин. Ул шулай уҡ ғаиләһен матди яҡтан ҡайғыртыуҙан баш тартырға йә ҡатынының рухилығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға мөмкин. Шундай осраҡтарҙа ҡайһы бер апай-ҡәрҙәштәр, ире айырым йәшәү тураһында бер нәмә әйтмәһә лә, тәртибе бергә йәшәргә теләмәүен күрһәткәнгә, иренән айырым йәшәргә ҡарар итә ала. Ләкин башҡа ҡәрҙәштәр үҙ иптәше менән бергә ҡалырға һәм ғаилә мөнәсәбәттәрен яҡшыртырға тырыша. Ни өсөн?
18 Шундай осраҡтарҙа, ир менән ҡатын айырым йәшәргә ҡарар итһә лә, улар барыбер бер тән булып ҡала. Юғарыла әйтелгәнсә, айырым йәшәү уларға ауырлыҡтар килтерергә мөмкин. Илсе Павел ир менән ҡатынға бергә ҡалыр өсөн тағы бер сәбәп килтергән. Ул былай тип яҙған: «Сөнки иманһыҙ ирҙең иманлы ҡатын аша һәм иманһыҙ ҡатындың иманлы ир аша изгелеккә ҡатнашы бар, юҡһа балаларығыҙ саф булмаҫ ине, ә хәҙер был изгелеккә уларҙың да ҡатнашы бар» (1 Кор. 7:14). Күп мәсихселәр, никахта етди ауырлыҡтар булһа ла, хәҡиҡәттә булмаған тормош иптәштәре менән бергә ҡалырға ҡарар иткән. Шундай ҡәрҙәштәрҙең иптәштәре ваҡыт үтеү менән Йәһүә шаһиты булып киткән. Ҡәрҙәштәребеҙ шундай ҡорбанға барғандарына бик шат! (1 Коринфтарға 7:16-ны уҡығыҙ; 1 Пет. 3:1, 2.)
19. Ни өсөн мәсихселәрҙең йыйылышында бәхетле ғаиләләр бик күп?
19 Ғайса Мәсих — айырылышыу тураһында, ә Павел айырым йәшәү хаҡында кәңәш биргән. Улар икеһе лә мәсихселәрҙең никахҡа хөрмәт менән ҡарауын теләгән. Бөтә ер йөҙөндә мәсихселәрҙең йыйылышында бик күп бәхетле ғаиләләр бар. Шундай ғаиләләрҙә тоғро ирҙәр ҡатындарын ярата, ә ҡатындар уларҙы хөрмәт итә. Шулай итеп был парҙар никахҡа хөрмәт менән ҡарап була икәнен иҫбатлай. Миллионлаған ирҙәр һәм ҡатындар үҙ тормошо менән бындай һүҙҙәрҙең хаҡлығын дәлилләй: «Ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар» (Ефес. 5:31, 33).
a Ҡанун 24:1: «Әгәр ир кеше берәй ҡатынға өйләнһә, ләкин килешһеҙ тәртибе арҡаһында уны оҡшатмаһа, уға айырылышыу ҡағыҙы яҙып бирһен дә өйөнән сығарып ебәрһен».
b Был шиғырҙарҙа «айырылыу» тип тәржемә ителгән грек һүҙе «айырым йәшәү», «ҡалдырып китеү» тигән мәғәнә йөрөтә.