«Ожмахта күрешербеҙ!»
«Минең менән бергә ожмахта булырһың» (ЛУКА 23:43).
1, 2. Кешеләр ожмах тураһында нимә уйлай?
СЕУЛДА (Көньяҡ Корея) үткән конгресс тамамланғас, төрлө илдәрҙән килгән күп ҡәрҙәштәр стадиондан сыҡҡанда, урындағы ҡәрҙәштәр уларҙы уратып алған ине. Улар, ҡул болғап: «Ожмахта күрешербеҙ!» — тип әйтә ине. Күңел иретерлек күренеш, эйе бит? Һеҙҙеңсә, улар ниндәй ожмахты күҙ уңында тотҡан?
2 Бөгөн кешеләр ожмах тураһында төрлө ҡарашта тора. Ҡайһы берәүҙәр, ожмах — уйҙырма ғына, ти. Башҡалар ваҡытты күңелле үткәреп булған урындарҙы ожмах тип һанай. Ә бик ныҡ асыҡҡан кешегә ризыҡ тулы ҙур өҫтәл артында ултырыу ожмах булып күренер. Күптәр, сәскәгә күмелгән яланды күреп: «Был бит ожмах!» — тип һоҡлана. Ә һеҙ ожмах тураһында нимә уйлайһығыҙ? Унда йәшәргә өмөтләнәһегеҙме?
3. Изге Яҙмала ожмах беренсе тапҡыр ҡайҙа телгә алына?
3 Изге Яҙмала боронғо заманда булған һәм киләсәктә буласаҡ ожмах тураһында әйтелә. Ожмах Изге Яҙманың беренсе китабында уҡ телгә алына. Латин теленән тәржемә ителгән бер Изге Яҙма тәржемәһендә («Douay Version») Башланмыш 2:8-ҙә былай тиелә: «Тәүҙә Аллаһы Тәғәлә ләззәт ожмахын барлыҡҡа килтерҙе һәм ...үҙе яратҡан [Әҙәмде] шунда урынлаштырҙы» (курсив беҙҙеке. — Ред.). Ә еврей тексында был урында «Эден баҡсаһы» тигән һүҙбәйләнеш ҡулланыла. «Эден» тигән һүҙ «ләззәт» тигән мәғәнә йөрөтә, һәм ул баҡса тап шундай хистәр тыуҙырған да. Был матур баҡсала ризыҡ мул булған, һәм кешеләр менән хайуандар бер-береһе менән татыу йәшәгән (Баш. 1:29—31).
4. Ни өсөн Эден баҡсаһын ожмах тип атап була?
4 Еврей телендәге «баҡса» тигән һүҙ грекса пара́дейсос тип яңғырай. Макклинток һәм Стронг энциклопедияһында әйтелгәнсә, грек кешеһе, пара́дейсос тигән һүҙҙе ишеткәндә, иҫ китмәле матур, ҙур һәм хәүефһеҙ паркты күҙ алдына килтергән. Унда төрлө-төрлө емештәр биргән мөһабәт ағастар үҫә һәм саф һыулы йылғалар аға, ә уларҙың ярҙарында гөрләп үлән үҫә һәм антилопа менән һарыҡ көтөүҙәре йөрөй. (Башланмыш 2:15, 16 менән сағыштырығыҙ.)
5, 6. Ни өсөн Әҙәм менән Һауа ожмахта йәшәү мөмкинлеген юғалтҡан, һәм быға бәйле ниндәй һорау тыуыуы ихтимал?
5 Йәһүә Әҙәм менән Һауаны шуға оҡшаш баҡсаға — ожмахҡа урынлаштырған. Ләкин улар Йәһүәгә буйһонмаған, шунлыҡтан улар үҙҙәре лә, уларҙың тоҡомдары ла ожмахта йәшәү мөмкинлеген юғалтҡан (Баш. 3:23, 24). Ул ожмахта бүтән бер кем дә йәшәмәһә лә, ул, күрәһең, Нух көндәрендәге Туфанға тиклем торған.
6 Ҡайһы берәүҙәрҙе: «Кешеләр берәй ҡасан тағы ерҙәге ожмахта йәшәрме икән?» — тигән һорау борсорға мөмкин. Факттар нимәне күрһәтә? Ғәзиз кешеләрегеҙ менән бергә ожмахта йәшәргә өмөтләнһәгеҙ, өмөтөгөҙ нимәгә нигеҙләнгән? Ни өсөн киләсәктә ожмах буласағына ышанғанығыҙҙы аңлата алаһығыҙмы?
КИЛӘСӘКТӘ ОЖМАХ БУЛАСАҒЫНА ДӘЛИЛДӘР
7, 8. а) Алла Ибраһимға ниндәй вәғәҙә биргән? б) Алланың вәғәҙәһен ишеткәс, Ибраһим, күрәһең, нимә тураһында уйлаған?
7 Ожмах тураһындағы һорауҙарға яуапты Изге Яҙмала эҙләргә кәрәк, сөнки был китап беренсе ожмахты барлыҡҡа килтергән Алла тарафынан рухландырылған. Алланың үҙенең дуҫы Ибраһимға нимә әйткәнен иҫкә төшөрәйек. Алла уға, тоҡомоңдо диңгеҙ буйындағы ҡом бөртөктәре кеүек арттырырмын, тигән. Шунан Йәһүә Ибраһимға бындай мөһим вәғәҙә биргән: «Мине тыңлағаның өсөн Тоҡомоң аша фатиха аласаҡ Ерҙәге бөтә халыҡтар» (Баш. 22:17, 18). Һуңыраҡ Алла шул уҡ вәғәҙәне Ибраһимдың улына һәм ейәненә ҡабатлаған. (Башланмыш 26:4; 28:14-те уҡығыҙ.)
8 Изге Яҙмала бер ҡайҙа ла Ибраһимдың, кешеләр күктәге ожмахта йәшәр, тип уйлағаны хаҡында әйтелмәй. Алла «Ерҙәге бөтә халыҡтар» фатихаланыр тип вәғәҙә иткәндә, Ибраһим кешеләрҙең был фатихаларҙы ерҙә аласағын аңлаған. Әммә, был дәлилдән тыш, ожмахтың ерҙә буласағын иҫбатлаған башҡа дәлилдәр бармы?
9, 10. Тағы ниндәй вәғәҙәләр ожмахтың ерҙә буласағын иҫбатлай?
9 Алла Ибраһим нәҫеленән булған Дауытты «яуыздар инде юҡ буласаҡ» ваҡыт тураһында яҙырға рухландырған (Зәб. 37:1, 2, 10). Дауыт шулай уҡ: «Йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ. Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк», — тип пәйғәмбәрлек иткән (Зәб. 37:11, 29; 2 Сам. 23:2). Һеҙҙеңсә, был вәғәҙәләр Алланың ихтыярын үтәгән кешеләргә нисек тәьҫир иткән? Уларҙың ерҙә бер ваҡыт тик тәҡүә кешеләр генә йәшәйәсәгенә һәм ерҙең ҡабат ожмахҡа әйләнәсәгенә ышаныр өсөн бөтә сәбәптәре булған.
10 Ваҡыт уҙыу менән күпселек израилдәр, Йәһүәгә хеҙмәт итәбеҙ тиһәләр ҙә, хаҡ ғибәҙәттән баш тартҡан. Шуға күрә Алла вавилондарға Израиль халҡын яулап алып әсирлеккә алып китергә һәм уларҙың ерен таларға рөхсәт иткән (2 Йыл. 36:15—21; Ирем. 4:22—27). Әммә Алланың пәйғәмбәрҙәре, 70 йылдан һуң израилдәр үҙҙәренең тыуған еренә кире ҡайтасаҡ, тип алдан әйткән. Был пәйғәмбәрлектәр үтәлгән, әммә улар беҙгә лә ҡағыла. Әйҙәгеҙ, был пәйғәмбәрлектәрҙең ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ һәм уларҙың ожмах ерҙә буласағын нисек иҫбатлағанын беләйек.
11. Ишағыя 11:6—9-ҙағы һүҙҙәр беренсе тапҡыр нисек үтәлгән, әммә быға бәйле ниндәй һорау тыуырға мөмкин?
11 Изге Яҙмала былай тиелә: «Бүре ваҡыт-ваҡыт һарыҡ бәрәсе янында йәшәр, ҡаплан кәзә бәрәсе янында ятыр. Быҙау, арыҫлан һәм көр хайуан — барыһы бергә булыр. Бәләкәй малай уларҙы эйәртеп йөрөтөр... Арыҫлан, үгеҙ кеүек, һалам ашар... Улар минең бөтөн изге тауымда бер ниндәй зыян килтермәҫ һәм бер нәмәне лә емермәҫ, сөнки һыуҙар диңгеҙҙе тултырғандай, ер йөҙө, һис шикһеҙ, Йәһүә тураһындағы белем менән тулыр» (Ишағыя 11:6—9). Алла Ишағыя пәйғәмбәр аша израилдәрҙең, тыуған ерҙәренә ҡайтҡас, тыныслыҡҡа кинәнәсәге хаҡында алдан әйткән. Уларға кешеләр ҙә, хайуандар ҙа янамаҫ. Ололар һәм йәштәр хәүефһеҙлектә йәшәр. Был Эден баҡсаһындағы шарттарҙы иҫкә төшөрмәйме ни? (Ишағ. 51:3). Ишағыя шулай уҡ, Израиль ере генә түгел, ә бөтә ер йөҙө, «һыуҙар диңгеҙҙе тултырғандай... Йәһүә тураһындағы белем менән тулыр», тип пәйғәмбәрлек иткән. Был һүҙҙәр ҡасан үтәлер? Билдәле, был иҫ киткес ваҡыт әле алда.
12. а) Вавилондан ҡайтҡан израилдәр нисек фатихаланған? б) Ишағыя 35:5—10-дағы һүҙҙәрҙең киләсәктә лә үтәләсәген нимә иҫбатлай?
12 Изге Яҙмала шулай уҡ былай тиелә: «Ул ваҡытта һуҡырҙарҙың күҙе асылыр, һаңғырауҙарҙың ҡолағы ишетә башлар. Ул саҡта аҡһаҡ боландай һикерер, телһеҙҙең теле шатланып ҡысҡырыр. Сүлдә һыуҙар бәреп сығыр, һыуһыҙ далаларҙа ташҡындар аға башлар... Унда ҙур юл булыр, ул „Изгелек юлы“ тип аталыр. Унан нәжес кеше йөрөмәҫ. Ул шул юлдан йөрөгән кеше өсөн генә булыр. Аҡылһыҙ кеше унда аҙашып кермәҫ. Ул юлда арыҫлан булмаҫ, бер ниндәй яуыз йыртҡыс унда сыҡмаҫ... Йәһүә тарафынан йолоп алынғандар, ҡайтып, Сионға шатлыҡлы ауаздар менән килер. Улар баштарына сикһеҙ шатлыҡ тажы кейер. Улар һөйөнөс менән ҡыуанысҡа күмелер, ҡайғы һәм көрһөнөү юҡҡа сығыр» (Ишағыя 35:5—10). Ишағыя, Вавилондан ҡайтҡан израилдәргә кешеләрҙән дә, хайуандарҙан да ҡурҡырға кәрәк булмаясағы хаҡында ҡабат әйтә. Эден баҡсаһындағы кеүек, уларҙың ере, яҡшы һуғарылғанға, мул уңыш бирәсәк (Баш. 2:10—14; Ирем. 31:12). Был пәйғәмбәрлек шул израилдәрҙә генә үтәлгәнме? Иғтибар итегеҙ, пәйғәмбәрлектә шулай уҡ һуҡырҙар, аҡһаҡтар һәм һаңғырауҙарҙың һауығыуы тураһында әйтелә. Әммә Вавилондан ҡайтҡан израилдәр ундай мөғжизәләрҙе күрмәгән. Алла киләсәктә буласаҡ ваҡиғалар хаҡында әйткән.
13, 14. Ишағыя 65:21—23-тәге һүҙҙәр израилдәрҙә нисек үтәлгән? Был пәйғәмбәрлектең ниндәй өлөшө киләсәктә үтәлер? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
13 Өҫтәүенә, Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Кешеләр йорттар төҙөр һәм шунда йәшәр, йөҙөм баҡсалары ултыртыр һәм уларҙың емештәрен ашар... Минең халҡымдың көндәре ағас көндәре кеүек булыр, һайланғандарым үҙҙәре яһаған нәмәләрҙең рәхәтен күрер... Сөнки улар — Йәһүә фатихалаған нәҫел, һәм уларҙың тоҡомдары улар менән бергә» (Ишағыя 65:21—23). Үҙҙәренең тыуған еренә ҡайтҡас, йәһүдтәр уңайлы йорттар йә эшкәртелгән баҫыуҙар менән йөҙөм баҡсаларын тапмаған. Әммә, бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, Йәһүәнең фатихаһы менән уларҙың тормош шарттары яҡшырған. Үҙҙәренә йорттар төҙөү һәм йәшелсә-емеш үҫтереү израилдәргә ниндәй шатлыҡ килтергәнен күҙ алдына ғына килтерегеҙ!
14 Пәйғәмбәрлектә әйтелгәнсә, кешеләрҙең көндәре «ағас көндәре кеүек булыр». Ҡайһы бер ағастар меңләгән йыл йәшәй. Шул тиклем оҙаҡ йәшәр өсөн, кешеләр бик һау булырға тейеш. Һәм әгәр улар, Ишағыя пәйғәмбәрлек иткәнсә, тыныс һәм матур шарттарҙа йәшәһә, был ысын мәғәнәлә ожмах булыр ине! Был пәйғәмбәрлек һис шикһеҙ үтәләсәк!
15. Ишағыя китабында ниндәй фатихалар хаҡында әйтелә?
15 Әле генә ҡаралған вәғәҙәләрҙең киләсәктәге ожмахҡа нисек ҡағылғаны хаҡында уйлап алығыҙ. Алла ерҙә йәшәгән бөтә кешеләрҙе фатихалаясаҡ. Бер кемгә лә яуыз кешеләрҙән йә хайуандарҙан ҡурҡырға кәрәк булмаҫ. Һуҡырҙар, һаңғырауҙар һәм аҡһаҡтар һауығыр. Кешеләр үҙҙәренә йорттар төҙөр һәм йәшелсә-емеш үҫтерер. Улар ағастарға ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәр. Изге Яҙма, киләсәктә шундай ожмах буласаҡ, тип ышандыра. Ләкин ҡайһы берәүҙәр, был пәйғәмбәрлектәр ожмахтың ерҙә буласағын дәлилләмәй, тип әйтергә мөмкин. Уларға нимә тип яуап бирергә була? Ожмахтың ерҙә буласағына ышаныр өсөн ниндәй сәбәптәр бар? Беҙҙе быға ҡасан да булһа йәшәгән иң бөйөк кешенең — Ғайса Мәсихтең һүҙҙәре ышандыра.
«МИНЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ ОЖМАХТА БУЛЫРҺЫҢ»
16, 17. Ғайса ожмах тураһындағы һүҙҙәрен ҡасан әйткән?
16 Ғайсаның бер ғәйебе булмаһа ла, уны үлемгә хөкөм иткәндәр һәм бағанаға ҡаҙаҡлағандар. Уның янында бағанала ике енәйәтсе ҡаҙаҡланған булған. Уларҙың береһе, Ғайсаның батша икәнен танып, уға былай тигән: «Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал» (Лука 23:39—42). Ғайсаның шул енәйәтсегә биргән вәғәҙәһе беҙҙең киләсәккә лә ҡағыла. Был вәғәҙә Лука 23:43-тә яҙылған. Ҡайһы бер Изге Яҙма белгестәре был өҙөктөң: «Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк минең менән ожмахта булырһың», — тип яңғыраған һүҙмә-һүҙ тәржемәһенә һылтана. «Бөгөн» тигән һүҙгә иғтибар итегеҙ. Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан? Быға бәйле төрлө фекерҙәр бар.
17 Күпселек телдәрҙә тыныш билдәләре һөйләмдең мәғәнәһен аңларға ярҙам итер өсөн ҡулланыла. Әммә иң боронғо Грек ҡулъяҙмаларында тыныш билдәләре һирәк ҡулланылған. Улайһа, Ғайсаның һүҙҙәрен нисек тәржемә итеү дөрөҫ булыр? «Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк минең менән ожмахта булырһың» йәки «Хаҡ һүҙ әйтәм һиңә бөгөн: минең менән ожмахта булырһың» типме? Тәржемәселәр, Ғайсаның һүҙҙәрен нисек аңлаһа, тыныш билдәләрен шулай ҡуя. Шунлыҡтан Изге Яҙманың төрлө тәржемәләрендә был өҙөк төрлөсә яңғырай.
18, 19. Ғайсаның һүҙҙәрен дөрөҫ аңларға нимә ярҙам итә?
18 Әммә Ғайсаның шәкерттәренә үҙенең үлеме тураһында нимә әйткәнен иҫкә төшөрөгөҙ. Ғайса: «Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн үткәрер», — тигән. Ул шулай уҡ былай тип әйткән: «Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк. Уны үлтерәсәктәр, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ» (Матф. 12:40; 16:21; 17:22, 23; Марк 10:34). Илсе Петр был һүҙҙәрҙең үтәлгәнен раҫлаған (Ғәм. 10:39, 40). Шуға күрә бындай һығымта яһап була: Ғайса ла, енәйәтсе лә үлгән көндө үк ожмахҡа эләкмәгән. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ғайса, терелтелгәнгә тиклем, «Ҡәберҙә» яҡынса өс көн булған (Ғәм. 2:31, 32, ЯДТ, төшөрмә)a.
19 Шунлыҡтан Ғайсаның енәйәтсегә әйткән һүҙҙәре: «Хаҡ һүҙ әйтәм һиңә бөгөн», — тип тәржемә ителергә тейеш. Бындай һүҙҙәр әйтеү Мусаның көндәрендә лә ғәҙәти булған. Бер ваҡыт Муса былай тигән: «Мин бөгөн һиңә үтәргә ҡушҡан был һүҙҙәр һинең йөрәгеңдә булырға тейеш» (Ҡан. 6:6; 7:11; 8:1, 19; 30:15).
20. Ғайсаның һүҙҙәрен дөрөҫ аңлауыбыҙҙы күрһәткән тағы ниндәй дәлилдәр бар?
20 Яҡын Көнсығыштан булған бер Изге Яҙма тәржемәсеһе былай ти: «Был һөйләмдә „бөгөн“ тигән һүҙгә баҫым яһалған, шуға күрә уны былай тип уҡырға кәрәк: „Хаҡ һүҙ әйтәм һиңә бөгөн: минең менән ожмахта булырһың“. Был вәғәҙә шул көндө бирелгән һәм һуңыраҡ үтәлергә тейеш булған». Был тәржемәсе әйтеүенсә, Көнсығыш кешеһе өсөн вәғәҙәнең билдәле бер көндә бирелеүенә һәм уның мотлаҡ үтәләсәгенә баҫым яһау ғәҙәти булған. Бына ни өсөн Изге Яҙманың V быуатта яһалған Сүриә тәржемәһендә был өҙөк былай тип бирелгән: «Амин, мин әйтәм һиңә бөгөн: минең менән Эден баҡсаһында булырһың». Был вәғәҙә беҙҙе бик рухландыра!
21. Ни өсөн, теге енәйәтсе күктәге батшалыҡта идара итмәйәсәк, тип әйтеп була?
21 Ғайса, теге енәйәтсегә ожмах тураһында әйткәндә, күктәге ожмахты күҙ уңында тотмаған. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Беренсенән, енәйәтсе Ғайсаның тоғро илселәре менән күктә идара итер өсөн килешеү төҙөгәне хаҡында белмәгән (Лука 22:29). Бынан тыш, был енәйәтсе хатта һыуға сумдырылмаған, йәғни изге рух менән майланмаған булған (Яхъя 3:3—6, 12). Шуға күрә, енәйәтсегә ожмах тураһында вәғәҙә биргәндә, Ғайса, күрәһең, ерҙәге ожмахты күҙ уңында тотҡан. Бер нисә йылдан һуң, илсе Павел илаһи күренештә бер кешенең «ожмахҡа алыныуы[н]» күргән (2 Кор. 12:1—4). Павел һәм башҡа илселәр күктә Ғайса менән идара итеү өсөн һайланған булһа ла, Павел киләсәктәге ожмах тураһында әйткәнb. Был ожмах ерҙә булырмы? Һәм һеҙ унда булырһығыҙмы?
АЛДА БЕҘҘЕ НИМӘ КӨТӘ?
22, 23. Алда беҙҙе нимә көтә?
22 Юғарыла телгә алынғанса, Дауыт «тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ» ваҡыт тураһында пәйғәмбәрлек иткән (Зәб. 37:29; 2 Пет. 3:13). Дауыт, ерҙәге бөтә кешеләр Алланың тәҡүә принциптары буйынса йәшәйәсәк, тип әйтергә теләгән. Ишағыя 65:22-лә: «Минең халҡымдың көндәре ағас көндәре кеүек булыр», — тигән пәйғәмбәрлек яҙылған. Тимәк, Йәһүәгә хеҙмәт иткән кешеләр яңы донъяла меңәрләгән йылдар йәшәйәсәк. Беҙ ундай киләсәккә өмөтләнә алабыҙмы? Эйе, сөнки, Асылыш 21:1—4-тә әйтелгәнсә, Алла кешеләргә күп фатихалар яуҙырасаҡ, һәм үлемдең юҡҡа сығыуы — шул фатихаларҙың береһе.
23 Ҡарап сыҡҡандарҙан һығымта яһайыҡ. Әҙәм менән Һауа ожмахта мәңге йәшәү мөмкинлеген юғалтһа ла, ерҙә барыбер ҡабат ожмах буласаҡ. Алла ерҙә йәшәгән кешеләрҙе фатихаларға вәғәҙә итә. Дауыт, йыуаштар һәм тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп алыр һәм унда мәңге йәшәр, тип әйткән. Ишағыя китабындағы пәйғәмбәрлектәр ерҙә буласаҡ матур ожмахта йәшәргә теләгебеҙҙе тағы ла нығыраҡ көсәйтә. Был пәйғәмбәрлектәр ҡасан үтәләсәк? Ғайсаның енәйәтсегә әйткән вәғәҙәһе үтәлгән ваҡытта. Һеҙ ҙә киләсәктәге ожмахта йәшәй алаһығыҙ. Ул ваҡытта Кореялағы ҡәрҙәштәрҙең: «Ожмахта күрешербеҙ!» — тигән һүҙҙәре тормошҡа ашасаҡ!
a Профессор Марвин Пейт яҙғанса, күп ғалимдар Ғайсаның «бөгөн» тигән һүҙен 24 сәғәтлек ваҡыт тип һанай. Шуға күрә, улар әйтеүенсә, Ғайса үҙенең үлгән көндө үк ожмахҡа барасағын күҙ уңында тотҡан. Әммә, профессор Пейт уйлауынса, бындай ҡараш Изге Яҙманың башҡа өҙөктәренә ҡаршы килә. Мәҫәлән, Изге Яҙмала, үлгәндән һуң Ғайса гадеста, йәғни гүрҙә булған һәм һуңыраҡ күккә күтәрелгән, тип әйтелә (Матф. 12:40; Ғәм. 2:31, ЯДТ; Рим. 10:7).
b Ошо журналда «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.