-
Ғайса Мәсих кем ул?Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
-
-
4. Ғайса Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла түгел
Изге Яҙмала, Ғайса — күктәге ҡеүәтле фәрештә, тип әйтелһә лә, ул үҙенең Аллаһы һәм Атаһы Йәһүәгә буйһона. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм Ғайсаның Алланан нимә менән айырылып торғанын бел.
Түбәндәге аяттар Йәһүә менән Ғайса араһындағы айырманы күрергә ярҙам итә. Һәр аятты уҡы һәм һорауҙарға яуап бир.
Лука 1:30—32-не уҡы.
Фәрештәнең ниндәй һүҙҙәренән Йәһүә менән Ғайсаның тиң булмағаны күренә?
Матфей 3:16, 17-не уҡы.
Ғайса һыуға сумдырылғас, күктән яңғыраған тауыш нимә тигән?
Һинеңсә, был кемдең тауышы булған?
Яхъя 14:28-ҙе уҡы.
Кем олораҡ һәм кем ҙурыраҡ хакимлыҡҡа эйә? Атай кешеме йә уның улымы?
Ғайсаның Йәһүәне «Атам» тип атауы беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Яхъя 12:49-ҙы уҡы.
Ғайса үҙен һәм Атаһын бер үк шәхес тип һанағанмы? Ә һин был хаҡта нимә уйлайһың?
-
-
Алла Батшалығы нимә ул?Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
-
-
31-СЕ ДӘРЕС
Алла Батшалығы нимә ул?
Изге Яҙманың төп темаһы Алла Батшалығы менән бәйле. Был Батшалыҡ ярҙамында Йәһүә ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәк. Нимә ул Батшалыҡ? Уның әле идара иткәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? Ул инде нимәләр эшләгән? Киләсәктә нимәләр эшләйәсәк? Был һорауҙарға яуапты ошо һәм киләһе ике дәрестән белеп була.
1. Алла Батшалығы нимә ул һәм уның Батшаһы кем?
Батшалыҡ — ул Йәһүә Алла урынлаштырған хөкүмәт. Уның батшаһы — Ғайса Мәсих, ул күктән идара итә (Матфей 4:17; Яхъя 18:36). Изге Яҙмала Ғайса тураһында, ул «мәңгелек батшалыҡ итер», тиелгән (Лука 1:32, 33). Алла Батшалығының Батшаһы булараҡ, Ғайса ер йөҙөндә йәшәгән бөтә кеше өҫтөнән идара итәсәк.
2. Ғайса менән бергә кем идара итә?
Ғайса үҙе генә идара итмәҫ. Уның менән бергә «һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән» кешеләр ер өҫтөнән идара итер (Асылыш 5:9, 10). Уларҙың һаны күпме булыр? Ғайса ерҙә йәшәгәндән бирле миллиондарса кеше мәсихсе булып киткән. Әммә уларҙың 144 000-е генә Ғайса менән идара итер өсөн күккә бара. (Асылыш 14:1—4-те уҡы.) Бөтә башҡа мәсихселәр ерҙә йәшәр һәм Алла Батшалығының граждандары булыр (Зәбур 37:29).
3. Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәренән нимәһе менән яҡшыраҡ?
Был донъялағы идарасылар яҡшы нәмәләр эшләргә тырышһалар ҙа, теләгәндәренең барыһын башҡарырға көстәре етмәй. Ваҡыт үтеү менән улар урынына башҡа идарасылар килә, ә ул идарасылар тик үҙҙәрен генә уйлай һәм кешеләргә ярҙам итергә теләмәй. Әммә Алла Батшалығының Батшаһы, Ғайса, һәр ваҡыт идара итәсәк, уны берәү ҙә алмаштырмаясаҡ. Алла «бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ» урынлаштырған (Данил 2:44). Ғайса бөтә ер өҫтөнән идара итәсәк һәм бар кешене бер тигеҙ күрәсәк. Ул ҡайғыртыусан, мәрхәмәтле һәм ғәҙел. Ул кешеләрҙе лә бер-береһен яратырға, бер-береһенә ҡарата мәрхәмәтле һәм ғәҙел булырға өйрәтәсәк. (Ишағыя 11:9-ҙы уҡы.)
КҮБЕРӘК БЕЛ
Алла Батшалығының кеше хөкүмәттәренән нимә менән яҡшыраҡ булғанын ҡарап сыҡ.
4. Бөтә ер өҫтөнән ҡеүәтле хөкүмәт идара итер
Ғайса Мәсих тарихтағы һәр ҡайһы идарасыға ҡарағанда ҙурыраҡ хакимлыҡҡа һәм ҡеүәткә эйә. Матфей 28:18-ҙе уҡы һәм яуап бир:
Ғайсаның хакимлығы кешеләрҙекенән нимә менән айырылып тора?
Кеше хөкүмәттәре йыш алмашынып тора, һәм уларҙың һәр береһе ерҙең ниндәйҙер бер өлөшө менән генә идара итә. Ә Алла Батшалығы тураһында нимә әйтеп була? Данил 7:14-те уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:
Һинеңсә, Алла Батшалығының емерелмәҫ хөкүмәт булыуы ниндәй файҙа килтерәсәк?
Һинеңсә, уның бөтә ер өҫтөнән идара итәсәге ниндәй файҙа килтерәсәк?
5. Кеше хөкүмәттәрен алмаштырырға кәрәк
Ни өсөн Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәрен алмаштырасаҡ? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.
Кешеләрҙең идара итеүе нимәгә килтергән?
Вәғәзсе 8:9-ҙы уҡы һәм яуап бир:
Һин нисек уйлайһың, Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәрен алмаштырырға тейешме? Ни өсөн?
6. Алла Батшалығының идарасылары беҙҙе яҡшы аңлай
Батшабыҙ Ғайса, ерҙә кеше булып йәшәгәнгә, йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы аңлап беҙҙең хәлгә инә ала (Еврейҙарға 4:15). Ғайса менән бергә идара итәсәк 144 000 тоғро ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ — «һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән» сыҡҡан кешеләр. Йәһүә уларҙы үҙе һайлап ала (Асылыш 5:9).
Ғайса һәм уның менән бергә идара итеүселәр хистәребеҙҙе һәм ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡаныбыҙҙы аңлай. Был һине йыуатамы? Аңлат.
7. Алла Батшалығының закондары иң яҡшыһы
Үҙ граждандарын яҡлар өсөн, хөкүмәттәр төрлө закондар сығара. Алла Батшалығының да закондары бар, һәм уның граждандары уларҙы үтәргә тейеш. 1 Коринфтарға 6:9—11-ҙе уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:
Һәр кеше Алла закондарын үтәһә, һинеңсә, донъя ниндәй булыр?a
Нисек уйлайһың, Йәһүәнең Батшалыҡ граждандарынан үҙенең закондарын хөрмәт итеүҙе талап итергә хаҡы бармы? Ни өсөн?
Был закондар буйынса йәшәмәгән кешеләрҙең үҙгәрә алыуы нимәнән күренә? (11-се аятты ҡара.)
КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Алла Батшалығы нимә ул?»
Һин нисек яуап бирер инең?
ТӨП ФЕКЕР
Алла Батшалығы — күктә урынлашҡан хөкүмәт. Ул бөтә ер өҫтөнән идара итәсәк.
Ҡабатлау
Алла Батшалығында кем идара итәсәк?
Алла Батшалығы кеше хөкүмәттәренән нимә менән яҡшыраҡ?
Йәһүә Батшалыҡ граждандарынан нимә талап итә?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Ғайсаның Алла Батшалығының ҡайҙа урынлашҡаны тураһында нимә әйткәнен бел.
Ни өсөн Йәһүә шаһиттары кеше хөкүмәттәренә түгел, ә Алла Батшалығына тоғро?
Изге Яҙмала Ғайса менән идара итәсәк 144 000 кеше хаҡында нимә әйтелгәнен ҡарап сыҡ.
Төрмәлә ултырған бер ҡатын тик Алла ғына ерҙә ғәҙеллек урынлаштыра аласағын ишеткән. Уны быға нимә ышандырған?
«Ғәҙеллек тантана итәсәген белеп ҡалдым» («Уянығыҙ!», 2011 йыл, ноябрь)
a Был закондарҙың ҡайһы берҙәре 3-сө өлөштә ҡараласаҡ.
-