10-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
Йәһүәне яратыу һеҙҙе һыуға сумдырылырға дәртләндерһен
«Сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай?» (ҒӘМ. 8:36).
37-СЕ ЙЫР Йәһүәгә бирелеп хеҙмәт итеү
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1, 2. Ғәмәлдәр 8:27—31, 35—38-ҙән күренеүенсә, хәбәш кешеһен һыуға сумдырылырға нимә дәртләндергән?
ҺЕҘ Мәсихтең шәкерте булараҡ һыуға сумдырылырға теләйһегеҙме? Күптәр был аҙымды рәхмәт йөҙөнән һәм яратыуҙан сығып эшләй. Әйҙәгеҙ, Хәбәшстан батшабикәһенә хеҙмәт иткән бер түрәнең миҫалын ҡарап сығайыҡ.
2 Был хәбәш кешеһе, Изге Яҙманан нимә эшләргә кәрәклеген аңлағас, шунда уҡ эш иткән. (Ғәмәлдәр 8:27—31, 35—38-ҙе уҡығыҙ.) Уны нимә дәртләндергән? Һис шикһеҙ, ул Алла Һүҙен ҡәҙерләгән — был уның, арбала китеп барғанда, Ишағыя китабының өҙөгөн уҡығанынан күренә. Ә Филипп Ғайса Мәсихтең хәбәш кешеһе өсөн нимә эшләгәне тураһында һөйләп биргәс, хәбәштең йөрәгендә Ғайсаға ҡарата рәхмәт тойғоһо тыуған. Әммә ни өсөн был түрә Иерусалимға барып йөрөгән? Сөнки ул Йәһүәне инде яратҡан булған. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Ул Иерусалимға Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыр өсөн барған. Күрәһең, был кеше, ата-балаларының динен ҡалдырып, хаҡ Аллаға табынған халыҡҡа ҡушылған. Йәһүәне яратыу уны тағы бер мөһим аҙым яһарға дәртләндергән — ул, һыуға сумдырылып, Мәсихтең шәкерте булып киткән (Матф. 28:19).
3. Һыуға сумдырылырға нимә ҡамасауларға мөмкин? («Һеҙҙең йөрәгегеҙ ниндәй?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
3 Яратыу һеҙҙе лә һыуға сумдырылырға дәртләндерә ала. Әммә яратыу һеҙгә быны эшләргә ҡамасауларға ла мөмкин. Нисек итеп? Бер нисә генә миҫалға иғтибар итәйек. Хәҡиҡәттә булмаған туғандарығыҙҙы һәм дуҫтарығыҙҙы бик ныҡ яратһағыҙ, һеҙҙең, һыуға сумдырылһам, улар мине күрә алмай башлар, тип ҡурҡыуығыҙ ихтимал (Матф. 10:37). Йәки һеҙ Йәһүә хупламаған ғәҙәттәрҙе яратырға мөмкин. Ул саҡта һеҙгә уларҙан арыныуы бик ауыр булыр (Зәб. 97:10). Ә, бәлки, ялған дин менән бәйле йолаларҙы һәм байрамдарҙы үткәреп үҫкәнгә, һеҙ уларҙы бик яратаһығыҙҙыр. Һеҙҙең уларға бәйле йылы хәтирәләр ҡалырға мөмкин. Шуға күрә, Йәһүә уларҙы хупламаһа ла, һеҙгә уларҙан баш тартыуы ауырҙыр (1 Кор. 10:20, 21). Улайһа, һеҙгә: «Мин кемде йә нимәне нығыраҡ яратам?» — тигән һорауҙы хәл итергә кәрәк булыр.
БЕҘ КЕМДЕ НЫҒЫРАҠ ЯРАТЫРҒА ТЕЙЕШ?
4. Һыуға сумдырылырға, беренсе сиратта, нимә дәртләндерергә тейеш?
4 Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һәм рәхмәт тойғоһо тыуҙырған күп нәмәләр бар. Мәҫәлән, Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башларҙан алда, һеҙ, бәлки, Алла тураһында тыңларға инде яратҡанһығыҙҙыр һәм уның игелекле эштәрен ҡәҙерләгәнһегеҙҙер. Ә Йәһүә шаһиттары менән танышҡас, һеҙгә улар менән аралашыуы оҡшағандыр. Әммә быларҙың барыһын яратыу һеҙҙе ғүмерегеҙҙе Йәһүәгә бағышлап һыуға сумдырылырға дәртләндермәҫкә лә мөмкин. Һыуға сумдырылыр өсөн, Йәһүәнең үҙен яратырға кәрәк. Йәһүәне барыһынан да бигерәк яратһағыҙ, бер кем дә һәм бер нәмә лә һеҙгә уға хеҙмәт итергә ҡамасаулай алмаҫ. Йәһүәгә ҡарата яратыуҙы һыуға сумдырылыуға алып барған ҡапҡалар менән дә, тоғролоҡ юлында ҡалырға ярҙам иткән ҡойма менән дә сағыштырып була.
5. Беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ?
5 Ғайса Мәсих әйткәнсә, беҙ Йәһүәне бөтә йөрәгебеҙ, йәнебеҙ, аҡылыбыҙ һәм бөтә көсөбөҙ менән яратырға тейеш (Марк 12:30). Алланы шул тиклем ныҡ яратырға һәм хөрмәт итергә өйрәнер өсөн, нимә эшләп була? Уның беҙгә ҡарата яратыуы тураһында уйланыу беҙҙе яуап итеп уны яратырға дәртләндерә (1 Яхъя 4:19). Был мәҡәләлә Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә һәм һыуға сумдырылырға ярҙам иткән аҙымдар ҡаралырb.
6. Римдарға 1:20 буйынса, Йәһүә тураһында белем алыр өсөн бер ысул ниндәй?
6 Йәһүәнең ижади эштәрен күҙәтеп, уның тураһында белем алығыҙ (Римдарға 1:20-не уҡығыҙ; Асыл. 4:11). Үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы күҙәтеп, Йәһүәнең зирәклеген күрергә тырышығыҙ. Тәнегеҙҙең ни тиклем ғәжәп итеп барлыҡҡа килтерелгәне тураһында күберәк белегеҙ (Зәб. 139:14). Йәһүәнең ҡояшҡа ниндәй ҙур көс һалғаны хаҡында уйланығыҙ. Ә ҡояш бит миллиардлаған йондоҙҙарҙың береһе генәc (Ишағ. 40:26). Шулай эшләһәгеҙ, һеҙ Йәһүәне тағы ла нығыраҡ хөрмәт итерһегеҙ. Әммә Йәһүә менән мөнәсәбәттәр төҙөр өсөн, уның зирәк һәм ҡеүәтле икәнен белеү генә әҙ. Уға ҡарата яратыу үҫтерергә теләһәгеҙ, һеҙгә уның тураһында күберәк белергә кәрәк.
7. Йәһүәгә ҡарата тәрән яратыу үҫтерер өсөн, нимәгә инанырға кәрәк?
7 Һеҙгә Йәһүәнең шәхсән үҙегеҙҙе яратҡанына инанырға кәрәк. Күкте һәм ерҙе барлыҡҡа килтергән Шәхес һеҙҙең барлығығыҙҙы белә һәм һеҙгә ҡарата наҙлы хистәр кисерә. Һеҙгә быға ышаныуы ауыр булһа, Йәһүәнең «беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел» икәнен иҫтә тотоғоҙ (Ғәм. 17:26—28). Ул «бөтә йөрәктәрҙе тикшерә». Һәм Дауыттың Сөләймәнгә әйткән бындай һүҙҙәре һеҙгә лә ҡағыла: «Уны эҙләһәң, табырһың» (1 Йыл. 28:9). Ысынында, Йәһүә һеҙҙе үҙенә «тоғро мөхәббәт менән» йәлеп иткәнгә, һеҙ хәҙер Изге Яҙманы өйрәнәһегеҙ ҙә (Ирем. 31:3). Йәһүәнең үҙегеҙ өсөн эшләгән яҡшы эштәрен ни тиклем нығыраҡ ҡәҙерләһәгеҙ, уға ҡарата яратыуығыҙ шул тиклем тәрәнерәк булыр.
8. Һеҙ Йәһүәнең яратыуын ҡәҙерләгәнегеҙҙе нисек күрһәтә алаһығыҙ?
8 Йәһүәнең яратыуын ҡәҙерләгәнегеҙҙе күрһәтер өсөн бер ысул — уның менән доғала һөйләшеү. Аллаға борсолоуҙарығыҙҙы һөйләһәгеҙ һәм уның үҙегеҙ өсөн башҡарған бөтә яҡшы эштәре өсөн рәхмәт белдерһәгеҙ, уға ҡарата яратыуығыҙ үҫә барыр. Ә Йәһүәнең доғаларығыҙға яуап биргәнен күрһәгеҙ, уның менән дуҫлығығыҙ нығына барыр (Зәб. 116:1). Шулай итеп һеҙ Йәһүә хистәрегеҙҙе аңлай икәненә инанырһығыҙ. Әммә уға тағы ла нығыраҡ яҡынлашырға теләһәгеҙ, һеҙгә уның фекер йөрөтөү рәүешенә төшөнөргә һәм уның үҙегеҙҙән нимә көткәнен белергә кәрәк. Ә ундай белемдәрҙе табыр өсөн берҙән-бер ысул — Изге Яҙманы өйрәнеү.
9. Һеҙ Изге Яҙманы ҡәҙерләгәнегеҙҙе нисек күрһәтә алаһығыҙ?
9 Алла Һүҙен ҡәҙерләргә өйрәнегеҙ. Тик Изге Яҙмала ғына Йәһүә тураһында хәҡиҡәтте табып була. Был китаптан һеҙ шулай уҡ Алланың үҙегеҙгә ҡарата ниәтен белә алаһығыҙ. Изге Яҙманы ҡәҙерләгәнегеҙҙе күрһәтергә теләһәгеҙ, уны көн һайын уҡығыҙ, Изге Яҙма өйрәнеүенә әҙерләнегеҙ һәм белгәндәрегеҙҙе тормошта ҡулланырға тырышығыҙ (Зәб. 119:97, 99; Яхъя 17:17). Һеҙҙең Изге Яҙманы уҡыу буйынса шәхси графигығыҙ бармы? Алла Һүҙен шул график буйынса көн дә уҡырға тырышаһығыҙмы?
10. Изге Яҙманың ниндәй үҙенсәлеге бар?
10 Изге Яҙманың бер уникаль үҙенсәлеге бар: унда Ғайса Мәсих менән булған ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргән кешеләрҙең хәбәрҙәре яҙылған. Изге Яҙма — Ғайсаның һеҙҙең өсөн нимә эшләгәнен аңлатҡан берҙән-бер ышаныслы китап. Ғайсаның һүҙҙәре һәм эштәре тураһында уҡыған һайын, һеҙҙең уның менән дуҫлашырға теләгегеҙ, моғайын, көсәйә барыр.
11. Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә нимә ярҙам итә ала?
11 Ғайсаны яратырға өйрәнегеҙ, һәм Йәһүәгә ҡарата яратыуығыҙ ҙа үҫә барыр. Ни өсөн? Сөнки Ғайса Атаһының сифаттарын камил рәүештә сағылдырған (Яхъя 14:9). Шуға күрә, Ғайса тураһында күберәк белеп, һеҙ Йәһүәне яҡшыраҡ аңлай алырһығыҙ һәм уны тағы ла нығыраҡ ярата башларһығыҙ. Ғайсаның ярлы, көсһөҙ һәм ауырыған кешеләр менән нисек мөғәмәлә иткәне хаҡында уйланығыҙ. Күптәр ундай кешеләргә түбәнһетеп ҡараған, ә Ғайса уларға ҡарата бик шәфҡәтле булған. Шулай уҡ уның кәңәштәрен иҫкә төшөрөгөҙ һәм ул өйрәткәнсә эш итеү тормошоғоҙҙо ни тиклем яҡшыртҡаны тураһында уйлап алығыҙ (Матф. 5:1—11; 7:24—27).
12. Ғайса тураһында күберәк белем алыу һеҙҙе нимәгә дәртләндерергә мөмкин?
12 Гонаһтарыбыҙ кисерелһен өсөн, Ғайсаның ниндәй ҡорбанға барғаны хаҡында уйланһағыҙ, уны тағы ла нығыраҡ ярата башларһығыҙ (Матф. 20:28). Ғайсаның үҙегеҙ хаҡына үлгәнен аңлағас, һеҙ гонаһтарығыҙҙан тәүбә итергә һәм Йәһүәнең кисереүен эҙләргә теләрһегеҙ (Ғәм. 3:19, 20; 1 Яхъя 1:9). Ә Ғайсаны һәм Йәһүәне ярата башлаһағыҙ, һеҙ уларҙың дуҫтарына тартылырһығыҙ.
13. Йәһүә һеҙгә нимә бүләк итергә әҙер?
13 Йәһүәнең ғаиләһен яратырға өйрәнегеҙ. Хәҡиҡәттә булмаған туғандарығыҙ йә элекке дуҫтарығыҙ һеҙҙең ни өсөн ғүмерегеҙҙе Йәһүәгә бағышларға теләгәнегеҙҙе аңламаҫҡа мөмкин. Уларҙың хатта һеҙгә ҡаршы килеүе ихтимал. Әммә Йәһүә һеҙгә рухи ғаилә бүләк итер. Рухи ҡәрҙәштәрегеҙ менән тығыҙ аралашһағыҙ, үҙегеҙгә кәрәк булған яратыу һәм ярҙам табырһығыҙ (Марк 10:29, 30; Евр. 10:24, 25). Ә ваҡыт үтеү менән туғандарығыҙ, бәлки, һеҙгә ҡушылып, Йәһүәнең хеҙмәтселәре булып китер һәм уның нормалары буйынса йәшәй башлар (1 Пет. 2:12).
14. Һеҙ нисек 1 Яхъя 5:3-тә яҙылған һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инандығыҙ?
14 Йәһүәнең нормаларын ҡәҙерләргә һәм улар буйынса йәшәргә өйрәнегеҙ. Хәҡиҡәткә килерҙән алда, һеҙ, бәлки, нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен үҙегеҙ билдәләп йәшәгәнһегеҙҙер, әммә хәҙер Йәһүәнең нормалары күпкә яҡшыраҡ икәнен күрәһегеҙ (Зәб. 1:1—3; 1 Яхъя 5:3-тө уҡығыҙ). Мәҫәлән, Изге Яҙмала ирҙәргә, ҡатындарға, ата-әсәләргә һәм балаларға бирелгән кәңәштәр тураһында уйлап алайыҡ (Ефес. 5:22—6:4). Был кәңәштәрҙе ҡуллана башлағандан бирле ғаилә тормошоғоҙ яҡшырҙымы? Ә дуҫтар һайлауға ҡағылышлы кәңәштәргә ҡолаҡ һалғас, үҙегеҙҙең яҡшы яҡҡа үҙгәргәнегеҙҙе абайланығыҙмы? Һеҙ бәхетлерәк булып киттегеҙме? (Ғиб. һүҙ. 13:20; 1 Кор. 15:33). Моғайын, был һорауҙарға «эйе» тип яуап бирерһегеҙ.
15. Изге Яҙмалағы принциптарҙы тормошта ҡулланырға һеҙгә нимә ярҙам итер?
15 Ҡайһы саҡ һеҙгә Изге Яҙмалағы принциптарҙы нисек ҡулланып булғанын аңлауы ауыр булырға мөмкин. Шуға күрә Йәһүә үҙенең ойошмаһы аша Изге Яҙмаға нигеҙләнгән материалдар сығара. Улар һеҙгә «яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға» ярҙам итә ала (Евр. 5:13, 14). Был материалдарҙы уҡып һәм тикшереп, һеҙ уларҙың ни тиклем файҙалы икәнен күрерһегеҙ. Ә был, моғайын, һеҙҙе Йәһүәнең ойошмаһына ҡушылырға дәртләндерер.
16. Йәһүә үҙ халҡын нисек ойошторған?
16 Йәһүәнең ойошмаһын яратырға һәм уға булышлыҡ итергә өйрәнегеҙ. Йәһүәнең халҡы күп йыйылыштарҙан тора. Алла үҙенең Улы Ғайса Мәсихте шул йыйылыштарҙың башы итеп ҡуйған (Ефес. 1:22; 5:23). Ғайса, майланған ирҙәрҙән торған бәләкәй генә төркөмдө билдәләп, уларға беҙҙең көндәрҙә башҡарылырға тейеш эштәрҙе ойошторорға ҡушҡан. Ғайса был төркөмдө «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» тип атаған, был хеҙмәтсе беҙҙе рухи зыяндан һаҡлау һәм рухи аҙыҡ менән туҡландырыу өсөн яуаплы. Шул төркөмгә кергән ағай-ҡәрҙәштәр үҙҙәренең ошо вазифаларына бик етди ҡарай (Матф. 24:45—47). Мәҫәлән, ышаныслы хеҙмәтсе, беҙҙең хаҡта ҡайғыртып, өлкәндәрҙе билдәләй. Өлкәндәр беҙҙе яҡлай һәм беҙгә күрһәтмәләр бирә (Ишағ. 32:1, 2; Евр. 13:17; 1 Пет. 5:2, 3). Улар шулай уҡ, беҙҙе йыуатырға һәм Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итергә теләп, көстәренән килгәндең барыһын эшләй. Ә иң мөһиме, улар беҙгә Йәһүә тураһында башҡаларға һөйләргә ярҙам итә.
17. Римдарға 10:10, 13, 14 буйынса, ни өсөн беҙ башҡаларға Йәһүә тураһында һөйләйбеҙ?
17 Башҡаларҙы Йәһүәне яратырға өйрәтегеҙ. Ғайса үҙенең шәкерттәренә башҡаларға Йәһүә тураһында һөйләргә ҡушҡан (Матф. 28:19, 20). Был йөкләмәне бурыс тойғоһонан ғына үтәргә була. Әммә Йәһүәне нығыраҡ ярата башлағас, һеҙ Петр менән Яхъяның хистәрен аңларһығыҙ. Улар былай тигән: «Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ» (Ғәм. 4:20). Берәй кешегә Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам итеү күп шатлыҡ килтерә. Һөйөнөслө хәбәрҙе таратыусы Филипптың, хәбәш кешеһенә хәҡиҡәтте белергә һәм һыуға сумдырылырға ярҙам иткәс, ниндәй шатлыҡ кисергәнен күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Филипптан үрнәк алып һәм Ғайса Мәсихтең әмерен үтәп, вәғәздә ҡатнашһағыҙ, һеҙ Йәһүә шаһиты булырға теләгәнегеҙҙе күрһәтерһегеҙ. (Римдарға 10:10, 13, 14-те уҡығыҙ.) Шул саҡта, бәлки, һеҙ ҙә, хәбәш кешеһе кеүек: «Сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай?» — тип әйтерһегеҙ (Ғәм. 8:36).
18. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
18 Һыуға сумдырылырға ҡарар итеү — тормошоғоҙҙағы иң мөһим аҙым. Шуға күрә һеҙ был аҙымдың үҙ эсенә нимә алғаны тураһында етди уйланырға тейеш. Һыуға сумдырылыу тураһында нимә белеү мөһим? Сумдырылыр алдынан һәм унан һуң нимә эшләргә кәрәк? Был һорауҙар киләһе мәҡәләлә ҡаралыр.
2-СЕ ЙЫР Һинең исемең Йәһүә
a Ҡайһы бер кешеләр, Йәһүәне яратһалар ҙа, үҙҙәрен һыуға сумдырылырға әҙер тип һанамай. Һеҙҙең дә шундай уйҙар тыуһа, был мәҡәләлә бирелгән кәңәштәр һеҙгә һыуға сумдырылыуға алып барған аҙымдарҙы яһарға ярҙам итер.
b Кешеләр төрлө, шуға күрә ҡайһы берәүҙәр был аҙымдарҙы ошо мәҡәләлә килтерелгән тәртиптә түгел, ә башҡа тәртиптә яһарға мөмкин.
c Күберәк миҫалдар табырға теләһәгеҙ, «Тормош яратылған булғанмы?» (тат.) һәм «Тормош яралыуы. Иғтибарға лайыҡ биш һорау» (урыҫ) тигән брошюраларҙы ҡарағыҙ.
d РӘСЕМДӘ: апай-ҡәрҙәш баҙарҙа эшләгән йәш ҡатынға буклет бирә.