10-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
13-СӨ ЙЫР Мәсих — беҙгә өлгө
Һыуға сумдырылғандан һуң да Ғайса артынан барығыҙ
«Кем минең артымдан барырға теләй, шул үҙенән ваз кисһен һәм үҙенең яфаланыу бағанаһын алып, миңә эйәрһен» (МАТФ. 16:24).
ТӨП ФЕКЕР
Был мәҡәлә беҙгә бағышланыуыбыҙ тураһында уйланырға ярҙам итер, ә күптән түгел һыуға сумдырылғандар Аллаға нисек тоғро булып ҡалырға икәнен белер.
1, 2. Һыуға сумдырылыу ниндәй фатихалар килтерә?
ҺЫУҒА сумдырылып Йәһүәнең ғаиләһендә булыу шундай шатлыҡлы! Алланың дуҫы булыу — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт! Беҙ Дауыт батшаның хистәрен уртаҡлашабыҙ. Ул Йәһүәгә: «Ишек алдарыңда йәшәү өсөн үҙең һайлаған һәм үҙеңә яҡынайтҡан кеше бәхетле», — тигән (Зәб. 65:4).
2 Йәһүә кемде үҙ ишек алдарына саҡыра? Үткән мәҡәләлә ҡаралғанса, Алла үҙенә яҡынлашҡандарға яҡынлаша (Яҡ. 4:8). Йәһүәгә бағышланғас һәм һыуға сумдырылғас, һеҙҙең арағыҙҙа дуҫлыҡ барлыҡҡа килә. Һеҙ Йәһүәнең «өҫтөгөҙгә фатихалар» яуҙырасағына ышана алаһығыҙ (Мал. 3:10; Ирем. 17:7, 8).
3. Аллаға бағышланған һәм сумдырылған кеше үҙ өҫтөнә ниндәй яуаплылыҡ ала? (Вәғәзсе 5:4, 5).
3 Һыуға сумдырылыу — Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙең башы ғына. Был аҙымдан һуң беҙ бағышланыу анты буйынса йәшәргә һәм, ниндәй генә һынауҙар менән осрашһаҡ та, Аллаға тоғро булып ҡалырға тейеш. (Вәғәзсе 5:4, 5-те уҡығыҙ.) Ғайсаның шәкерттәре булып киткәс, беҙгә мөмкин тиклем яҡшыраҡ уның өлгөһөнә эйәрергә һәм уның әмерҙәрен үтәргә кәрәк (Матф. 28:19, 20; 1 Пет. 2:21). Быны нисек эшләп булғанын ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.
ҺЫНАУҘАРҒА ҺӘМ ҠОТҠОЛАРҒА ҠАРАМАҪТАН, ҒАЙСАҒА ЭЙӘРЕГЕҘ
4. Ниндәй мәғәнәлә Ғайсаның шәкерттәре яфаланыу бағанаһын күтәреп йөрөтә? (Лука 9:23).
4 Һыуға сумдырылыу бөтә проблемаларығыҙҙан ҡотҡарыр, тип уйламағыҙ. Ғайсаның һүҙҙәрен иҫкә төшөрөгөҙ. Уның әйтеүенсә, шәкерттәре «көн һайын» яфаланыу бағанаһын күтәреп йөрөтөргә тейеш булған. (Лука 9:23-тө уҡығыҙ.) Был һүҙҙәр мәсихсенең тормошо тик ғазаптарҙан ғына тора тигәнде аңлатамы? Юҡ. Ғайса фатихалар менән бергә һынауҙар ҙа буласағы тураһында әйткән. Уларҙың ҡайһы берҙәре үтә ауыр булыр (2 Тим. 3:12).
5. Ғайса уның өсөн ҡорбандарға барған шәкерттәренә нимә вәғәҙә иткән?
5 Бәлки, һеҙ туғандарығыҙҙың ҡаршылығы менән инде осрашҡанһығыҙҙыр. Йәки Батшалыҡ эшенә күберәк ваҡыт һәм көс бүлер өсөн, матди яҡтан ҡорбандарға барғанһығыҙҙыр (Матф. 6:33) Шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙҙең бөтә тырышлыҡтарығыҙҙы күрә (Евр. 6:10). Моғайын, һеҙ Ғайсаның бындай һүҙҙәрен үҙ тормошоғоҙҙа татығанһығыҙҙыр: «Минең хаҡҡа һәм һөйөнөслө хәбәр хаҡына йортон, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, әсәһен, атаһын, балаларын йә баҫыуҙарын ҡалдырған һәр кем хәҙерге ваҡытта 100 тапҡырға күберәк йорттар, ағай-энеләр, апай-һеңлеләр, әсәйҙәр, балалар һәм баҫыуҙар алыр, шул иҫәптән эҙәрләүҙәргә дусар булыр, ә киләсәктә мәңгелек тормош алыр» (Марк 10:29, 30). Ысынлап та, һеҙ алған фатихалар ҡорбандарығыҙҙы артығы менән ҡаплай (Зәб. 37:4).
6. Ни өсөн һыуға сумдырылғандан һуң да «гонаһлы тәбиғәттең» теләктәре менән көрәшергә кәрәк?
6 Һыуға сумдырылғандан һуң «гонаһлы тәбиғәттең» теләктәре менән артабан да көрәшергә кәрәк (1 Яхъя 2:16). Һеҙ бит камил булып китмәйһегеҙ. Ҡайһы саҡта һеҙҙең Павелдыҡы кеүек хистәр тойоуығыҙ бар. Ул былай тигән: «Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым, әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул иһә аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора» (Рим. 7:22, 23). Дөрөҫ булмаған теләктәр тыуғанда һеҙ, бәлки, бойоғаһығыҙҙыр. Ләкин бирешмәгеҙ. Йәһүәгә бағышланғанда биргән антығыҙ тураһында уйланығыҙ. Был һеҙгә ҡотҡоларға ҡаршы торорға көс бирер. Ысынында был антығыҙ хәлде еңеләйтә. Нимә тураһында һүҙ бара?
7. Бағышланыу анты Йәһүәгә тоғро ҡалырға нисек ярҙам итә?
7 Ғүмерегеҙҙе Йәһүәгә бағышлап, һеҙ үҙегеҙҙән баш тарттығыҙ. Тимәк, һеҙ Йәһүәне көйөндөргән теләктәргә һәм маҡсаттарға юҡ тинегеҙ (Матф. 16:24). Шуға күрә ҡотҡо менән осрашҡанда, нимә эшләргә тип, оҙаҡ уйлап торорға кәрәк булмаҫ. Һеҙ бит Йәһүәгә тоғро булырға инде хәл иттегеҙ. Һеҙ тәүәккәллек менән Йәһүәне һөйөндөрөргә теләйһегеҙ. Һеҙ Әйүп кеүек ныҡ булырһығыҙ. Ул түҙә алмаҫлыҡ һынауҙарҙа: «Үҙ сафлығымдан баш тартмам!» — тигән (Әйүп 27:5).
8. Бағышланыу анты нисек ҡотҡоға ҡаршы торорға ярҙам итер?
8 Бағышланыуығыҙҙы иҫтә тотоу ҡотҡоларға ҡаршы торорға ярҙам итер. Мәҫәлән, һеҙ никахта торған ҡаршы енестәге кешегә тейешһеҙ иғтибар күрһәтерһегеҙме? Әлбиттә, юҡ. Һеҙ ундай тәртиптән инде баш тарттығыҙ. Шулай итеп һеҙ дөрөҫ булмаған теләктәрҙең үҫеүенә юл ҡуймаҫһығыҙ һәм һуңынан улар килтерә алған күңел әрнеүен татымаҫһығыҙ. «Яуыздар юлынан» ситтә йөрөүегеҙгә һеҙ бик шат булырһығыҙ! (Ғиб. һүҙ. 4:14, 15).
9. Бағышланыу антығыҙ Йәһүәгә табыныуҙы тормошоғоҙҙа беренсе урынға ҡуйырға нисек ярҙам итә?
9 Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә ҡамасаулаған эш тәҡдим итһәләр, нимә эшләрһегеҙ? Һеҙгә оҙаҡ уйлап торорға кәрәк булмаҫ, сөнки һеҙ шундай тәҡдимдәргә юҡ тип әйтергә инде ҡарар иткәнһегеҙ. Шуға һеҙ, насар ҡарар яҡшы нәмәләргә килтерергә мөмкин тип уйлап, үҙегеҙҙе алдамаҫһығыҙ. Ғайса Мәсихте иҫтә тотоғоҙ. Ул күктәге Атаһын һөйөндөрөргә бик теләгән. Уның өлгөһө һеҙгә Алланы күңелһеҙләндергән бөтә нәмәне тиҙ һәм тәүәккәллек менән кире ҡағырға ярҙам итер (Матф. 4:10; Яхъя 8:29).
10. Йәһүә һеҙгә һыуға сумдырылғандан һуң да Ғайса артынан барырға нисек ярҙам итәсәк?
10 Тормошоғоҙҙағы һынауҙар һәм ҡотҡолар һеҙгә Ғайса артынан барырға әҙер булыуығыҙҙы иҫбатларға мөмкинлек бирә. Шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙгә был яҡтан ярҙам итәсәк. Изге Яҙмала былай тиелә: «Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк» (1 Кор. 10:13).
ҒАЙСАҒА ЭЙӘРЕРГӘ НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?
11. Ғайсаға эйәрергә ярҙам иткән ысулдарҙың иң яҡшыһын әйтеп бирегеҙ. (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
11 Ғайса Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт иткән һәм уға һәр ваҡыт доға ҡылған (Лука 6:12). Һеҙгә һыуға сумдырылғандан һуң да Ғайса артынан барырға нимә ярҙам итер? Яҡшы ысулдарҙың береһе — Йәһүәгә яҡынлаштырған эштәр менән мәшғүл булыу. Изге Яҙмала: «Беҙ өлгәшкәндәребеҙ буйынса фекер йөрөтөргә һәм шулар буйынса артабан йәшәргә тейешбеҙ», — тип әйтелә (Флп. 3:16). Ваҡыт-ваҡыт һеҙ ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең үҙ хеҙмәттәрен киңәйткәне тураһында ишетәһегеҙҙер. Бәлки, улар Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбен бөтөргәндер һәм вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә күсенгәндер. Һеҙ ҙә шундай маҡсат ҡуя алаһығыҙ. Йәһүә халҡы уға күберәк хеҙмәт итер өсөн һәр ваҡыт мөмкинлектәр эҙләй (Ғәм. 16:9). Ләкин әле шарттарығыҙ арҡаһында хеҙмәтегеҙҙе киңәйтә алмаһағыҙ, нимә эшләргә? Үҙегеҙҙе башҡаларҙан кәм тип һанамағыҙ. Хеҙмәттә эшләй алғанығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ. Иң мөһиме, бирешмәгеҙ (Матф. 10:22). Үҙ мөмкинлектәрегеҙгә ҡарап Йәһүә өсөн барыһын да эшләгеҙ. Был һеҙгә һыуға сумдырылғандан һуң да Ғайса артынан барырға ярҙам итер (Зәб. 26:1).
12, 13. Дәртегеҙ һүрелә башлаһа, нимә эшләргә? (1 Коринфтарға 9:16, 17). («Мәсихселәр юлынан ситкә тайпылмағыҙ» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
12 Һеҙ доғаларығыҙҙың ысын күңелдән булмауын һәм хеҙмәтегеҙ бер төрлө булып китеүен тояһығыҙмы? Ә, бәлки, һеҙгә Изге Яҙманы уҡыу элеккесә шатлыҡ килтермәйҙер. Әгәр һеҙҙә шундай тойғолар булһа, был Йәһүәнең һеҙгә изге рух бирмәгәнен аңлатмай. Беҙ камил түгел, шуға күрә хистәребеҙ йыш һәм тиҙ үҙгәрә. Дәртегеҙ һүрелә башлаһа, илсе Павелдың өлгөһө тураһында уйланығыҙ. Ул һәр нәмәлә Ғайсанан үрнәк алырға тырышһа ла, Йәһүәгә хеҙмәт итеү теләге һәр ваҡыт көслө булмаясағын белгән. (1 Коринфтарға 9:16, 17-не уҡығыҙ.) Ул былай тигән: «Мин үҙ белдегем [«теләгем», ЯДТ] менән башҡармайым, ә ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем». Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Павел, теләге булмаһа ла, хеҙмәтен башҡарырға әҙер булған.
13 Шулай уҡ һеҙ ҙә ҡарарҙар ҡабул иткәндә камил булмаған хистәргә бирелмәгеҙ. Теләгегеҙ булмаһа ла, дөрөҫ булғанды эшләргә тырышығыҙ. Ваҡыт үтеү менән яҡшы эштәр яҡшы хистәр тыуҙырыр. Ә әлегә рухи эштәр тәртибен һаҡлағыҙ. Йәһүәгә даими хеҙмәт итеүегеҙ иғтибарһыҙ ҡалмаҫ һәм күп ҡәрҙәштәрҙе рухландырыр (1 Фес. 5:11).
«ҮҘЕГЕҘҘЕ ҺЫНАҒЫҘ... ҮҘЕГЕҘҘЕ ТИКШЕРЕГЕҘ»
14. Нимәне даими рәүештә тикшерергә кәрәк һәм ни өсөн? (2 Коринфтарға 13:5).
14 Һыуға сумдырылғандан һуң үҙегеҙҙе даими тикшереү файҙалы. (2 Коринфтарға 13:5-те уҡығыҙ.) Ваҡыт-ваҡыт ғәҙәттәрегеҙгә иғтибар итегеҙ. Һеҙ көн һайын доға ҡылаһығыҙмы? Изге Яҙманы уҡып, уны өйрәнәһегеҙме? Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү һәм хеҙмәттә ҡатнашыу тураһында нимә әйтеп була? Был эштәр һеҙҙе рухландырамы? Юҡ икән, нимәне яҡшыртып булғаны тураһында уйланығыҙ. Мәҫәлән, үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мин Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәрҙе башҡаларға аңлата аламмы? Хеҙмәттән күберәк шатлыҡ алыр өсөн мин нимә эшләй алам? Доғаларым конкретмы һәм улар минең Йәһүәгә таянғанымды күрһәтәме? Йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөйөммө? Унда иғтибарлыраҡ булыр өсөн һәм ҡатнашыр өсөн нимә эшләй алам?»
15, 16. Ҡәрҙәштең осрағынан ниндәй һабаҡ алып була?
15 Шулай уҡ беҙгә үҙебеҙҙең йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы күрә белеү мөһим. Ро́берт ҡәрҙәшебеҙ быға үҙе инанған. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Миңә 20 йәш булғанда, бер хеҙмәттәш ҡыҙ эштән һуң мине үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ул „беҙ икәү генә булабыҙ һәм күңелле ваҡыт үткәрәбеҙ“ тине. Тәүҙә мин уға ҡунаҡҡа бармаҫ өсөн ниндәйҙер һылтауҙар килтерҙем. Ләкин ахырҙа ни өсөн барырға теләмәгәнемде туранан-тура аңлаттым». Эйе, Роберт ҡотҡоға ҡаршы тора алған. Ул афарин. Ләкин һуңыраҡ ул, булғандарҙы иҫенә төшөрөп, был осраҡты яҡшыраҡ хәл итеп булғанын аңлаған. Ул былай ти: «Мин ул ҡыҙҙың тәҡдимен Йософ кеүек шунда уҡ кире ҡаға алманым [Баш. 39:7—9]. Ысынында миңә юҡ тип әйтеүе ни тиклем ауыр булғанына аптыраным. Был осраҡ миңә Йәһүә менән мөнәсәбәттәремде нығытырға кәрәк икәнен күрһәтте».
16 Һеҙ ҙә Роберт кеүек үҙегеҙҙе тикшерә алаһығыҙ. Ҡотҡоға ҡаршы тора алһағыҙ ҙа, үҙегеҙҙән: «Юҡ тип әйтер өсөн миңә ни тиклем күп ваҡыт кәрәк булды?» — тип һорағыҙ. Берәй яҡтан яҡшырырға кәрәклеген күрһәгеҙ, үҙегеҙҙе хөкөм итмәгеҙ. Хәҙер бит һеҙ үҙегеҙҙең йомшаҡ яғығыҙҙы беләһегеҙ. Шуға күрә шатланыр өсөн сәбәп бар. Был хаҡта доға ҡылығыҙ һәм Йәһүәгә һәр ваҡыт тыңлаусан булырға теләк үҫтерегеҙ (Зәб. 139:23, 24).
17. Роберт нисек Йәһүәнең изге исемен яҡлаған?
17 Роберттың осрағынан беҙ тағы бер һабаҡ ала алабыҙ. Ул былай тип дауам итә: «Мин хеҙмәттәш ҡыҙҙың тәҡдимен кире ҡаҡҡас, ул миңә: „Ҡотлайым, һин булдыра алдың!“ — тине. Мин унан нимәне күҙ уңында тотҡаны хаҡында һораным. Баҡһаң, уның дуҫы — элек Йәһүә шаһиты булған егет — уға, бөтә йәш Йәһүә шаһиттары ике төрлө тормош алып бара, тигән. Уларҙы бармаҡ менән ымлап саҡырһаң, улар шунда уҡ үҙ иманын онота, тигән. Шуға күрә улар дуҫы менән мине һынап ҡарарға булған. Йәһүәнең исеменә тап төшөрмәгәнемә мин бик шат!»
18. Һыуға сумдырылғандан һуң да һеҙ нимә эшләргә йыйынаһығыҙ? («Йәштәргә оҡшаған мәҡәләләр» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)
18 Йәһүәгә бағышланып һыуға сумдырылғас, һеҙ һәр төрлө шарттарҙа ла уның исемен изгеләндерергә теләгәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙ осрашҡан бөтә һынауҙарҙы һәм ҡотҡоларҙы күрә. Ул һеҙҙең тоғро ҡалыр өсөн һалған тырышлыҡтарығыҙҙы фатихалар. Алланың изге рухы менән һеҙ булдыра алырһығыҙ (Лука 11:11—13). Йәһүә һеҙгә һыуға сумдырылғандан һуң да Ғайса артынан барырға ярҙам итер.
ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?
Мәсихселәр ниндәй мәғәнәлә көн һайын «яфаланыу бағанаһын» күтәреп йөрөтә?
Һыуға сумдырылғандан һуң да һеҙгә Ғайса артынан барырға нимә ярҙам итер?
Бағышланыу анты мәсихсегә Йәһүәгә тоғро ҡалырға нисек ярҙам итер?
89-СЫ ЙЫР Нәсихәткә ҡолаҡ һал