Йәһүәнең ниәте мотлаҡ үтәләсәк!
«Мин әйттем һәм быны ғәмәлгә ашырырмын. Мин быны ниәтләнем һәм быны үтәрмен» (ИШАҒ. 46:11).
1, 2. а) Йәһүә беҙгә нимәне асҡан? б) Ишағыя 46:10, 11 һәм 55:11-ҙәге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә ышандыра?
«ИҢ ЭЛЕК Алла күк менән ерҙе яратты» (Баш. 1:1). Изге Яҙманың был тәүге һүҙҙәре ябай ҙа, тәрән мәғәнәле лә. Шуны танырға кәрәк: беҙ Алланың ижади эштәре, мәҫәлән, космос, яҡтылыҡ һәм гравитация тураһында бөтөнләй әҙ беләбеҙ һәм Ғаләмдең бәләкәс өлөшөн генә күрә алабыҙ (Вәғ. 3:11). Әммә Йәһүә беҙгә ергә һәм кешелеккә ҡарата ниәтен асҡан. Был ниәт буйынса, ер Аллаға оҡшаш итеп яратылған ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн камил йорт булырға тейеш булған (Баш. 1:26). Улар — Йәһүәнең балалары, ә Йәһүә уларҙың Атаһы булыр ине.
2 Башланмыш китабының 3-сө бүлегендә аңлатылғанса, Йәһүә ниәтенең үтәлеүе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылған булған (Баш. 3:1—7). Әммә был ҡаршылыҡ еңеп сыҡҡыһыҙ булмаған, сөнки Йәһүәгә бер кем дә ҡаршы тора алмай (Ишағ. 46:10, 11; 55:11). Шуға күрә беҙ Йәһүәнең башланғыс ниәте билдәләнгән ваҡытта үтәләсәк икәненә һис тә шикләнмәйбеҙ.
3. а) Изге Яҙмалағы хәбәрҙе аңлар өсөн ниндәй хәҡиҡәттәрҙе белеү үтә мөһим? б) Ни өсөн беҙгә был тәғлимәттәрҙе яңынан ҡарап сығырға кәрәк? в) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?
3 Әлбиттә, беҙ Алланың ергә һәм кешелеккә ҡарата ниәтен, шулай уҡ Ғайса Мәсихтең был ниәттең үтәлеүендә ниндәй роль уйнауын яҡшы беләбеҙ. Изге Яҙмалағы был хәҡиҡәттәр ҙур әһәмиәткә эйә һәм, Алла Һүҙен өйрәнә башлағанда, беҙ беренсе сиратта, моғайын, тап шуларҙы белгәнбеҙҙер. Хәҙер инде үҙебеҙ эскерһеҙ кешеләрҙе был үтә мөһим тәғлимәттәр менән таныштырырға теләйбеҙ. Беҙ был мәҡәләне Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе үткән осорҙа өйрәнәбеҙ. Ошо арала беҙ был ваҡиғаға мөмкин тиклем күберәк кешене саҡырыр өсөн күп көс һалабыҙ (Лука 22:19, 20). Был осрашыуға килеүселәр Алланың ниәте тураһында күп нәмә беләсәк. Кисәгә тиклем ни бары бер нисә генә көн ҡалды, һәм хәҙер өйрәнеүселәребеҙҙә һәм башҡа ихлас кешеләрҙә был мөһим ваҡиғаға ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн ниндәй һорауҙар биреп булғаны хаҡында уйланып була. Беҙ бындай өс һорауҙы ҡарап сығырбыҙ: Алланың ергә һәм кешелеккә ҡарата башланғыс ниәте ниндәй булған? Ни өсөн был ниәт әлегә үтәлмәгән? Һәм ни өсөн тап Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны был ниәттең үтәлеүендә төп роль уйнай?
АЛЛАНЫҢ БАШЛАНҒЫС НИӘТЕ НИНДӘЙ БУЛҒАН?
4. Йәһүәнең ижади эштәре уны нисек данлай?
4 Йәһүә, Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, тәрән хөрмәт уята. Уның бөтә ижади эштәре иҫ киткес (Баш. 1:31; Ирем. 10:12). Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙә сағылған гүзәллек һәм тәртип беҙҙе нимәгә өйрәтә? Алланың ижади эштәрен күҙәткәндә, беҙ уларҙың барыһы ла — бик бәләкәйҙәренән алып иң ҙурҙарына тиклем — билдәле бер роль үтәр өсөн яратылғанын күреп һоҡланабыҙ. Кеше тәнендәге күҙәнәктәрҙең ҡатмарлылығы, яңы тыуған баланың һөйкөмлөлөгө йә ҡояш байыуының мөһабәтлеге беҙҙе, һис шикһеҙ, таң ҡалдыра. Алла беҙгә матурлыҡты баһалай белеү тойғоһо һалғанға, беҙ шундай хистәр кисерә алабыҙ. (Зәбур 19:1a; 104:24-теb уҡығыҙ.)
5. Нимә ярҙамында Йәһүәнең бөтә ижади эштәре үҙ-ара килешеп эш итә?
5 Шулай уҡ, Алланың ижади эштәренән күренеүенсә, Йәһүә, яратыу сағылдырып, билдәле бер сикләүҙәр урынлаштырған. Ул, бар ерҙә гармония һәм тәртип булһын өсөн, физик һәм әхлаҡи ҡанундар уйлап сығарған (Зәб. 19:7—9). Шуға күрә Ғаләмдәге бөтә нәмәнең үҙ урыны һәм Алла ниәтендә билдәле бер роле бар. Йәһүәнең ҡанундары шулай уҡ барлыҡҡа килтерелгән бөтә нәмәнең үҙ-ара килешеп эш итеүен көйләй. Шулай итеп, ерҙең тартыу көсө атмосфераны ер тирәләй тотоп тора, һыуҙың ҡалҡыуына һәм ҡайтыуына тәьҫир итә, океан һыуҙарын хәрәкәтләндерә, шулай уҡ Алланың материаль ижади эштәренең тәртиптә булыуын тәьмин итә. Барлыҡҡа килтерелгән бөтә нәмә, шул иҫәптән кешеләр ҙә шул ҡанундар сиктәрендә йәшәй һәм хәрәкәт итә. Шундай тәртип Алланың ергә һәм кешелеккә ҡарата ниәте булғанын күрһәтә. Вәғәздә беҙҙең был ғәжәп тәртипте урынлаштырған Шәхескә иғтибар итергә яҡшы мөмкинлегебеҙ бар (Асыл. 4:11).
6, 7. Йәһүә Әҙәм менән Һауаға ниндәй бүләктәр биргән?
6 Йәһүәнең башланғыс ниәте буйынса, кешеләр ерҙә мәңге йәшәргә тейеш булған (Баш. 1:28; Зәб. 37:29). Алланың йомартлыҡ менән бирелгән бүләктәре ярҙамында Әҙәм менән Һауа тормоштан кинәнә алған. (Яҡуб 1:17-не уҡығыҙ.) Ул уларға ихтыяр ирке, фекерләү һәләте, шулай уҡ яратыу һәм дуҫлашыу һәләттәре биргән. Барлыҡҡа килтереүсе Әҙәм менән һөйләшкән һәм нисек тыңлаусан булырға икәнен аңлатҡан. Әҙәм үҙе һәм хайуандар хаҡында ҡайғыртырға, шулай уҡ ерҙе эшкәртергә өйрәнгән (Баш. 2:15—17, 19, 20). Бынан тыш, Йәһүә Әҙәм менән Һауаға тәм һиҙеү, тойоу, күреү, ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләттәре биргән. Бының ярҙамында улар ерҙәге ожмахта рәхәтләнеп йәшәй алған. Әҙәм менән Һауаның ҡәнәғәтлек килтергән эш менән шөғөлләнергә, башҡарған эштәренең емештәренә шатланырға һәм яңы асыштар яһарға мөмкинлеге булған. Һәм быны улар мәңгелек дауамында эшләй алырҙар ине.
7 Алланың ниәте үҙ эсенә тағы нимәне алған? Йәһүә Әҙәм менән Һауаны камил балалар тыуҙырыу һәләте менән барлыҡҡа килтергән. Алла уларҙың балаларының да балалар тыуҙырыуын теләгән, һөҙөмтәлә кешелек ғаиләһе ерҙе тултырырға тейеш булған. Йәһүә үҙе Әҙәм менән Һауаны ни тиклем көслө яратҡан булһа, уларҙың да һәм уларҙың тоҡомдарының да үҙ балаларын шул тиклем көслө яратыуын теләгән. Ер үҙенең бөтә байлыҡтары менән кешелек өсөн мәңге йәшәй алырлыҡ йорт булырға тейеш булған (Зәб. 115:16).
НИ ӨСӨН АЛЛАНЫҢ НИӘТЕ ӘЛЕГӘ ҮТӘЛМӘГӘН?
8. Башланмыш 2:16, 17-лә яҙылған бойороҡ ниндәй маҡсат менән бирелгән булған?
8 Әммә Алланың ниәте шунда уҡ үтәлмәгән. Ни өсөн? Йәһүә Әҙәм менән Һауаға ябай бойороҡ биргән. Был бойороҡто үтәүе-үтәмәүе менән улар үҙ азатлығының сикле булғанын аңлайҙармы, юҡмы икәнен күрһәтер ине. Алла былай тигән: «Һин был баҡсалағы теләгән бер ағастың емешен ашай алаһың, тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасына теймә, уның емешен ашама: әгәр ашаһаң — шул көндә үк үлерһең» (Баш. 2:16, 17). Әҙәм менән Һауаға был бойороҡто аңлауы һәм уны үтәүе һис тә ауыр булмаған, сөнки уларҙың ашар ризығы артығы менән булған.
9, 10. а) Шайтан Йәһүәне нимәлә ғәйепләгән? б) Әҙәм менән Һауа ниндәй ҡарар ҡабул иткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
9 Шайтан Иблис, йылан аша Һауаны алдап, уны Атаһы Йәһүәнең бойороғон боҙорға ҡотортҡан. (Башланмыш 3:1—5-те уҡығыҙ; Асыл. 12:9.) Шайтан Һауанан: «Был йәннәт баҡсаһында Алланың һеҙгә бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәүе ысынмы?» — тип һораған. Асылда, ул: «Тимәк, һеҙ үҙегеҙ теләгәнде эшләй алмайһығыҙмы ни?» — тигән. Унан һуң ул ҡот осҡос ялған әйткән: «Юҡ, үлмәйһегеҙ». Шунан ул Һауаны Алланы тыңламаҫҡа өндәгән. Ул былай тигән: «Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаһағыҙ, күҙегеҙ асыласаҡ». Шул һүҙҙәре менән Шайтан Һауаны шуға ышандырырға теләгән: Йәһүә уларға тыйылған ағастың емештәрен ашарға рөхсәт итмәгән, сөнки уларҙан яҡшы бер нәмәне йәшерергә теләгән. Һөҙөмтәлә Шайтан: «Изгелек менән яуызлыҡты белгән Алла кеүек буласаҡһығыҙ», — тиеп, ялған вәғәҙә биргән.
10 Әҙәм менән Һауа һайлау яһарға тейеш булған: Йәһүәгә тоғро ҡалырғамы, әллә йыланды тыңларғамы? Улар Алланың бойороғон боҙорға ҡарар иткән. Шулай эшләп, улар Шайтандың фетнәһенә ҡушылған. Улар үҙҙәренең Атаһы Йәһүәне кире ҡаҡҡан һәм уның яҡлау килтереүсе идараһына буйһоноуҙан баш тартҡан (Баш. 3:6—13).
11. Ни өсөн Йәһүә фетнәгә күҙ йоммаған?
11 Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәреп, Әҙәм менән Һауа камиллыҡты юғалтҡан. Бынан тыш, улар Йәһүәнән йыраҡлашҡан, сөнки уның «күҙҙәре шул тиклем саф, хатта... яуызлыҡҡа ҡарай алмай» һәм «яманлыҡты түҙеп тора алмай» (Аб. 1:13). Йәһүәнең шундай сифаттары булмаһа, күктә һәм ерҙә йәшәгән барлыҡ тере заттарҙың именлеге ҡурҡыныс аҫтында булыр ине. Ләкин иң мөһиме шул: әгәр Йәһүә Эден баҡсаһында булған ваҡиғаларға күҙ йомған булһа, уның үҙенә ышанып буламы, юҡмы, тигән һорау күтәрелер ине. Әммә Йәһүә һәр ваҡыт үҙенең ҡанундары һәм принциптары буйынса эш итә һәм бер ваҡытта ла уларҙы боҙмай (Зәб. 119:142). Әҙәм менән Һауаның ихтыяр ирке булһа ла, был уларға Алланың ҡанундарын һанға һуҡмаҫҡа хоҡуҡ бирмәгән. Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәргәне өсөн улар үлгән һәм кире тупраҡҡа ҡайтҡан (Баш. 3:19).
12. Әҙәмдең тоҡомдары менән нимә булған?
12 Тыйылған ағастың емешен ашап, Әҙәм менән Һауа бүтән инде Алланың берҙәм ғаиләһенең ағзалары була алмаған. Йәһүә уларҙы бөтөнләйгә Эден баҡсаһынан ҡыуып сығарған (Баш. 3:23, 24). Алла, уларға фетнәнең эҙемтәләрен татырға биреп, ғәҙел эш иткән. (Ҡанун 32:4, 5-те уҡығыҙc.) Камиллығын юғалтҡас, кешеләр Алланың сифаттарын камил рәүештә инде сағылдыра алмаған. Әҙәм, үҙен яҡты киләсәктән мәхрүм иткәндән тыш, балаларына ла мираҫ итеп камилһыҙлыҡ, гонаһ һәм үлем ҡалдырған (Рим. 5:12). Ул тоҡомдарын мәңге йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм иткән. Өҫтәүенә, Әҙәм менән Һауа ла, уларҙың тоҡомдары ла камил балалар тыуҙыра алмаған. Шайтан Иблис Әҙәм менән Һауаны Алланан алып китә алған, һәм хәҙерге ваҡытта ла ул кешеләрҙе алдауын дауам итә (Яхъя 8:44).
ЙОЛОМ АЛЛАҒА ЯҠЫНЛАШЫРҒА ЯРҘАМ ИТӘ
13. Алла кешеләргә нимә теләй?
13 Әммә Алланың кешеләргә ҡарата яратыуы һүрелмәгән. Әҙәм менән Һауа Йәһүәгә ҡаршы сыҡһа ла, ул кешеләрҙең үҙе менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булыуын теләй. Ул бер кемдең дә үлеүен теләмәй (2 Пет. 3:9). Шуға күрә Алла, кешеләр уның менән яҡшы мөнәсәбәттәр тергеҙә алһын өсөн, фетнә күтәрелгәндән һуң шунда уҡ кәрәкле саралар күргән. Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең тәҡүә нормаларын да боҙмаған. Был нисек мөмкин булған?
14. а) Яхъя 3:16 буйынса, Алла кешелекте ҡотҡарыр өсөн нимә эшләгән? б) Ҡыҙыҡһыныусылар менән ниндәй һорауҙы ҡарап сығырға була?
14 Яхъя 3:16-ны уҡығыҙ. Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә саҡырылған кешеләрҙең ҡайһы берҙәре был шиғырҙы белергә мөмкин. Әммә Мәсихтең йолом ҡорбаны нисек итеп мәңгелек тормошҡа юл асҡан? Иҫкә алыу кисәһенә саҡырыу кампанияһында ҡатнашҡанда һәм Кисә үткән ваҡытта, шулай уҡ Кисәлә булған кешеләргә ҡабат килгәндә, беҙ хәҡиҡәтте эҙләгән эскерһеҙ кешеләргә был мөһим һорауға яуап алырға ярҙам итә алабыҙ. Бәлки, улар йолом ҡорбаны Йәһүәнең яратыуын һәм зирәклеген нисек сағылдыра икәнен яҡшыраҡ аңлап таң ҡалыр. Беҙ уларҙың иғтибарын йоломға ҡағылышлы ниндәй фекерҙәргә йүнәлтә алабыҙ?
15. Ғайса Әҙәмдән нимә менән айырылып торған?
15 Йәһүә йоломдо түләй алған камил кешене биргән. Был камил кеше, Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлап, өмөтө булмаған кешелек өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан итергә әҙер булырға тейеш булған (Рим. 5:17—19). Йәһүә беренсе итеп барлыҡҡа килтергән улының ғүмерен күктән ергә күсергән (Яхъя 1:14). Шулай итеп Ғайса, ҡасандыр камил булған Әҙәм кеүек, камил кеше булып киткән. Әммә Әҙәмдән айырмалы булараҡ, Ғайса һәр ваҡыт Йәһүәнең камил кешенән талап иткән нормалары буйынса йәшәгән. Хатта иң ауыр һынауҙарҙа ла Ғайса Мәсих гонаһ ҡылмаған һәм Алланың бер ҡанунын да боҙмаған.
16. Ни өсөн йолом — бик ҡәҙерле бүләк?
16 Камил кеше булараҡ, Ғайса, кешеләр өсөн үҙ ғүмерен биреп, уларҙы гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡара алған. Ғайса камил, Аллаға тулыһынса тоғро һәм тыңлаусан булған. Әҙәм тап шулай булырға тейеш булған да (1 Тим. 2:6). Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны күп кешеләргә — ирҙәргә, ҡатындарға һәм балаларға мәңгелек тормошҡа юл асҡан (Матф. 20:28). Эйе, йолом Алланың башланғыс ниәтендә төп роль уйнай (2 Кор. 1:19, 20). Йолом Аллаға тоғро булған кешеләргә мәңгелек тормошҡа өмөт биргән.
ЙӘҺҮӘ КЕШЕЛӘРГӘ ҮҘЕНӘ КИРЕ ҠАЙТЫРҒА ЮЛ АСҠАН
17. Йолом беҙгә ниндәй мөмкинлектәр аса?
17 Йәһүә, ифрат ҙур бәйә түләп, йолом биргән (1 Пет. 1:19). Кешелек уның өсөн шул тиклем ҡәҙерле, ул хатта үҙенең берҙән-бер Улына беҙҙең өсөн үлергә рөхсәт иткән (1 Яхъя 4:9, 10). Ниндәйҙер мәғәнәлә Ғайса беҙҙең беренсе атабыҙ Әҙәмде алмаштырған (1 Кор. 15:45). Бының ярҙамында Ғайса, беҙҙе үлемдән ҡотҡарыуҙан тыш, шулай уҡ беҙгә киләсәктә яңынан Алла ғаиләһенең ағзалары булып китергә мөмкинселек биргән. Ғайса килтергән йолом ҡорбаны нигеҙендә Йәһүә, үҙенең тәҡүә нормаларын боҙмайынса, беҙҙе кире үҙ ғаиләһенә ҡабул итә ала. Аллаға тоғро булған бөтә кешеләрҙең камил булып китәсәге хаҡында уйланыу күңелебеҙҙе йылытмаймы ни? Алла ғаиләһенең күктәге һәм ерҙәге өлөшө араһында ҡаҡшамаҫ берҙәмлек хөкөм һөрәсәк. Ул ваҡытта беҙ тулы мәғәнәлә Алланың балалары булып китербеҙ (Рим. 8:21).
18. Йәһүә ҡасан барыһы өсөн бар нәмә буласаҡ?
18 Шайтандың фетнәһе Йәһүәнең кешеләргә ҡарата яратыуын һүрелдермәгән. Шулай уҡ был фетнә камил булмаған кешеләргә Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡларға ҡамасаулай алмай. Йолом нигеҙендә Йәһүә үҙенең бөтә балаларына тулы мәғәнәлә тәҡүә булып китергә ярҙам итәсәк. Күҙ алдына ғына килтерегеҙ, Алланың «Улын күргән һәм Улына инанған һәр кем» мәңге йәшәй башлағас, тормош ниндәй буласаҡ! (Яхъя 6:40) Бөйөк яратыу һәм зирәклек сағылдырып, Йәһүә башланғыс ниәтен тормошҡа ашырасаҡ һәм ерҙәге балаларына камиллыҡҡа ирешергә ярҙам итәсәк. Шул саҡта күктәге Атабыҙ Йәһүә барыһы өсөн бар нәмә буласаҡ (1 Кор. 15:28).
19. а) Йолом өсөн рәхмәт тойғоһо беҙҙе нимәгә дәртләндерергә тейеш? («Артабан да эскерһеҙ кешеләрҙе эҙләгеҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.) б) Киләһе мәҡәләлә йоломдоң ниндәй яғына иғтибар ителәсәк?
19 Йолом өсөн рәхмәт тойғоһо беҙҙе, бөтә көсөбөҙҙө һалып, башҡаларға ошо баһалап бөткөһөҙ бүләк килтергән фатихалар хаҡында һөйләргә дәртләндерергә тейеш. Кешеләргә шуны белергә кәрәк: тап йолом ҡорбаны нигеҙендә Йәһүә кешелеккә мәңге йәшәү өмөтө бүләк иткән. Әммә йолом килтергән фатихалар бының менән генә сикләнмәй. Киләһе мәҡәләлә беҙ Мәсихтең йолом ҡорбаны Эден баҡсаһында Шайтан күтәргән мөһим һорауҙар менән нисек бәйле икәнен ҡарап сығырбыҙ.
a Зәбур 19:1: «Күктәр Алланың данын иғлан итә, күк йөҙө уның ҡулы булдырған эштәр хаҡында һөйләй».
b Зәбур 104:24: «Эй Йәһүә, ҡылған эштәрең шул тиклем күп! Һин уларҙың барыһын зирәклек менән яратҡанһың. Ер йөҙө һин булдырған нәмәләр менән тулы».
c Ҡанун 32:4, 5: «Ул — Ҡая; уның эштәре камил, уның бөтә юлдары ғәҙел. Ул — тоғролоҡ Аллаһы, һис тә ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ. Ул ғәҙел һәм намыҫлы. Улар иһә ҡәбәхәтлек ҡыла. Улар уның балалары түгел, һәм был уларҙың ғәйебе. Улар боҙоҡ һәм аҙғын быуын».