48-СЕ БҮЛЕК
Һин Алланың яңы донъяһында йәшәй алаһың!
АЛЛА Әҙәм менән Һауаны Эден баҡсаһына урынлаштырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар Алланы тыңламаған һәм үлгән. Шуға ҡарамаҫтан, Йәһүә уларҙың балаларына, шул иҫәптән беҙгә, ожмахта мәңге йәшәргә мөмкинлек биргән. Изге Яҙмала бындай вәғәҙә яҙылған: «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәбур 37:29).
Изге Яҙмала шулай уҡ «яңы күк» һәм «яңы ер» тураһында әйтелә (Ишағыя 65:17; 2 Петр 3:13). Әлеге замандағы «күк[тәр]» — ул бөгөнгө хөкүмәттәр, ә «яңы күк» — ул Ғайса Мәсих һәм уның менән бергә күктә идара итеүселәр. Яңы күк, йәғни Алланың тәҡүә хөкүмәте бөтә ер өҫтөнән идара итә башлағас, ниндәй ғәжәп тормош буласаҡ!
Ә нимә һуң ул «яңы ер»? ~ «Яңы ер» — ул Йәһүәне яратыусы яҡшы кешеләр. Изге Яҙмала «ер» тигән һүҙ ҡайһы саҡта, беҙҙең планетаны түгел, ә унда йәшәгән кешеләрҙе аңлата (Башланмыш 11:1, ЯДТ; Зәбур 66:4; 96:1). Шуның өсөн дә яңы ер — ул яңы планета түгел, ә ерҙәге ожмахта йәшәйәсәк тәҡүә кешеләр.
Әлеге яуыз донъя һәм бөтә яуыз кешеләр мәңгегә юҡҡа сығасаҡ. Хәтереңдәме, беҙ, Нух көндәрендә Туфан яуыз кешеләрҙең барыһын да ағыҙып алып киткән, тип уҡығайныҡ. Шулай уҡ беҙ әлеге яуыз донъяның Армагеддонда һәләк буласағы хаҡында белдек. Ә хәҙер, әйҙә, Армагеддондан һуң Алланың яңы донъяһында тормош ниндәй буласаҡ икәне тураһында һөйләшәйек.
Һин Алланың иҫ киткес яңы донъяһында, ожмахта, йәшәргә теләр инеңме? ~ Бер табип та беҙгә мәңге йәшәргә ярҙам итә алмай. Беҙҙе үлемдән ҡотҡарырҙай бер ниндәй ҙә дарыу юҡ. Аллаға яҡынлашһаҡ ҡына, беҙ мәңге йәшәй аласаҡбыҙ. Бөйөк Остаз быны нисек эшләргә кәрәк икәнен аңлатҡан.
Изге Яҙманы ал да, Яхъя китабының 17-се бүлегендәге 3-сө шиғырҙы ас. Бөйөк Остаз бына нимә тигән: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү — ана шул мәңгелек тормош».
Шулай итеп, Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, мәңге йәшәр өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк? ~ Иң тәүҙә беҙгә күктәге Атайыбыҙ Йәһүә тураһында һәм беҙҙең өсөн ғүмерен биргән Улы тураһында белем алырға кәрәк. Бының өсөн беҙгә Изге Яҙманы өйрәнергә кәрәк. Был йәһәттән ошо китап, «Бөйөк Остаздан өйрән» тигән китап, беҙгә ярҙам итәсәк.
Әммә Йәһүә тураһында белем алыу беҙгә мәңге йәшәргә нисек ярҙам итәсәк? ~ Беҙгә, көн дә ашарға кәрәк булған кеүек үк, көн һайын Йәһүә тураһында белем алырға кәрәк. Изге Яҙмала: «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр», — тиелә (Матфей 4:4).
Беҙгә шулай уҡ Ғайса Мәсих тураһында ла белем алырға кәрәк, сөнки Алла, беҙҙе гонаһтан ҡотҡарыр өсөн, уны ергә ебәргән. Изге Яҙмала: «Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ», — тип яҙылған. Шулай уҡ: «Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар», — тип тә әйтелә (Ғәмәлдәр 4:12; Яхъя 3:36). Ә Ғайсаға инаныу нимәне аңлата һуң? ~ Был Ғайсаға ысындан да ышаныуҙы һәм унан башҡа мәңгелек тормош алып булмай икәнен таныуҙы аңлата. Беҙ быға ышанабыҙ, шулай бит? ~ Шулай икән, әйҙә, көн һайын Бөйөк Остаздан өйрәнәйек һәм уның ҡушҡандары буйынса эш итәйек.
Бөйөк Остаздан өйрәнер өсөн яҡшы мөмкинлектәрҙең береһе — ошо китапты ҡат-ҡат уҡыу һәм, һүрәттәргә ҡарап, уйланыу. Һүрәттәргә килтерелгән һорауҙарға яуап бирергә тырыш. Шулай уҡ ошо китапты атай-әсәйең менән бергә уҡыу яҡшы булыр. Улар яныңда булмаһа, берәй оло кеше менән йә балалар менән уҡы. Әгәр берәйһен Бөйөк Остаз тураһында белем алырға дәртләндерһәң, ҡайһылай шәп булыр, шулаймы? ~ Шул саҡта улар ҙа Алланың яңы матур донъяһында мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен беләсәк!
Изге Яҙмала: «Донъя... үтеп китә», — тип әйтелә. Әммә унда шулай уҡ Алланың яңы донъяһында мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнлеге лә аңлатыла: «Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй» (1 Яхъя 2:17). Шулай итеп, яңы донъяла мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк? ~ Эйе, Йәһүә һәм уның ҡәҙерле Улы, Ғайса Мәсих, тураһында белем алырға кәрәк. Шулай уҡ белгәнебеҙҙе тормошта ҡулланыу бик мөһим. Ошо китапты өйрәнеү һиңә был яҡтан ярҙам итер тип өмөтләнәбеҙ.