АЛТЫНСЫ БҮЛЕК
Кеше үлгәс, уның менән нимә була?
1—3. Кешеләрҙе үлемгә ҡағылышлы ниндәй һорауҙар борсой, һәм төрлө диндәр шул һорауҙарға нисек яуап бирә?
ИНЖИЛДӘ, «үлем... башҡаса булмаясаҡ», тигән вәғәҙә бирелә (Асылыш 21:4). Бишенсе бүлектә әйтелгәнсә, йолом нигеҙендә беҙҙең мәңге йәшәргә өмөтөбөҙ бар. Әммә әлегә кешеләр үлә (Вәғәзсе 9:5). Шуға күрә лә бик мөһим бер һорау тыуа: кеше үлгәс, уның менән нимә була?
2 Был һорау яҡындарын юғалтҡан кешеләрҙе айырыуса борсой. Улар былай тип уйларға мөмкин: «Әле ул ҡайҙа? Мине күрәме? Ул миңә ярҙам итә аламы? Мин уның өсөн берәй нәмә эшләй аламмы? Уның менән ҡасан да булһа осрашырбыҙмы?»
3 Был һорауҙарға төрлө диндәр төрлөсә яуап бирә. Ҡайһы берәүҙәр, үлгәндән һуң яҡшы кеше күккә бара, ә насар кеше — тамуҡта яна, тип өйрәтә. Икенселәре, үлемдән һуң кеше әруахҡа әйләнеп, үҙ туғандарының йәндәре менән бергә йәшәй, тип әйтә. Өсөнсөләре иһә, кеше үлгәс, уның йәне башҡа кешегә йә хатта хайуанға күсә, һәм яңынан тыуа, тип ышана.
4. Төрлө диндәрҙең ниндәй бер оҡшаш яғы бар?
4 Эйе, үлем тураһында әйткәндә, һәр дин үҙенсә өйрәтә. Әммә уларҙың бер оҡшаш яғы бар: улар, кеше үлгәс, уның йәне йәшәүен дауам итә, тип раҫлай. Был ысынлап та шулаймы?
КЕШЕ ҮЛГӘС, УНЫҢ МЕНӘН НИМӘ БУЛА?
5, 6. Кеше үлгәс, уның менән нимә була?
5 Был һорауға яуапты Йәһүә белә. Кеше үлгәс, ул йәшәүҙән туҡтай, тип әйтә ул. Үлем йәшәүгә ҡапма-ҡаршы хәл. Үлгәндән һуң кешенең хистәре, фекерҙәре һәм иҫтәлектәре унан айырым үҙҙәре генә йәшәй алмайa. Үлгәс, кеше күрә лә, ишетә лә, уйлай ҙа алмай.
6 Сөләймән батша: «Үлеләр бер нәмә лә белмәй», — тип әйткән. Үлгән кеше ярата ла, нәфрәт итә лә алмай. Үлгәндән һуң «эш тә, уй-ниәт тә, белем дә, аҡыллылыҡ та юҡ». (Вәғәзсе 9:5, 6, 10-ды уҡығыҙb.) Зәбур 146:4-тә кеше менән бергә «уның уй-фекерҙәре» лә үлә тиелә.
ҒАЙСА ҮЛЕМ ТУРАҺЫНДА НИМӘГӘ ӨЙРӘТКӘН?
7. Ғайса үлем тураһында нимәгә өйрәткән?
7 Яҡын дуҫы Лазарь үлгәндә, Ғайса шәкерттәренә: «Беҙҙең дуҫыбыҙ Лазарь йоҡлап киткән», — тигән. Әммә ул Лазарҙың ял итеүен күҙ уңында тотмаған. Ғайса асыҡтан-асыҡ: «Лазарь үлгән», — тигән (Яхъя 11:11—14). Шулай итеп, Ғайса үлемде йоҡо менән сағыштырған. Ул Лазарҙың күккә китеүе йә үҙенең туғандары янына барыуы тураһында әйтмәгән. Шулай уҡ Ғайса Лазарҙың тамуҡта язаланыуы йә икенсе кеше йәки хайуан булып яңынан тыуыуы тураһында ла һөйләмәгән. Юҡ, Лазарь ҡаты йоҡлап киткән, тип әйтеп була. Изге Яҙманың башҡа өлөштәрендә лә үлем йоҡо менән сағыштырыла. Мәҫәлән, Ғайса Яир исемле бер кешенең ҡыҙын терелткәндә, үлемде йоҡоға тиңләгән. Ғайса: «Ул үлмәгән, йоҡлай ғына», — тигән (Лука 8:52, 53).
8. Алланың кешеләрҙе мәңге йәшәр өсөн барлыҡҡа килтергәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
8 Алла Әҙәм менән Һауаны барлыҡҡа килтергәндә, иртәме-һуңмы улар үлергә тейеш, тип ниәтләгәнме? Юҡ! Йәһүәнең ниәте буйынса, улар һау-сәләмәт килеш мәңге йәшәргә тейеш булған. Йәһүә кешеләрҙең күңеленә мәңге йәшәү теләге һалған (Вәғәзсе 3:11). Бер ата-әсә лә балаларының ҡартайып үлеүен күрергә теләмәй. Тап шулай уҡ Йәһүә лә үлеүебеҙҙе теләмәй. Улайһа, ни өсөн кешеләр үлә?
НИ ӨСӨН КЕШЕЛӘР ҮЛӘ?
9. Йәһүәнең Әҙәм менән Һауаға биргән әмере ауыр булмағанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
9 Эден баҡсаһында Йәһүә Әҙәмгә былай тигән: «Һин был баҡсалағы теләгән бер ағастың емешен ашай алаһың, тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасына теймә, уның емешен ашама: әгәр ашаһаң — шул көндә үк үлерһең» (Башланмыш 2:9, 16, 17). Был асыҡ әмергә буйһоноу бер ҙә ауыр булмаған. Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, Йәһүә Әҙәм менән Һауа өсөн нимә яҡшы икәнен белгән. Шуға уның нимә яҡшы һәм нимә насар икәнен билдәләргә хоҡуғы булған. Йәһүәне тыңлап, беренсе кешеләр уның хакимлығын хөрмәт итеүен һәм ул биргән бар нәмә өсөн рәхмәтле булыуын күрһәтер ине.
10, 11. а) Иблис Әҙәм менән Һауаны нисек алдаған? б) Ни өсөн Әҙәм менән Һауаны аҡлап булмай?
10 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҙәм менән Һауа Йәһүәне тыңламаған. Иблис Һауанан: «Был йәннәт баҡсаһында Алланың һеҙгә бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәүе ысынмы?» — тип һораған. Һауа былай тип яуап биргән: «Ағастарҙың емешен ашай алабыҙ беҙ... Алла, тик йәннәт уртаһындағы ағастың ғына емешен ашамағыҙ, хатта теймәгеҙ ҙә, юғиһә үлерһегеҙ, тине» (Башланмыш 3:1—3).
11 Иблис дауам итеп: «Юҡ, үлмәйһегеҙ. Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаһағыҙ, күҙегеҙ асыласаҡ та изгелек менән яуызлыҡты белгән Алла кеүек буласаҡһығыҙ», — тигән (Башланмыш 3:4—6). Иблис, нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен Һауа үҙе хәл итә ала, тип уны ышандырырға тырышҡан. Шул уҡ ваҡытта Иблис Һауаны, Алланы тыңламаһа ла, үлмәйәсәк, тип алдаған. Һауа емеште ашаған һәм иренә лә биргән. Улар был ағастың емештәрен ашарға ярамай икәнен белгән, әммә асыҡ һәм ауыр булмаған әмергә буйһонмай уны ашаған. Шулай эш итеп, улар күктәге яратыусы Аталарын хөрмәт итмәүен күрһәткән. Уларҙың был ҡылығын һис тә аҡлап булмаған!
12. Әҙәм менән Һауаның тыңламаусанлығы Йәһүәлә ниндәй хистәр тыуҙырған?
12 Шулай итеп, беренсе кешеләр үҙҙәренең Барлыҡҡа килтереүсеһенә ҙур ихтирамһыҙлыҡ күрһәткән. Бик ҡыҙғаныс! Әгәр улығыҙ йә ҡыҙығыҙ һеҙгә ҡаршы баш күтәрһә һәм белә тороп талаптарығыҙҙы үтәмәһә, һеҙ нимә хис итер инегеҙ? Һис шикһеҙ, йөрәгегеҙ әрнер ине.
13. «Яңынан саң буласаҡһың» тиеп, Йәһүә нимәне күҙ уңында тотҡан?
13 Тыңламаусанлығы арҡаһында Әҙәм менән Һауа мәңге йәшәү мөмкинлеген юғалтҡан. Йәһүә Әҙәмгә: «Саң-туҙан һин һәм яңынан саң буласаҡһың», — тигән. (Башланмыш 3:19-ҙы уҡығыҙ.) Был һүҙҙәр шуны аңлатҡан: Әҙәм яңынан тупраҡҡа әйләнәсәк, әйтерһең дә, ул бөтөнләй барлыҡҡа ла килтерелмәгән булған (Башланмыш 2:7). Шуға күрә, гонаһ ҡылғас, Әҙәм үлгән һәм йәшәүҙән туҡтаған.
14. Ни өсөн кешеләр үлә?
14 Әгәр Әҙәм менән Һауа Алланы тыңлаған булһа, һаман да иҫән булыр ине. Әммә Алланы тыңламағанға, улар гонаһ ҡылған һәм ахыр сиктә үлгән. Гонаһ — нәҫелдән-нәҫелгә килеүсе ҡурҡыныс ауырыу кеүек, ул беҙгә Әҙәм менән Һауанан, беренсе атай-әсәйебеҙҙән күскән. Бөтәбеҙ ҙә гонаһлы булып тыуабыҙ, шуға күрә иртәме-һуңмы, үләбеҙ (Римдарға 5:12). Әммә үлем Алланың ниәтенә инмәгән. Алла кешеләрҙең үлеүен бер ҡасан да теләмәгән, шуға күрә лә Инжил үлемде «дошман» тип атай (1 Коринфтарға 15:26).
ХАҠ ТӘҒЛИМӘТ БЕҘҘЕ АЗАТ ИТӘ
15. Үлем тураһындағы хәҡиҡәт беҙҙе нисек азат итә?
15 Үлем хаҡындағы дөрөҫлөк беҙҙе үлеләр тураһындағы ялған тәғлимәттәрҙән азат итә. Изге Яҙма буйынса, үлгән кешеләр ауыртыу ҙа һиҙмәй, ҡайғы ла белмәй. Беҙ улар менән һөйләшә лә алмайбыҙ, уларға ярҙам итә лә алмайбыҙ. Улар ҙа беҙҙең менән һөйләшә лә, ярҙам итә лә алмай. Үлгән кешеләр зыян килтерә алмай, уларҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Әммә күп кенә диндәрҙә киреһен һөйләйҙәр. Йәнәһе, аҡса түләп, беҙ уларға дин кешеләре аша ярҙам итә алабыҙ. Ләкин үлем тураһындағы хәҡиҡәтте белһәк, алданмаҫбыҙ.
16. Диндәрҙең күбеһе үлгәндәр хаҡында нимәгә өйрәтә?
16 Үлгәндәр йәшәүен дауам итә, тип кешеләрҙе алдар өсөн, Иблис ялған диндәрҙе ҡуллана. Мәҫәлән, ҡайһы бер диндәр, кеше үлгәс, уның йәне йәшәүен дауам итә, тип өйрәтә. Һеҙҙең динегеҙҙә лә шулаймы? Әллә Изге Яҙма буйынса өйрәтәләрме? Шуны онотмағыҙ: кешеләрҙе Йәһүәнән алып китер өсөн, Иблис уларҙы төрлөсә алдай.
17. Ни өсөн тамуҡ тураһындағы тәғлимәт Алланы хурлай?
17 Күп кенә диндәр үлгәндәр хаҡында ҡурҡыныс тәғлимәткә өйрәтә. Мәҫәлән, улар, насар кешеләр үлгәндән һуң тамуҡта мәңге яна, тип әйтә. Бындай ялған Йәһүәне хурлай, сөнки Йәһүә кешеләрҙе бер ваҡытта ла ғазапламай! (1 Яхъя 4:8-ҙе уҡығыҙ.) Балаһын ут өҫтөндә тотоп язалаған кеше тураһында нимә уйлар инегеҙ? Ул ҡанһыҙ кеше, тип уйлар инегеҙ, һәм уның менән дуҫлашырға теләмәҫ инегеҙ. Иблис тә Йәһүә тураһында беҙҙең тап шулай уйлауыбыҙҙы теләй!
18. Ни өсөн үлгәндәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй?
18 Башҡа диндәр иһә, кеше үлгәс, әруахҡа әйләнә, шуға күрә рухтарҙы хөрмәт итергә, хатта уларҙан ҡурҡырға кәрәк, тип өйрәтә, сөнки улар, йәнәһе, йә һаҡлаусы, йә дошман булып китергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ялғанға күптәр ышана. Улар хатта үлгән кешенең рухына Аллаға табынған һымаҡ табына. Әммә беҙ шуны белдек: үлгәндәр бер ни ҙә белмәй. Шуға күрә уларҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Бынан тыш, Йәһүә генә — хаҡ Алла һәм Барлыҡҡа килтереүсе. Ул ғына табыныуға лайыҡ (Асылыш 4:11).
19. Ни өсөн үлем тураһындағы хәҡиҡәтте белергә кәрәк?
19 Үлем тураһындағы хәҡиҡәтте белһәк, ялған диндәр өйрәткән тәғлимәткә ышанмаҫбыҙ. Бынан тыш, киләсәгебеҙгә ҡағылышлы Йәһүә биргән ҡайһы бер вәғәҙәләрҙе тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләрбеҙ.
20. Киләһе бүлектән беҙ нимә белербеҙ?
20 Күп йылдар элек Йәһүәнең Әйүп исемле бер хеҙмәтсеһе: «Кеше, үлһә, яңынан йәшәрме?» — тип һораған (Әйүп 14:14). Ысынлап та, үлгән кешеләр ҡабат йәшәй аламы? Изге Яҙмала был һорауға Алла тарафынан бирелгән яуап һеҙҙе таң ҡалдырыр. Беҙ был турала киләһе бүлектән белербеҙ.
a Ҡайһы берәүҙәр, кешенең үлеменән һуң уның йәне йәшәүен дауам итә, тип ышана. Был турала күберәк белер өсөн, 17-се һәм 18-се ҡушымталарҙы ҡарағыҙ.
b Вәғәзсе 9:5, 6, 10: «Тереләр үләсәктәрен беләләр, ә үлеләр бер нәмә лә белмәй. Уларҙың алырлыҡ әжере юҡ инде, сөнки улар хаҡындағы иҫтәлектәр юйылып бөткән. Уларҙың инде мөхәббәте лә, нәфрәте лә, көнсөллөгө лә юҡҡа сыҡҡан һәм ҡояш аҫтында башҡарылған бер ниндәй эшкә лә ҡатнашы юҡ. Ҡулыңдан килгәндең барыһын да тырышып эшлә, сөнки һин барасаҡ Ҡәберҙә эш тә, уй-ниәт тә, белем дә, аҡыллылыҡ та юҡ».