-
Ғәфү үтенеү — татыулыҡҡа юлКүҙәтеү манараһы 2002 | 1 ноябрь
-
-
Ҡасан ғәфү үтенергә кәрәклеген белгән тағы бер кеше — илсе Павел. Бер тапҡыр уға Синедрион, йәһүдтәрҙең юғары суды, ҡаршыһында үҙ-үҙен яҡларға тура килгән. Павелдың һүҙҙәренә ярһыған баш рухани уның эргәһендә торған кешеләргә Павелдың ауыҙына һуғырға ҡушҡан. Павел уға былай тигән: «Эй һин, ағартылған диуар, һине Алла һуғасаҡ! Һин ҡанун буйынса мине хөкөм итергә тип ултыраһың, ә үҙең ҡанунға ҡаршы килеп, миңә һуғырға әмер бирәһең, — тине. — Һин Алланың иң баш руханийын мыҫҡыл итәһеңме? — тинеләр уның янында тороусылар. — Мин, туғандар, уның иң баш рухани икәнен белмәнем, — тине Павел. — Изге Яҙмала: „Үҙ халҡың менән идара иткән кеше тураһында насар һөйләмә“, — тип яҙылған бит» (Ғәмәлдәр 23:1—5).
Павелдың, судья итеп билдәләнгән кеше көс ҡулланырға тейеш түгел, тигән һүҙҙәре дөрөҫ булған. Шулай ҙа ул белмәйенсә баш рухани менән ихтирамһыҙ һөйләшкәне өсөн ғәфү үтенгәнa. Ғәфү үтенеү Синедрионға Павел әйтергә теләгән һүҙҙәрҙе тыңлауға юл асҡан. Суд ағзалары араһындағы ҡаршылыҡтарҙы белеп, илсе уларға, үҙен терелеүгә ышанған өсөн хөкөм итәләр, тип әйткән. Шуның арҡаһында ҡаты бәхәс ҡупҡан, ә фарисейҙар Павел яғына баҫҡан (Ғәмәлдәр 23:6—10).
-
-
Ғәфү үтенеү — татыулыҡҡа юлКүҙәтеү манараһы 2002 | 1 ноябрь
-
-
a Павелдың баш руханиҙы күҙҙәре насар күргәнгә танымауы ихтимал.
-