ӨСӨНСӨ БҮЛЕК
«Һәр иман итеүсегә ата»
1, 2. Нух көндәренән алып донъя нисек үҙгәргән, һәм Ибрам быға нисек ҡараған?
ИБРАМ башын күтәреп тыуған ҡалаһы Урҙағы зиккуратҡа — пирамидаға оҡшаш бинаға ҡарайa. Унан шау-шыу ишетелә һәм төтөн күтәрелә. Ай илаһының руханиҙары тағы ҡорбан килтерә. Күҙ алдыңа килтер, Ибрам йөҙөн ситкә бороп, башын һелкеп ҡуя һәм ҡаштарын йыйыра. Кеше тулы урам аша өйөнә ҡайтып барғанда, ул, күрәһең, Ур ҡалаһын баҫып алған боттарға табыныу тураһында уйлана. Эйе, Нух көндәренән алып был боҙоҡ табыныу ер йөҙөндә ни тиклем киң таралған!
2 Нух үлгәндә, Ибрамдың тыуыуына ике генә йыл ҡалған булған. Туфандан һуң Нух, үҙенең ғаиләһе менән кәмәнән сыҡҡас, Йәһүә Аллаға ҡорбан килтергән, ә Алла, уны фатихалап, йәйғор булдырған (Баш. 8:20; 9:12—14). Ул ваҡытта донъяла хаҡ ғибәҙәт ҡылыу ғына булған. Ләкин хәҙер, ер йөҙөндә Нухтың унынсы быуыны йәшәгәндә, хаҡ ғибәҙәт ҡылыу бик һирәк осрай. Бөтә ерҙә кешеләр мәжүси илаһтарға табына. Хатта Ибрамдың атаһы Терах та, күрәһең, боттар яһап, ялған илаһтарға табыныуҙа ҡатнаша (Йош. 24:2).
Ибрам шундай ғәжәп иманға нисек эйә булған?
3. Йылдар үтеү менән Ибрамдың ниндәй сифаты нығыраҡ күренә барған, һәм беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?
3 Ибрам башҡаларҙан айырылып тора. Йылдар үткән һайын үҙенең көслө иманы арҡаһында ул тирә-яғындағы кешеләрҙән тағы ла нығыраҡ айырыла бара. Һуңыраҡ илсе Паул, Алла тарафынан рухландырылып: «Ибраһим уларға [һәр иман итеүсегә] ата булып киткән», — тип яҙған. (Римдарға 4:11-ҙе уҡы, ЯДТ.) Әйҙә, Ибрамға ундай иман үҫтерергә нимә ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ. Шулай итеп беҙ үҙебеҙ ҙә көслө иман үҫтерә алырбыҙ.
Туфандан һуң Йәһүәгә хеҙмәт итеү
4, 5. Ибрам Йәһүә тураһында кемдән белә алған, һәм ни өсөн беҙ шундай һығымта яһай алабыҙ?
4 Ибрам Йәһүә Алла тураһында ҡайҙан белгән? Ул ваҡытта ерҙә Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре йәшәгән. Уларҙың береһе Шем булған. Ул, Нухтың иң өлкән улы булмаһа ла, йыш ҡына беренсе булып иҫкә алына. Күрәһең, Шем иманы көслө кеше булғанb. Туфандан һуң бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, Нух Йәһүәне «Шем Аллаһы» тип атаған (Баш. 9:26). Шем Йәһүәгә һәм хаҡ ғибәҙәт ҡылыуға ҙур ихтирам менән ҡараған.
5 Ибрам Шем менән осрашҡанмы? Бәлки, осрашҡандыр ҙа. Бала сағында Ибрам ер йөҙөндә аҡыл туплаған бабаһы йәшәүен белеп бик ҡыуанғандыр! Шем дүрт йөҙ йылдан ашыу ваҡыт дауамында кешелек тарихын үҙ күҙҙәре менән күргән. Ул донъяның яуызлыҡ менән тулыуына һәм бөйөк Туфандың ер йөҙөн таҙартыуына шаһит булған; ул шулай уҡ ерҙә кешеләр күбәйеп, тәүге халыҡтар барлыҡҡа килеүен һәм Нәмрүдтең, фетнә күтәреп, Бабил манараһын төҙөүен күргән. Тоғро Шем ул фетнәнән йыраҡ торған, шуға күрә, Йәһүә манара төҙөүселәрҙең телдәрен бутағанда, Шем һәм уның ғаиләһе кешелектең беренсе телендә — Нух һөйләшкән телдә аралашыуын дауам иткән. Ибрам да шул ғаиләнән булған. Һис шикһеҙ, Ибрам Шемды бик хөрмәт иткән. Унан да бигерәк, Ибрам оло йәшкә еткәндә, Шем әле иҫән булған, шуға күрә Ибрам Шемдан Йәһүә тураһында күп нәмә белә алған.
6. а) Ибрам Туфан тураһында ишеткәндәренән һабаҡ алғанын нисек күрһәткән? б) Ибрам менән Сарайҙың тормошо ниндәй булған?
6 Нисек кенә булмаһын, Ибрам Туфан тураһында ишеткәндәренән үҙе өсөн ҙур һабаҡ алған. Ул, Нух шикелле, бөтә тырышлығын һалып, Алла юлында йөрөгән. Бына ни өсөн Ибрам боттарға табыныуҙы кире ҡаҡҡан һәм шуның менән Ур ҡалаһында йәшәүселәрҙән, хатта, күрәһең, үҙенең яҡын туғандарынан да айырылып торған. Әммә ул үҙенә бик яҡшы тормош иптәше тапҡан. Ул Сарайға өйләнгән. Сарай сибәрлеге менән генә түгел, ә Йәһүәгә ныҡ иманы менән дә айырылып торғанc. Балалары булмаһа ла, улар Йәһүәгә бергәләп хеҙмәт итеүҙән һис шикһеҙ ҙур шатлыҡ тапҡан. Улар шулай уҡ Ибрамдың бер туғанының йәтим ҡалған улы Лутты тәрбиәләп үҫтергән.
7. Ғайсаның шәкерттәренә ҡайһы яҡтан Ибрамдан үрнәк алырға кәрәк?
7 Ибрам, Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлап, Урҙағы боттарға бер ҡасан да табынмаған. Ул ҡатыны Сарай менән боттарға табынған кешеләрҙән айырылып торорға теләгән. Ысын иман үҫтерергә теләһәк, беҙгә лә шулай эшләргә кәрәк. Беҙ ҙә башҡаларҙан айырылып торорға ҡурҡмаҫҡа тейеш. Ғайса үҙенең шәкерттәре хаҡында улар «был донъяныҡы түгел», шунлыҡтан донъя уларға нәфрәтләнер, тигән. (Яхъя 15:19-ҙы уҡы.). Әгәр ҙә Йәһүәгә хеҙмәт итеүең арҡаһында һине туғандарың йә башҡа кешеләр кире ҡаға икән, иҫендә тот, һин бер үҙең түгел. Алла юлында йөрөп, һин Ибрам менән Сарайҙың иҫ киткес үрнәгенә эйәреп йәшәйһең.
«Үҙең йәшәгән ерҙе... ҡалдыр»
8, 9. а) Ибрамдың тормошонда ниндәй онотолмаҫлыҡ ваҡиға булған? б) Йәһүә Ибрамға ниндәй хәбәр еткергән?
8 Бер көндө Ибрамдың тормошонда онотолмаҫлыҡ бер ваҡиға була. Ул Йәһүә Алланан хәбәр ала! Изге Яҙмаларҙа был турала бик әҙ яҙылған булһа ла, унда был тоғро кешегә «Алла Үҙенең балҡып торған шөһрәтендә күренгән» тип әйтелә. (Ғәмәлдәр 7:2, 3-тө уҡы.) Күрәһең, фәрештә Ибрамға Ғәләм Хакимының бөйөк шөһрәтенең сағылышын күрһәткән. Тере Алла менән замандаштары табынған үле боттар араһындағы ҙур айырманы күреп, Ибрам хайран ҡалғандыр.
9 Йәһүә Ибрамға ниндәй хәбәр еткерә? «Үҙең йәшәгән ерҙе һәм үҙ нәҫел-нәсәбеңде ҡалдыр ҙа Мин күрһәтәсәк ергә кит», — тип бойора уға Алла. Йәһүә ниндәй ерҙе күҙ уңында тотҡанын әйтмәгән, ә шул ерҙе Ибрамға күрһәтергә вәғәҙә генә биргән. Әммә тәүҙә Ибрамға үҙенең тыуған ерҙәрен һәм туғандарын ҡалдырып китергә кәрәк булған. Боронғо заманда Яҡын Көнсығыш мәҙәниәтендә ғаилә бик ҙур әһәмиәткә эйә булған. Туғандарҙы ҡалдырып алыҫ ергә китеү ҡот осҡос бәхетһеҙлек тип һаналған, ә ҡайһы берәүҙәр өсөн был хатта үлемдән дә яманыраҡ булған.
10. Ни өсөн Ибрам менән Сарайға Урҙағы йорттарын ҡалдырыу өсөн ҙур ҡорбандарға барырға кәрәк булған?
10 Тыуған ерҙәрен ҡалдырыу өсөн Ибрамға ҙур ҡорбандарға барырға кәрәк булған. Ур, күрәһең, шау-шыулы һәм бай ҡала булған. («Ибрам һәм Сарай ҡалдырған ҡала» тигән рамканы ҡара.) Ҡаҙылмаларҙан күренеүенсә, боронғо Урҙа йорттар бик уңайлы булған, уларҙың ҡайһы берҙәрендә ғаилә ағзалары һәм хеҙмәтселәр өсөн унышар йә хатта күберәк бүлмә булған. Бүлмәләр таш түшәлгән эске ихата тирәләй урынлашҡан. Ғәҙәттә, йорттарға һыу үткәргәндәр, унда шулай уҡ бәҙрәфтәр һәм канализация булған. Шуныһын да онотмайыҡ: Ибрам менән Сарай йәш булмаған, бәлки, Ибрамға — 70 тирәһе, ә Сарайға 60 тирәһе булғандыр. Һәр бер яҡшы ир кеүек, Ибрам да ҡатынының билдәле бер уңайлыҡтарҙан файҙаланып, үҙен ҡарап йәшәүен теләгән. Күҙ алдыңа килтер, уларға был йөкләмә тураһында күпме һөйләшергә тура килгәндер, күңелдәрендә нисәмә һорау һәм борсоу тыуғандыр. Ибрам, моғайын, Сарай был ауыр йөкләмәне үтәргә ризалашҡас, сикһеҙ шатланғандыр! Ире һымаҡ, ул да уңайлы тормошто ҡалдырырға әҙер булған.
11, 12. а) Урҙан китер алдынан ниндәй эштәр башҡарырға һәм ниндәй һорауҙарҙы хәл итергә кәрәк булған? б) Ибрамдың ғаиләһенең Ур ҡалаһындағы һуңғы көнөн һүрәтләп бир.
11 Китер алдынан Ибрам менән Сарайға бик күп эш башҡараһы бар. Уларға әйберҙәрҙе йыйырға, барыһын ойошторорға кәрәк. Нимәне үҙҙәре менән алырға, ә нимәне ҡалдырырға? Улар бит ҡайҙа барасаҡтарын да белмәй. Тағы ла мөһимерәге, яҡын кешеләре, шул иҫәптән олоғайған Терах менән нимә эшләргә? Улар Терахты үҙҙәре менән алырға һәм ғүмеренең ахырына тиклем уны ҡарарға хәл итә. Терах, күрәһең, улар менән барырға ихлас ризалашҡан, сөнки Изге Яҙмаларҙа уның тураһында, ырыу башлығы булараҡ, үҙенең ғаиләһен Урҙан алып сыҡты, тип әйтелә. Һис һүҙһеҙ, Терах боттарға табыныуын ташлаған. Ибрамдың бер туғанының улы Лут та улар менән бергә сәйәхәткә сығырға йыйына (Баш. 11:31).
12 Ниһайәт, юлға сығыр көн килеп етә. Ур ҡалаһын уратып алған диуар һәм канау янында каруан теҙелгән. Дөйәләр менән ишәктәргә йөк тейәлгән, көтөүҙәр йыйылған, ғаилә ағзалары менән хеҙмәтселәр үҙ урындарында тораd. Бөтәһенең дә күҙҙәре Ибрамға төбәлгән, улар Ибрамдың ҡуҙғалырға тауыш биреүен көтә. Һәм бына хәл иткес мәл килеп етә — каруан Урҙы мәңгегә ҡалдырып сығып китә.
13. Бөгөн Йәһүәнең күп кенә хеҙмәтселәре Ибрам менән Сарай сағылдырған рухты нисек күрһәтә?
13 Бөгөн Йәһүәнең күп кенә хеҙмәтселәре вәғәзселәргә ҙур ихтыяж булған ерҙәргә күсергә ҡарар итә. Башҡалары, хеҙмәттәрен киңәйтер өсөн, сит тел өйрәнә. Ә кемдер, ауыр булһа ла, хеҙмәттең төрлө төрҙәрен үҙләштерә. Ғәҙәттә, ундай ҡарарҙар ҡорбандарға барыуҙы — ҡайһы бер тормош уңайлыҡтарынан баш тартыуҙы талап итә. Ибрам менән Сарайҙан үрнәк алып, бындай рух күрһәтеүселәр бик маҡтаулы! Иманыбыҙ шундай уҡ көслө булһа, Йәһүә беҙгә, һис шикһеҙ, беҙ уға бирә алғандан шаҡтай күберәкте бирәсәк. Ул иман күрһәтеп йәшәгән хеҙмәтселәрен бүләкләмәй ҡалмай (Евр. 6:10; 11:6). Йәһүә Ибрамды бүләкләгәнме?
Евфрат йылғаһын кисеү
14, 15. Урҙан Харранға тиклемге юл ниндәй булған, һәм ни өсөн Ибрам ваҡытлыса Харранда төпләнергә хәл иткән?
14 Көн артынан көн үтә, каруан юлын дауам итә. Ибрам менән Сарай йә дөйәгә атланып, йә йәйәү бара. Уларҙың һөйләшкән тауыштары малға тағылған ҡыңғырау сыңы менән ҡушылып китә. Тора-бара хатта тәжрибәһеҙ сәйәхәтселәр ҙә сатыр ҡорорға һәм уны һүтергә оҫтарып китә, шулай уҡ оло йәштәге Терахҡа дөйә йәки ишәк өҫтөндә ултырыуы уңайлыраҡ булыуын хәстәрләргә өйрәнә. Каруан бөйөк Евфрат йылғаһы буйлап төньяҡ-көнбайышҡа юл тота. Көндәр, аҙналар үтә, тәбиғәт күренештәре бер-береһен алыштыра.
15 Ахыр сиктә, 1 000 саҡрым самаһы ер үткәс, юлсылар күбәләргә оҡшаш йорттар күреп ҡала. Был үҫешкән Харран ҡалаһы була. Ул Көнсығыш менән Көнбайыш араһындағы сауҙа юлдарының сатында урынлашҡан. Юлсылар Харранда туҡтап, ваҡытлыса шунда төпләнә. Күрәһең, Терахтың сәйәхәтте дауам итергә көсө ҡалмағандыр.
16, 17. а) Ибрам ниндәй килешеүҙән ҡанатланған? б) Ибрам Харранда йәшәгәндә, Йәһүә уны нисек фатихалаған?
16 Һуңыраҡ Терах 205 йәшендә вафат була (Баш. 11:32). Шундай ауыр ваҡытта Йәһүәнең Ибрамға ҡабат мөрәжәғәт итеүе уның өсөн ҙур йыуаныс була. Алла уға Ур ҡалаһында биргән күрһәтмәләрен ҡабатлай һәм үҙ ниәтен ентекләберәк аңлата. Ул Ибрамдан «бөйөк халыҡ» сығасаҡ һәм ер йөҙөндәге бар халыҡ уның аша фатихаланасаҡ тип вәғәҙә бирә. (Башланмыш 12:2, 3-тө уҡы.) Алла менән төҙөлгән килешеүҙән ҡанатланып, Ибрам юлға сығыр ваҡыт еткәнен аңлай.
17 Был юлы әйберҙәрҙе йыйыу оҙаҡҡараҡ һуҙыла, сөнки Ибрам Харранда йәшәгәндә, Йәһүә уны фатихалаған. Изге Яҙмаларҙа Ибрамдың «Харрандағы барлыҡ мөлкәте һәм бөтә кешеләре» иҫкә алына (Баш. 12:5). Бөйөк халыҡ башлығы булып китер өсөн, Ибрамға күп мал-мөлкәт һәм хеҙмәтселәр кәрәк булған. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен һәр ваҡыт байлыҡ менән фатихаламай, шулай ҙа ул уларға, үҙ ихтыярын үтәр өсөн нимә кәрәк булһа, шуны бирә. Шулай итеп нығынғас, Ибрам каруанын билдәһеҙ урынға алып китә.
18. а) Алла халҡының тарихындағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе ҡасан булған? б) Артабанғы йылдарҙа 14-се нисан көндө тағы ниндәй мөһим ваҡиғалар булған? («Алла халҡының тарихындағы мөһим дата» тигән рамканы ҡара.)
18 Бер нисә көндән һуң улар Кархемишҡа килә. Унда, ғәҙәттә, каруандар Евфрат йылғаһын кискән. Күрәһең, ошонда Алла халҡының тарихындағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе була. Ул ваҡиға, моғайын, б. э. т. 1943 йылда, һуңыраҡ нисан тип аталған айҙың 14-се көнөндә була, тап шул көндө Ибрам каруанын Евфрат йылғаһы аша сығара (Сығ. 12:40—43). Көньяҡта Йәһүә Ибрамға күрһәтергә вәғәҙә иткән ер йәйелеп ята. Был көндө Алланың Ибрам менән төҙөгән килешеүе көсөнә инә.
19. Ибрамға вәғәҙә биргәндә Йәһүә нимәне телгә алған, һәм был, бәлки, Ибрамдың иҫенә нимәне төшөргәндер?
19 Көньяҡҡа йүнәлгән каруан Шехем эргәһендәге Море ағаслығы янында туҡтай. Ошонда Йәһүә Алла Ибрамға ҡабат мөрәжәғәт итә. Был юлы Алла, Ибрамға вәғәҙә биргәндә, уның ошо ерҙәргә хужа буласаҡ тоҡомон телгә ала. Ибрам, Йәһүәнең Эден баҡсаһында әйткән пәйғәмбәрлеген иҫкә төшөрөп, бер көндө кешелекте ҡотҡарасаҡ «тоҡом» тураһында уйлаймы? (Баш. 3:15, ЯДТ; 12:7) Бәлки, уйлайҙыр ҙа. Ибрам, моғайын, Алланың ғәйәт ҙур ниәтендә үҙенең ҡатнашлығын аңлай башлағандыр.
20. Ибрам Йәһүә күрһәткән хөрмәтте ҡәҙерләгәнен нисек белдергән?
20 Ибрам Йәһүә күрһәткән хөрмәтте бик ныҡ ҡәҙерләй. Шул ерҙәр аша үткәндә, Ибрам туҡтап, Йәһүәгә ҡорбан килтереү урындары төҙөй, тәүҙә — Море ағаслығы эргәһендә, шунан — Бейт-Ил янында. Был ваҡытта Ибрам, һис шикһеҙ, бик һаҡ була, сөнки унда һаман ҡынаандар йәшәй. Унда ул, тоҡомоноң киләсәге тураһында уйланып һәм ысын күңелдән рәхмәт белдереп, Йәһүәнең исемен саҡыра. Бәлки, ул шулай уҡ тирә-яғында йәшәгән ҡынаандарға вәғәзләгәндер. (Башланмыш 12:7, 8-ҙе уҡы.) Әлбиттә, Ибрамдың иманын әле ҙур һынауҙар көтә. Ибрам, аҡыл менән эш итеп, Урҙа ҡалдырған йортона һәм ундағы уңайлыҡтарға әйләнеп ҡарамай. Уның ҡарашы алға төбәлгән. Еврейҙар 11:10-да былай тиелә: «Ибраһим рәссамы һәм төҙөүсеһе Алла булған нигеҙе ныҡлы ҡаланы көткән».
21. Беҙ, Ибрамдан айырмалы рәүештә, Алла Батшалығы хаҡында тағы нимәне беләбеҙ, һәм был һине нимә эшләргә дәртләндерә?
21 Бөгөн беҙ — Йәһүәгә хеҙмәт итеүселәр — был образлы ҡала, йәғни Алла Батшалығы хаҡында Ибрамға ҡарағанда шаҡтай күберәк беләбеҙ. Беҙгә шул билдәле: Батшалыҡ әле күктә идара итә һәм тиҙҙән был донъя төҙөлөшөн юҡ итәсәк. Беҙ шулай уҡ Ибрамға инде күптән вәғәҙә ителгән Тоҡом, йәғни Ғайса Мәсих хәҙерге ваҡытта ошо Батшалыҡтың Батшаһы икәнен беләбеҙ. Ибраһим терелтелгән ваҡытты күреү беҙҙең өсөн ни тиклем ҙур хөрмәт буласаҡ! Ул саҡта Ибраһим Йәһүәнең ниәте нисек үтәлгәнен тулыһынса аңлаясаҡ. Һин Йәһүәнең һәр вәғәҙәһен тормошҡа ашырыуын күрергә теләйһеңме? Улайһа артабан да Ибрамдан үрнәк алып эш ит. Фиҙаҡәрлек рухы күрһәт, тыңлаусан бул һәм доғала Йәһүә биргән һәр йөкләмә өсөн рәхмәт белдер. Ибрамдың иманын өлгө итеп алһаң, һәр иман итеүсегә «ата булып киткән» Ибрам ниндәйҙер мәғәнәлә һинең дә атаң булып китер!
a Йылдар үткәс, Алла Ибрамдың исемен Ибраһим тип үҙгәрткән. Был исем «күп халыҡтарҙың атаһы» тигәнде аңлата (Баш. 17:5).
b Шуның шикелле Ибрам да, иң өлкәне булмаһа ла, йыш ҡына Терахтың улдары араһынан беренсе булып иҫкә алына.
c Һуңыраҡ Алла Сарайҙың исемен Сара тип үҙгәрткән. Был исем «батша ҡыҙы» тигәнде аңлата (Баш. 17:15).
d Ҡайһы бер ғалимдар, Ибрам йәшәгән заманда дөйәләрҙе йорт малы итеп тотмағандар, тип һанай. Ләкин улар быны иҫбатлай алмай. Изге Яҙмаларҙа Ибрамдың дөйәләре барлығы бер нисә тапҡыр иҫкә алына (Баш. 12:16; 24:35).