Тамуҡ бармы? Изге Яҙмала тамуҡ һүҙе ниндәй мәғәнәлә ҡулланыла?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә «тамуҡ» тигән һүҙ ҡулланыла (Зәбур 15:10; Ғәмәлдәр 2:26a). Был мәҡәләлә килтерелгән һүрәттән күренеүенсә, күп кешеләр, тамуҡ — гонаһлы кешеләр үҙ гонаһтары өсөн мәңге утта ғазаплана торған урын ул, тип ышана. Әммә Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Был мәҡәләлә
Тамуҡ — мәңге яфаланыу урынымы?
Юҡ. Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә «тамуҡ» һәм «үлеләр донъяһы» һүҙҙәре ҡулланылған урындарҙа төп нөсхәлә «ҡәбер» һүҙе торған (евр. шеол, грек. хадес). Изге Яҙманан күренеүенсә, ундай «ҡәберҙә» йәшәүҙән туҡтаған кешеләр ята.
Үлгәндәр аңһыҙ хәлдә, шуға күрә ауыртыу һиҙмәй. «Үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ» (Вәғәзсе 9:10, Изге Яҙманы тәржемә итеү институты). Үлеләр донъяһында (тамуҡта) берәү ҙә ауыртыуҙан ҡысҡырмай. Киреһенсә, Изге Яҙмала былай тиелә: «Әйҙә яуыздар хурлыҡҡа ҡалһын, үлеләр донъяһында өндәре тығылһын» (Зәбур 30:18, Изге Яҙманы тәржемә итеү институты; [31:17, «Яңы донъя» тәржемәһе]; Зәбур 115:17).
Алланан яза — үлем, ә утлы тамуҡта ғазапланыу түгел. Алла беренсе кеше Әҙәмгә, Алла ҡанунын боҙған кешегә яза — үлем, тип әйткән (Башланмыш 2:17). Ул тамуҡта мәңге яфаланыу тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәгән. Һуңыраҡ, Әҙәм гонаһ ҡылғас, Алла ошондай хөкөм ҡарары сығарған: «Саң-туҙан һин һәм яңынан саң буласаҡһың» (Башланмыш 3:19). Әҙәм бары тик йәшәүҙән туҡтаған. Әгәр Алла Әҙәмде утлы тамуҡҡа ебәрергә уйлаһа, һис шикһеҙ, был турала әйтер ине. Алла ҡанунын боҙоу өсөн яза үҙгәрмәгән. Әҙәм гонаһ ҡылғандан һуң күп быуаттар үткәс, Алла Изге Яҙмаға ошондай һүҙҙәр яҙҙыртҡан: «Гонаһ әжере — үлем» (Римдарға 6:23). Гонаһ өсөн тағы ла ҡатыраҡ яза юҡ, сөнки «үлгән кеше гонаһтан азат» (Римдарға 6:7).
Кешеләрҙе мәңге ғазаплау тураһындағы уй Алла өсөн ерәнгес (Иремия 32:35). Бындай уй Изге Яҙмалағы: «Алла — мөхәббәт ул», — тигән һүҙҙәргә ҡаршы килә (1 Яхъя 4:8). Алла беҙҙең мәңгелек ғазаптарҙан ҡурҡҡанға түгел, ә уны яратҡанға табыныуыбыҙҙы теләй (Матфай 22:36—38).
Яҡшы кешеләр тамуҡҡа киткән. Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә «тамуҡ» тигән һүҙ ҡулланыла. Был тәржемәләрҙә Аллаға тоғро кешеләр, мәҫәлән, Яҡуп һәм Әйүп, үлгәндән һуң тамуҡҡа барасаҡтары тураһында әйткән (Башланмыш 37:35; Әйүп 14:13). Хатта Ғайса Мәсих тураһында ла, ул үлгәндән һуң, әммә терелтелгәнгә тиклем тамуҡта булған, тиелә (Ғәмәлдәр 2:31, 32). Шуға күрә, был тәржемәләрҙәге «тамуҡ» һүҙе бары тик ҡәберҙе аңлата, тигән һығымта яһап булаb.
Бай һәм Лазарь хаҡында ҡисса
Был ҡиссаны Ғайса Мәсих һөйләгән. Ул Лука 16:19—31-ҙә яҙылған. Ҡисса — ул әхлаҡи һәм рухи нәмәләргә өйрәтеүсе ҡыҫҡа кинәйәле хикәйә. Бай һәм Лазарь хаҡындағы ҡисса — уйлап сығарылған хикәйә (Матфай 13:34). Был ҡисса тураһында «Бай кеше һәм Лазарь кемде символлаштырған?» тигән мәҡәләнән (тат.) күберәк белеп була.
Тамуҡ — Алланан мәңге ситләштерелгән булыумы?
Юҡ. Үлеләр Алланан ситләштерелгәнен белә, тигән тәғлимәт Изге Яҙмаға ҡаршы килә. Алла Һүҙендә асыҡ итеп, үлеләр бер нәмә лә белмәй, тип әйтелгән (Зәбур 146:3, 4; Вәғәзсе 9:5).
Кем дә булһа тамуҡтан азат ителгәнме?
Эйе. Изге Яҙмала иҫкә алынған 9 кеше Ҡәбергә (ҡайһы бер тәржемәләрҙә «тамуҡҡа») эләккән һәм һуңынан терелтелгән булғанc. Әгәр был кешеләр тамуҡта аңлы хәлдә булһа, терелтелгәс үҙ тәьҫораттары менән бүлешер ине. Ләкин уларҙың береһе лә ғазаптар тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәгән. Бынан да бигерәк, улар үлгәндән һуң үҙҙәре менән нимә булғаны тураһында бөтөнләй бер нәмә лә һөйләмәгән. Ни өсөн? Сөнки Изге Яҙма, үлеләр аңһыҙ хәлдә, тип өйрәтә. Уларҙың хәлен тәрән йоҡо менән сағыштырып була (Яхъя 11:11—14; 1 Коринфтарға 15:3—6).
a Изге Яҙманы тәржемә итеү институты тәржемәһендә Ғәмәлдәр 2:26-ла «тамуҡ» һүҙе ҡулланылмай. Уның урынына «үлеләр донъяһы» тигән һүҙбәйләнеш килтерелә.
b «Боронғо еврей һәм боронғо грек һүҙҙәренең мәғәнәһе» тигән рамканы ҡарағыҙ.
c 1 Батшалар 17:17—24; 2 Батшалар 4:32—37; 13:20, 21; Матфай 28:5, 6; Лука 7:11—17; 8:40—56; Яхъя 11:38—44; Ғәмәлдәр 9:36—42; Ғәмәлдәр 20:7—12-не ҡарағыҙ.