«Аллаға өмөт бағлайым»
«Һуңғы Әҙәм тормош биреүсе рух булды» (1 КОР. 15:45, ЯДТ).
1—3. а) Беҙ нимәне төп тәғлимәттәребеҙҙең береһе тип һанарға тейеш? б) Ни өсөн терелеү тураһындағы тәғлимәт шул тиклем мөһим? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
БЕРӘЙҺЕ һеҙҙән, динегеҙҙең төп тәғлимәттәре ниндәй, тип һораһа, нимә тип яуап бирер инегеҙ? Һеҙ, моғайын, Йәһүәнең бар нәмәне барлыҡҡа килтергәне һәм беҙгә ғүмер биргәне, шулай уҡ Ғайса Мәсихтең гонаһтарыбыҙҙы йолоп алыр өсөн үлгәне хаҡында әйтер инегеҙ. Һәм, әлбиттә, киләсәктә ерҙә буласаҡ Ожмах тураһында һәм Алла халҡының унда мәңге йәшәйәсәге хаҡында һөйләр инегеҙ. Әммә үҙегеҙ өсөн бик ҡәҙерле булған өмөт — терелеүгә өмөт тураһында әйтер инегеҙме?
2 Ҙур афәтте кисереп сығып, ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнһәк тә, терелеүгә өмөттө, һис шикһеҙ, төп тәғлимәттәребеҙҙең береһе тип атап була. Илсе Павел ни өсөн терелеү шул тиклем мөһим икәнен аңлатҡан. Ул: «Үленән терелеү юҡ икән, Мәсих тә үленән терелмәгән булып сыға», — тигән. Эйе, Ғайса Мәсих терелтелмәгән булһа, ул Батшабыҙ була алмаҫ ине һәм беҙҙең вәғәзләүебеҙ мәғәнәһеҙ булыр ине. (1 Коринфтарға 15:12—19-ҙы уҡығыҙ.) Әммә беҙ Ғайса Мәсихтең терелгәненә һис тә шикләнмәйбеҙ. Шуға күрә үлгәндәрҙең ҡабат йәшәй алыуы хаҡындағы фекерҙе ҡәтғи кире ҡаҡҡан саддукейҙарҙан айырылып торабыҙ. Хатта башҡалар беҙҙән көлһә лә, терелеүгә ышанысыбыҙ һис тә кәмемәй (Марк 12:18; Ғәм. 4:2, 3; 17:32; 23:6—8).
3 Павел, «Мәсих тәғлимәтенең... башланғыс өлөштәре» тураһында яҙғанда, «үлгәндәрҙең терелеүе» хаҡындағы тәғлимәтте лә иҫкә алған (Евр. 6:1, 2). Уның өсөн терелеүгә ышаныу үтә мөһим булған (Ғәм. 24:10, 15, 24, 25). Терелеүгә өмөт «Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарын[ың]» береһе булһа ла, уның нескәлектәренә төшөнөү бик үк еңел булмаҫҡа мөмкин (Евр. 5:12). Ни өсөн?
4. Терелеүгә бәйле ниндәй һорауҙар тыуырға мөмкин?
4 Изге Яҙманы өйрәнә башлаған кеше, ғәҙәттә, боронғо заманда булған терелеү осраҡтары хаҡында, мәҫәлән, Лазарҙың терелеүе тураһында уҡый. Ул шулай уҡ Ибраһим, Әйүп һәм Данилдың киләсәктә үлгәндәрҙең яңынан йәшәйәсәгенә шикләнмәгәне тураһында белеп ҡала. Әммә берәйһе һеҙҙән, терелтеү тураһындағы вәғәҙәләр йөҙәрләгән йыл элек бирелгән бит, ни өсөн уларға ышанаһығыҙ, тип һораһа, нимә тип яуап биреп була? Изге Яҙмала терелеүҙең ҡасан буласағы хаҡында әйтеләме? Был һорауҙарға яуап иманыбыҙҙы нығытыр. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Изге Яҙмала был хаҡта нимә әйтелгәнен ҡарап сығайыҡ.
БЫУАТТАР АЛДАН ӘЙТЕЛГӘН ТЕРЕЛЕҮ
5. Беҙ тәүҙә ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?
5 Күптән түгел генә үлгән кешенең терелеүен күҙ алдына килтереү ауыр түгел (Яхъя 11:11; Ғәм. 20:9, 10). Ә әгәр берәйһе үлгән кешенең алыҫ киләсәктә тереләсәген вәғәҙә итһә? Кеше күп йылдар элек йә әле генә үлгәнме икәненә ҡарамаҫтан, был вәғәҙәгә ышанып буламы? Ысын ғына әйткәндә, һеҙ йөҙәрләгән йыл элек вәғәҙә ителеп тормошҡа ашҡан бер терелеүгә инде ышанаһығыҙ. Кемдең терелеүе тураһында һүҙ бара? Һәм был киләсәктәге терелеүгә өмөтөбөҙ менән нисек бәйле?
6. 118-се мәҙхиәләге һүҙҙәр нисек Ғайса Мәсихтә үтәлгән?
6 Әйҙәгеҙ, ҡайһы берәүҙәр авторы Дауыт тип иҫәпләгән 118-се мәҙхиәне ҡулланып, күп йылдар алдан әйтелгән бер терелтеүҙе ҡарап сығайыҡ. Был мәҙхиәлә бындай һүҙҙәр бар: «Йәһүә, һиңә ялбарабыҙ, ҡотҡарсы беҙҙе!... Йәһүә исеме хаҡына килеүсе фатихалы». Ғайса Мәсих б. э. 33 йылының 9 нисан көнөндә Иерусалимға кергәндә, кешеләр уны шундай уҡ һүҙҙәр менән ҡаршы алған (Зәб. 118:25, 26; Матф. 21:7—9). Әммә был мәҙхиә күп йылдарҙан һуң булырға тейешле терелтеүгә нисек ҡағыла? Унда тағы бына нимә тип әйтелә: «Төҙөүселәр кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы булып китте» (Зәб. 118:22).
7. Йәһүдтәр нисек Ғайсаны кире ҡаҡҡан?
7 Мәсихте кире ҡаҡҡан «төҙөүселәр» йәһүдтәрҙең дини етәкселәре булған. Уларҙың Мәсихте кире ҡағыуы уны һанға һуҡмауҙан йә уны Мәсих итеп ҡабул итмәүҙән генә түгел, ә күпкә етдиерәк эштәрҙән күренгән. Күп йәһүдтәр Пилаттан уны язалап үлтереүҙе талап иткән (Лука 23:18—23). Эйе, улар ҙа Ғайсаның үлемендә ғәйепле булған.
8. Ғайса нисек «иң мөһим мөйөш ташы» булып китә алған?
8 Кешеләр Ғайсаны кире ҡаҡҡас һәм үлтергәс, ул нисек «иң мөһим мөйөш ташы» булып китә алған? Ул терелтелмәһә, был мөмкин булмаҫ ине. Ғайса, быны асыҡ итеп күрһәтер өсөн, йөҙөм баҡсаһының хужаһы хаҡында ҡисса һөйләгән. Баҡсаның хужаһы йөҙөм үҫтереүселәр янына хеҙмәтселәрен ебәргән, ә улар был хеҙмәтселәрҙе туҡмап ҡайтарған. Ахыр сиктә, хужа үҙенең улын ебәргән, сөнки, улымды тыңларҙар, тип өмөтләнгән. Ләкин йөҙөм үҫтереүселәр хужаның улын үлтергән. Был ҡиссаны һөйләп бөткәс, Ғайса Зәбур 118:22-ләге пәйғәмбәрлекте әйтеп биргән (Лука 20:9—17). Һуңыраҡ илсе Петр ҙа, «Иерусалимда йәһүдтәрҙең башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре» алдына баҫҡанда, Зәбур 118:22-ләге һүҙҙәрҙе әйткән. Петр уларға бағанаға ҡаҙаҡланған, «Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих» хаҡында һөйләгән. Петр асыҡтан-асыҡ былай тигән: «Ул [Ғайса]... „төҙөүселәр кире ҡаҡҡан һәм иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш“» (Ғәм. 3:15; 4:5—11; 1 Пет. 2:5—7).
9. Зәбур 118:22-лә ниндәй иҫ киткес ваҡиға тураһында пәйғәмбәрлек яҙылған?
9 Шулай итеп, Зәбур 118:22-лә яҙылған терелтеү тураһындағы пәйғәмбәрлек йөҙәрләгән йылдар үткәс кенә үтәлергә тейеш булған. Кешеләр Мәсихте кире ҡағырға һәм үлтерергә, әммә ул, терелтелеп, «иң мөһим мөйөш ташы» булып китергә тейеш булған. Терелтелгән Ғайса Мәсих хаҡында Изге Яҙмала былай тиелгән: «Кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ» (Ғәм. 4:12; Ефес. 1:20).
10. а) Зәбур 16:10-да ниндәй пәйғәмбәрлек яҙылған? б) Ни өсөн Зәбур 16:10-да һүҙ Дауыт тураһында бармағанына шикләнмәҫкә була?
10 Әйҙәгеҙ, терелеү тураһында тағы бер шиғырҙы — Зәбур 16:10-ды ҡарап сығайыҡ. Унда яҙылған пәйғәмбәрлек мең йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә үтәлгән. Был беҙҙе шуға инандыра: терелеү тураһындағы пәйғәмбәрлек йә вәғәҙә күп йылдар үткәс тә үтәлә ала. Зәбур 16:10-да Дауыт былай тип яҙған: «Сөнки һин йәнемде Ҡәберҙә ҡалдырмаҫһың. Һин үҙ тоғроңа гүрҙе күрергә бирмәҫһең». Был һүҙҙәр менән Дауыт, мин бер ваҡытта ла үлмәйем һәм ҡәбергә эләкмәйем, тип әйтергә теләмәгән. Алла Һүҙендә уның ҡартайып үлгәне хаҡында асыҡ итеп былай тиелә: «Дауыт, вафат булып, ата-бабаларына ҡушылды, һәм уны Дауыт ҡалаһында ерләнеләр» (1 Бат. 2:1, 10). Улайһа, Зәбур 16:10-да кем хаҡында яҙылған һуң?
11. Петр Зәбур 16:10-дағы һүҙҙәрҙе ҡасан аңлатҡан?
11 Дауыт был һүҙҙәрҙе яҙғандан һуң мең йылдан ашыу ваҡыт үткәс, Петр уларҙың кемгә ҡағылғанын аңлатҡан. Ғайсаның терелеүенән һуң бер нисә аҙна үтеүгә, Петр меңәрләгән йәһүдтәр һәм прозелиттарға мөрәжәғәт итеп телмәр һөйләгән. (Ғәмәлдәр 2:29—32-не уҡығыҙ.) Ул Дауыттың үлгәне һәм ерләнгәне тураһында әйткән, һәм уның тыңлаусылары был хаҡта яҡшы белгән. Изге Яҙманан күренеүенсә, Петр Дауыт хаҡында «Мәсихтең үленән тереләсәген» алдан белгән тип әйткәс, бер кем дә уның һүҙҙәрен шик аҫтына ҡуймаған.
12. Зәбур 16:10-дағы һүҙҙәр нисек үтәлгән, һәм был нисек терелеүгә ышанысыбыҙҙы нығыта?
12 Өҫтәмә дәлил итеп Петр Дауыттың Зәбур 110:1-ҙә яҙылған һүҙҙәрен килтергән. (Ғәмәлдәр 2:33—36-ны уҡығыҙ.) Петрҙың Яҙмаларҙан килтергән дәлилдәре күп кешене Ғайсаның «Хужа һәм Мәсих» булыуына инандырған. Улар Зәбур 16:10-дағы һүҙҙәрҙең Ғайса Мәсих терелгәс үтәлгәнен таныған. Һуңыраҡ илсе Павел, Писидиялағы Антиохияла йәһүдтәр менән һөйләшкәндә, шундай уҡ дәлилдәр килтергән. Уның дәлилдәре уларға ныҡ тәьҫир иткән, һәм улар күберәк белергә теләгән. (Ғәмәлдәр 13:32—37, 42-не уҡығыҙ.) Был дәлилдәр шулай уҡ беҙҙе лә терелеү тураһындағы шул пәйғәмбәрлектәрҙең, йөҙәрләгән йылдар үткәс кенә үтәлһәләр ҙә, ышанысҡа лайыҡ икәненә инандыра.
ТЕРЕЛЕҮ ҠАСАН БАШЛАНАСАҠ?
13. Терелеүгә бәйле ниндәй һорауҙар тыуырға мөмкин?
13 Пәйғәмбәрлек ителгән терелеү күп быуаттар үткәс тә тормошҡа аша ала икәнен белеү беҙҙе бик рухландыра. Әммә ҡайһы берәүҙәрҙең бындай һорауҙары тыуырға мөмкин: «Был, үлгән яҡындарыбыҙҙы оҙаҡ көтөргә тура килер, тигәнде аңлатамы? Беҙ зарығып көткән терелтеү ҡасан башланасаҡ?» Ғайса Мәсих үҙенең илселәренә, һеҙ «Ата Үҙ хакимлығы менән билдәләгән ваҡыттарҙы йәки миҙгелдәрҙе» белә алмайһығыҙ, тигән (Ғәм. 1:6, 7; Яхъя 16:12). Шулай ҙа терелеү тураһында бер аҙ мәғлүмәт беҙгә билдәле.
14. Ғайса Мәсихтең терелеүе элегерәк булған терелеү осраҡтарынан нимә менән айырылып тора?
14 Изге Яҙмала иҫкә алынған терелеү осраҡтарының иң мөһиме — Ғайса Мәсихтең терелеүе. Ул терелмәгән булһа, беҙ үлгән яҡындарыбыҙ менән осрашырға өмөтләнә алмаҫ инек. Ғайсаға тиклем терелгәндәр, мәҫәлән, Ильяс һәм Елисей терелткән кешеләр мәңге йәшәмәгән. Ахыр сиктә улар үлгән һәм кире тупраҡҡа ҡайтҡан. Ғайса иһә «үленән терелтелгәндән һуң ҡабат үлмәй», һәм «үлем Уның өҫтөнән хакимлыҡ итмәй». Ул күктә «мәңгенән-мәңгегә йәшәй» (Рим. 6:9; Асыл. 1:5, 18; Кол. 1:18; 1 Пет. 3:18).
15. Ни өсөн Павел Ғайсаны «тәүге» тип атаған?
15 Ғайсаның терелеүе күктә йәшәү өсөн терелеүҙәрҙең беренсеһе һәм иң мөһиме булған (Ғәм. 26:23). Ләкин ул күктә йәшәү өсөн терелтелгән берҙән-бер зат түгел. Ғайса тоғро илселәренә, күктә минең менән идара итәсәкһегеҙ, тип вәғәҙә иткән (Лука 22:28—30). Әммә улар был бүләкте үлгәндән һуң ғына ала алған. Улар, Ғайса кеүек, рухи тәндә терелергә тейеш булған. Павел: «Мәсих ысынлап та үленән терелеп торҙо һәм Ул үленән терелгәндәрҙең тәүгеһе булды», — тигән. Артабан Павел күктә йәшәү өсөн тереләсәк башҡа кешеләр хаҡында яҙған: «Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә Мәсих, шунан һуң, Ул килгәс, Мәсихтекеләр тереләсәк» (1 Кор. 15:20, 23).
16. Күктә йәшәү өсөн терелеүҙең ҡасан башланғанын билдәләргә нимә ярҙам итә?
16 Павелдың һүҙҙәре беҙгә күктә йәшәү өсөн терелеүҙең ҡасан башланғанын билдәләргә ярҙам итә. Был терелеү Ғайса «килгәс», йәғни уның килеү осоронда башланырға тейеш булған. Йәһүә шаһиттары инде күп йылдар, Изге Яҙмаға нигеҙләнеп, Мәсихтең килеү осоро 1914 йылда башланған, әле лә дауам итә һәм был яуыз донъяның ахыры бик яҡын икәне хаҡында һөйләй.
17, 18. Мәсихтең килеү осоронда ҡайһы бер майланғандар менән нимә буласаҡ?
17 Изге Яҙмала күктә йәшәү өсөн терелеү хаҡында тағы былай тиелә: «Үлем йоҡоһона талғандар тураһында белеүегеҙҙе теләйем. Беҙ Ғайсаның үлгәненә һәм үленән терелеүенә ышанабыҙ икән, Ғайса иманында үлем йоҡоһона талғандарҙың Алла тарафынан Уның менән бергә килтереләсәге лә дөрөҫ. ...Беҙ, иҫәндәр — Раббы килгәнгә тиклем йәшәйәсәк кешеләр — үлем йоҡоһона талғандарҙан алдараҡ була алмаҫбыҙ. Бойороҡ ишетелгәндә, ...күктән Раббы Үҙе төшәсәк һәм Мәсихкә ышаныу менән үлгәндәр беренсе булып тереләсәк. Шунан һуң беҙ, бында иҫән ҡалғандар, һауала Раббыны ҡаршылау өсөн, улар менән бергә болоттарҙа һауаға алынасаҡбыҙ һәм Раббы менән һәр ваҡыт бергә буласаҡбыҙ» (1 Фес. 4:13—17).
18 Күктә йәшәү өсөн терелеү Мәсихтең килеү осоро башланғандан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс башланған. Ҙур афәт ваҡытында ерҙә йәшәгән майланған мәсихселәр «болоттарҙа һауаға алынасаҡ». Ниндәй мәғәнәлә «һауаға алын[ыусылар]» «үлмәйәсәк»? Уларға үҙҙәренең терелеүен оҙаҡ көтөргә тура килмәҫ. Үлеү менән уларҙың бөтәһе лә «ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғоноң ҡысҡыртыуында» үҙгәрер (1 Кор. 15:51, 52; Матф. 24:31).
19. «Яҡшыраҡ» терелеү нимә ул?
19 Бөгөн тоғро мәсихселәрҙең күбеһе изге рух менән майланмаған һәм күктә Мәсих менән бергә идара итер өсөн һайланмаған. Улар был яуыз донъяның Йәһүә көнөндә юҡ ителеүен зарығып көтә. Был көндөң ҡасан килерен бер кем дә теүәл белмәй, әммә, дәлилдәрҙән күренеүенсә, ул бик яҡын (1 Фес. 5:1—3). Алланың яңы донъяһы килгәс, башҡа төрлө терелеү башланасаҡ. Ул ваҡытта кешеләр ерҙә йәшәү өсөн тереләсәк һәм, камиллыҡҡа ирешеп, мәңге йәшәү өмөтөнә эйә буласаҡ. Был, һис шикһеҙ, «яҡшыраҡ» терелеү буласаҡ, сөнки боронғо заманда терелгән кешеләр ваҡыт уҙыу менән ҡабат үлгән (Евр. 11:35).
20. Ни өсөн ерҙә йәшәү өсөн терелеүҙең ойошторолған рәүештә үтәсәгенә шикләнмәҫкә була?
20 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, майланғандар «һәр кем үҙ сиратында» терелә (1 Кор. 15:23). Шуға күрә ерҙә йәшәү өсөн терелеү ҙә ойошторолған рәүештә үтәсәгенә шикләнмәҫкә була. Быға бәйле бындай һорауҙар тыуырға мөмкин: күптән түгел генә үлгән кешеләр Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһының башында тереләсәкме? Ул саҡта ҙур афәтте кисереп сыҡҡан туғандары уларҙы ҡаршы ала алыр ине. Боронғо заманда йәшәгән һәм етәкселек итеүгә һәләтле булған тоғро ир-аттар, яңы донъяла Алла халҡын ойоштороуҙа ярҙам итер өсөн, иртәрәк терелерме? Ә бер ҡасан да Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр менән нимә булыр? Улар ҡасан һәм ҡайҙа терелер? Быға оҡшаш һорауҙар бик күп булырға мөмкин. Әммә беҙгә был хаҡта борсолорға кәрәкмәй. Беҙгә ни бары көтөргә генә кәрәк, шул саҡта беҙ барыһын да үҙ күҙҙәребеҙ менән күрербеҙ. Һис шикһеҙ, Йәһүәнең бөтә мәсьәләләрҙе нисек хәл итәсәген күҙәтеү бик ҡыҙыҡ буласаҡ!
21. Һеҙ нимәгә өмөтләнәһегеҙ?
21 Ә әлегә беҙгә Йәһүәгә иманыбыҙҙы нығытырға кәрәк. Ғайса Мәсих аша Йәһүә үҙенең хәтерендә булған үлгән кешеләрҙе терелтергә вәғәҙә иткән (Яхъя 5:28, 29; 11:23). Ғайса, Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтә алыуын иҫбатлар өсөн, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп тураһында «Алла өсөн бөтөнөһө лә тере» тигән (Лука 20:37, 38). Шулай итеп, беҙҙең: «Кешеләр... үленән тереләсәк тип... Аллаға өмөт бағлайым», — тип әйткән илсе Павел менән ризалашыр өсөн күп сәбәптәребеҙ бар (Ғәм. 24:15).