44-СЕ ДӘРЕС
Алла бөтә байрамдарҙы ла хуплаймы?
Алла беҙҙең рәхәтләнеп йәшәүебеҙҙе һәм ваҡыт-ваҡыт байрамдар үткәреүебеҙҙе теләй. Әммә уға бөтә байрамдар ҙа оҡшаймы? Был яҡтан беҙ Йәһүәне яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?
1. Ни өсөн байрамдарҙың күбеһе Йәһүәгә оҡшамай?
Бәлки, һин ғәжәпләнерһең, әммә байрамдарҙың күбеһе Изге Яҙмаға ҡаршы килә, сөнки улар үҙ башланғысын ялған диндән ала. Улар шулай уҡ ендәр менән бәйле, йәиһә үлемһеҙ йән тураһындағы тәғлимәткә нигеҙләнгән булырға мөмкин. Ә ҡайһы бер байрамдар хөрәфәттәр һәм яҙмышҡа ышаныу менән бәйле (Ишағыя 65:11). Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә былай ти: «Уларҙан айырылығыҙ... Таҙа булмағанға йоғонмағыҙ» (2 Коринфтарға 6:17)a.
2. Кешеләрҙе ҙурлаған байрамдарға Йәһүә нисек ҡарай?
Йәһүә, «әҙәм улына таян[ыу]» ҡурҡыныс, тип киҫәтә. (Иремия 17:5-те уҡы.) Ҡайһы бер байрамдар идарасыларҙы йә хәрби ҡаҙаныштарҙы данлай. Башҡалары иһә милли символдарға йә азатлыҡ өсөн көрәштә еңеүгә арналған (1 Яхъя 5:21). Сәйәси йә социаль хәрәкәттәргә бәйле байрамдар ҙа бар. Әгәр ҙә беҙ берәй кешене йә ойошманы данлаған булһаҡ, бигерәк тә улар Йәһүәнең ниәтенә ҡаршы идеялар таратҡан булһа, Йәһүә нимә хис итер ине?
3. Байрамдарҙа ҡылынған ниндәй эштәр Йәһүәгә оҡшамай?
Изге Яҙмала эскелек һәм тотанаҡһыҙ кисәләр хөкөм ителә (1 Петр 4:3). Ҡайһы ваҡыт кешеләр байрамдарҙа әҙәп һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен бөтөнләй онота. Йәһүәнең дуҫтары булып ҡалырға теләһәк, беҙгә әхлаҡһыҙ һәм бысраҡ тәртиптән ситтә торорға кәрәк.
КҮБЕРӘК БЕЛ
Байрамдар һәм кисәләргә ҡағылышлы ниндәй ҡарарҙар Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрә икәнен бел.
4. Йәһүәне хурлаған байрамдарҙа ҡатнашма
Ефестарға 5:10-ды уҡы һәм яуап бир:
Берәй байрамды үткәрергәме, юҡмы икәнен билдәләргә нимә ярҙам итер?
Һин йәшәгән ерҙә ниндәй байрамдар киң таралған?
Нисек уйлайһың, шундай байрамдар Йәһүәгә оҡшаймы?
Мәҫәлән, һин уйланғаның бармы, Йәһүә тыуған көн үткәреүгә нисек ҡарай? Изге Яҙмала, Йәһүәнең хеҙмәтселәре тыуған көндәрҙе үткәргән, тип бер ҡайҙа ла әйтелмәй. Әммә унда Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән ике кешенең тыуған көнө байрам ителгәне хаҡында яҙыла. Башланмыш 40:20—22 һәм Матфей 14:6—10-ды уҡы һәм яуап бир:
Ошо ике тыуған көн байрамының ниндәй уртаҡлығы бар?
Ошо ике осраҡҡа ярашлы, Йәһүә тыуған көндө байрам итеүгә нисек ҡарай?
Бәлки, һин: «Тыуған көн йә шуға оҡшаш башҡа берәй байрамда ҡатнашыуым йә ҡатнашмауым Йәһүә өсөн шул тиклем мөһимме ни?» — тип уйлайһыңдыр. Сығыш 32:1—8-ҙе уҡы. Шунан ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир:
Берәй байрамдың Йәһүәгә оҡшаймы, юҡмы икәнен тикшереү ни өсөн мөһим?
Уның ҡарашын нисек белергә?
Берәй байрамға Йәһүәнең ҡарашын нисек белергә?
Был байрам Изге Яҙма принциптарына ҡаршы килмәйме? Был байрамдың нисек килеп сыҡҡанын тикшер.
Был байрам ниндәйҙер кешене, ойошманы йә милли символды ҙурламаймы? Йәһүә генә иң оло данға лайыҡ һәм тик ул ғына донъя проблемаларын хәл итә ала.
Был байрамдағы йолалар һәм тәртип Изге Яҙмалағы нормаларға ҡаршы килмәйме? Беҙгә әхлаҡи яҡтан саф ҡалырға кәрәк.
5. Башҡалар ҡараштарыңды ихтирам итһен өсөн нимә эшләргә?
Башҡалар һине Йәһүә хупламаған байрамда ҡатнашырға ҡыҫтағанда, ҡаршы тороу еңел түгел. Сабыр һәм ипле генә итеп үҙ ҡарашыңды аңлат. Видеояҙмала быны нисек эшләргә кәрәклегенә миҫал килтерелә. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.
Матфей 7:12-не уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:
Ошо аят буйынса, Йәһүә шаһиттары булмаған туғандарыңа, теге йәки был байрамды үткәрмәгеҙ, тип әйтергә тейешһеңме?
Туғандарың менән байрамда ҡатнашмаһаң да, уларҙы яратҡаныңды һәм ҡәҙерләгәнеңде нисек күрһәтә алаһың?
6. Йәһүә беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй
Йәһүә туғандарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ менән ваҡытты күңелле үткәреүебеҙҙе теләй. Вәғәзсе 8:15-те уҡы һәм яуап бир:
Был аяттан Йәһүәнең бәхетле булыуыбыҙҙы теләгәне нисек күренә?
Йәһүә үҙ халҡының шатланып йәшәүен һәм ваҡытты күңелле үткәреүен теләй. Халыҡ-ара конгрестарыбыҙ — быға дәлил. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарап, үҙең быға ышана алаһың.
Галаттарға 6:10-ды уҡы һәм яуап бир:
Киң таралған байрамдар изгелек ҡылыу өсөн берҙән-бер ысулмы?
Һиңә нимә күберәк шатлыҡ килтерә: байрам уңайынан кәрәк булғанға ғына бүләк биреүме, әллә башҡа ваҡытта үҙ теләгең менән бүләк биреүме?
Күп Йәһүә шаһиттары үҙ балалары өсөн үҙенсәлекле байрамдар ойоштора һәм, көтмәгәндә бүләктәр биреп, уларҙы шатландыра. Әгәр балаларың бар икән, һин улар өсөн ниндәй күңелле сара ойоштора алаһың?
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Байрамдың ҡайҙан килеп сыҡҡаны мөһим түгел. Ул бит туғандар һәм дуҫтар менән осрашыр өсөн сәбәп кенә».
Ә һин нимә тиер инең?
ТӨП ФЕКЕР
Йәһүә туғандарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ менән ваҡытты күңелле үткәреүебеҙҙе теләй. Ләкин ул үҙен хурлаған байрамдарҙа ҡатнашыуыбыҙҙы теләмәй.
Ҡабатлау
Берәй байрамға Йәһүәнең ҡарашын белергә ниндәй һорауҙар ярҙам итер?
Байрамдарға бәйле ҡараштарыбыҙҙы туғандарға һәм дуҫтарға нисек аңлатырға?
Йәһүә бәхетле булыуыбыҙҙы һәм ваҡытты күңелле үткәреүебеҙҙе теләй. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Мәсихселәрҙең ниндәй байрамдарҙа ҡатнашмағанын бел.
«Ни өсөн Йәһүә шаһиттары ҡайһы бер байрамдарҙы байрам итмәй?» (интернет-мәҡәлә)
Ни өсөн беҙ, тыуған көндәрҙе үткәреү Йәһүәгә оҡшамай, тип иҫәпләйбеҙ? Дүрт сәбәпте бел.
«Ни өсөн Йәһүә шаһиттары тыуған көндәрҙе үткәрмәй?» (интернет-мәҡәлә)
Йәһүәне яратҡан балаларҙың байрамдар ваҡытында нисек уның йөрәген һөйөндөрә алғанын ҡара.
Миллионлаған мәсихсе Раштыуаны байрам итмәҫкә булған. Ни өсөн улар шундай ҡарар ҡабул иткән?
«Улар яҡшыраҡ нәмә тапҡан» («Күҙәтеү манараһы», 2012 йыл, 1 декабрь)
a 5-се ҡушымтала байрамдар менән бәйле ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙебеҙҙе нисек тоторға кәрәклеге тураһында әйтелә.