27-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
Үҙегеҙ хаҡында кәрәгенән артыҡ уйламағыҙ
«Һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ... айыҡ фекер йөрөтөгөҙ» (РИМ. 12:3).
130-СЫ ЙЫР Кисерергә әҙер булайыҡ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Филиптарға 2:3 буйынса, баҫалҡылыҡ беҙгә нисек башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡларға ярҙам итә?
БЕҘ Йәһүәгә баҫалҡылыҡ менән буйһонабыҙ, сөнки шуны аңлайбыҙ: ул беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен белә (Ефес. 4:22—24). Баҫалҡылыҡ беҙҙе Йәһүәнең ихтыярын үҙ теләктәребеҙҙән мөһимерәк тип һанарға һәм башҡаларҙы үҙебеҙҙән өҫтөн күрергә дәртләндерә. Һөҙөмтәлә беҙҙең Йәһүә һәм ҡәрҙәштәр менән мөнәсәбәттәребеҙ яҡшыра. (Филиптарға 2:3-тө уҡығыҙ.)
2. Илсе Павел нимәне таныған, һәм был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
2 Һаҡ булмаһаҡ, Шайтан донъяһындағы ғорур һәм эгоист кешеләр беҙгә йоғонто яһарға мөмкинb. Күрәһең, беренсе быуатта йәшәгән ҡайһы бер мәсихселәргә лә шундай ҡурҡыныс янаған, сөнки илсе Павел Римдағы йыйылышҡа былай тип яҙған: «Һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ... айыҡ фекер йөрөтөгөҙ» (Рим. 12:3). Павел үҙебеҙ тураһында ла уйларға кәрәклеген таныған. Әммә баҫалҡылыҡ үҙ-үҙебеҙгә дөрөҫ ҡараш һаҡларға ярҙам итер. Был мәҡәләлә беҙ үҙебеҙ хаҡында сиктән тыш күп уйлауҙан һаҡланырға ярҙам иткән кәңәштәрҙе ҡарап сығырбыҙ. Әйҙәгеҙ, бындай өс өлкәгә иғтибар итәйек: 1) никах, 2) Йәһүә ойошмаһындағы вазифалар һәм 3) социаль селтәрҙәрҙе ҡулланыу.
НИКАХТА БАҪАЛҠЫЛЫҠ САҒЫЛДЫРЫҒЫҘ
3. Ни өсөн никахта ҡаршылыҡтар тыуырға мөмкин, һәм ҡайһы берәүҙәр ниндәй ҡарарға килә?
3 Йәһүәнең ниәте буйынса, никах ир менән ҡатынға бәхет килтерергә тейеш булған. Әммә беҙ барыбыҙ ҙа камилһыҙ, шунлыҡтан никахта ваҡыт-ваҡыт ҡаршылыҡтар тыуып тора. Павел, никахҡа ингәндәр ауырлыҡтар кисерер, тип яҙған (1 Кор. 7:28). Ҡайһы берәүҙәр тормош иптәше менән гел әрләшә, шуға күрә, бер-беребеҙгә тура килмәйбеҙ, тигән һығымтаға килә. Был донъяның йоғонтоһона бирелгән парҙар тиҙ арала айырылышырға ҡарар итә. Улар, иң мөһиме — үҙемә яҡшы булһын, тип уйлай.
4. Беҙ ниндәй уйҙарҙан һаҡланырға тейеш?
4 Беҙ никахыбыҙға ҡарата тиҫкәре фекерҙә булырға тейеш түгел. Изге Яҙма буйынса, айырылышыр өсөн берҙән-бер сәбәп — енси әхлаҡһыҙлыҡ (Матф. 5:32). Шуға күрә, Павел яҙған ауырлыҡтар менән осрашҡанда, беҙ ғорурлыҡҡа бирелеп былай тип уйларға теләмәҫ инек: «Был никах минең ихтыяждарымды ҡәнәғәтләндерәме? Мин үҙем лайыҡ булған мөхәббәтте һиҙәмме? Икенсе кеше менән бәхетлерәк булмаҫмынмы?» Шулай фекер йөрөткән кеше үҙе тураһында ғына уйлай. Был донъяның зирәклеге һеҙҙе йөрәгегеҙҙе тыңларға, үҙ бәхетегеҙ тураһында ғына уйларға һәм, бының өсөн айырылышырға кәрәк булһа, хатта шундай аҙымды ла эшләргә этәрә. Алла зирәклеге иһә «һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен» тип кәңәш итә (Флп. 2:4). Йәһүә һеҙҙең айырылышыуығыҙҙы түгел, ә үҙ никахығыҙҙы һаҡлап ҡалыуығыҙҙы теләй (Матф. 19:6). Ул һеҙҙең үҙегеҙ тураһында түгел, ә, беренсе сиратта, уның нормалары хаҡында уйлауығыҙҙы теләй.
5. Ефестарға 5:33 буйынса, ир менән ҡатын бер-береһе менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш?
5 Ир менән ҡатын бер-береһенә яратыу һәм хөрмәт күрһәтергә тейеш. (Ефестарға 5:33-тө уҡығыҙ.) Изге Яҙма беҙҙе, алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк, тип өйрәтә (Ғәм. 20:35). Ниндәй сифат ир менән ҡатынға яратыу һәм хөрмәт күрһәтергә ярҙам итер? Баҫалҡылыҡ. Баҫалҡы ир йә ҡатын үҙенә түгел, ә тормош иптәшенә файҙа эҙләй (1 Кор. 10:24).
6. Стивен менән Стефаниҙың һүҙҙәренән нимәгә өйрәнеп була?
6 Баҫалҡылыҡ күп парҙарға никахта бәхетлерәк булырға ярҙам иткән. Мәҫәлән, Стивен исемле ир былай ти: «Бер команда булһағыҙ, һеҙ бергә эш итерһегеҙ, бигерәк тә ауырлыҡтар тыуғанда. „Минең өсөн нимә яҡшыраҡ?“ тип уйлау урынына, һеҙ „Беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ?“ тип уйларһығыҙ». Уның ҡатыны Стефани шулай уҡ уйлай. «Бер кемдең дә һәр ваҡыт бәхәсләшкән кеше менән йәшәгеһе килмәй, — ти ул. — Берәй ауырлыҡ тыуһа, беҙ бының нисек килеп сыҡҡанын аңларға тырышабыҙ. Шунан доға ҡылабыҙ, тикшереү үткәрәбеҙ һәм был ауырлыҡты нисек хәл итеп булғаны хаҡында фекер алышабыҙ. Беҙ бер-беребеҙгә ҡаршы түгел, ә ауырлыҡҡа ҡаршы көрәшәбеҙ». Ир йә ҡатын үҙен тормош иптәшенән мөһимерәк тип һанамаһа, икеһе лә бәхетлерәк булыр.
ЙӘҺҮӘГӘ БАҪАЛҠЫЛЫҠ МЕНӘН ХЕҘМӘТ ИТЕГЕҘ
7. Хөрмәтле йөкләмә алған ағай-ҡәрҙәш ниндәй рух сағылдырырға тейеш?
7 Беҙ Йәһүәгә бар мөмкинлектәрҙе ҡулланып хеҙмәт итеүҙе ҙур хөрмәт тип һанайбыҙ (Зәб. 27:4; 84:10). Хеҙмәттә яуаплы вазифаларға ынтылған ағай-ҡәрҙәш маҡтауға лайыҡ. Изге Яҙмала: «Етәксе [«күҙәтеүсе», ЯДТ] булырға ынтылыусы кешенең ниәте изге», — тиелгән (1 Тим. 3:1). Ләкин, Йәһүәнең ойошмаһында берәй йөкләмә алған ағай-ҡәрҙәш үҙе тураһында кәрәгенән артыҡ уйларға тейеш түгел (Лука 17:7—10). Уның маҡсаты башҡаларға баҫалҡылыҡ менән хеҙмәт итеү булырға тейеш (2 Кор. 12:15).
8. Диотреф, Озия һәм Әбессәләмдең миҫалдарынан нимәгә өйрәнеп була?
8 Изге Яҙмала үҙҙәре тураһында сиктән тыш күп уйлаған кешеләрҙең миҫалдары килтерелә. Мәҫәлән, Диотреф тыйнаҡ булмаған, ул йыйылышта «беренселекте тоторға яратҡан» (3 Яхъя 9). Озия, ғорурланып китеп, үҙенә тапшырылмаған хөрмәтле йөкләмәне башҡарырға маташҡан (2 Йыл. 26:16—21). Әбессәләм, батша булырға теләп, хәйләкәрлек менән кешеләрҙең йөрәктәрен яулап алырға тырышҡан (2 Сам. 15:2—6). Был миҫалдарҙан күренеүенсә, Йәһүә үҙенә дан эҙләгән кешеләрҙе хупламай (Ғиб. һүҙ. 25:27). Ахыр сиктә ғорурлыҡ һәм дан һөйөүсәнлек һәләкәткә килтерә (Ғиб. һүҙ. 16:18).
9. Ғайса беҙгә ниндәй үрнәк ҡалдырған?
9 Был ғорур кешеләрҙән айырмалы булараҡ, Ғайса Мәсих, «булмышы менән илаһи булһа ла, Аллаға тиң булырға» ынтылмаған, был уның уйына ла килмәгән (Флп. 2:6). Ғаләмдә Йәһүәнән һуң икенсе шәхес булһа ла, Ғайса үҙе тураһында кәрәгенән артыҡ уйламаған. Ул үҙенең шәкерттәренә: «Арағыҙҙағы иң түбәне — иң бөйөгө», — тигән (Лука 9:48). Ғайсанан үрнәк алып, баҫалҡылыҡ сағылдырған пионерҙар, хеҙмәт ярҙамсылары, өлкәндәр һәм район күҙәтеүселәре менән хеҙмәттәшлек итеү — ҙур фатиха! Йәһүәнең баҫалҡы хеҙмәтселәре Алла ойошмаһындағы яратыуға өлөш индерә, ә яратыу — ысын мәсихселәрҙе айырып торған билдә (Яхъя 13:35).
10. Йыйылыштағы проблемалар дөрөҫ хәл ителмәй кеүек тойолһа, нимә эшләргә?
10 Йыйылышта ниндәйҙер проблема булһа һәм өлкәндәр бер нәмә лә эшләмәй кеүек тойолһа, быға нисек ҡарарға? Зарланыу урынына, һеҙ яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итеп баҫалҡылыҡ сағылдыра алаһығыҙ (Евр. 13:17). Бындай һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ: «Мин күргән проблема ысынлап та шул тиклем етдиме, һәм уны төҙәтергә кәрәкме? Хәҙер был хәлде төҙәтер өсөн яҡшы ваҡытмы? Был проблеманы төҙәтеү өсөн мин яуаплымы? Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин йыйылыштың берҙәмлегенә өлөш индерергә тырышаммы йә үҙемде мөһим итеп күрһәтергә теләйемме?»
11. Ефестарға 4:2, 3 буйынса, Йәһүәгә баҫалҡылыҡ менән хеҙмәт итеү ниндәй емештәр килтерә?
11 Йәһүә баҫалҡылыҡты һәләттәргә ҡарағанда нығыраҡ ҡәҙерләй һәм берҙәмлекте эффективлыҡҡа ҡарағанда мөһимерәк тип һанай. Шуға күрә Йәһүәгә баҫалҡылыҡ менән хеҙмәт итегеҙ. Шул саҡта һеҙ йыйылыштың берҙәмлегенә өлөш индерерһегеҙ. (Ефестарға 4:2, 3-тө уҡығыҙ.) Быны нисек эшләп була? Вәғәздә мөмкин тиклем күберәк ҡатнашығыҙ. Башҡалар өсөн игелекле эштәр ҡылыр өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ. Бөтә ҡәрҙәштәргә, шул иҫәптән йыйылышта яуаплы вазифалар үтәмәгән ҡәрҙәштәргә ҡарата ла ҡунаҡсыл булығыҙ (Матф. 6:1—4; Лука 14:12—14). Йыйылыш менән баҫалҡы рәүештә хеҙмәттәшлек итһәгеҙ, башҡалар һеҙҙең һәләттәрегеҙҙе генә түгел, ә баҫалҡы булыуығыҙҙы ла күрер.
СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘРҘЕ ҠУЛЛАНҒАНДА, БАҪАЛҠЫЛЫҠ САҒЫЛДЫРЫҒЫҘ
12. Изге Яҙмала дуҫлыҡ тураһында нимә әйтелә?
12 Йәһүә беҙҙең үҙ ғаиләбеҙ һәм дуҫтарыбыҙ менән шатланып аралашыуыбыҙҙы теләй (Зәб. 133:1). Ғайсаның да яҡшы дуҫтары булған (Яхъя 15:15). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ысын дуҫтар — ҙур фатиха (Ғиб. һүҙ. 17:17; 18:24). Унда шулай уҡ, башҡаларҙан ситләшеү файҙа килтермәй, тиелә (Ғиб. һүҙ. 18:1). Күптәр уйлауынса, социаль селтәрҙәр дуҫтар табырға һәм яңғыҙлыҡ тойғоһонан арынырға ярҙам итә. Әммә уларҙы ҡулланғанда, һаҡ булырға кәрәк.
13. Ни өсөн социаль селтәрҙәрҙе ҡулланған ҡайһы бер кешеләр үҙҙәрен яңғыҙ хис итә һәм бойоға?
13 Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, социаль селтәрҙәрҙә күп ваҡыт үткәргән кешеләр йыш ҡына үҙҙәрен яңғыҙ хис итә һәм төшөнкөлөккә бирелә. Ни өсөн? Сәбәптәрҙең береһе: ғәҙәттә, социаль селтәрҙәрҙә кешеләр, үҙҙәренең һәм дуҫтарының иң яҡшы фотоларын һайлап, тормоштарының иң сағыу мәлдәрен һәм үҙҙәре барып ҡайтҡан иң ҡыҙыҡлы урындарҙы ғына күрһәтә. Шул фотоларҙы ҡараған кеше, ә минең тормошом төҫһөҙ һәм күңелһеҙ, тигән һығымтаға килергә мөмкин. 19 йәшлек бер апай-ҡәрҙәш былай тип таный: «Үткән ялдарҙа башҡаларҙың рәхәтләнеп күңел асҡанын күргәндә, ә үҙемдең өйҙә күңелһеҙләнеп ултырғанымды аңлағанда, мин көнләшә башлай торғайным».
14. 1 Петр 3:8-ҙә яҙылған кәңәш беҙгә нисек социаль селтәрҙәрҙе аҡыллы итеп ҡулланырға ярҙам итә ала?
14 Әлбиттә, социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар файҙа ла килтерә. Мәҫәлән, улар ярҙамында беҙ туғандарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ менән аралаша алабыҙ. Әммә ҡайһы берәүҙәр, социаль селтәрҙәргә фото йә видео ҡуйғанда һәм комментарий ҡалдырғанда, үҙҙәренә иғтибар йәлеп итергә тырыша. Әйтерһең дә, улар «Миңә ҡарағыҙ!» тип ҡысҡыра. Ә кемдер хатта үҙенең йә башҡа кешенең фотоһы аҫтында тупаҫ йә әҙәпһеҙ комментарий яҙа. Мәсихселәр баҫалҡылыҡ һәм яратыу кеүек сифаттар үҫтерергә тырыша, шуға күрә улар социаль селтәрҙәрҙе аҡыллы итеп ҡуллана. (1 Петр 3:8-ҙе уҡығыҙ.)
15. Изге Яҙма беҙгә нисек үҙебеҙҙе юғары ҡуймаҫҡа ярҙам итә?
15 Социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар менән ҡулланһағыҙ, үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Мин ҡуйған фотолар, видеолар һәм комментарийҙар маҡтаныу кеүек күренмәйме? Башҡаларҙа көнләшеү хисе тыуҙырмайыммы?» Изге Яҙмала былай тиелә: «Донъялағы бөтөн нәмә: гонаһлы тәбиғәтебеҙ нимә теләй, күҙҙәребеҙ нимә күрергә зарыға һәм тормошта тәкәбберлеккә нимә килтерә — улар Атанан түгел, фәҡәт донъянан» (1 Яхъя 2:16). Изге Яҙманың бер тәржемәһендә «тәкәбберлеккә нимә килтерә» тигән һүҙҙәр «мөһим булып күренергә тырышыу» тип тәржемә ителгән. Мәсихселәр, башҡаларҙың күҙендә мөһим булып күренергә кәрәк, тип һанамай. Улар Изге Яҙмалағы бындай кәңәш буйынса эш итә: «Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек» (Гал. 5:26). Баҫалҡылыҡ беҙҙе был донъя кешеләренә хас булған маҡтаныу рухынан һаҡлар.
«АЙЫҠ ФЕКЕР ЙӨРӨТӨГӨҘ»
16. Ни өсөн беҙгә ғорурлыҡтан һаҡланырға кәрәк?
16 Баҫалҡылыҡ үҫтереү мөһим, сөнки ғорур кешеләр айыҡ фекер йөрөтә алмай (Рим. 12:3). Улар бәхәсләшергә ярата һәм үҙҙәре тураһында ғына уйлай. Шундай фекер йөрөтөү рәүеше уларҙың үҙҙәренә лә, башҡаларға ла зыян килтерә. Үҙгәрмәһәләр, Шайтан артабан да уларҙың аҡылын томалаясаҡ һәм боҙасаҡ (2 Кор. 4:4; 11:3). Баҫалҡы кеше иһә айыҡ фекер йөрөтә. Ул үҙенә дөрөҫ ҡарай һәм башҡаларҙың үҙенән күп яҡтарҙан өҫтөнөрәк булғанын аңлай (Флп. 2:3). Ул шулай уҡ «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә» икәнен белә (1 Пет. 5:5). Айыҡ фекер йөрөткән кешеләр Йәһүә менән дошманлашырға һис теләмәй.
17. Баҫалҡы булып ҡалыр өсөн, нимә эшләргә кәрәк?
17 Баҫалҡы булып ҡалыр өсөн, Изге Яҙмалағы бындай һүҙҙәр буйынса эш итергә кәрәк: «Элекке йәшәү рәүешегеҙҙе кейемегеҙҙе сискәндәй сисеп [ташлағыҙ] һәм яңы кеше булып [кейенегеҙ]» (Кол. 3:9, 10). Беҙгә Ғайса Мәсихтең миҫалын тикшерергә һәм унан һәр яҡлап өлгө алырға кәрәк (1 Пет. 2:21). Эйе, был еңел түгел, әммә был күп файҙа килтерәсәк. Баҫалҡылыҡ үҫтереп, беҙ ғаиләбеҙҙе бәхетлерәк итербеҙ, йыйылыштың берҙәмлеген нығытырбыҙ һәм социаль селтәрҙәр менән дөрөҫ ҡулланырбыҙ. Ә иң мөһиме: Йәһүәнең хуплауын һәм фатихаһын алырбыҙ.
117-СЕ ЙЫР Игелек сифаты
a Бөгөнгө донъяла күп кешеләр ғорур һәм үҙҙәре тураһында ғына уйлай. Ундай рухты йоҡтормаҫ өсөн, һаҡ булырға кәрәк. Изге Яҙма беҙгә үҙебеҙ тураһында кәрәгенән артыҡ уйламаҫҡа кәңәш итә. Был мәҡәләлә беҙ ниндәй өс өлкәлә был кәңәште ҡулланып булғанын күрербеҙ.
b АҢЛАТМА. Ғорур кеше башҡалар тураһында түгел, ә күберәк үҙе хаҡында уйлай. Шунлыҡтан уға эгоизм хас. Ә баҫалҡы кеше башҡалар хаҡында эскерһеҙ ҡайғырта, ул үҙен әллә кемгә ҡуймай һәм тыйнаҡлыҡ сағылдыра.
c РӘСЕМДӘ: конгреста сығыш яһарға һәм башҡаларға күрһәтмәләр бирергә һәләтле ағай-ҡәрҙәш шулай уҡ вәғәз өсөн осрашыуҙарҙы үткәрә һәм Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа ҡатнаша.