-
Үҙгәртергә маташыуҙарға ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалғанКүҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2016 | июль
-
-
Троица тураһындағы тәғлимәт. Изге Яҙма яҙылып бөтөүгә 300 йыл да үтмәҫтән 1 Яхъя 5:7-ләге шиғырға бындай һүҙҙәр өҫтәлгән булған: «Күктә Ата, Һүҙ һәм Изге Рух; уларҙың өсөһө лә бер». Был һүҙҙәр төп нөсхәлә осрамай. Брюс Мецгер исемле ғалим әйтеүенсә, был һүҙҙәр «VI быуаттан башлап иҫке латин телендәге Изге Яҙмала һәм [латин телендәге] Вульгатала йышыраҡ осрай башлаған».
-
-
Үҙгәртергә маташыуҙарға ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалғанКүҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2016 | июль
-
-
Икенсенән, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған бик күп ҡулъяҙмалар Изге Яҙма белгестәренә тексҡа ингән хаталарҙы асыҡларға ярҙам итә. Мәҫәлән, дин әһелдәре быуаттар буйы үҙҙәрендәге латин телендәге тәржемәләрҙе Изге Яҙманың төп нөсхәһенә тура килә тип өйрәткән. Шул уҡ ваҡытта улар, был мәҡәләнең башында әйтелгәнсә, 1 Яхъя 5:7-ләге шиғырға төп нөсхәлә булмаған һүҙҙәрҙе өҫтәгән. Өҫтәлгән өҙөк хатта Изге Яҙманың инглиз телендәге бик абруйлы «Яков батша тәржемәһе»нә лә ингән. Ләкин табылған башҡа ҡулъяҙмалар нимә асыҡлаған? Брюс Мецгер былай тип яҙған: «Был өҙөк [1 Яхъя 5:7-гә өҫтәлгән һүҙҙәр], латин телендәге тәржемәнән тыш, боронғо заманда яһалған (сүриә, копт, әрмән, эфиоп, ғәрәп, славян телендәге) тәржемәләрҙең береһендә лә осрамай». Һөҙөмтәлә был өҙөк яңынан ҡарап сығылған «Яков батша тәржемәһе»нән һәм Изге Яҙманың башҡа тәржемәләренән алып ташланған.
-