Алла Батшалығы килгәс, нимә юҡ ителәсәк?
«Донъя һәм уның теләктәре үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй» (1 ЯХЪЯ 2:17).
1, 2. а) Был донъя ниндәй яҡтан үлем язаһына хөкөм ителгән енәйәтсегә оҡшаш? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Аҡылға эйә бөтә заттар был яуыз донъяның юҡ ителеүенә нисек ҡараясаҡ?
«ТЕРЕ МӘЙЕТ КИЛӘ!» Был һүҙҙәр, ҡурҡыныс енәйәтсене камеранан алып сыҡҡанда, төрмә коридорҙарында яңғырай. Ни өсөн һаҡсылар шундай сәйер һүҙҙәр ҡысҡыра һуң? Кеше бит тере, хатта сәләмәт тә кеүек күренә. Хикмәт шунда: һаҡсылар уны үлем язаһын башҡарыу урынына алып китеп бара. Хөкөм ителгән был енәйәтсене инде мәйет тип атарға булаa.
2 Ниндәйҙер мәғәнәлә бөгөнгө яуыз донъя үлемгә хөкөм ителгән шундай енәйәтсене хәтерләтә. Уға күптән инде хөкөм ҡарары сығарылған һәм уның юҡ ителеүе яҡынлашып килә. Изге Яҙмала: «Донъя... үтеп китә», — тип яҙылған (1 Яхъя 2:17). Шулай буласағына беҙ тамсы ла шикләнмәйбеҙ. Шулай ҙа үлем язаһына хөкөм ителгән енәйәтсе ғүмеренең аҙағы менән был яуыз донъяның ахыры араһында бер бик мөһим айырма бар. Енәйәтсе тураһында әйткәндә, уның, сығарылған ҡарарҙың ғәҙел булыуына шикләнеп йә булмаһа һуңғы минуттарҙа ҡарарҙың кисектерелеүенә өмөтләнеп, хөкөм ҡарарына протест яһау мөмкинлеге бар. Әммә был донъя тураһында әйткәндә, уға хөкөм ҡарарын Ғаләмдәге иң бөйөк Хөкөмсө сығарған (Ҡан. 32:4). Хөкөм ҡарарының үтәлеүе кисектерелмәйәсәк һәм уның ғәҙел булыуына бер кем дә шикләнмәйәсәк. Был хөкөм ҡарары тормошҡа ашырылғас, аҡылға эйә бөтә заттар ғәҙеллек урынлашыуына шатланыр. Был уларға ысын азатлыҡ килтерер!
3. Алла Батшалығы килгәс, был донъяның ниндәй өлөштәре юҡ ителәсәк?
3 Үтеп барған «донъя» үҙ эсенә нимәне ала? Бөгөнгө тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө тип һаналған күп нәмәләр юҡ ителәсәк. Был насар яңылыҡмы? Һис тә юҡ! Асылда, «Алла Батшалығы хаҡындағы... Һөйөнөслө Хәбәр» тап шуға иғтибар итә лә (Матф. 24:14). Шулай итеп, әйҙәгеҙ, Алла Батшалығы килеүе менән нимә юҡ ителәсәген ҡарап сығайыҡ. Беҙ дүрт яҡҡа, яуызлыҡ ҡылыусы кешеләр, боҙоҡлоҡҡа батҡан ойошмалар, яуыз эштәр, ауыр шарттарға иғтибар итербеҙ. Был яҡтарға иғтибар итеп, беҙ: 1) улар тормошобоҙға ниндәй йоғонто яһай, 2) Йәһүә улар менән нимә эшләйәсәк һәм 3) улар нимә менән алмаштырыласаҡ икәне хаҡында белербеҙ.
ЯУЫЗ КЕШЕЛӘР
4. Яуыз кешеләр тормошобоҙға нисек тьәҫир итә?
4 Яуыз кешеләр тормошобоҙға нисек тәьҫир итә? «Ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар» етәсәге хаҡында пәйғәмбәрлек әйткәндә, илсе Павел, Алла тарафынан рухландырылып, былай тип яҙған: «Яуыздар һәм алдаҡсылар... уҫалланғандан-уҫаллана барыр» (2 Тим. 3:1—5, 13). Һеҙ был һүҙҙәрҙең үтәлеүен күрәһегеҙме? Күбебеҙҙең яуыз кешеләрҙән — һуғыш суҡмарҙары, фанатиктар йә аяуһыҙ енәйәтселәрҙән зыян күргәне бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре яуыз булыуҙарын асыҡ итеп күрһәтә, башҡалар иһә, яҡшы кеше булып ҡыланып, насар эштәрен аҫтыртын ғына ҡыла. Шәхсән беҙгә зыян килтермәһә лә, улар барыбер тормошобоҙға тьәҫир итә. Беҙ, уларҙың ҡанһыҙ эштәре хаҡында ишеткәндә, ҡурҡып ҡуябыҙ. Яуыздарҙың балалар, ололар һәм үҙен яҡлай алмаған башҡа кешеләр менән ни тиклем аяуһыҙ мөғәмәлә итеүе йәнде өшөтә. Улар үҙҙәрен кешеләрсә түгел, ә хайуандарса, хатта ендәргә хас булғанса тота (Яҡ. 3:15). Бәхеткә күрә, Алла Һүҙендәге шатлыҡлы хәбәр беҙгә иғтибарҙы яҡшы нәмәләргә тупларға ярҙам итә.
5. а) Һәр яуыз кешенең ниндәй мөмкинлеге бар? б) Үҙгәрергә теләмәгән яуыз кешеләр менән нимә булыр?
5 Йәһүә яуыз кешеләр менән нимә эшләр? Хәҙерге ваҡытта Йәһүә уларға тормоштарын үҙгәртергә мөмкинлек бирә (Ишағ. 55:7). Һуңғы хөкөм ҡарары айырым кешеләргә түгел, ә был донъяға сығарылған. Әммә үҙгәрергә теләмәгән һәм ҙур афәт башланғанға тиклем был донъя яҡлы булып ҡалған кешеләр менән нимә булыр? Йәһүә яуыздарҙы бөтөнләйгә юҡ итергә вәғәҙә итә. (Зәбур 37:10-ды уҡығыҙb.) Бәлки, улар, беҙгә бер ни ҙә янамай, тип уйлайҙыр. Күптәр яуыз эштәрен йәшерергә өйрәнгән, һәм йыш ҡына улар һыуҙан ҡоро сыға кеүек тойола (Әйүп 21:7, 9). Ләкин Изге Яҙмала бына нимә әйтелә: «Хоҙайҙың күҙҙәре кеше юлдарын күрә бит, ул уның һәр аҙымын күҙәтеп тора. Яуызлыҡ ҡылыусылар йәшеренә алырлыҡ ҡараңғылыҡ та, дөм ҡараңғылыҡ та юҡ» (Әйүп 34:21, 22). Йәһүәнән йәшенеп булмай. Бер кем дә уны алдай алмай. Хатта дөм ҡараңғылыҡта ла яуыз эштәрҙе Алланан йәшереп булмай, ул барыһын да күрә. Армагеддондан һуң беҙ бер яуыз кешене лә тапмаҫбыҙ. Улар мәңгегә юҡ булыр! (Зәб. 37:12—15)
6. Яуыздар юҡ ителгәндән һуң ерҙә кем ҡалыр, һәм ни өсөн был беҙҙе шатландыра?
6 Яуыздар юҡ ителгәндән һуң ерҙә кем ҡалыр? Йәһүә, беҙгә өмөт биреп, былай тип вәғәҙә итә: «Йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ». Шул уҡ мәҙхиәлә тағы былай тиелә: «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәб. 37:11, 29). «Йыуаштар» һәм «тәҡүәләр» кемдәр улар? Йыуаштар — баҫалҡылыҡ сағылдырып, Йәһүәнең һүҙҙәренә һәм күрһәтмәләренә ҡолаҡ һалған кешеләр, ә тәҡүәләр — шатланып Алла күҙлегенән дөрөҫ булған эштәр башҡарыусылар. Бөгөн яуыз кешеләрҙең һаны тәҡүәләргә ҡарағанда шаҡтай күберәк. Әммә яңы донъя килгәс, йыуаштар менән тәҡүәләрҙең һаны әҙерәк тә, күберәк тә булмаясаҡ — ерҙә тик улар ғына йәшәйәсәк. Шундай кешеләр ерҙе ысын ожмахҡа әйләндерәсәк!
БОҘОҠЛОҠҠА БАТҠАН ОЙОШМАЛАР
7. Боҙоҡлоҡҡа батҡан ойошмалар тормошобоҙға нисек тәьҫир итә?
7 Боҙоҡлоҡҡа батҡан ойошмалар тормошобоҙға нисек тәьҫир итә? Был донъяла ҡылынған күпселек яуызлыҡ өсөн айырым кешеләр түгел, ә ойошмалар яуаплы. Мәҫәлән, миллионлаған кешене алдаған дини ойошмалар хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Улар Алла хаҡында, ерҙең һәм кешелектең киләсәге тураһында дөрөҫөн һөйләмәй, Изге Яҙманың абруйын төшөрә һәм башҡа күп ялған тарата. Ә һуғыштар һәм милли бәрелештәр ойошторған, ярлыларҙы һәм көсһөҙҙәрҙе йәберләгән, ришүәт һәм таныш-тоношлоҡ иҫәбенә байыған хөкүмәттәр хаҡында нимә әйтеп була? Шулай уҡ, табыш артынан ҡыуып, тирә-яҡ мөхитте харап иткән, тәбиғәт байлыҡтарын бөтөргән һәм һатып алыусыларҙың ышаныуын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған корпорациялар тураһында нимә әйтеп була? Һөҙөмтәлә ҡайһы берәүҙәр муллыҡтан кинәнә, ә миллиондар осто осҡа ялғай алмайынса интегә. Шик тә юҡ, донъялағы ғазаптар өсөн күбеһенсә боҙоҡлоҡҡа батҡан ойошмалар яуаплы.
8. Изге Яҙма буйынса, кешеләргә ҡаҡшамаҫ булып күренгән ойошмалар менән нимә булыр?
8 Йәһүә был ойошмалар менән нимә эшләр? Ҙур афәт сәйәси көстәрҙең Бөйөк Вавилонға, йәки фәхишә итеп һүрәтләнгән бөтә ялған дини ойошмаларға ҡаршы сығыуы менән башланыр (Асыл. 17:1, 2, 16; 18:1—4). Был дини ойошмалар бөтөнләй юҡҡа сығыр. Ә боҙоҡлоҡҡа батҡан башҡа ойошмалар менән нимә булыр? Уларҙың күбеһе кешеләргә ҡаҡшамаҫ булып күренә, шунлыҡтан Изге Яҙмала улар тауҙар һәм утрауҙар менән сағыштырыла. (Асылыш 6:14-те уҡығыҙ.) Алла Һүҙендә пәйғәмбәрлек ителгәнсә, хөкүмәттәр һәм уларға бәйле булған бөтә ойошмалар тар-мар ителер. Был иҫке донъяның бөтә хөкүмәттәре һәм улар менән бергә Алла Батшалығына ҡаршы сығыусылар юҡ ителгәндә, ҙур афәт иң юғары нөктәһенә етәсәк (Ирем. 25:31—33). Шунан һуң ер йөҙөндә боҙоҡлоҡҡа батҡан бер ойошма ла ҡалмаясаҡ!
9. Ни өсөн яңы йәмғиәттә именлек хөкөм һөрөрөнә бер ҙә шикләнмәҫкә була?
9 Уларға алмашҡа нимә килер? Армагеддондан һуң ниндәй ҙә булһа ойошма ҡалырмы? Изге Яҙмала былай тиелә: «Беҙ Алла тарафынан вәғәҙә ителгән хаҡлыҡ хакимлыҡ итәсәк яңы күкте һәм яңы ерҙе көтәбеҙ» (2 Пет. 3:13). Иҫке күк һәм ер, йәғни боҙоҡлоҡҡа бирелгән хөкүмәттәр һәм улар яҡлы кешеләр юҡҡа сығыр. Уларға алмашҡа нимә килер? «Яңы күк» һәм «яңы ер» тигән һүҙбәйләнештәр яңы хөкүмәтте һәм уға буйһонасаҡ яңы йәмғиәтте аңлата. Ғайса Мәсих етәкселегендәге был Батшалыҡтың идарасылары «именлек Аллаһы» Йәһүәнең сифаттарын камил рәүештә сағылдырыр (1 Кор. 14:33). Тимәк, яңы йәмғиәттә именлек хөкөм һөрәсәк. Төрлө һорауҙарҙы тәҡүә ир-аттар хәл итер (Зәб. 45:16). Был тәҡүә ир-аттар Ғайса Мәсих һәм уның 144 000 хакимдашы етәкселегендә эш итер. Күҙ алдына ғына килтерегеҙ: боҙоҡлоҡҡа батҡан бөтә ойошмалар урынына берҙәм, яуызлыҡҡа бер ҡасан да бирелмәйәсәк ойошма киләсәк!
ЯУЫЗ ЭШТӘР
10. Һеҙ йәшәгән ерҙә ниндәй яуыз эштәр киң таралған? Был һеҙгә һәм туғандарығыҙға нисек тәьҫир итә?
10 Яуыз эштәр тормошобоҙға нисек тәьҫир итә? Беҙ яуызлыҡ менән тулған донъяла йәшәйбеҙ. Әхлаҡһыҙлыҡ, алдау һәм аяуһыҙлыҡ инде бөтә ергә үтеп ингән кеүек тойола. Ата-әсәләргә бигерәк тә ауыр, сөнки улар балаларын бындай яуызлыҡтан һаҡларға тейеш. Күңел асыу индустрияһы яуыз эштәрҙе элеккегә ҡарағанда күркәмерәк итеп күрһәтә, шул уҡ ваҡытта Алланың яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларынан мыҫҡыллап көлә (Ишағ. 5:20). Ысын мәсихселәр бындай ҡарашты кире ҡаға. Улар Йәһүәнең нормаларын һанға һуҡмаҫҡа этәргән мөхиттә тоғро булып ҡалыр өсөн күп көс һала.
11. Йәһүәнең Содом һәм Гоморраны хөкөм итеүенән беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?
11 Йәһүә нимә эшләр? Содом һәм Гоморрала яуызлыҡ таралғас, Алланың нимә эшләгәнен ҡарап сығайыҡ. (2 Петр 2:6—8-ҙе уҡығыҙ.) Тәҡүә Лут, тирә-яғында ни хәтлем яуызлыҡ ҡылынғанын күреп, ғазап сиккән. Йәһүә, шул ерҙәрҙә булған бөтә ҡалаларҙы юҡ итеп, ундағы әхлаҡһыҙлыҡты бөтөрөүҙән тыш, шулай уҡ «аллаһыҙҙарҙың киләсәге ниндәй булаһын һабаҡ рәүешендә киҫәткән». Оҙаҡламай, Йәһүә был донъяны хөкөм итә башлағас, ул тап шулай уҡ бөтә яуызлыҡты юҡ итер.
12. Был иҫке донъя юҡ ителгәндән һуң һеҙ ниндәй эштәр менән шөғөлләнергә хыялланаһығыҙ?
12 Яуыз эштәрҙе нимә алмаштырыр? Ерҙәге ожмахта күп төрлө ҡыҙыҡлы эш булыр. Күҙ алдына килтерегеҙ, планетаны ожмахҡа әйләндереү, үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙ өсөн йорт төҙөү беҙгә ниндәй шатлыҡ килтерәсәк! Йәки беҙҙең миллионлаған терелтелгән кешеләр менән танышыуыбыҙ, уларға Йәһүәнең нормалары һәм уның үткәндә кешеләр менән нисек мөғәмәлә иткәне тураһында белергә ярҙам итеүебеҙ хаҡында уйлап ҡарағыҙ (Ишағ. 65:21, 22; Ғәм. 24:15). Тормошобоҙ ҙур шатлыҡ килтергән һәм Йәһүәне данлаған эштәр менән тулы булыр.
АУЫР ШАРТТАР
13. Шайтан, Әҙәм һәм Һауа күтәргән фетнә ниндәй ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергән?
13 Ауыр шарттар тормошобоҙға нисек тәьҫир итә? Яуыздар, боҙоҡлоҡҡа батҡан ойошмалар һәм яуыз эштәр бөтәһе бергә ер йөҙөндә ауыр шарттар булдыра. Һуғыштар, ярлылыҡ, расизм миңә бер нисек тә тәьҫир итмәй, тип кем әйтә ала? Ә ауырыуҙар менән үлемдән кем ҡаса ала? Быларҙың барыһы ла беҙҙең һәр беребеҙгә нисек тә булһа тәьҫир итә. Был ауыр шарттар — Шайтан, Әҙәм һәм Һауа Йәһүәгә ҡаршы күтәргән фетнәнең эҙемтәләре. Хәҙер беҙҙең беребеҙ ҙә уларҙың фетнәһенең әсе эҙемтәләренән ҡотола алмай.
14. Йәһүә ауыр шарттар менән нимә эшләр? Миҫал килтерегеҙ.
14 Йәһүә ауыр шарттар менән нимә эшләр? Мәҫәлән, Йәһүә һуғыштарҙы туҡтатырға вәғәҙә итә. (Зәбур 46:8, 9-ҙы уҡығыҙc.) Ә ауырыуҙар менән нимә булыр? Улар юҡҡа сығыр (Ишағ. 33:24). Ә үлем менән Йәһүә нимә эшләр? Ул уны мәңгегә юҡ итер (Ишағ. 25:8). Ул ярлылыҡты бөтөрөр (Зәб. 72:12—16). Алла тормошобоҙҙо ғазаплы иткән бөтә шарттарҙы ла юҡҡа сығарыр. Йәһүәнең ярҙамында беҙгә бүтән хатта был донъяның ағыулы «һауаһы» ла тәьҫир итмәҫ. Шайтан һәм ендәрҙән сыҡҡан был насар рухтың эҙе лә ҡалмаҫ (Ефес. 2:2).
15. Армагеддондан һуң нимәләр мәңгегә юҡҡа сығыр?
15 Һуғыш, ауырыу һәм үлем булмаған донъяны күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Армия, хәрби караптар һәм самолеттар юҡ. Һуғыш ҡоралдары һәм һуғышҡа арналған һәйкәлдәр юҡ. Дауаханалар, табибтар, шәфҡәт туташтары, медицина страховкалары юҡ. Моргтар, ритуал йорттары, зыяраттар юҡ. Енәйәтселек булмағас, һаҡлау хеҙмәте, полиция, сигнализация һәм, бәлки, йоҙаҡтар менән асҡыстар ҙа кәрәк булмаҫ! Шомло уйҙар һәм борсолоуҙар башҡа бер ҡасан да күңелебеҙҙе биләмәҫ.
16, 17. а) Армагеддонды кисереп сыҡҡан кешеләр нимә хис итер? Миҫал килтерегеҙ. б) Был донъя юҡ ителгәндә тере ҡаласағыбыҙға тулыһынса ышаныр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
16 Ауыр шарттар юҡҡа сыҡҡас, тормош ниндәй буласаҡ? Быны күҙ алдына килтереү еңел түгел. Был донъяла шул тиклем оҙаҡ йәшәгәнгә, беҙ, бәлки, ауыр шарттарҙың үҙебеҙгә ни тиклем ныҡ тәьҫир итеүен һиҙмәй ҙә башлағанбыҙҙыр. Беҙ тимер юл станцияһы янында йәшәгән кешегә оҡшаш. Ваҡыт уҙыу менән ул поезд тауышын ишетмәй башлай. Йәки ҡала сүплеге янында йәшәүсе һаҫыҡ еҫте инде һиҙмәй башларға мөмкин. Әммә ундай насар шарттарҙан ҡотолоу ниндәй еңеллек килтерер ине!
17 Беҙ хәҙерге ваҡытта кисергән ауыр хистәрҙе нимә алмаштырыр? Зәбур 37:11-ҙә былай тиелә: «Йыуаштар... сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ». Был һүҙҙәр күңелебеҙҙе йылытмаймы ни? Алла беҙҙең тап шулай йәшәүебеҙҙе теләй. Шуға күрә был ауыр һуңғы көндәрҙә Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр һаҡлар өсөн һәм уның ойошмаһынан йыраҡлашмаҫ өсөн көсөгөҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ! Өмөтөгөҙҙө ҡәҙерләгеҙ, уның хаҡында уйланығыҙ, ул һәр саҡ аҡылығыҙҙа һәм күңелегеҙҙә йәшәһен. Яйы сыҡҡан һайын уның тураһында башҡаларға һөйләгеҙ (1 Тим. 4:15, 16; 1 Пет. 3:15). Шулай эшләһәгеҙ, һис тә шикләнмәгеҙ, һеҙ хөкөм ителгән был донъя менән бергә юҡ ителмәҫһегеҙ. Киреһенсә, һеҙ ерҙәге ожмахта матур тормоштан кинәнеп мәңге йәшәрһегеҙ!
a Элек Ҡушма Штаттарҙың ҡайһы бер төрмәләрендә шундай тәртип таралған булған.
b Зәбур 37:10: «Тағы бер аҙҙан яуыздар инде юҡ буласаҡ, торған урындарына ҡарарһың, ә улар унда булмаҫ».
c Зәбур 46:8, 9: «Килегеҙ һәм Йәһүәнең эштәренә, уның ерҙә ҡылған ғәжәп эштәренә шаһит булығыҙ. Ул бөтөн ерҙә һуғыштарҙы туҡтата, йәйәне һәм һөңгөнө һындыра, хәрби арбаларҙы утта яндыра».