-
Утлы күл нимә ул?Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
-
-
Иблисте (Асылыш 20:10). Иблис рухи шәхес булғас, тура мәғәнәләге ут уға зыян килтерә алмай (Сығыш 3:2; Хөкөмсөләр 13:20).
-
-
Утлы күл нимә ул?Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
-
-
«Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр» тигән һүҙҙәрҙе нисек аңларға?
Әгәр утлы күл юҡ ителеү символы икән, ни өсөн һуң Изге Яҙмала, Иблис, януар һәм ялған пәйғәмбәр «унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр», тип әйтелә? (Асылыш 20:10). Бында һүҙ тура мәғәнәләге ғазаптар тураһында бармай. Быны раҫлаған дүрт дәлилде ҡарап сығайыҡ:
Иблис мәңге ғазапланһын өсөн, ул мәңге йәшәргә тейеш булып сыға. Ләкин Изге Яҙмала әйтелгәнсә, тиҙҙән Иблис булмаясаҡ, йәғни юҡ ителәсәк (Еврейҙарға 2:14).
Мәңгелек тормош — ул Алланың бүләге, ә яза түгел (Римдарға 6:23).
Януар һәм ялған пәйғәмбәр — символдар ғына. Шуға күрә улар тура мәғәнәләге ғазаптар кисерә алмай.
Изге Яҙманың контексы күрһәтеүенсә, Иблистең ғазаптары — ул мәңгегә сикләнгән хәлдә булыу, йәғни юҡ ителеү.
Изге Яҙмала «ғазапланыу» тип тәржемә ителгән һүҙ шулай уҡ «сикләнгән хәлдә булыу» тигәнде лә аңлатырға мөмкин. Мәҫәлән, Матфей 18:34-тә ҡулланылған «язалаусылар» тигән грек һүҙе күп кенә тәржемәләрҙә «төрмә һаҡсылары» тип бирелгән. Был «ғазапланыу» һәм «сикләнгән хәлдә булыу» араһында бәйләнеш барлығын күрһәтә. Шулай уҡ Матфей 8:29 һәм Лука 8:30, 31 кеүек параллель урындарҙы ҡараһаҡ, «яфаланыуҙың» «упҡынға» ебәрелеү менән бер икәне күренә. «Упҡын» тулыһынса сикләнгән булыуҙы, йәғни үлемде символлаштыра (Римдарға 10:7; Асылыш 20:1, 3). Асылыш китабында «ғазап» һүҙе бер нисә тапҡыр символик мәғәнәлә ҡулланылған (Асылыш 9:5; 11:10; 18:7, 10).
-