113-СӨ ЙЫР
Алла биргән тыныслыҡ
1. Тыныслыҡ һәм берҙәмлек
Аллаһын данла,
Йәһүә һуғыштарҙы
Туҡтатыр ерҙә.
Күктәрҙә Улы Ғайса
Идара итә,
Ул еңгәс яуызлыҡты,
Тыныслыҡ була.
2. Юҡ беҙҙең арабыҙҙа
Дошманлыҡ хисе,
Сөнки ҡылыстан төрән
Яһаныҡ инде.
Татыулыҡ һаҡлар өсөн,
Кисереү кәрәк,
Был яҡтан алабыҙ гел
Мәсихтән үрнәк.
3. Йәһүә тыныслығы —
Иң ҙур фатиха,
Тыңлаусан кеше генә
Ирешә быға.
Батшалыҡ идараһы
Бик тиҙҙән килер,
Тыныслыҡ ер йөҙөнә
Мәңгегә бирер.
(Зәб. 46:9; Ишағ. 2:4; Яҡ. 3:17, 18-ҙе лә ҡара.)