147-СЕ ЙЫР
Вәғәҙә ителгән мәңгелек тормош
(Зәбур 37:29)
1. Мәңге йәшәй аласаҡбыҙ,
Ер ожмахҡа әйләнер.
Беҙ ихластан ышанабыҙ,
Был тиҙҙән үтәлер.
ҠУШЫМТА
Беҙ мәңге йәшәрбеҙ —
Һис тә шикләнмәйбеҙ.
Бар вәғәҙәһен дә
Үтәй Йәһүә.
2. Беҙ гонаһтан арынырбыҙ,
Был ожмахта буласаҡ,
Тыныслыҡҡа кинәнербеҙ,
Ғазаптар бөтәсәк.
ҠУШЫМТА
Беҙ мәңге йәшәрбеҙ —
Һис тә шикләнмәйбеҙ.
Бар вәғәҙәһен дә
Үтәй Йәһүә.
3. Хаҡ Аллабыҙ үлемде лә
Мәңгегә юҡ итәсәк,
Наҙ менән бар кешенең дә
Күҙ йәшен һөртәсәк.
ҠУШЫМТА
Беҙ мәңге йәшәрбеҙ —
Һис тә шикләнмәйбеҙ.
Бар вәғәҙәһен дә
Үтәй Йәһүә.
(Ишағ. 25:8; Лука 23:43; Яхъя 11:25; Асыл. 21:4-те лә ҡара.)