135-СЕ ЙЫР
«Улым, зирәк бул»
(Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11)
1. Зирәк бул, балам,
Һөйөндөр йөрәгемде,
Шул саҡ фаш итә
Аласаҡмын Иблисте.
Миңә бағышлап
Ҡәҙерле йәшлегеңде,
Асыҡ күрһәтәһең
Ысын һөйөүеңде.
ҠУШЫМТА
Ул-ҡыҙҙарым, мине тыңлағыҙ,
Яҡшы емеш килтерегеҙ.
Изге һүҙемде онотмағыҙ,
Аҡыл менән эш итегеҙ.
2. Йәштән үк хеҙмәт ит
Миңә бар йөрәктән,
Мыҫҡыл итһәләр,
Көс-ҡеүәт һора минән.
Әгәр абынһаң,
Мин ярҙам ҡулы һуҙам,
Һине ҡәҙерләйем,
Дуҫың булып ҡалам.
ҠУШЫМТА
Ул-ҡыҙҙарым, мине тыңлағыҙ,
Яҡшы емеш килтерегеҙ.
Изге һүҙемде онотмағыҙ,
Аҡыл менән эш итегеҙ.
(Ҡан. 6:5; Вәғ. 11:9; Ишағ. 41:13-тө лә ҡара.)