42-СЕ ЙЫР
Алла хеҙмәтсеһенең доғаһы
(Ефестарға 6:18)
1. Эй Йәһүә, һиңә ялбарабыҙ,
Исемеңде изгеләндер, һорайбыҙ.
Ихтыярың ерҙә үтәлһен,
Батшалығың килһен, тип теләйбеҙ.
Тыныслыҡ ер шарында
Буласаҡ шул ваҡытта.
2. Наҙ, мөхәббәт беҙгә күрһәтәһең,
Фатихалар һин көн дә яуҙыраһың.
Һин — яҡтылыҡ, йәшәү шишмәһе,
Ҙур зирәклек биреп өйрәтәһең.
Рәхмәтлебеҙ, Йәһүә,
Барыһы өсөн һиңә.
3. Күп михнәттәр бөгөн кисерәбеҙ,
Эй Атабыҙ, терәк һинән эҙләйбеҙ.
Йөгөбөҙҙө һалабыҙ һиңә,
Көс-дәрт өҫтәсе, тип үтенәбеҙ.
Бирсе рухыңды, Алла,
Бик мохтажбыҙ ярҙамға.
(Зәб. 36:9; 50:14; Яхъя 16:33; Яҡ. 1:5-те лә ҡара.)