114-СЕ ЙЫР
«Сабыр булығыҙ»
(Яҡуб 5:8)
1. Күптәр ҡара яҡһа ла,
Алла яҡлар хакимлығын,
Хурлыҡ һәм ғәйептән дә
Ул таҙартыр үҙ исемен.
Үткән замандарҙа ла
Йәһүә сабыр иткән,
Көткән дә, кисергән дә,
Түҙеп арымаған.
Бирә бар кешегә лә
Ул ҡотолоу мөмкинлеге,
Шәфҡәт сағылдыра гел,
Бөйөк уның түҙемлеге.
2. Тура юлдан яҙмаҫбыҙ,
Әгәр ҙә түҙемле булһаҡ.
Йәнгә тынғы табырбыҙ,
Татыулыҡта йәшәп һәр саҡ.
Сабыр кеше ашыҡмай
Ярһырға, үпкәләргә,
Өмөт бағлап йәшәй ул
Һағыш баҫҡан мәлдә.
Ярҙам итә изге рух
Ҙур түҙемлек күрһәтергә,
Сабырлыҡта теләйбеҙ
Йәһүәгә эйәрергә.
(Сығ. 34:14; Ишағ. 40:28; 1 Кор. 13:4, 7; 1 Тим. 2:4-те лә ҡара.)