«Аллабыҙ Йәһүә — берҙән-бер Йәһүә»
«Тыңла, эй Израиль: беҙҙең Аллабыҙ Йәһүә — берҙән-бер Йәһүә» (ҠАН. 6:4).
1, 2. а) Ни өсөн Ҡанун 6:4-тә яҙылған һүҙҙәр күптәргә яҡшы билдәле? б) Муса пәйғәмбәр ошо һүҙҙәрҙе ни өсөн әйткән?
БЫУАТТАР буйына Ҡанун 6:4-тәге алты еврей һүҙе иудаизм динен тотҡан кешеләрҙең тормошонда мөһим роль уйнай. Был һүҙҙәр ошо шиғырҙағы беренсе еврей һүҙе буйынса «Шма» тип аталған доғаның бер өлөшө булып тора. Улар был доғаны көн һайын иртән һәм кис ҡабатлай. Шулай эшләп, диндар йәһүдтәр үҙҙәренең Аллаға йән-тән менән бирелгән булыуын күрһәтә.
2 Ҡанун 6:4-тәге ошо һүҙҙәрҙе Муса б. э. т. 1473 йылда Муав тигеҙлегендә йыйылған Израиль халҡына хушлашыу телмәре менән мөрәжәғәт иткәндә әйткән. Израиль халҡы, Вәғәҙә ителгән ерҙе биләп алыр өсөн, Иордан йылғаһы аша сығырға йыйынған (Ҡан. 6:1). Һуңғы 40 йыл буйы халыҡтың етәксеһе булған Муса, алда көткән ауырлыҡтарға әҙерләр өсөн, израилдәргә ҡыйыулыҡ өҫтәргә теләгән. Уларға Йәһүәгә таянырға һәм уға тоғро булып ҡалырға кәрәк булған. Мусаның һуңғы һүҙҙәре халыҡҡа, һис шикһеҙ, ҙур йоғонто яһаған. Күҙ алдына килтерегеҙ: Муса Йәһүәнең үҙ халҡына биргән Ун әмерен һәм башҡа ҡанундарын иҫкә төшөрә, ә шунан һуң Ҡанун 6:4, 5-тә (уҡығыҙa) яҙылған көслө һүҙҙәрҙе әйтә.
3. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?
3 Муса алдында йыйылған халыҡ Йәһүәнең «берҙән-бер Йәһүә» икәнен белмәгәнме ни? Әлбиттә, белгән. Тоғро израилдәр бер генә Аллаға — ата-бабалары Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуптың Аллаһына ғибәҙәт ҡылған. Улай булғас, ни өсөн Муса, уларға мөрәжәғәт иткәндә, Алла — «берҙән-бер Йәһүә» тигән? Мусаның ошо һүҙҙәре 5-се шиғырҙағы Йәһүә Алланы бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә көсөң менән ярат тигән әмергә бәйлеме? Ҡанун 6:4, 5-тә яҙылған һүҙҙәр бөгөн беҙгә нисек ҡағыла?
«БЕРҘӘН-БЕР ЙӘҺҮӘ»
4, 5. а) «Берҙән-бер Йәһүә» тигән һүҙҙәрҙең бер мәғәнәһе ниндәй? б) Йәһүә башҡа халыҡтарҙың илаһтарынан нимә менән айырылып торған?
4 Йәһүә — берҙән-бер Алла. «Берҙән-бер» тигән һүҙ боронғо еврей телендә һәм күп кенә башҡа телдәрҙә һанды ғына аңлатмай. Был һүҙ Йәһүәнең уникаль булыуын, уға оҡшаш һәм тиң булырлыҡ бер кем дә юҡ икәнен күрһәтә. Муса үҙенең һүҙҙәрен өс өлөштән торған алла тураһындағы тәғлимәттең ялған икәнен күрһәтер өсөн әйтмәгән. Йәһүә — ер һәм күкте Барлыҡҡа килтереүсе, Ғаләм хакимы. Унан башҡа ысын һәм хаҡ Алла юҡ, уға оҡшаш бер кем дә юҡ (2 Иш. 7:22). Күрәһең, Муса израилдәргә уларҙың Йәһүәгә генә хеҙмәт итергә тейешлеген иҫтәренә төшөрөргә теләгән. Улар, тирә-яҡтағы халыҡтар һымаҡ, төрлө илаһтарға һәм алиһәләргә табынырға тейеш булмаған. Кешеләр, ошо ялған илаһтарҙың ҡайһы берҙәре билдәле бер тәбиғәт күренештәре менән идара итә, тип ышанған, ә башҡаларын берәй илаһтың кәүҙәләнеше тип һанаған.
5 Мәҫәлән, мысырҙар ҡояш илаһы Ра, күктәр алиһәһе Нут, ер илаһы Геб, Нил илаһы Хапи һәм бик күп хайуандарға табынған. Йәһүә ошо ялған илаһтарҙың күбеһен Мысырға ун яза ебәреп хурлыҡҡа ҡалдырған. Ҡынаандарҙың билдәле илаһы Бәғел уңдырышлылыҡ илаһы, шулай уҡ күктәр, ямғыр һәм ел-дауыл илаһы тип һаналған. Күп ерҙәрҙә Бәғел урындағы ҡурсалаусы илаһ тип иҫәпләнгән (Һан. 25:3). Шуға күрә израилдәргә үҙҙәренең Аллаһы, «хаҡ Алла» — «берҙән-бер Йәһүә» икәнен иҫтә тоторға кәрәк булған (Ҡан. 4:35, 39).
6, 7. «Берҙән-бер» тигән һүҙҙең башҡа мәғәнәһе ниндәй, һәм Йәһүә үҙенең «берҙән-бер» булыуын нисек иҫбатлаған?
6 Ышаныслы һәм тоғро. «Берҙән-бер» тигән һүҙ шулай уҡ маҡсаттар һәм эштәр берлеген, йәғни маҡсаттар менән эштәрҙең бер-береһенә тура килеүен аңлатырға мөмкин. Йәһүә Алла ҡаршылыҡлы, эҙмә-эҙлекһеҙ шәхес түгел. Киреһенсә, ул һәр ваҡыт тоғро, ышаныслы һәм хаҡ. Мәҫәлән, Йәһүә Ибраһимға, һинең тоҡомоң Вәғәҙә ителгән ерҙе мираҫ итеп аласаҡ, тип вәғәҙә иткән. Шул вәғәҙәһен үтәр өсөн, ул бөйөк эштәр башҡарған. Вәғәҙә биргәндән һуң 430 йыл үтһә лә, Йәһүә әйткән һүҙҙәрен үтәмәй ҡалмаған (Баш. 12:1, 2, 7; Сығ. 12:40, 41).
7 Быуаттар уҙғас, израилдәрҙе үҙенең шаһиттары тип атап, Йәһүә уларға былай тигән: «[Мин] шул уҡ Алла... Миңә тиклем Алла булмаған һәм минән һуң да булманы». Ә үҙенең ниәтенең үтәлеүенә бер нәмә лә ҡамасаулай алмағанын раҫлап, Йәһүә: «Мин һәр ваҡыт шул уҡ Алла», — тип өҫтәгән (Ишағ. 43:10, 13; 44:6; 48:12). Йәһүәнең, ышаныслы һәм һәр ваҡыт тоғро Алланың, хеҙмәтселәре булыу израилдәр өсөн ни тиклем ҙур хөрмәт булған! Бөгөн беҙ ҙә шундай хөрмәткә эйә! (Мал. 3:6; Яҡ. 1:17)
8, 9. а) Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренән нимә талап итә? б) Ғайса нисек Мусаның һүҙҙәренең мөһимлегенә баҫым яһаған?
8 Эйе, Муса халыҡҡа Йәһүәнең үҙгәрмәгәнен, уларҙы һаман да яратҡанын һәм улар хаҡында ҡайғыртҡанын иҫтәренә төшөргән. Тимәк, улар Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булырға һәм уны бөтә йөрәк, бөтә йән һәм бөтә көс менән ихлас яратырға тейеш булған. Йәштәргә лә шундай уҡ тоғролоҡ күрһәтергә кәрәк булған, сөнки ата-әсәләре уларҙы мөмкинлек сыҡҡан һайын быға өйрәтеп торорға тейеш булған (Ҡан. 6:6—9).
9 Йәһүәнең ихтыяры һәм ниәттәре үҙгәрмәй икән, тимәк, уның үҙ хеҙмәтселәренә ҡуйған төп талаптары ла бөгөн шундай уҡ булып ҡалған. Ғибәҙәтебеҙ Алланың күңеленә хуш килһен өсөн, беҙ ҙә, уға йән-тән менән бирелеп, уны бөтә йөрәк, бөтә аҡыл һәм бөтә көс менән яратырға тейеш. Ғайса Мәсих, бер кешенең һорауына яуап биргәндә, тап шуны әйткән дә. (Марк 12:28—31-ҙе уҡығыҙ.) Шуға күрә, әйҙәгеҙ, «Аллабыҙ Йәһүә — берҙән-бер Йәһүә» икәнен аңлауыбыҙҙы нисек эштәр менән күрһәтеп була икәнен ҡарап сығайыҡ.
ЙӘҺҮӘГӘ ЙӘН-ТӘН МЕНӘН БИРЕЛГӘН БУЛЫҒЫҘ
10, 11. а) Йәһүәгә генә ғибәҙәт ҡылыу нимәне аңлата? б) Еврей егеттәре Вавилонда Аллаға йән-тән менән бирелгән булыуҙарын нисек күрһәткән?
10 Йәһүә беҙҙең өсөн берҙән-бер Алла булһын тиһәк, беҙ уға йән-тән менән бирелгән булырға тейеш. Уға ла, шул уҡ ваҡытта башҡа илаһтарға ла ғибәҙәт ҡылыу дөрөҫ түгел. Ғибәҙәтебеҙҙе ялған тәғлимәттәр йә йолалар менән нәжесләргә ярамай. Беҙгә шуны иҫтә тоторға кәрәк: Йәһүә күп илаһтарҙың береһе йә улар араһында иң көслөһө түгел, ул — ғибәҙәт ҡылыуға лайыҡ берҙән-бер Алла. (Асылыш 4:11-ҙе уҡығыҙ.)
11 Данил китабында дүрт еврей егете — Данил, Ханания, Мисаил һәм Азарыя тураһында һөйләнелә. Улар Аллаға йән-тән менән бирелгән булыуҙарын нәжес булған ризыҡтан тыйылып ҡына түгел, ә Набуҡаднизар батша ҡуйған алтын һынға табыныуҙан баш тартып та күрһәткән. Был егеттәрҙең нимәне иң мөһиме тип һанауы ап-асыҡ күренгән. Улар үҙҙәренең дини ҡараштарына тоғро булған (Дан. 1:1—3:30).
12. Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булырға теләһәк, беҙ нимәнән һаҡланырға тейеш?
12 Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булырға теләһәк, беҙ бер нәмәгә лә тормошобоҙҙа Йәһүә биләп торорға тейешле урынды яулап алырға йә хатта ул урынды бергә биләп торорға рөхсәт итмәйәсәкбеҙ. Нимә хаҡында һүҙ бара? Ун әмерҙә Йәһүә аныҡ итеп шуны белдергән: израилдәрҙең үҙенән башҡа бер ниндәй илаһы булырға тейеш түгел, һәм улар боттарға табыныуҙың һәр төрөнән һаҡланырға тейеш (Ҡан. 5:6—10). Бөгөн боттарға табыныу төрлө төрҙә осрай ала. Уның ҡайһы бер төрҙәрен айырыу еңел түгел. Әммә Йәһүәнең талаптары үҙгәрмәгән, ул һаман да «берҙән-бер Йәһүә» булып ҡала. Бының беҙгә нисек ҡағылғанын ҡарап сығайыҡ.
13. Беҙ нимәне Йәһүәнән дә нығыраҡ ярата башларға мөмкин?
13 Колосстарға 3:5-тә (уҡығыҙ) Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙе боҙа алған нәмәләр хаҡында етди киҫәтеү яҙылған. Иғтибар итегеҙ, ҡомһоҙлоҡ боттарға табыныу менән бәйле. Нисек итеп? Кешенең нәфсеһе, мәҫәлән байлыҡҡа йә муллыҡҡа ынтылыу уның тормошо менән идара итә башларға, хатта уның өсөн ҡеүәтле илаһ булып китергә мөмкин. Тотош шиғырға иғтибар итһәк, унда әйтелгән башҡа гонаһтарҙың да нисек тә булһа ҡомһоҙлоҡ һәм, асылда, боттарға табыныу менән бәйле булыуын күрербеҙ. Ундай нәфселәр еңел генә йөрәгебеҙҙә Алланы яратыу биләп торған урынды яулап алырға мөмкин. Бындай теләктәргә үҙебеҙ менән идара итергә рөхсәт итһәк, Йәһүә бүтән беҙҙең өсөн «берҙән-бер Йәһүә» булмаясаҡ, ә беҙ быны һис тә теләмәйбеҙ.
14. Илсе Яхъя нимә тип киҫәткән?
14 Илсе Яхъя шуға оҡшаш фекер яҙған. Уның һүҙҙәре буйынса, әгәр берәйһе донъялағы нәмәләрҙе — «гонаһлы тәбиғәтебеҙ нимә теләй, күҙҙәребеҙ нимә күрергә зарыға һәм тормошта тәкәбберлеккә нимә килтерә», шуларҙы яратһа, ундай кешенең «күңелендә Атаны яратыу юҡ» (1 Яхъя 2:15, 16). Тимәк, беҙгә донъялағы күңел асыуҙар һәм мода, шулай уҡ Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр менән аралашыу күңелебеҙҙе тартмаймы икәнен һәр ваҡыт тикшереп торорға кәрәк. Донъяны яратыу шулай уҡ «бөйөк нәмәләр» эҙләү, мәҫәлән юғары белем алырға ынтылыу аша сағылырға мөмкин (Ирем. 45:4, 5). Беҙ вәғәҙә ителгән яңы донъяның тупһаһында торабыҙ. Шуға күрә Муса пәйғәмбәрҙең һүҙҙәрен иҫебеҙҙә тотоу бигерәк тә мөһим! Әгәр «Аллабыҙ Йәһүә — берҙән-бер Йәһүә» икәнен яҡшы аңлаһаҡ һәм быға бөтә йөрәктән ышанһаҡ, беҙ уға ул теләгәнсә, йән-тән менән бирелеп хеҙмәт итәсәкбеҙ (Евр. 12:28, 29).
МӘСИХСЕЛӘР АРАҺЫНДАҒЫ БЕРҘӘМЛЕКТЕ ҺАҠЛАҒЫҘ
15. Ни өсөн Павел мәсихселәргә, Алла — «берҙән-бер Йәһүә», тип иҫтәренә төшөргән?
15 Йәһүә «берҙән-бер» булғас, уның хеҙмәтселәре араһында ла маҡсаттар һәм эштәр берлеге булырға тейеш. Беренсе быуаттағы мәсихселәр йыйылышында еврейҙар, гректар, римдар һәм башҡа халыҡ кешеләре булған. Уларҙың дини сығыштары, йолалары һәм холоҡтары айырылып торған. Бының арҡаһында ҡайһы берәүҙәргә, ғәҙәткә һалынған тормош рәүешен ҡалдырып, яңыса ғибәҙәт ҡыла башлауы ауыр булған. Шунлыҡтан илсе Павел уларға, мәсихселәрҙең Аллаһы берәү генә — Йәһүә, тип иҫтәренә төшөрөүҙе кәрәк тип тапҡан. (1 Коринфтарға 8:5, 6-ны уҡығыҙ.)
16, 17. а) Беҙҙең көндәрҙә ниндәй пәйғәмбәрлек үтәлә, һәм бының һөҙөмтәһе ниндәй? б) Берҙәмлегебеҙҙе нимә ҡаҡшата ала?
16 Ә бөгөнгө мәсихселәр йыйылышы тураһында нимә әйтеп була? Ишағыя пәйғәмбәр, «һуңғы көндәрҙә» бөтә халыҡтарҙан сыҡҡан кешеләр хаҡ ғибәҙәтте символлаштырған Йәһүә тауына ағылыр, тип алдан әйткән булған. Улар былай тиер: «[Йәһүә] беҙҙе үҙ юлдарына өйрәтер. Беҙ уның һуҡмаҡтарынан йөрөрбөҙ» (Ишағ. 2:2, 3). Был һүҙҙәрҙең үтәлеүен үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү — ниндәй ҙур бәхет! Бының һөҙөмтәһендә күп йыйылыштарҙа төрлө телдәрҙә һөйләшкән, төрлө раса һәм мәҙәниәттән сыҡҡан кешеләр Йәһүәне данлай. Әммә бындай төрлөлөк иғтибарға лайыҡ етди һорауҙар тыуҙыра.
17 Мәҫәлән, һеҙ мәҙәниәте менән үҙегеҙҙән бик ныҡ айырылып торған имандаштарға нисек ҡарайһығыҙ? Уларҙың туған теле, кейеме, үҙҙәрен тотошо һәм ризыҡтары һеҙ күнеккәнгә тура килмәҫкә мөмкин. Ундай ҡәрҙәштәрҙән ситләшеп, башлыса сығышы яғынан үҙегеҙгә оҡшаш кешеләр менән генә аралашырға тырышаһығыҙмы? Йә, әйтәйек, һеҙҙең йыйылышта, районда йә филиалда хеҙмәт иткән яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр һеҙҙән йәшерәк булһа йә мәҙәниәте һәм милләте менән айырылып торһа, быға нисек ҡарарһығыҙ? Ундай айырмалыҡтарға Йәһүә халҡы араһында булырға тейешле берҙәмлекте һәм маҡсаттар берлеген ҡаҡшатырға юл ҡуйырһығыҙмы?
18, 19. а) Ефестарға 4:1—3-тә ниндәй кәңәштәр бирелгән? б) Беҙ йыйылыштағы берҙәмлеккә нисек булышлыҡ итә алабыҙ?
18 Ундай тоҙаҡтарға эләкмәҫкә нимә ярҙам итә ала? Гөрләп сәскә атҡан һәм күп милләтле Ефес ҡалаһында йәшәгән мәсихселәргә Павел бер нисә ғәмәли кәңәш биргән. (Ефестарға 4:1—3-тө уҡығыҙ.) Иғтибар итегеҙ, тәүҙә Павел тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ һәм мөхәббәт кеүек сифаттарҙы иҫкә ала. Улар бинаны тотоп торған бағаналар һымаҡ. Әммә бағаналарҙың ныҡ булыуы ғына әҙ. Бинаны яҡшы хәлдә һаҡлар өсөн, уны даими ремонтлап, ҡараштырып торорға кәрәк, юғиһә ул яйлап ҡына емерелә башларға мөмкин. Шуға күрә Павел Ефестағы мәсихселәрҙе, «рух биргән берҙәмлекте» һаҡларға тырышығыҙ, тип өндәгән.
19 Йыйылыштағы берҙәмлеккә булышлыҡ итеү — һәр беребеҙҙең шәхси яуаплылығы. Бының өсөн нимә эшләп була? Иң элек, Павел иҫкә алған тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ һәм мөхәббәт кеүек сифаттарҙы үҫтерергә һәм сағылдырырға кәрәк. Шулай уҡ «именлек бәйләнештәре[н]» нығытыр өсөн ихлас күңелдән тырышлыҡтар һалыу мөһим. Стеналағы ярыҡтарға оҡшаш аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, уларҙы, образлы итеп әйткәндә, тиҙ генә бөтәштерергә кәрәк. Шулай эшләп, беҙ ҡиммәтле берҙәмлек һәм татыулыҡҡа булышлыҡ итербеҙ.
20. «Аллабыҙ Йәһүә — берҙән-бер Йәһүә» икәнен аңлауыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?
20 «Аллабыҙ Йәһүә — берҙән-бер Йәһүә». Ниндәй көслө һүҙҙәр! Улар израилдәргә Вәғәҙә ителгән ерҙе яулап алғанда осраған ауырлыҡтар алдында ныҡ торорға көс өҫтәгән. Ошо һүҙҙәрҙе йөрәгебеҙгә яҡын алһаҡ, был беҙгә яҡынлашып килгән ҙур афәт ваҡытында ныҡ булып ҡалырға көс бирер, ә шунан һуң беҙ ерҙәге ожмахта хөкөм һөрәсәк татыулыҡ һәм берҙәмлеккә булышлыҡ итә алырбыҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, артабан да Йәһүәгә йән-тән менән бирелеп хеҙмәт итәйек. Бының өсөн Йәһүәне яратырға, уға ысын күңелдән хеҙмәт итергә һәм ҡәрҙәшлегебеҙҙең берҙәмлеген һаҡлар өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә кәрәк. Шулай эшләһәк, Ғайсаның символик һарыҡтар итеп танылған кешеләр хаҡында әйткән бындай һүҙҙәренең үтәлеүен һис шикһеҙ күрәсәкбеҙ: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ» (Матф. 25:34).
a Ҡанун 6:4, 5: «Тыңла, эй Израиль: беҙҙең Аллабыҙ Йәһүә — берҙән-бер Йәһүә. Аллаң Йәһүәне бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә көсөң менән ярат».