Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2026)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • Бөгөн

Шәмбе, 17 октябрь

Беҙ ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына (2 Кәр. 4:7).

Хазина — ул беҙҙең ҡиммәтле хеҙмәтебеҙ (2 Кәр. 4:1). Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп, беҙ кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарабыҙ. Балсыҡ һауыттар кемдәр улар? Алланың хеҙмәтселәре. Ни өсөн Пауыл шундай сағыштырыуҙы ҡулланған? Ул йәшәгән ваҡыттарҙа сауҙагәрҙәр балсыҡ һауыттарҙа ҡиммәтле әйберҙәрҙе, мәҫәлән, ризыҡ, шарап, аҡса йөрөткән. Беҙ ҙә кешеләргә бик ҡиммәтле нәмәне — Йәһүә тапшырған һөйөнөслө хәбәрҙе еткерәбеҙ. Ул был йөкләмәне үтәргә көсөбөҙ булһын өсөн ҡайғыртып тора. Ҡайһы саҡта кешеләр беҙгә нимә әйтер һәм беҙгә берәй яуызлыҡ эшләр тип ҡурҡып, улар менән һөйләшергә ҡыймайбыҙ. Был ҡурҡыуҙы нисек еңергә? Юғары кәңәшмә илселәрҙең вәғәзләүен тыйғас, уларҙың нимә тураһында доға ҡылыуҙарын иҫкә төшөрөгөҙ. Улар ҡурҡыуға бирелмәгән, ә киреһенсә, Йәһүәгә: «Ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҙур ҡыйыулыҡ менән һөйләргә көс бир», — тип доға ҡылған. Алла уларҙың доғаһына шунда уҡ яуап ҡайтарған (Илс. 4:18, 29, 31). Ҡай ваҡыт кешеләрҙән ҡурҡыу беҙҙе лә биләп ала. Шуға Йәһүәгә, кешеләрҙе яратырға ярҙам ит, тип доға ҡылырға кәрәк, сөнки яратыу бөтә ҡурҡыуҙарҙы юҡҡа сығара. w24.04 16 б., 8, 9 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2026

Йәкшәмбе, 18 октябрь

Күктәге Атайыбыҙ, исемең изге тип танылһын (Матф. 6:9).

Беҙ Йәһүәне яратабыҙ һәм был яратыу беҙҙе уның исемен изгеләндерергә этәрә. Беҙ Алланың исемен Шайтан төшөргән хурлыҡтан таҙартырға теләйбеҙ (Баш. 3:1—5; Әйүп 2:4; Яхъя 8:44). Беҙҙе тыңлаған бөтә кешеләргә Алла тураһында дөрөҫөн һөйләп, беҙ уны яҡлайбыҙ. Беҙ башҡаларҙың да был хәҡиҡәттәрҙе белеүен теләйбеҙ. Мөхәббәт — уның иҫ киткес сифаты. Алла тәҡүәлек һәм ғәҙеллек менән идара итә. Уның Батшалығы оҙаҡламай бөтә ғазаптарҙы юҡ итәсәк һәм кешеләргә тыныслыҡ һәм бәхет килтерәсәк (Зәб. 36:10, 11, 29; 1 Яхъя 4:8). Йәһүәнең абруйын яҡлап, беҙ уның исемен изгеләндерәбеҙ. Шулай уҡ беҙгә «Йәһүә шаһиттары» тигән исем буйынса йәшәү ҡәнәғәтлек килтерә. w24.05 18 б., 12 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2026

Дүшәмбе, 19 октябрь

Мәжлес ойошторғанда, ярлы, ғәрип, аҡһаҡ һәм һуҡырҙарҙы саҡыр. Шул саҡта һин бәхетле булырһың, сөнки улар һинең яҡшылығыңа бер нәмә менән дә ҡайтара алмай. Һин тәҡүәләр терелгән ваҡытта бүләкләнерһең (Лука 14:13, 14).

Ҡәрҙәштәр, «ҡунаҡсыл» булыу — был башҡаларға, шул иҫәптән сит кешеләргә лә, игелек күрһәтеү (1 Пет. 4:9). Изге Яҙманың бер белешмәһендә ҡунаҡсыл кеше тураһында былай тиелә: «Уның өйөнөң ишеге һәм йөрәге таныш булмаған кешеләр өсөн дә һәр ваҡыт асыҡ». Үҙеңдән: «Мин йыйылышҡа килгән һәр кешегә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән кеше булараҡ билдәлеме?» — тип һора (Евр. 13:2, 16). Ҡунаҡтар араһында бик ярлы кешеләр, шулай уҡ район күҙәтеүселәре, телмәр менән сығыш яһарға килгән ҡәрҙәштәр һәм имандаштары өсөн күпте эшләгән башҡа мәсихселәр ҙә булырға мөмкин (Баш. 18:2—8; Ғиб. һүҙ. 3:27; Илс. 16:15; Рим. 12:13). w24.11 21 б., 6 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2026
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2026 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу