Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2026)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
Белдереү
Яңы телдәр: Shilluk, Tsimihety
  • Бөгөн

Йәкшәмбе, 26 апрель

Йәһүә һеҙҙе ихлас күңелдән кисергән кеүек, һеҙ ҙә шулай кисерегеҙ (Кол. 3:13).

Йәһүә беҙҙе рәнйеткән кешеләрҙе кисерергә әҙер булыуыбыҙҙы теләй (Зәб. 85:5; Луки 17:4; Эфес. 4:32). Кешенең һүҙҙәре йә эштәре беҙҙе рәнйетергә мөмкин. Ә ул яҡын дуҫыбыҙ йә туғаныбыҙ булһа, был айырыуса ауыр (Зәб. 54:13—15). Ҡайһы саҡта был ауыртыу беҙгә бысаҡ ҡаҙалғандай түҙә алмаҫлыҡ булырға мөмкин (Ғиб. һүҙ. 12:18). Әлбиттә, үҙебеҙҙе бер нәмә лә булмағандай тотоп, хистәребеҙҙе тыйып, нисек бар шулай ҡалдырырға була. Ләкин был ярала бысаҡты ҡалдырыуға тиң. Шуның кеүек, беҙ үҙ хистәребеҙҙе тыйһаҡ йә уларға иғтибар бирмәһәк, был ауыртыу үҙенән-үҙе үтер, тип өмөтләнә алмайбыҙ. Кемдер беҙҙе үпкәләтһә, беҙҙең асыуланып китеүебеҙ бар. Изге Яҙма асыуҙы хөкөм итмәй, иң мөһиме, асыу беҙҙән өҫтөнлөк алмаһын (Зәб. 4:5; Эфес. 4:26). Ни өсөн? Сөнки асыу, ғәҙәттә, яҡшы нәмәгә килтермәй (Яҡ. 1:20). Онотмағыҙ, асыуланыу һәм асыуланып йөрөү бер үк нәмә түгел. Беренсеһе — беҙҙең хистәребеҙ, ә икенсеһе — һайлауыбыҙ. w25.02 15 б., 4—6 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2026

Дүшәмбе, 27 апрель

Бына ғилемдең файҙаһы: аҡыл эйәһенең ғүмерен һаҡлай (Вәғ. 7:12).

Ғайса үҙенең бер ғибрәтле хикәйәһендә, «үҙе өсөн байлыҡ йыйып, Алла алдында бай булырға ынтылмаған кеше» аҡылһыҙ эш итә, тип әйткән (Лука 12:16—21). Бер кем дә иртәгә нимә булырын белмәй (Ғиб. һүҙ. 23:4, 5; Яҡ. 4:13—15). Бынан тыш, Ғайсаның шәкерттәре өҫтәмә ауырлыҡ менән осрашыр. Уның һүҙҙәре буйынса, беҙгә «бөтә мөлкәтебеҙҙән баш тартырға» әҙер булырға кәрәк (Лука 14:33). Беренсе быуатта Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәр, мөлкәттәрен юғалтһа ла, шатлыҡтарын һаҡлап ҡала алған (Евр. 10:34). Беҙҙең көндәрҙә күп кенә ҡәрҙәштәр сәйәсәттә ҡатнашыуҙан баш тартҡанға эшһеҙ ҡалған (Асыл. 13:16, 17). Уларға нимә ярҙам иткән? Улар Йәһүәнең: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», — тигән вәғәҙәһенә тулыһынса ышанған (Евр. 13:5). Эйе, киләсәгебеҙҙе планлаштырғанда беҙ ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын эшләйбеҙ, ә ҡалғанын Йәһүә ҡулына тапшырабыҙ. Олоғайғас, көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуһа ла, Алла беҙҙең хаҡта ҡайғыртасағына ышанабыҙ. w25.03 29 б., 13, 14 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2026

Шишәмбе, 28 апрель

Мәсих тәғлимәтенең ошо башланғыс өлөштәрен ҡалдырып, камилырағына күсәйек [һәм]... яңынан нигеҙ һалмайыҡ (Евр. 6:1, 2).

Рухи үҫеш тураһында әйткәндә, Йәһүә беҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Ул мәсихселәр йыйылышында көтөүселәр һәм уҡытыусылар булыуы тураһында ҡайғыртҡан. Улар беҙгә «Мәсих кимәленә еткән кешеләр» булырға ярҙам итә. (Эфес. 4:11—13) Беҙ «Мәсих аңына» эйә була алһын өсөн, Йәһүә беҙгә шулай уҡ изге рух бирә (1 Кәр. 2:14—16). Бынан тыш, беҙҙә дүрт Һөйөнөслө Хәбәр китабы бар. Унда Ғайсаның ерҙә йәшәгәндә нисек уйлағаны, нимә әйткәне һәм нимә эшләгәне тасуирланған. Ғайсанан өлгө алғанда һәм уның фекер йөрөтөү рәүешен үҙләштергәндә, беҙ рухи яҡтан етлеккән мәсихсе булып китәбеҙ. Рухи етлеккәнлеккә өлгәшер өсөн, беҙгә «Мәсих тәғлимәтенең... башланғыс өлөштәре» менән генә ҡәнәғәтләнеү әҙ. w24.04 4 б., 11, 12 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2026
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2026 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу