Лука яҙған
17 Ғайса үҙенең шәкерттәренә былай тине: «Кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр* һис шикһеҙ килеп сығып торасаҡ. Әммә был кем арҡаһында була, шуға ҡайғы! 2 Ул кеше өсөн, ошо ябай кешеләрҙең* береһен гонаһҡа тартыуға ҡарағанда муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, хәйерлерәк булыр ине. 3 Үҙ-үҙегеҙҙе күҙәтеп тороғоҙ. Әгәр ҡәрҙәшең һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, һәм тәүбә итһә, ғәфү ит. 4 Хатта ул көнөнә ете тапҡыр һиңә ҡаршы гонаһ ҡылып һәм ете тапҡыр яныңа килеп: „Ҡылғаныма үкенәм“, — тиһә, уны ғәфү ит».
5 Илселәр Хужабыҙҙан: «Иманыбыҙҙы нығыт», — тип үтенде. 6 Хужабыҙ былай тип яуап бирҙе: «Әгәр ҙә һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: „Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт“, — тип әйтһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.
7 Әйтәйек, берәйегеҙҙең ер һөргән йәки көтөү көткән хеҙмәтсеһе бар, ти. Ул яландан ҡайтҡас, уға: „Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл артына ултыр“, — тип әйтерһегеҙме? 8 Һеҙ: „Миңә киске аш әҙерлә. Мин ашап-эскәнсе, алъяпҡыс бәйләп, миңә хеҙмәт күрһәт, ә шунан үҙең ашап-эсерһең“, — тип әйтмәҫһегеҙме ни? 9 Хужа хеҙмәтсеһенә ҡушылған эште эшләгәне өсөн рәхмәт әйтерме? 10 Шуның шикелле, һеҙ ҙә, үҙегеҙгә ҡушылғанды эшләгәндән һуң: „Беҙ — бары тик хеҙмәтселәр генә, маҡтауға лайыҡ түгелбеҙ. Беҙ эшләргә тейеш булғанды ғына эшләнек“, — тип әйтегеҙ».
11 Йәрүсәлимгә китеп барышлай, Ғайса Самария менән Ғәлиләйә араһындағы сик буйлап үтте. 12 Ул бер ауылға кереп барғанда, уны махау сирле 10 кеше күреп ҡалды. Улар, алыҫтан тороп: 13 «Ғайса, Остаз, беҙгә мәрхәмәтле булсы!» — тип ҡысҡырҙы. 14 Уларҙы күргәс, Ғайса: «Барығыҙ, руханиҙарға күренегеҙ», — тине. Улар унда китеп барған саҡта махауынан таҙарындылар. 15 Уларҙың береһе һауыҡҡанын күреп, Алланы ҡысҡырып данлай-данлай кире килде лә 16 Ғайсаның аяҡтарына йығылып, рәхмәттәр уҡый башланы. Ул Самария кешеһе ине. 17 Ғайса былай тине: «Һауыҡтырылғандар унау түгел инеме ни? Туғыҙы ҡайҙа? 18 Алланы данларға ошо сит ил кешеһенән башҡа берәү ҙә кире килмәнеме ни?» 19 Шунан Ғайса уға: «Тор, юлыңда бул, иманың һине һауыҡтырҙы», — тине.
20 Фарисейҙар Ғайсанан Алла Батшалығының ҡасан киләсәге тураһында һораны. Ғайса уларға әйтте: «Алла Батшалығы күҙгә күренеп килмәйәсәк. 21 Кешеләр: „Ҡарағыҙ, ул бында!“ йә „Ул тегендә!“ — тип әйтмәҫ, сөнки Алла Батшалығы һеҙҙең арала».
22 Шунан ул шәкерттәренә былай тине: «Шундай ваҡыт килер, һеҙ Әҙәм Улы көндәренең береһен күрергә теләрһегеҙ, әммә күрмәҫһегеҙ. 23 Кешеләр һеҙгә: „Ҡарағыҙ, ул тегендә!“ йә „Ул бында!“ — тиер. Сыҡмағыҙ һәм улар артынан йүгермәгеҙ. 24 Сөнки Әҙәм Улы үҙ көнөндә күктең бер ситенән икенсе ситенә тиклем яҡтыртып йәшнәгән йәшен кеүек булыр. 25 Ләкин тәүҙә ул күп ғазап сигеп, ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тейеш. 26 Нух көндәрендә нисек булған булһа, Әҙәм Улы көндәрендә лә шулай булыр: 27 Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән һәм кейәүгә сыҡҡан, шунан һуң туфан башланып, бөтөнөһөн дә юҡ иткән. 28 Лут көндәрендә лә шулай булған: кешеләр ашаған, эскән, һатып алған, һатҡан, ултыртҡан, төҙөгән, 29 әммә Лут Садумдан сыҡҡан көндө күктән ут менән көкөрт ямғыры яуып, барыһын да һәләк иткән. 30 Әҙәм Улы күренгән* көндә лә шулай булыр.
31 Әгәр ул көндө берәйһе өй башында булһа, әйберҙәрен алырға тип төшмәһен. Шуның шикелле, әгәр берәйһе баҫыуҙа булһа, өйөндә ҡалған әйберҙәрен алырға тип ҡайтмаһын. 32 Луттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. 33 Үҙ йәнен һаҡлап ҡалырға тырышҡан кеше уны юғалтыр, ә үҙ йәнен юғалтҡан кеше уны һаҡлап ҡалыр. 34 Һеҙгә шуны әйтәм: ул төндә бер түшәктә ятҡан ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. 35 Бер тирмәндә ашлыҡ тартып ултырған ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр». 36 ——* 37 Шунда шәкерттәр Ғайсанан: «Хужабыҙ, был ҡайҙа булыр?» — тип һораны. «Мәйет ҡайҙа булһа, бөркөттәр шунда йыйылыр», — тип яуапланы ул.