Лука яҙған
20 Бер көндө Ғайса халыҡты ғибәҙәтханала өйрәтеп, һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан иткәндә, уның янына өлкән руханиҙар һәм ҡанун белгестәре менән аҡһаҡалдар килде лә: 2 «Быларҙы эшләргә һинең ни хаҡың бар? Ундай хакимлыҡты һиңә кем бирҙе?» — тип һораны. 3 Ул яуапланы: «Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, ә һеҙ миңә әйтегеҙ: 4 Яхъяға һыуға сумдырырға хакимлыҡты кем биргән? Алламы* йә кешеләрме?» 5 Улар үҙ-ара фекер алыша башланы: «Әгәр „Алланан“ тиһәк, ул беҙҙән: „Нишләп, улайһа, уға ышанманығыҙ?“ — тип һорар. 6 Ә „кешеләрҙән“ тип әйтһәк, халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләп үлтерер, сөнки бөтәһе лә Яхъяның пәйғәмбәр булғанына ышана». 7 Шунлыҡтан улар: «Белмәйбеҙ», — тип яуап бирҙеләр. 8 Шунда Ғайса уларға: «Мин дә һеҙгә быларҙы эшләргә ниндәй хаҡым барлығын әйтмәйем», — тине.
9 Шунан ул халыҡҡа ошондай ғибрәтле хикәйә һөйләне: «Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртып, уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға* биргән, ә үҙе оҙаҡҡа сит илгә сығып киткән. 10 Ваҡыт еткәс, уңыштың бер өлөшөн бирһендәр өсөн, ул йөҙөм үҫтереүселәргә бер хеҙмәтсеһен ебәргән. Әммә улар уны туҡмап, буш ҡул менән ҡайтарып ебәргән. 11 Шунда йөҙөм баҡсаһының хужаһы уларға икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән. Улар быныһын да туҡмап, кәмһетеп, бер нәмәһеҙ ҡайтарып ебәргән. 12 Шунан ул өсөнсөһөн ебәргән. Ләкин уныһын да яралап, йөҙөм баҡсаһынан сығарып ташлағандар. 13 Шул саҡ йөҙөм баҡсаһының хужаһы: „Нишләйем икән? Яратҡан улымды ебәрәйем. Уға, моғайын, хөрмәт күрһәтерҙәр“, — тигән. 14 Әммә улын күргәс, йөҙөм үҫтереүселәр бер-береһенә: „Был — вариҫ. Уның мираҫы беҙҙеке булһын өсөн, әйҙәгеҙ уны үлтерәйек“, — тиешкән. 15 Улар уны йөҙөм баҡсаһынан һөйрәп сығарып, үлтергән. Баҡса хужаһы уларҙы ни эшләтер? 16 Ул килеп, шул йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер».
Был ғибрәтле хикәйәне тыңлағандан һуң, кешеләр: «Ундай хәл була күрмәһен!» — тинеләр. 17 Ләкин Ғайса уларға ҡараны ла былай тине: «Улайһа, „Төҙөүселәр кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы* булып китте“, — тигән һүҙҙәр нимәне аңлата һуң? 18 Кем был ташҡа йығыла, шул селпәрәмә килер, ә таш, кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙер».
19 Ҡанун белгестәре һәм өлкән руханиҙар, Ғайсаның был ғибрәтле хикәйәлә үҙҙәре хаҡында һөйләгәнен аңлап ҡалғас, уны шунда уҡ ҡулға алырға теләне, ләкин халыҡтан ҡурҡты. 20 Улар Ғайсаны ныҡлап күҙәтте, ә шунан, уны идарасы ҡулына тапшырыр өсөн, йәшерен генә кешеләр яллап, уға ебәрҙе. Шул кешеләр, тәҡүә булып ҡыланып, уның һүҙҙәренә бәйләнергә сәбәп табырға тейеш ине. 21 Был кешеләр унан былай тип һораны: «Остаз, беҙ һинең дөрөҫ һөйләгәнеңде һәм дөрөҫ өйрәткәнеңде беләбеҙ, һин кеше айырмайһың һәм Алла юлына хәҡиҡәт буйынса өйрәтәһең. 22 Әйтсе, ҡайсарға* һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы?» 23 Ләкин ул, уларҙың мәкерле ниәтен аңлап: 24 «Миңә динар* күрһәтегеҙ әле. Бында кемдең һүрәте һәм исеме?» — тине. «Ҡайсарҙыҡы», — тип яуап бирҙе улар. 25 Ғайса уларға: «Шулай булғас, ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға, Алланыҡын Аллаға бирегеҙ», — тине. 26 Улар уның һүҙҙәренә бәйләнерлек сәбәп таба алманы һәм, уның яуабына иҫтәре китеп, шымып ҡалды.
27 Шунан уның янына терелеүгә ышанмаған саддукейҙар* килеп, былай тип һораны: 28 «Остаз, Муса беҙгә: „Әгәр ҙә өйләнгән ир кеше балаһы булмайынса үлеп китһә, уның ир туғаны тол ҡалған ҡатынына өйләнеп, үлгән туғанының нәҫелен дауам итергә тейеш“, — тип яҙып ҡалдырған. 29 Ағалы-ҡустылы ете бер туған булған. Беренсеһе өйләнгән, әммә балаһы булмайынса үлеп киткән. 30 Шунан уның тол ҡалған ҡатынына икенсеһе өйләнгән, 31 ә шунан өсөнсөһө, шулай итеп етеһе лә шул ҡатынға өйләнгән. Улар барыһы ла бала ҡалдырмай үлеп киткән. 32 Ахыр сиктә теге ҡатын да үлгән. 33 Терелеп торғас, ул кемдең ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уға өйләнгән булған бит».
34 Ғайса уларға әйтте: «Был донъя* кешеләре өйләнә һәм кейәүгә сыға, 35 ә үленән терелергә һәм киләсәктә* йәшәргә лайыҡлы тип танылғандар өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ. 36 Улар инде үлмәҫ, сөнки фәрештәләр кеүек булыр һәм, терелгәнгә күрә, Алла балалары булып китер. 37 Ә үлгәндәрҙең терелеүен хатта Муса ла күрһәткән. Янып торған ҡыуаҡ тураһында һөйләгәндә, ул Йәһүәне Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы тип атаған. 38 Ул үлеләрҙең Аллаһы түгел, ә тереләрҙең Аллаһы, сөнки уның өсөн уларҙың барыһы ла тере». 39 Быға ҡанун белгестәренең ҡайһы берҙәре: «Остаз, һин яҡшы әйттең», — тине. 40 Улар бүтән уға һорау бирергә ҡыйманы.
41 Ғайса иһә уларҙан: «Ни өсөн Мәсихте Дауыт улы тиҙәр? — тип һораны. — 42 Дауыт бит үҙе Зәбур китабында былай ти: „Йәһүә Хужама әйтте: „Дошмандарыңды аяғың аҫтына һалғанға тиклем, 43 минең уң яғымда ултыр“. 44 Шулай итеп, Дауыт уны Хужам тип атай икән, нисек ул уның улы була алһын?»
45 Бөтә халыҡ уны тыңлап торғанда, ул шәкерттәренә былай тине: 46 «Ҡанун белгестәренән һаҡланығыҙ. Уларға оҙон кейем кейеп йөрөү оҡшай, улар баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәнде ярата, синагогаларҙа алғы* урындарҙы алырға һәм мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға ярата. 47 Улар тол ҡатындарҙың мөлкәтен* тартып ала һәм, кешеләр күрһен өсөн, оҙаҡ итеп доға ҡыла. Уларға ҡатыраҡ хөкөм сығарылыр».