Яҡуп хаты
5 Ә хәҙер һеҙ, байҙар, тыңлағыҙ: үҙегеҙҙе көткән бәләләр арҡаһында илағыҙ һәм үкһегеҙ. 2 Һеҙҙең байлығығыҙ серегән, кейемдәрегеҙҙе көйә ашаған. 3 Алтын-көмөшөгөҙ тутыҡҡан, уларҙың тутығы һеҙҙең ғәйепле икәнегеҙҙе күрһәтеүсе дәлил булыр һәм тәнегеҙҙе ашап бөтөрөр. Йыйған байлығығыҙ һуңғы көндәрҙә ут кеүек булыр. 4 Һеҙ баҫыуҙарығыҙҙа уңыш йыйған эшселәргә түләмәгән эш хаҡы Аллаға ялбара. Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Йәһүә ярҙам һорап ҡысҡырған ураҡсыларҙың тауыштарын ишетте. 5 Һеҙ, үҙ теләктәрегеҙгә бирелеп, муллыҡта йәшәнегеҙ. Үҙегеҙҙе* һуғым һуйыу көнөнә һимерттегеҙ. 6 Һеҙ тәҡүәне хөкөм итеп, үлтерҙегеҙ. Бына ни өсөн ул һеҙгә ҡаршылаша.
7 Ҡәрҙәштәр, Хужабыҙҙың килеү осорона тиклем түҙемле булығыҙ. Игенсе ерҙең ҡиммәтле уңыш биреүен көтә, көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар башланыуын түҙемлек менән көтә. 8 Һеҙ ҙә түҙемлек күрһәтегеҙ, сыҙам булығыҙ*, сөнки Хужабыҙҙың килеү осоро яҡынлашты.
9 Хөкөм ителмәҫ өсөн, ҡәрҙәштәр, бер-берегеҙҙән зарланмағыҙ*. Хөкөмсө ишек төбөндә тора. 10 Ҡәрҙәштәр, ғазаптарҙы кисереп сығыу һәм түҙемлек күрһәтеү тураһында әйткәндә, Йәһүә исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙән өлгө алығыҙ. 11 Беҙ сыҙағандарҙы бәхетле* тип һанайбыҙ. Һеҙ Әйүптең сыҙамлығы һәм Йәһүәнең уны нисек фатихалағаны тураһында ишеттегеҙ. Бынан Йәһүәнең ни тиклем йәлләүсән* һәм мәрхәмәтле икәнен күрҙегеҙ.
12 Иң элек, ҡәрҙәштәрем, бүтән күк менән дә, ер менән дә, башҡа берәй нәмә менән дә ант итмәгеҙ. Ләкин «эйе» тигәнегеҙ — «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын, шул саҡта хөкөмгә дусар булмаҫһығыҙ.
13 Берәйегеҙ ауырлыҡтар кисерә икән, доға ҡылһын. Кемдеңдер кәйефе яҡшы икән, маҡтау йырҙары* йырлаһын. 14 Берәйегеҙ ауырый икән, йыйылыш аҡһаҡалдарын саҡырһын. Улар Йәһүә исеме менән уға май һөртөп, уның өсөн доға ҡылһын. 15 Шул саҡта иман менән әйтелгән доға ауырыуҙы* һауыҡтырыр, һәм Йәһүә уны аяҡҡа баҫтырыр. Әгәр ҙә гонаһтар ҡылған булһа, ул кисерелер.
16 Шуға күрә, һауығыу өсөн, бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең ялбарып әйткән доғаһы ҙур көскә эйә. 17 Ильяс беҙҙең кеүек үк кеше булған*, әммә ул ямғыр яумаһын тип ысын күңелдән доға ҡылғандан һуң, ул ерҙә өс йыл ярым ямғыр яумаған. 18 Ул тағы доға ҡылғас, ямғыр яуып ебәргән, һәм ер уңыш биргән.
19 Ҡәрҙәштәрем, әгәр берәйегеҙ хәҡиҡәт юлынан тайпылһа, ә башҡа берәү уны кире ҡайтарһа, 20 шуны белегеҙ: гонаһ ҡылыусыға яңылыш юлды ҡалдырырға ярҙам иткән кеше уны үлемдән ҡотҡарып, уның күп гонаһтарын ҡаплар.