Марк яҙған
6 Ғайса ул ерҙән китеп, үҙе үҫкән ҡалаға килде. Уға шәкерттәре лә эйәргәйне. 2 Шәмбе еткәс, ул синагогала өйрәтә башланы. Уны тыңлағандарҙың күбеһе таң ҡалып, былай тиеште: «Ул быларҙы ҡайҙан белә икән? Кем уға шундай аҡыллылыҡ һәм мөғжизәләр ҡылыу һәләте биргән? 3 Ул балта оҫтаһы, Мәрйәмдең улы һәм Яҡуп, Йософ, Йәһүҙә, Шимундың ағаһы түгелме һуң? Уның һеңлеләре лә беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни?» Шунлыҡтан уға ышанырға теләмәнеләр. 4 «Пәйғәмбәр һәр ерҙә ихтирам ителә, ул бары тик үҙ ҡалаһында, үҙ туғандары араһында һәм үҙ өйөндә генә хөрмәт күрмәй», — тине Ғайса уларға. 5 Шулай итеп, ул унда бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡылманы, бер нисә ауырыу кешегә генә ҡулын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырҙы. 6 Халыҡтың ышанмауы Ғайсаны бик ғәжәпләндерҙе. Шунан ул тирә-яҡтағы ауылдарға китеп, ундағы кешеләрҙе өйрәтеп йөрөнө.
7 Ғайса 12 шәкертен саҡырып алды ла уларға шаҡшы рухтар өҫтөнән хакимлыҡ биреп, икешәрләп вәғәзләргә ебәрҙе. 8 Уларға үҙҙәре менән юл таяғынан башҡа бер нәмә лә — икмәк тә, ризыҡ һалынған тоҡсай ҙа, аҡса ла* алмаҫҡа бойорҙо. 9 Ул сандалый алырға, ә алмаш кейем алмаҫҡа* ҡушты. 10 Ғайса шулай уҡ уларға былай тине: «Ҡайһы ғына өйгә инһәгеҙ ҙә, ул ерҙән киткәнсе, шунда ҡалығыҙ. 11 Әгәр берәй ерҙә кешеләр һеҙҙе ҡабул итмәһә һәм тыңламаһа, киткән саҡта аяғығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ. Шулай эшләп, һеҙ уларҙы киҫәткәнегеҙҙе күрһәтерһегеҙ*». 12 Илселәр юлға сыҡтылар һәм, кешеләрҙе тәүбә итергә өндәп, вәғәзләй башланылар. 13 Улар күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙылар, шулай уҡ, күп кенә ауырыуҙарға май һөртөп, уларҙы һауыҡтырҙылар.
14 Был хаҡта Һируд* батша ишетеп ҡалды, сөнки Ғайсаның исеме киң билдәле булып китте. Берәүҙәр: «Был үленән терелеп торған Сумдырыусы Яхъя, шуға ул шундай мөғжизәләр ҡыла ала», — тиҙәр ине. 15 Икенселәре: «Был Ильяс», ә башҡалары: «Был боронғо пәйғәмбәрҙәргә оҡшаш бер пәйғәмбәр», — тиҙәр ине. 16 Быны ишеткәс, Һируд: «Мин башын саптырған Яхъя үленән терелеп торған», — тине. 17 Һируд ағаһы Филиптың ҡатыны Һирүдиәгә өйләнгән ине. Ул, ҡатынына ярар өсөн, Яхъяны ҡулға алырға ҡушҡайны һәм уны бығаулап төрмәгә ултыртҡайны, 18 сөнки Яхъя Һирудҡа: «Ҡанун буйынса, ағайыңдың ҡатыны һинең ҡатының була алмай», — тип ҡат-ҡат әйткәйне. 19 Һирүдиә, Яхъяға асыу тотоп йөрөгәнгә, уны үлтерергә теләй ине, ләкин ҡулынан ғына килмәй ине, 20 сөнки Һируд, Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше икәнен белгәнгә, унан ҡурҡа ине, шуға уны яҡлай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән аптырашта ҡалып, уның менән нимә эшләргә белмәһә лә, ул уны бик теләп тыңлай ине.
21 Әммә бер көндө Һирүдиә өсөн уңайлы мәл килеп сыҡты. Һируд үҙенең тыуған көнөндә түрәләре, ғәскәр башлыҡтары һәм Ғәлиләйәнең абруйлы кешеләре өсөн мәжлес ойошторҙо. 22 Шул кисте Һирүдиәнең ҡыҙы кереп, Һируд һәм уның ҡунаҡтары алдында бейене. Уның бейеүе уларға бик оҡшаны. Батша ҡыҙға: «Ни теләһәң, шуны һора. Һорағаныңды бирермен», — тине. 23 «Нимә генә һораһаң да, хатта батшалығымдың яртыһын да бирәм», — тип ант итте батша. 24 Ҡыҙ сығып, әсәһенә: «Нимә һорайым?» — тине. Тегеһе: «Сумдырыусы Яхъяның башын», — тип яуапланы. 25 Ҡыҙ тиҙ генә батша янына инде лә: «Хәҙер үк Сумдырыусы Яхъяның башын табаҡҡа һалып, миңә алып килегеҙ», — тине. 26 Батша ныҡ ҡайғырһа ла, ҡунаҡтары алдында ант иткәнгә, ҡыҙҙың үтенесен кире ҡаға алманы. 27 Ул шунда уҡ тән һаҡсыһын ебәреп, уға Яхъяның башын килтерергә бойорҙо. Тегеһе төрмәгә барып, Яхъяның башын сапты ла, 28 табаҡҡа һалып, ҡыҙға килтерҙе, ә ҡыҙ уны әсәһенә бирҙе. 29 Яхъяның шәкерттәре был хаҡта ишеткәс, килеп, уның тәнен алдылар ҙа ҡәбергә алып барып һалдылар.
30 Илселәр, Ғайса янына әйләнеп ҡайтҡас, уға нимә эшләгәндәре һәм нимәгә өйрәткәндәре тураһында һөйләп бирҙеләр. 31 Ғайса уларға: «Әйҙәгеҙ, минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ», — тине, сөнки күп кеше бер килеп, бер китеп торғанлыҡтан, уларҙың хатта тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары юҡ ине. 32 Шунда улар кәмәгә ултырып, үҙҙәре генә ҡалыр өсөн, аулаҡ урынға китте. 33 Ләкин кешеләр уларҙың ҡуҙғалып киткәндәрен күрҙе, һәм был хаҡта күптәр белеп ҡалды. Бөтә ҡалаларҙан халыҡ улар киткән яҡҡа йүгерә-йүгерә унда уларҙан алда барып етте. 34 Кәмәнән сыҡҡас, Ғайса күп халыҡты күрҙе. Ул уларҙы, көтөүсеһе булмаған һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы.
35 Кис етеп килгәндә, шәкерттәре Ғайса янына килеп: «Был ерҙә кеше лә йөрөмәй, ваҡыт та һуң инде. 36 Халыҡты ебәр, улар яҡын тирәләге ауылдарға барып, үҙҙәренә ашарға һатып алһындар», — тине. 37 Ғайса: «Һеҙ уларға ашарға бирегеҙ», — тине. «Беҙ барып, 200 динарға* икмәк һатып алып, кешеләргә бирәйекме?» — тип һораны шәкерттәре. 38 Ул әйтте: «Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? Ҡарап килегеҙ әле». Ҡарап килгәс, улар: «Биш икмәк һәм тағы ике балыҡ», — тип яуапланы. 39 Шунда Ғайса кешеләргә, төркөмдәргә бүленеп, үләнгә ултырырға ҡушты. 40 Улар йөҙәр, иллешәргә бүленеп, ултырышты. 41 Ғайса биш икмәк менән ике балыҡты алды ла, күккә ҡарап, доға ҡылды*. Шунан икмәктәрҙе һындырып, кешеләргә таратһындар өсөн, шәкерттәренә бирҙе. Ул шулай уҡ ике балыҡты барыһына ла бүлде. 42 Бөтәһе лә туйғансы ашаны. 43 Ҡалған икмәкте йыйып алғас, балыҡты иҫәпкә алмағанда, тулы 12 кәрзин килеп сыҡты. 44 Икмәк ашаусыларҙың һаны 5 000 ир кеше ине.
45 Шунан һуң кисектермәйенсә Ғайса шәкерттәренә кәмәгә ултырып, Бәйтсәйҙәгә табан йөҙөп, икенсе ярға сығырға ҡушты, ә үҙе халыҡты оҙатып ҡалды. 46 Халыҡ менән хушлашҡандан һуң, ул, доға ҡылырға тип, тауға менде. 47 Кис еткәндә, кәмә диңгеҙ уртаһында ине, ә Ғайса яр буйында бер үҙе ине. 48 Таң атыр алдынан*, Ғайса шәкерттәренең елгә ҡаршы көс-хәл менән ишеүҙәрен күреп, диңгеҙ өҫтөнән уларға табан атлап китте, ләкин уларҙың яндарынан үтеп китергә йыйынған кеүек тойолдо. 49 Улар, уның һыу өҫтөнән атлап килгәнен күргәс, был күҙебеҙгә күренә тип уйлап, ҡысҡырып ебәрҙе, 50 сөнки уны күреп, ҡоттары осто. Әммә ул шунда уҡ: «Ҡурҡмағыҙ! Был мин», — тине. 51 Ғайса улар янына кәмәгә инеп ултырҙы, һәм ел баҫылды. Улар быға бик ныҡ ғәжәпләнде, 52 сөнки икмәк менән булған мөғжизәнең мәғәнәһенә төшөнмәгәйне. Күңелдәре һаман да ябыҡ ине.
53 Улар диңгеҙ аша сығып, Гинисаритҡа еттеләр һәм яр буйына килеп туҡтанылар. 54 Улар кәмәнән сығыу менән, кешеләр Ғайсаны танып алды ла, 55 халыҡҡа хәбәр итергә тип, бөтә тирә-яҡты йүгереп йөрөп сыҡты. Ғайсаға ятҡан түшәктәре менән бергә ауырыуҙарҙы килтерә башланылар. 56 Ул ниндәй генә ҡалаға һәм ауылға керһә лә, кешеләр баҙар майҙандарына ауырыуҙарҙы килтереп һала ине, ә тегеләре Ғайсанан кейеменең суҡтарына ғына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенә ине. Ҡағылғандарҙың барыһы ла һауыға ине.