УН БИШЕНСЕ БҮЛЕК
Һәр эшегеҙҙән тәм табығыҙ
«Үҙеңдең һәр эшеңдән тәм... тап» (ВӘҒӘЗСЕ 3:13).
1—3. а) Күп кеше үҙ эшенә нисек ҡарай? б) Изге Яҙмалар беҙҙе эшкә нисек ҡарарға дәртләндерә, һәм беҙ ниндәй һорауҙар ҡарап сығырбыҙ?
БЕҘҘЕҢ көндәрҙә бик һирәк кенә кеше үҙ эшен рәхәтләнеп башҡара. Күптәр көн һайын яратмаған эштәренә теләмәйенсә генә барып, унда күп ваҡыт үткәрә. Ундай кешеләргә үҙ эштәренән тәм табып, уны хатта шатланып башҡарыр өсөн нимә эшләргә?
2 Изге Яҙмаларҙа эшкә ыңғай ҡараш менән ҡарарға дәртләндереүсе һүҙҙәр яҙылған. Унда, эш һәм уның емештәре — фатиха, тип әйтелә. Сөләймән: «Берәү ашап-эсеүҙән һәм үҙенең һәр эшенән тәм һәм игелек таба икән, был, тимәк, уға Алла биргән ниғмәттер», — тип яҙған (Вәғәзсе 3:13). Беҙҙе яратҡан һәм беҙгә игелек кенә теләгән Йәһүә беҙҙең үҙ эшебеҙҙән тәм табып, уның емештәренән кинәнеүебеҙҙе теләй. Алланың мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, беҙгә эшкә уның ҡарашы менән ҡарарға һәм эшкә ҡағылышлы принциптарын ҡулланырға кәрәк. (Вәғәзсе 2:24; 5:17 уҡы.)
3 Был бүлектә беҙ дүрт һорау ҡарап сығырбыҙ: эшебеҙҙән тәм табыр өсөн нимә эшләргә? Ысын мәсихселәр ниндәй эшкә ризалашмаясаҡ? Эшебеҙ рухи эштәребеҙгә ҡамасауламаһын өсөн, нимә эшләп була? Иң мөһим эш ниндәй? Ә башта, әйҙәгеҙ, Ғәләмдәге ике бөйөк эшсәндең — Йәһүә Алла һәм Ғайса Мәсихтең миҫалдарын ҡарап сығайыҡ.
ИҢ БӨЙӨК ЭШСӘН ҺӘМ ОҪТА ҺӨНӘРСЕ
4, 5. Изге Яҙмаларҙа Йәһүә эштәренең һөҙөмтәле булыуы нисек күрһәтелә?
4 Йәһүә Алла — иң бөйөк эшсән. Башланмыш 1:1-ҙә: «Иң элек Алла күк менән ерҙе яратты», — тип әйтелә. Алла бөтә нәмәне, шул иҫәптән ерҙе лә, барлыҡҡа килтергәс, «...бар ҡылған донъяны байҡаны — ул бик яҡшы ине» (Башланмыш 1:31). Шулай итеп ул ерҙәге бөтә эштәренең үҙенә ысын ҡәнәғәтлек килтергәнен күрһәткән. Йәһүә, «бәхетле Алла», күп эштәр башҡарып, һис шикһеҙ, ҙур шатлыҡ кисергән (1 Тимутегә 1:11).
5 Эш һөйөүсән Аллабыҙ өҙлөкһөҙ рәүештә эштәр башҡара. Ер һәм ундағы бар нәмә барлыҡҡа килтерелгәндән һуң күп ваҡыт үткәс, Ғайса: «Атам әле лә эшләй», — тип әйткән булған (Яхъя 5:17). Ул ваҡытта Алла ниндәй эштәр башҡарған? Ул күктән кешеләр менән етәкселек иткән һәм улар тураһында ҡайғыртҡан, шулай уҡ Ғайса менән күктән идара итәсәк «яңы заттарҙы» — рух менән тыуҙырылған мәсихселәрҙе — барлыҡҡа килтергән (2 Көринттәргә 5:17). Кешеләргә ҡарата ниәтен үтәр өсөн, йәғни уны яратыусылар яңы донъяла мәңгелек тормош алһын өсөн, ул барыһын башҡарып барған (Римлыларға 6:23). Йәһүә был эшенең һөҙөмтәләре менән бик ҡәнәғәттер. Алла миллионлаған кешене үҙенә йәлеп иткән, һәм улар Батшалыҡ хәбәрен ҡабул итеп, уның мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, үҙ тормоштарын үҙгәртәләр (Яхъя 6:44).
6, 7. Ғайса тырыш эшсе исеменә нисек лайыҡ булған?
6 Ғайса бихисап күп йылдар дауамында тырышып эшләп, яҡшы исемгә эйә булған. Ерҙә кеше булып йәшәгәнсе ул, «күктә һәм ерҙә» бөтә нәмәләр барлыҡҡа килтерелгәндә, Аллаға «һөнәрсе» булып ярҙам иткән (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:22—31; Көләсәйҙәргә 1:15—17). Ләкин ергә килгәс тә, ул тырыш хеҙмәтен дауам иткән. Уны бәләкәй саҡтан уҡ төҙөлөшкә бәйле эштәргә өйрәткәндәр һәм «балта оҫтаһы» тип атағандар (Марк 6:3). Ул заманда таҡта ярыу машиналары, ҙур складтар, электроҡоралдар булмаған, шуға күрә балта оҫтаһының эше ауыр булған һәм уны башҡарыр өсөн, төрлө һәләттәр кәрәк булған. Ғайса ағасты үҙе йығып, үҙе уны эш урынына алып барғандыр. Уның йорт төҙөгәнен күҙ алдыңа килтер: бына, ул өрлөктәр әҙерләй һәм уларҙы түбәгә урынлаштыра, ишектәр яһай һәм йорт өсөн кәрәкле башҡа әйберҙәрҙе яһап бирә. Оҫта һәм тырышып башҡарылған эштән килгән ҡәнәғәтлекте Ғайса, һис шикһеҙ, үҙе татып ҡараған.
7 Ғайса вәғәз эшен дә тырышып башҡарған. Ул был мөһим хеҙмәттә өс йыл ярым буйы бөтә көсөн һалып ҡатнашҡан. Мөмкин ҡәҙәр күберәк кешегә яҡшы хәбәрҙе еткерергә теләп, ул иртәнән кискә тиклем тырышып хеҙмәт иткән (Лука 21:37, 38; Яхъя 3:2). Ул «ҡаланан ҡалаға һәм ауылдан ауылға инеп, Алла Батшалығы тураһындағы яҡшы хәбәрҙе вәғәзләп һәм иғлан итеп йөрәгән» (Лука 8:1). Яҡшы хәбәрҙе кешеләргә еткерер өсөн, ул туҙанлы юлдар буйлап йөҙләгән километр йәйәү үткән.
8, 9. Нисек Ғайса үҙ эштәренән тәм тапҡан?
8 Ғайса үҙенең тырыш хеҙмәтенең емештәрен күргәнме? Һис шикһеҙ! Ул Батшалыҡ тураһындағы хәҡиҡәттең орлоҡтарын сәскән һәм ураҡҡа өлгөргән игендәр ҡалдырған. Алла тапшырған эште башҡарыу Ғайсаға шундай көс һәм таяныс биргән, ул хатта был эште башҡарыр өсөн ас ҡалырға ла әҙер булған (Яхъя 4:31—38). Ерҙәге хеҙмәтен тамамлап барғанда, ул Атаһына ысын күңелдән: «Һин тапшырған эште башҡарып сығып, мин һине ерҙә данланым», — тип әйткән. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, ул ҙур ҡәнәғәтлек кисергәндер! (Яхъя 17:4)
9 Эйе, Йәһүә менән Ғайса үҙ эштәренән тәм тапҡан, һәм улар беҙҙең өсөн ғәжәп үрнәк булып тора. Йәһүәне яратыу беҙҙе «унан үрнәк алырға» дәртләндерә (Эфестарға 5:1). Ә Ғайсаны яратыу «уның эҙҙәре буйынса барырға» этәрә (1 Петер 2:21). Беҙгә эшебеҙҙән тәм табыр өсөн, нимә эшләргә? Әйҙә быны беләйек.
ЭШЕҢДӘН ТӘМ ТАБЫР ӨСӨН НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?
10, 11. Беҙгә эшкә ҡарата ыңғай ҡараш үҫтерергә нимә ярҙам итәсәк?
10 Ысын мәсихселәрҙең күпселеге донъяуи эштә эшләй. Беҙ эштең үҙебеҙгә ҡәнәғәтлек һәм, әҙ булһа ла, рәхәтлек килтереүен теләйбеҙ, ләкин яратмаған эштә быға ирешеү бик ауыр. Эшеңдән тәм табыр өсөн нимә эшләргә?
11 Эшеңә ыңғай ҡараш үҫтер. Беҙ шарттарыбыҙҙы үҙгәртә алмаһаҡ та, ҡарашыбыҙҙы үҙгәртә алабыҙ. Алла талаптары тураһында уйланыу беҙгә эшкә ҡарата ыңғай ҡараш үҫтерергә ярҙам итә ала. Әйтәйек, һин ғаилә башлығы. Улайһа, шуны иҫтә тот: эшең әллә ни ҡыҙыҡ булып күренмәһә лә, ул һиңә ғаиләңде тәьмин итеп торорға ярҙам итә. Ә Алла үҙ ғаиләләре тураһында ҡайғыртҡан кешеләрҙе ҡәҙерләй. Уның Һүҙендә, ғаиләһе тураһында ҡайғыртмаған кеше «имандан ваз кискән һәм иманһыҙҙан да яманыраҡ була», тип әйтелә (1 Тимутегә 5:8). Шулай итеп, эш беҙгә файҙа килтерә: Алла тапшырған яуаплылыҡты үтәргә мөмкинлек бирә. Быны аңлап, һин үҙ эшеңдән, әҙ булһа ла, ҡәнәғәтлек таба алырһың. Ә хеҙмәттәштәрең, быны аңламағанға, үҙ эштәренән рәхәтлек таба алмайҙыр.
12. Эштә тырыш һәм намыҫлы булыу нисек бүләкләнә?
12 Тырыш һәм намыҫлы бул. Тырышып эшләү һәм эшеңде оҫтараҡ башҡарырға өйрәнеү фатихалар килтерә ала. Тырыш һәм оҫта хеҙмәтселәрҙе эш биреүселәр йыш ҡына юғары баһалай (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:24; 22:29). Беҙ, ысын мәсихселәр булараҡ, эштә үҙебеҙҙе намыҫлы тоторға тейеш. Эш биреүсенең аҡсаһын, милкен йәки ваҡытын урламайыҡ (Эфестарға 4:28). Үткән бүлектән белгәнебеҙсә, намыҫлы булыу бүләкләнә. Намыҫлы эшсегә күберәкте ышанып тапшыралар. Эш биреүсе тырыш хеҙмәтебеҙгә иғтибар итмәһә лә, ундай хеҙмәт беҙгә ҡәнәғәтлек килтерә, сөнки беҙҙең «выжданыбыҙ саф», һәм беҙ яратҡан Аллабыҙҙы шатландырабыҙ (Еврейҙарға 13:18; Көләсәйҙәргә 3:22—24).
13. Яҡшы тәртибебеҙ ниндәй файҙа килтерә ала?
13 Үҙ тәртибең менән Алланы данлағаныңды иҫеңдә тот. Беҙ эш урынында мәсихселәргә хас юғары нормаларҙы тотҡанда, һис шикһеҙ, башҡалар быға иғтибар итә. Был ниндәй файҙа килтерә? Шулай эшләп, беҙ «Ҡотҡарыусыбыҙ Алланың тәғлимәтен бар яҡтан биҙәйбеҙ» (Титусҡа 2:9, 10). Эйе, яҡшы тәртибебеҙ башҡаларға ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙың хаҡ булыуын күрергә ярҙам итер, һәм улар уның тураһында күберәк белергә теләр. Хеҙмәттәшең яҡшы тәртибеңде күреп хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһына башлаһа, был һиңә, әлбиттә, ҙур шатлыҡ килтерер ине! Ә мөһимерәге шул: һинең яҡшы тәртибең Йәһүәне данлай һәм уның йөрәген һөйөндөрә. Әллә тағы ла ҙурыраҡ бәхет бармы? (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11; 1 Петер 2:12 уҡы.)
ЭШТЕ АҠЫЛ МЕНӘН ҺАЙЛА
14—16. Эшкә урынлашҡанда, беҙгә ниндәй мөһим һорауҙарҙы ҡарап сығырға кәрәк?
14 Мәсихселәр өсөн эштең ҡайһы төрө яраҡлы, ә ҡайһыһы яраҡлы түгел? Изге Яҙмаларҙа бының тураһында ентекле күрһәтмәләр юҡ. Шулай ҙа был эштең теләһә ҡайһыһын һайларға була тигәнде аңлатмай. Изге Яҙмалар беҙгә Алла хуплаған яҡшы һәм намыҫлы эш һайларға, шул уҡ ваҡыт Аллаға оҡшамаған эшкә урынлашмаҫҡа ярҙам итә ала (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:6). Эш һайлағанда, ике төп яҡҡа иғтибар итергә кәрәк.
15 Был эш Изге Яҙмаларҙа хөкөм ителгән эштәр менән бәйле түгелме? Алла Һүҙендә урлау, ялған һөйләү һәм боттар яһау асыҡ хөкөм ителә (Сығыш 20:4; Илселәр 15:29; Эфестарға 4:28; Асыш 21:8). Эштә был талап ителһә, беҙ унда урынлашмаясаҡбыҙ. Эш Алла әмерҙәрен боҙоу менән бәйле булһа, беҙ Йәһүәне яратҡанға, ундай эштә ҡалмаясаҡбыҙ. (1 Яхъя 5:3 уҡы.)
16 Был эш беҙҙе йәки башҡаларҙы берәй боҙоҡ эштәрҙә ҡатнашыусы итмәйме? Мәҫәлән, сәркәтип эшенең бер ниндәй насар яғы юҡ. Әйтәйек, мәсихсегә аборттар яһай торған бер клиникала сәркәтип эше тәҡдим итәләр. Әлбиттә, сәркәтип аборттар яһауҙа туранан-тура ҡатнашмай. Шулай ҙа ундай клиникала эшләү беҙҙе аборттар яһауҙа — Алла Һүҙендә хөкөм ителгән эштә — ярҙам итеүсе итмәйме? (Сығыш 21:22—24) Беҙ Йәһүәне яратабыҙ, шуға күрә беҙҙең Изге Яҙмаларҙа хөкөм ителгән эштәр менән бәйле булғыбыҙ килмәй.
17. а) Эш менән бәйле һорауҙарҙы хәл иткәндә, ниндәй яҡтарҙы иҫәпкә алырға кәрәк? («Миңә был эшкә ризалашырғамы?» тигән рамканы ҡара.) б) Выжданыбыҙ Алланы шатландырған аҙымдар яһарға нисек ярҙам итә ала?
17 Юғарылағы ике абзацта килтерелгән мөһим һорауҙар тураһында ентекләп уйланһаҡ, беҙ эш менән бәйле күп һорауҙарҙы хәл итә аласаҡбыҙ. Әммә эш һайлағанда, беҙгә башҡа яҡтарҙы ла иҫәпкә алырға кәрәкa. Ышаныслы хеҙмәтсе һәр бер тыуған хәлгә үҙ етәкселеген биреп торасаҡ тип көтмәйек. Ундай осраҡтарҙа үтә күреүсәнлек кәрәк. Икенсе бүлектән белгәнебеҙсә, беҙгә Алла Һүҙен өйрәнеп һәм уны көндәлек тормошобоҙҙа ҡулланып, выжданыбыҙҙы өйрәтергә кәрәк. Ҡулланыу аша өйрәтелгән «һиҙгерлегебеҙ» ярҙамында беҙҙең выжданыбыҙ Алланы шатландырған ҡарарҙар ҡабул итергә һәм уның мөхәббәтендә ҡалырға ярҙам итә ала (Еврейҙарға 5:14).
ЭШКӘ АҠЫЛЛЫ ҠАРАШ
18. Ни өсөн Йәһүә хуплаған аҙымдар яһау еңел түгел?
18 Был «айырыуса ауыр ваҡыттар» тип аталған «һуңғы көндәрҙә» йәшәгәнгә күрә, беҙгә Йәһүә хуплаған аҙымдар яһау еңел түгел (2 Тимутегә 3:1). Эш табып, уны юғалтмаҫ өсөн, ҡайһы ваҡыт бик күп көс һалырға тура килә. Беҙ, мәсихселәр булараҡ, үҙ ғаиләбеҙ тураһында ҡайғыртыр өсөн тырышып эшләргә тейешлегебеҙҙе аңлайбыҙ. Әммә һаҡ булмаһаҡ, эш урыныбыҙҙа кисергән баҫым йәки был донъяға хас материалистик ҡараш рухи эштәребеҙгә зыян килтерергә мөмкин (1 Тимутегә 6:9, 10). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, «нимә мөһимерәк, шуны айыра белер» өсөн, нисек аҡыл менән эш итергә икәнен ҡарап сығайыҡ (Филиппийҙарға 1:10).
19. Ни өсөн Йәһүә ышанысыбыҙға лайыҡ һәм ундай ышаныс беҙҙе нимәнән һаҡлай?
19 Йәһүәгә тулыһынса таянып йәшә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6 уҡы.) Алла беҙҙең ышанысыбыҙға лайыҡ, сөнки ул беҙҙең хаҡта ҡайғырта (1 Петер 5:7). Ул беҙҙең нимәгә мохтаж булыуыбыҙҙы беҙҙән дә яҡшыраҡ белә һәм бар кәрәклеһен бирә ала (Мәҙхиә 36:25). Шуға күрә беҙгә уның Һүҙендәге бындай өгөт-нәсихәткә иғтибар итеү яҡшы булыр ине: «Байлыҡ яратмайынса тормош итегеҙ, булғанына ҡәнәғәт булып йәшәгеҙ, сөнки Алла: „Мин һине бер ҡасан да ҡалдырмам һәм бер ҡасан да ташламам“, — тигән» (Еврейҙарға 13:5). Күп кенә тулы ваҡытлы хеҙмәтсе Алланың йәшәр өсөн бар кәрәклеһен бирергә һәләтле булыуын үҙе татып ҡараған. Йәһүәнең ҡайғыртасағына тулыһынса ышанһаҡ, ғаиләбеҙҙе тәьмин итеү тураһында һүҙ барғанда, сиктән тыш борсолмаясаҡбыҙ (Маттай 6:25—32). Беҙ донъяуи эшебеҙгә вәғәз һәм осрашыуҙарға йөрөү кеүек рухи эштәребеҙгә ҡамасауларға рөхсәт итмәйәсәкбеҙ (Маттай 24:14; Еврейҙарға 10:24, 25).
20. Күҙҙәреңде ябай килеш һаҡлау нимәне аңлата, һәм һин быны нисек эшләй алаһың?
20 Күҙҙәреңде ябай килеш һаҡла. (Маттай 6:22, 23 уҡы.) Күҙҙәреңде ябай килеш һаҡлау ябай тормош алып барыу тигәнде аңлата. Күҙҙәрен ябай килеш һаҡлаған мәсихселәрҙең берҙән-бер төп маҡсаты бар: Алла ихтыярын үтәү. Күҙҙәребеҙ был маҡсатты асыҡтан-асыҡ күреп торһа, беҙ юғары түләүле эшкә урынлашырға һәм байлыҡ артынан ҡыуып йәшәргә ынтылмаясаҡбыҙ. Реклама, бәхетле булыр өсөн һеҙгә иң яңы һәм иң яҡшы әйберҙәр кәрәк, тип ышандырырға тырышһа ла, беҙ был әйберҙәр артынан бөтмәҫ «сабыштарҙа» ҡатнашмаҫбыҙ. Күҙеңде ябай килеш һаҡлар өсөн, нимә эшләргә? Кәрәкмәгән бурыстарға инмә, күп ваҡыт һәм иғтибар талап иткән әйберҙәр һатып алма. Изге Яҙмаларҙағы: «Ризыҡ һәм кейем-һалым менән йәшәү урыныбыҙ булһа, быға ҡәнәғәт булайыҡ», — тигән кәңәште тот (1 Тимутегә 6:8). Тормошоңдо ябайлаштырырға тырыш.
21. Ни өсөн һайлау яһарға кәрәк, һәм тормошобоҙҙа беренсе урында нимә торорға тейеш?
21 Рухи эштәрҙе беренсе урынға ҡуйып йәшә. Беҙҙең көсөбөҙ һәм ваҡытыбыҙ әллә ни күп түгел, шуға күрә беҙгә һайларға кәрәк: тормошобоҙҙа беренсе урында нимә торасаҡ? Һайламаһаҡ, мөһим булмаған нәмәләр мөһимерәк эштәрҙе икенсе урынға күсереп, ҡәҙерле ваҡытыбыҙҙы урлар. Тормошобоҙҙа беренсе урында нимә торорға тейеш? Күптәр, был донъяла яҡшы эшкә урынлашыр өсөн юғары белем алырға кәрәк, тип һанай. Ә Ғайса үҙ шәкерттәрен: «Артабан да Батшалыҡты... беренсе урынға ҡуйып йәшәгеҙ», — тип өндәгән (Маттай 6:33). Шуға күрә беҙ, ысын мәсихселәр, Алла Батшалығын үҙ тормошобоҙҙа беренсе урынға ҡуябыҙ. Тормош рәүешебеҙ — һайлауҙарыбыҙ, маҡсаттарыбыҙ һәм эштәребеҙ — шуны күрһәтергә тейеш: беҙҙең өсөн Батшалыҡ эштәре һәм Алла ихтыяры матди әйберҙәрҙән һәм ошо донъяға хас маҡсаттарҙан күпкә мөһимерәк.
АЛЛАҒА ТЫРЫШЫП ХЕҘМӘТ ИТ
22, 23. а) Ысын мәсихселәрҙең ниндәй төп эштәре бар һәм был эш беҙҙең өсөн мөһим икәнен нисек күрһәтеп була? («Тормошом шатлыҡлы һәм миңә ҡәнәғәтлек килтерә» тигән рамканы ҡара.) б) Һин донъяуи эшкә нисек ҡарайһың?
22 Беҙ һуңғы көндәрҙең ахырында йәшәйбеҙ, һәм был беҙҙе ысын мәсихселәргә тапшырылған төп эшебеҙҙе — вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшен — башҡарырға дәртләндерә (Маттай 24:14; 28:19, 20). Ғайса Мәсихтән үрнәк алып, беҙ был ҡотҡарыу эшен тырышып башҡарырға теләйбеҙ. Был эш беҙҙең өсөн мөһим икәнен нисек күрһәтеп була? Алла хеҙмәтселәренең күпселеге, йыйылыш вәғәзселәре булараҡ, ысын күңелдән вәғәз эшендә ҡатнашалар. Ҡайһы берәүҙәр үҙ тормоштарында үҙгәрештәр яһап, пионерҙар һәм миссионерҙар хеҙмәтен һайлаған. Рухи маҡсаттарҙың мөһимлеген танып, күп кенә ата-әсәләр балаларын тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға дәртләндерә. Батшалыҡты ашҡынып вәғәзләүселәр тырыш хеҙмәттәренән тәм табамы? Һис шикһеҙ! Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт итеү генә шатлыҡ, ҡәнәғәтлек һәм бихисап күп фатихалар килтерә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:22 уҡы.)
23 Күп мәсихселәр үҙ ғаиләләре тураһында ҡайғыртыр өсөн тырышып эшләй. Әммә иҫеңдә тот: Йәһүә эшеңдән тәм табып йәшәүеңде теләй. Ҡараштарыңды һәм эштәреңде уның ҡараштары менән принциптарына тура килтерһәң, эшеңдән ҡәнәғәтлек таба аласаҡһың. Ләкин эшең төп хеҙмәтебеҙгә — Алла Батшалығы хаҡында яҡшы хәбәрҙе вәғәзләүгә — ҡамасауламаһын өсөн көс һал. Был яҡтан тәүәккәл бул! Аллаға хеҙмәт итеүҙе тормошобоҙҙа беренсе урынға ҡуйып, беҙ Йәһүәгә үҙ яратыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ һәм шулай итеп уның мөхәббәтендә ҡалабыҙ.
a Был яҡтар тураһында күберәк белер өсөн, 1999 йылдың 15 апрель һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 28—30-сы биттәрен һәм 1983 йылдың 1 март һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 18-се битен ҡара.