Яхъя. Йөкмәтке
15 Мин — ысын йөҙөм ағасы, ә Атам — йөҙөм үҫтереүсе. 2 Миндәге емеш бирмәгән һәр ботаҡты ул ҡырҡып ташлай, ә емеш биргән ботаҡты, тағы ла күберәк емеш бирһен өсөн, таҙарта. 3 Мин һеҙгә һөйләгән һүҙ аша һеҙ инде таҙарындығыҙ. 4 Минең менән берҙәмлектә булығыҙ, мин дә һеҙҙең менән берҙәмлектә булырмын. Ботаҡ, ағаста ҡалмаһа, емеш бирә алмай. Шуның кеүек, һеҙ ҙә, минең менән берҙәмлектә булмаһағыҙ, емеш бирә алмаҫһығыҙ. 5 Мин — ағас, һеҙ — ботаҡтар. Кем минең менән берҙәмлектә һәм мин кем менән берҙәмлектә, шул күп емеш бирә. Һеҙ минһеҙ бер ни эшләй алмайһығыҙ. 6 Кем минең менән берҙәмлектә ҡалмай, шул ҡырҡып ташланған һәм ҡороған ботаҡҡа оҡшаш. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлайҙар, һәм улар янып бөтә. 7 Минең менән берҙәмлектә ҡалып, һүҙҙәремде үтәйһегеҙ икән, теләгәнегеҙҙе һорағыҙ, һәм һеҙгә бирелер. 8 Һеҙ күп емеш биреп, минең шәкерттәрем булғанығыҙҙы иҫбатлағанда, был Атама дан килтерә. 9 Атам мине нисек яратһа, мин дә һеҙҙе шулай яратам. Минең һөйөүемдә ҡалығыҙ. 10 Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, уның һөйөүендә ҡалған кеүек, һеҙ ҙә, әмерҙәремде үтәһәгеҙ, минең һөйөүемдә ҡалырһығыҙ.
11 Мин һеҙгә быларҙы шатлығым һеҙҙә булһын һәм шатлығығыҙ тулы булһын тип һөйләйем. 12 Әмерем шул: мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе шулай яратығыҙ. 13 Дуҫтары өсөн үҙ ғүмерен* биргән кешенең яратыуынан да ҙурыраҡ яратыу юҡ. 14 Ҡушҡандарымды үтәһәгеҙ, һеҙ — минең дуҫтарым. 15 Мин инде һеҙҙе ҡолдар тип атамайым, сөнки ҡол хужаһының ни эшләгәнен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтар тип атайым, сөнки Атамдан ишеткәндәрҙең барыһын һеҙгә астым. 16 Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә мин һеҙҙе һайлап алдым. Мин һеҙгә артабан да күп емеш — мәңгелеккә ҡаласаҡ емеш бирергә ҡуштым. Шунда минең исемемдән нимә генә һораһағыҙ ҙа, Атам һеҙгә барыһын да бирер.
17 Мин быларҙы һеҙ бер-берегеҙҙе яратһын өсөн ҡушам. 18 Донъя һеҙҙе нәфрәт итә икән, белегеҙ: тәүҙә ул мине нәфрәт итте. 19 Һеҙ был донъянан булһағыҙ, донъя һеҙҙе үҙенеке кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, мин һеҙҙе һайлап алып, унан айырҙым, шуға күрә лә донъя һеҙҙе нәфрәт итә. 20 Әйткән һүҙемде иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡол хужаһынан ҙурыраҡ түгел. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотҡандар икән, һеҙҙекен дә тоторҙар. 21 Әммә кешеләр минең исемем арҡаһында һеҙҙең менән шулай мөғәмәлә итер, сөнки мине Ебәреүсене белмәйҙәр. 22 Мин килеп, уларға бер ни һөйләмәгән булһам, улар гонаһта ғәйепле булмаҫ ине. Әммә хәҙер уларҙың гонаһын аҡлап булмай. 23 Кем мине нәфрәт итә, шул Атамды ла нәфрәт итә. 24 Мин уларҙың күҙ алдында бүтән бер кем дә эшләмәгән эштәрҙе эшләмәгән булһам, улар гонаһта ғәйепле булмаҫ ине. Ләкин улар, мине күрһәләр ҙә, барыбер мине лә, Атамды ла нәфрәт иттеләр. 25 Әммә уларҙың Ҡанунында „улар мине бер сәбәпһеҙ нәфрәт итте“ тип яҙылған һүҙҙәр үтәлһен өсөн шулай булды. 26 Мин Атанан һеҙгә ярҙамсы* — хәҡиҡәт рухын ебәрәсәкмен. Ул, Атанан килгәс, минең турала шаһитлыҡ ҡылыр. 27 Һеҙ ҙә минең турала шаһитлыҡ бирерһегеҙ, сөнки баштан уҡ минең менән булдығыҙ.