Йәһүә түҙемлек күрһәтеп уңыш килтергәндәрҙе ярата
«Ә уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә» (ЛУКА 8:15).
1, 2. а) Ни өсөн уңдырышһыҙ территорияла хеҙмәт итеүен дауам иткән ҡәрҙәштәрҙең үрнәге беҙҙе рухландыра? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.) б) Ғайса Мәсих тыуған ерҙә вәғәзләү тураһында нимә әйткән? (Төшөрмәне ҡарағыҙ.)
СЕРДЖО МЕНӘН ОЛИНДА Ҡушма Штаттарҙа пионер булып хеҙмәт итә. Улар икеһе лә 80-дән уҙған. Һуңғы ваҡытта, аяҡтары ауыртҡанға, уларға атлауы ауыр. Шуға ҡарамаҫтан, улар иртәнге сәғәт етелә халыҡ ҡайнап торған майҙанға бара. Серджо менән Олинда инде күп йылдар шулай эшләй. Улар, автобус туҡталышы янында тороп, үтеп барған кешеләргә баҫмаларыбыҙҙы тәҡдим итә. Күпселек кеше уларға иғтибар итмәһә лә, Серджо менән Олинда үҙ урынында тороуын дауам итә һәм үҙҙәренә ҡараған кешеләргә йылмая. Төш ваҡытында улар әкренләп өйгә ҡайта. Киләһе көндө иртәнге сәғәт етелә улар йәнә автобус туҡталышына бара. Улар йыл дауамында аҙнаһына алты көн вәғәзләй.
2 Күп тоғро ҡәрҙәштәр, Серджо менән Олинда һымаҡ, тиҫтәләгән йылдар буйына күпселек кеше һөйөнөслө хәбәрҙе тыңламаған территорияла вәғәзләй. Бәлки, һеҙ ҙә шуға оҡшаш территорияла вәғәзләйһегеҙҙер. Шулай булһа, һеҙ маҡтауға лайыҡ, сөнки түҙемлек күрһәтәһегеҙ һәм, ауыр булһа ла, вәғәзләүҙән туҡтамайһығыҙa. Һеҙҙең үрнәгегеҙ күп ҡәрҙәштәрҙе, хатта йылдар буйына вәғәзләгән тәжрибәле вәғәзселәрҙе лә рухландыра. Бер район күҙәтеүсеһе былай ти: «Ундай тоғро ҡәрҙәштәр менән хеҙмәт иткәндә, уларҙың өлгөһө миңә көс өҫтәй». Башҡа бер район күҙәтеүсеһе: «Уларҙың тоғролоғо мине хеҙмәтемдә сыҙамлыҡ һәм ҡыйыулыҡ сағылдырырға дәртләндерә», — тип уртаҡлаша. Ә өсөнсө күҙәтеүсе: «Уларҙың үрнәге күңелемде йылыта», — ти.
3. Беҙ ниндәй өс һорауҙы ҡарап сығырбыҙ һәм ни өсөн?
3 Был мәҡәлә бындай өс һорауға яуап бирер: ни өсөн беҙ ҡайһы саҡта бойоғорға мөмкин? Уңыш килтереү нимәне аңлата? Беҙгә артабан да түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерергә нимә ярҙам итер? Был һорауҙарға яуаптар беҙҙе Ғайсанан бирелгән вәғәз эшендә артабан да ҡатнашырға дәртләндерер.
НИ ӨСӨН БЕҘ БОЙОҒОРҒА МӨМКИН?
4. а) Күпселек йәһүдтәрҙең һөйөнөслө хәбәрҙе тыңламауы Павелда ниндәй хистәр тыуҙырған? б) Ни өсөн Павелдың йөрәге әрнегән?
4 Территорияғыҙҙағы кешеләрҙең һөйөнөслө хәбәрҙе тыңламауы арҡаһында бойоҡҡанығыҙ булдымы? Улайһа, һеҙ илсе Павелдың хистәрен аңларһығыҙ. Ул 30 йыл тирәһе вәғәзләгән һәм күп кешегә мәсихсе булып китергә ярҙам иткән (Ғәм. 14:21; 2 Кор. 3:2, 3). Шулай ҙа Павелдың миләттәштәре — йәһүдтәр араһында хаҡ ғибәҙәткә әҙ генә кеше ҡушылған. Уларҙың күбеһе Павелды тыңламаған, ә ҡайһы берҙәре хатта уны эҙәрләгән (Ғәм. 14:19; 17:1, 4, 5, 13). Был Павелда ниндәй хистәр тыуҙырған? Ул былай тигән: «Мәсихтеке булғанға күрә хәҡиҡәт һөйләйем... Йөрәгем халҡым өсөн оло ҡайғы һәм өҙлөкһөҙ ғазап менән тулы» (Рим. 9:1—3). Ни өсөн уның йөрәге әрнегән? Сөнки ул вәғәзләргә бик яратҡан, шулай уҡ йәһүдтәр өсөн тәрән борсолған һәм улар Алланың мәрхәмәтен кире ҡаҡҡанға ҡайғырған.
5. а) Беҙҙе вәғәзләргә нимә дәртләндерә? б) Ни өсөн ҡайһы саҡта бойоғоу — ғәҙәти хәл?
5 Павел кеүек, беҙ ҙә кешеләр хаҡында ҡайғыртабыҙ һәм уларға ярҙам итергә теләйбеҙ, шуға күрә уларға вәғәзләйбеҙ (Матф. 22:39; 1 Кор. 11:1). Үҙ тәжрибәбеҙҙән сығып, беҙ шуны аңланыҡ: Йәһүәгә хеҙмәт итеү — иң яҡшы тормош юлы. Беҙ башҡа кешеләрҙең дә шуны аңлауын теләйбеҙ: уларҙың да тормошо күпкә яҡшыраҡ була ала! Бына ни өсөн беҙ уларҙы Йәһүә һәм уның кешеләргә ҡарата ниәте тураһында белем алырға дәртләндереүҙән туҡтамайбыҙ. Асылда, беҙ уларға матур бүләк биреп: «Зинһар, ҡабул итегеҙсе», — тип үтенәбеҙ. Шуға күрә, улар был бүләкте кире ҡаҡҡанда, Павел һымаҡ әрнеү тойоу һәм, бәлки, төшөнкөлөккә бирелеү — ғәҙәти хәл. Беҙ иман етмәгәнгә түгел, ә кешеләрҙе яратҡанға шундай төшөнкөлөк кисерәбеҙ. Шунлыҡтан, ҡайһы саҡта бойоҡһаҡ та, беҙ вәғәзләүҙән туҡтамайбыҙ. Күбебеҙ 25 йылдан ашыу пионер хеҙмәтендә ҡатнашҡан Елена менән килешер. Ул былай ти: «Миңә вәғәзләү еңел түгел, шулай ҙа мин башҡа эш менән шөғөлләнергә теләмәҫ инем».
УҢЫШ КИЛТЕРЕҮ НИМӘНЕ АҢЛАТА?
6. Беҙ ниндәй һорауға яуап алырбыҙ?
6 Ни өсөн, ҡайҙа вәғәзләүебеҙгә ҡарамаҫтан, хеҙмәтебеҙ менән Йәһүәне шатландырғаныбыҙға һис тә шикләнмәҫкә була? Был мөһим һорауға яуап алыр өсөн, әйҙәгеҙ, Ғайсаның емеш биреүҙең мөһимлеген күрһәткән ике ҡиссаһын ҡарап сығайыҡ (Матф. 13:23). Беренсеһе — йөҙөм һабағы тураһында ҡисса.
7. а) Ғайсаның ҡиссаһындағы «йөҙөм үҫтереүсе», «йөҙөм һабағы» һәм «ботаҡтар» кемдәрҙе символлаштыра? б) Беҙ ниндәй һорауға яуап алырға теләйбеҙ?
7 Яхъя 15:1—5, 8-ҙе уҡығыҙ. Ғайса Мәсих аңлатҡанса, был ҡиссалағы «йөҙөм үҫтереүсе» — Йәһүә, «йөҙөм һабағы» — Ғайса үҙе, ә «ботаҡтар» — уның шәкерттәреb. Ғайса илселәренә былай тигән: «Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, Атам данланыр». Шулай итеп, «емеш», йәғни уңыш килтереү нимәне аңлата? Ғайса был ҡиссала ниндәй емеш тураһында һүҙ барғанын аныҡ итеп әйтмәгән, әммә уның һүҙҙәре был һорауға яуап табырға ярҙам итә.
8. а) Ғайсаның ҡиссаһынан күренеүенсә, ни өсөн емеш килтереү яңы шәкерттәр булдырыуҙы аңлатмай? б) Йәһүәнең бөтә талаптары хаҡында ла нимә әйтеп була?
8 Ғайса Мәсих үҙенең Атаһы тураһында былай тигән: «Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай». Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, емеш килтергән мәсихселәр генә Йәһүәнең хеҙмәтселәре була ала (Матф. 13:23; 21:43). Шулай итеп, был ҡиссанан күренеүенсә, емеш килтереү яңы шәкерттәр булдырыуҙы аңлатмай (Матф. 28:19). Юғиһә, бер кемгә лә Ғайсаның шәкерте булып китергә ярҙам итмәгән тоғро мәсихселәр емеш килтермәгән ботаҡтарға оҡшаш булыр ине. Ләкин бындай һығымта аҡылға һыймаҫлыҡ! Ни өсөн? Сөнки беҙ кешеләрҙе Ғайсаның шәкерте булып китергә мәжбүр итә алмайбыҙ. Бынан тыш, Йәһүә — ҡайғыртыусан Алла. Ул бер ҡасан да көсөбөҙҙән килмәгәнде талап итмәй. Йәһүә көсөбөҙҙән килгәнде генә көтә (Ҡан. 30:11—14).
9. а) Беҙ нисек емеш килтерә алабыҙ? б) Беҙ тағы ниндәй ҡиссаны ҡарап сығырбыҙ?
9 Улайһа, емеш килтереү нимәне аңлата? Был бөтәбеҙҙең дә хәленән килгән эш булырға тейеш. Йәһүә бөтә хеҙмәтселәренә лә ниндәй йөкләмә биргән? Ул Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә ҡушҡанc (Матф. 24:14). Ғайсаның сәсеүсе тураһындағы ҡиссаһы был һығымтаны раҫлай. Әйҙәгеҙ, был ҡиссаны ҡарап сығайыҡ.
10. а) Ғайсаның ҡиссаһында тасуирланған орлоҡ һәм ер нимәне символлаштыра? б) Бойҙай һабағы ниндәй уңыш килтерә?
10 Лука 8:5—8, 11—15-те уҡығыҙ. Ғайса аңлатҡанса, сәсеүсе тураһындағы ҡиссала тасуирланған орлоҡ — «Алла һүҙе», йәғни Батшалыҡ тураһындағы хәбәр, ә ер — кеше йөрәге. Уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ тамыр ебәрә, үҫенте бирә һәм үҫемлеккә әйләнә. Шунан был үҫемлек «йөҙләтә күберәк уңыш» килтерә. Был үҫемлек бойҙай һабағы булһа, ул ниндәй уңыш килтерер ине? Бәләкәй генә бойҙай һабаҡтарымы? Юҡ, унан орлоҡтар сығыр ине. Ә был орлоҡтар, үҫеп, әкренләп бойҙай һабаҡтарына әйләнер ине. Ҡиссала һүрәтләнгән бер орлоҡ 100 орлоҡ килтерә. Был ҡисса беҙгә хеҙмәткә ҡағылышлы ниндәй һабаҡ бирә?
11. а) Ғайсаның сәсеүсе тураһындағы ҡиссаһы хеҙмәткә ҡағылышлы ниндәй һабаҡ бирә? б) Беҙ нисек яңы орлоҡтар килтерәбеҙ?
11 Атай-әсәйебеҙ йә башҡа мәсихселәр беҙгә беренсе тапҡыр Алла Батшалығы тураһындағы хәбәрҙе һөйләгәндә, улар, образлы итеп әйткәндә, уңдырышлы ергә орлоҡ сәсте. Был хәбәрҙе ҡабул итеүебеҙҙе күргәс, улар, моғайын, бик шатланғандыр. Йөрәгебеҙгә сәселгән орлоҡ уңыш килтерергә әҙер булғанға тиклем үҫә барҙы. Һәм юғарыла иҫкә алынған бойҙай һабағы яңы һабаҡтар түгел, ә яңы орлоҡтар килтергән шикелле, беҙ ҙә яңы шәкерттәр түгел, ә яңы орлоҡтар килтерәбеҙd. Беҙ быны нисек эшләйбеҙ? Башҡаларға Алла Батшалығы тураһында һөйләгән һайын, беҙ, образлы итеп әйткәндә, ҡасандыр йөрәгебеҙгә эләккән орлоҡто сәсәбеҙ (Лука 6:45; 8:1). Шулай итеп, Алла Батшалығы тураһындағы хәбәрҙе вәғәзләүҙән туҡтамаһаҡ, беҙ «түҙемлек күрһәтеп уңыш» килтерәбеҙ.
12. а) Ғайсаның йөҙөм һабағы һәм сәсеүсе тураһындағы ҡиссаларынан нимәгә өйрәнеп була? б) Был ҡиссаларҙа бирелгән һабаҡ һеҙгә нисек ҡағыла?
12 Ғайсаның йөҙөм һабағы һәм сәсеүсе тураһындағы ҡиссаларынан нимәгә өйрәнеп була? Беҙ шуны белдек: уңыш килтереү кешеләрҙең һөйөнөслө хәбәрҙе тыңлау-тыңламауына түгел, ә вәғәзләүҙән туҡтамауыбыҙға бәйле. Павел: «Уларҙың һәр береһе үҙ хеҙмәтенә ҡарап әжерен аласаҡ», — тип әйткәндә, шуға оҡшаш фекер белдергән (1 Кор. 3:8). Йәһүә беҙҙе эшебеҙҙең һөҙөмтәләренә ҡарап түгел, ә тырышлыҡтарыбыҙға ҡарап бүләкләйәсәк. 20 йыл пионер булып хеҙмәт иткән Матильда былай ти: «Йәһүәнең тырышлыҡтарға ҡарап бүләкләүен белеү миңә ҙур шатлыҡ килтерә».
УҢЫШ КИЛТЕРЕҮҘӘ НИСЕК ТҮҘЕМЛЕК КҮРҺӘТЕРГӘ?
13, 14. Римдарға 10:1, 2-ләге һүҙҙәр буйынса, ни өсөн Павел һөйөнөслө хәбәрҙе тыңларға теләмәгән кешеләргә вәғәзләүҙән туҡтамаған?
13 Беҙгә түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерергә нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, Павелдың миҫалына күберәк иғтибар бүләйек. Белеүебеҙсә, Павел йәһүдтәрҙең Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе кире ҡаҡҡаны арҡаһында бойоҡҡан. Әммә ул артабан да уларға вәғәзләгән. «Мин ихлас күңелдән Израилдең ҡотолоуын теләйем һәм Аллаға доға ҡылам. Улар тураһында шаһитлыҡ ҡылам: үҙҙәрен Аллаға бик тырышып бағышлаһалар ҙа, был хаҡ белемгә нигеҙләнмәгән», — тип әйткәндә, Павел шул йәһүдтәргә ҡарата хистәрен тасуирлаған (Рим. 10:1, 2). Тимәк, ни өсөн Павел вәғәзләүҙән туҡтамаған?
14 Беренсенән, Павел йәһүдтәргә вәғәзләргә «ихлас күңелдән» теләгәне хаҡында әйткән. Эйе, ул уларҙың ҡотолоуын бик ныҡ теләгән (Рим. 11:13, 14). Икенсенән, Павел был хаҡта «Аллаға доға ҡыл[ыуы]» тураһында әйткән. Ул Йәһүәнән ҡайһы бер йәһүдтәргә һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итергә ярҙам итеүен ялбарып һораған. Өсөнсөнән, Павел: «Улар... үҙҙәрен Аллаға бик тырышып бағышла[й]», — тигән. Павел кешеләрҙең яҡшы яҡтарына иғтибар иткән һәм уларҙың Йәһүә хеҙмәтселәре булып китә алғандарын күргән. Ул шуны белгән: шул ашҡыныусан йәһүдтәр, Павелдың үҙе кеүек, ашҡыныусан мәсихселәр булып китә алыр ине.
15. Беҙ Павелдан нисек өлгө ала алабыҙ? Миҫалдар килтерегеҙ.
15 Павелдан нисек өлгө алып була? Беренсенән, беҙҙә хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булғандарҙы табырға көслө теләк булырға тейеш. Икенсенән, беҙ Йәһүәнән эскерһеҙ кешеләрҙең йөрәктәрен асыуын үтенеп доға ҡылабыҙ (Ғәм. 13:48; 16:14). 30 йыл самаһы пионер хеҙмәтендә ҡатнашҡан Сильвана тап шулай эшләй ҙә. Ул былай ти: «Участкама барыр алдынан, мин Йәһүәнән ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итеүен һорап доға ҡылам». Беҙ шулай уҡ доғала, фәрештәләр тыңларға әҙер булған кешеләрҙе табырға ярҙам итһен ине, тип һорайбыҙ (Матф. 10:11—13; Асыл. 14:6). 30 йылдан ашыу пионер булып хеҙмәт иткән Роберт: «Фәрештәләр менән хеҙмәттәшлек итеү иҫ киткес, сөнки улар кешеләрҙең тормошонда нимәләр булып ятҡанын белә», — тип әйтә. Өсөнсөнән, беҙ кешеләрҙең яҡшы яҡтарына иғтибар итергә һәм уларҙың Йәһүә хеҙмәтселәре булып китә алғандарын күрергә тырышабыҙ. 50 йылдан ашыу элек һыуға сумдырылған Карл исемле өлкән былай ти: «Мин кешенең эскерһеҙ булыуын күрһәткән бәләкәй генә булһа ла билдәләр табырға тырышам, мәҫәлән: йылмайыу, игелекле күҙ ҡарашы йә ихлас бирелгән һорау». Бында телгә алынған аҙымдарҙы яһаһаҡ, Павел кеүек, «түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә» алырбыҙ.
«ҠУЛЫҢА ЯЛ БИРМӘ»
16, 17. а) Вәғәзсе 11:6-лағы һүҙҙәрҙән ниндәй һабаҡ алып була? б) Вәғәз эшебеҙ беҙҙе күҙәткән кешеләргә нисек тәьҫир итергә мөмкин?
16 Хатта бер кем дә тыңламай кеүек тойолғанда ла, беҙ вәғәз эшебеҙҙең кешеләргә ни тиклем көслө йоғонто яһауын оноторға тейеш түгел. (Вәғәзсе 11:6-ны уҡығыҙe.) Кешеләр беҙҙе күҙәтә. Улар бөхтә кейенгәнебеҙгә, шулай уҡ үҙебеҙҙе әҙәпле һәм дуҫтарса тотоуыбыҙға иғтибар итә. Был уларҙы һоҡландырырға мөмкин, һәм ваҡыт уҙыу менән хатта беҙҙең турала насар уйлаған кешеләр ҙә фекерен үҙгәртә ала. Серджо менән Олинда ла быға инанған.
17 Серджо былай тип бүлешә: «Ауырығанға, беҙ бер ни тиклем ваҡыт майҙанға сыҡманыҡ. Ә сыҡҡас, кешеләр беҙҙән: „Нимә булды? Беҙ һеҙҙе юғалттыҡ“, — тип һорашты». Ә Олинда, йылмайып, былай тип өҫтәй: «Автобус йөрөтөүселәр беҙгә ҡул болғаны, ә ҡайһы берҙәре ултырған урындарынан: „Афариндар!“ — тип ҡысҡырҙы. Улар хатта журналдарыбыҙҙы һорап алды». Шулай уҡ бер ир кеше, сәскәләр бүләк итеп, башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдергәс, Серджо менән Олинда бик ғәжәпләнгән.
18. Ни өсөн һеҙ түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерергә теләйһегеҙ?
18 Алла Батшалығы тураһында вәғәзләү эшендә ҡулығыҙға ял бирмәһәгеҙ, «барса халыҡтар... Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн» һалынған тырышлыҡтарға өлөш индерерһегеҙ (Матф. 24:14). Ә иң мөһиме: Йәһүәне ҡыуандырғанығыҙҙы белеп шатлыҡ кисерерһегеҙ. Ул түҙемлек күрһәтеп уңыш килтергәндәрҙе ярата.
a Хатта Ғайса Мәсих тә тыуған ерҙә вәғәзләү ауыр булғаны хаҡында әйткән. Уның был һүҙҙәре шәкерттәре бәйән иткән хәбәрҙәрҙең дүртеһендә лә бар (Матф. 13:57; Марк 6:4; Лука 4:24; Яхъя 4:44).
b Ҡиссалағы ботаҡтар күккә барырға өмөтләнгән мәсихселәрҙе символлаштырһа ла, Алланың бөтә хеҙмәтселәре лә был ҡиссанан һабаҡ ала ала.
c Емеш килтереү тигән һүҙбәйләнеш шулай уҡ изге рух емешен үҫтереүҙе лә аңлата. Әммә был һәм киләһе мәҡәләлә Батшалыҡ тураһында вәғәзләп килтерелгән емешкә иғтибар ителә (Гал. 5:22, 23; Евр. 13:15).
d Башҡа осраҡтарҙа Ғайса шәкерттәр әҙерләү эшен сәсеү һәм урыу менән сағыштырған (Матф. 9:37; Яхъя 4:35—38).
e Вәғәзсе 11:6: «Орлоғоңдо иртән дә сәс, кисен дә ҡулыңа ял бирмә, сөнки ҡайһыһы — быныһымы, тегеһеме үҫеп сығасағын белмәйһең, ә, бәлки, икеһе лә үҫеп сығыр».