Лука яҙған
9 Ғайса үҙенең 12 шәкертен саҡырып алып, уларға ендәрҙе ҡыуып сығарыу һәм кешеләрҙе ауырыуҙарҙан һауыҡтырыу өсөн көс һәм хакимлыҡ бирҙе. 2 Ул уларҙы Алла Батшалығы тураһында вәғәзләргә һәм ауырыуҙарҙы һауыҡтырырға ебәреп, 3 былай тине: «Юлға үҙегеҙ менән бер нәмә лә: юл таяғы ла, ризыҡ һалынған тоҡсай ҙа, икмәк тә, аҡса ла*, алмаш кейем дә* алмағыҙ. 4 Ҡайһы ғына өйгә инһәгеҙ ҙә, ул ерҙән киткәнсе, шунда ҡалығыҙ. 5 Әгәр ҙә берәй ҡалала кешеләр һеҙҙе ҡабул итмәһә, киткән саҡта аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ. Шулай эшләп, һеҙ уларҙы киҫәткәнегеҙҙе күрһәтерһегеҙ*». 6 Шунан һуң улар, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп һәм кешеләрҙе һауыҡтырып, ауылдан ауылға китте.
7 Бөтә был хәлдәр тураһында өлкә башлығы* Һируд* ишетеп ҡалды. Ул нимә уйларға ла белмәне, сөнки берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған», 8 икенселәре: «Ильяс килгән», ә өсөнсөләре: «Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелгән», — тип һөйләйҙәр ине. 9 Һируд: «Яхъяның башын мин үҙем саптырҙым. Улай булғас, мин ишеткән бөтә был эштәрҙе башҡарған кеше кем икән ул?» — тип, Ғайсаны күрергә мөмкинлек эҙләй башланы.
10 Әйләнеп ҡайтҡас, илселәр Ғайсаға үҙҙәре ҡылған бөтә эштәр тураһында һөйләп бирҙе. Шунан һуң Ғайса илселәрен үҙе менән алып, Бәйтсәйҙә тигән ҡалаға аулаҡ урынға китте. 11 Ләкин халыҡ, был турала белеп ҡалғас, уның артынан эйәрҙе. Ғайса уларҙы йылы ҡабул итеп, Алла Батшалығы тураһында һөйләй башланы, шулай уҡ араларындағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы. 12 Көн кискә ауышты. Шунда 12 шәкерт Ғайса янына килеп, былай тине: «Халыҡты ебәр, улар яҡын тирәләге ауылдарға барып, үҙҙәренә ашарға ризыҡ һәм ҡунырға урын тапһындар, был бит кеше йөрөмәгән урын». 13 Ләкин Ғайса: «Һеҙ уларға ашарға бирегеҙ», — тине. «Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, үҙебеҙ барып, бөтә был халыҡҡа ризыҡ һатып алһаҡ ҡына инде», — тип яуап ҡайтарҙы улар. 14 Ә унда 5 000 тирәһе ир бар ине. Шунда ул шәкерттәренә: «Халыҡты 50-шәр кешелек төркөмдәргә бүлеп ултыртығыҙ», — тине. 15 Улар шулай эшләнеләр ҙә. Бөтәһе лә ултырышып бөткәс, 16 Ғайса биш икмәк менән ике балыҡты алды ла, күккә ҡарап, доға ҡылды*. Шунан уларҙы бүлгеләп, кешеләргә таратһындар өсөн шәкерттәренә бирҙе. 17 Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған икмәкте йыйып алғас, 12 кәрзин булды.
18 Бер ваҡыт, Ғайса бер үҙе генә доға ҡылғанда, янына шәкерттәре килде. Ғайса уларҙан: «Кешеләр минең хаҡта нимә тиҙәр? Мине кем тип һанайҙар?» — тип һораны. 19 «Берәүҙәр һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре — Ильяс, башҡалары боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелеп торған тиҙәр», — тине улар. 20 Шунда ул: «Ә һеҙ мине кем тип иҫәпләйһегеҙ?» — тип һораны. «Һин — Алла ебәргән Мәсих», — тип яуап бирҙе Петер. 21 Ләкин Ғайса ҡаты итеп был турала бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты 22 һәм былай тип өҫтәне: «Әҙәм Улы күп ғазап сигергә тейеш. Халыҡ аҡһаҡалдары, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре уны кире ҡағыр, ул үлтерелер һәм өсөнсө көнгә терелеп торор».
23 Шунан һуң ул барыһына ла былай тине: «Кем минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен, көн һайын үҙенең яфаланыу бағанаһын* күтәреп, миңә эйәрһен. 24 Сөнки кем ғүмерен ҡотҡарырға теләй, шул уны юғалтыр, ә кем ғүмерен минең хаҡҡа юғалта, шул уны ҡотҡарыр. 25 Ысынлап та, әгәр кеше бөтә донъяға эйә булып та үҙен һәләк итһә йә үҙенә зыян килтерһә, бынан уға ни файҙа? 26 Кем минән һәм минең һүҙҙәремдән ояла, шул кешенән Әҙәм Улы ла, үҙенең данында, Атаһының һәм изге фәрештәләрҙең данында килгәндә, оялыр. 27 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында торғандарҙың ҡайһы берҙәре Алла Батшалығын күрмәйенсә үлмәйәсәк».
28 Ошонан һуң һигеҙ көн самаһы үткәс, ул Петер, Яхъя һәм Яҡупты алып, тауға доға ҡылырға менде. 29 Ғайса доға ҡылғанда, уның ҡиәфәте үҙгәрҙе, ә кейеме күҙ сағылдырырлыҡ ап-аҡ булды. 30 Шул саҡ ике кеше хасил булып, уның менән әңгәмәләшә башланы. Был кешеләр Муса менән Ильяс ине. 31 Уларҙан балҡыш тарала ине, улар Ғайсаның донъянан китеүе — Йәрүсәлимдә булырға тейеш ваҡиғалар тураһында һөйләшә ине. 32 Ә Петер, Яхъя һәм Яҡуп йоҡлап киткәйне. Уянғас, улар Ғайсанан балҡыш таралғанын һәм уның эргәһендә ике кеше торғанын күрҙе. 33 Шул ике кеше Ғайса янынан китергә торғанда, Петер, нимә һөйләгәнен үҙе лә аңламайынса, Ғайсаға: «Остаз, беҙгә бында шундай рәхәт! Әйҙә, беҙ өс ҡыуыш ҡорабыҙ: береһен — һиңә, береһен — Мусаға, береһен — Ильясҡа», — тине. 34 Ул әле һөйләп торғанда, бер болот килеп сығып, уларҙы ҡаплап алды. Болот эсендә ҡалғас, шәкерттәр ҡурҡып китте. 35 Шунда болот эсенән: «Был минең һайлап алған Улым. Уны тыңлағыҙ», — тигән тауыш ишетелде. 36 Тауыш яңғыраған саҡта, улар Ғайсаның бер үҙе ҡалғанын күрҙе. Шул көндәрҙә шәкерттәр күргәндәре тураһында бер кемгә лә һөйләмәне.
37 Икенсе көндө, улар тауҙан төшкәс, Ғайсаны күп халыҡ ҡаршы алды. 38 Шунда халыҡ араһынан бер кеше: «Остаз, үтенеп һорайым, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер балам, — тип ҡысҡырҙы. — 39 Ҡайһы саҡ уға яуыз рух ташлана, һәм ул кинәт ҡысҡыра башлай, тәне тартыша, ауыҙынан күбек сыға. Рух уны йәрәхәтләгәндән һуң ғына теләр-теләмәҫ ҡалдырып китә. 40 Мин шәкерттәреңдән рухты ҡыуып сығарыуҙарын һорағайным, ләкин улар булдыра алманы». 41 Шунда Ғайса яуап итеп: «Эй иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм һеҙҙе тағы күпме түҙергә? Килтер миңә улыңды», — тине. 42 Малай Ғайсаның янына килә ятҡан саҡта, ен уны ергә атып бәрҙе, һәм баланың тәне тартыша башланы. Ләкин Ғайса, шаҡшы рухҡа сығырға бойороп, малайҙы һауыҡтырҙы һәм атаһына тапшырҙы. 43 Бөтәһе лә Алланың бөйөк ҡөҙрәтенә хайран ҡалды.
Халыҡ уның эшләгән эштәренә ғәжәпләнеп торған арала, Ғайса шәкерттәренә былай тине: 44 «Тыңлағыҙ һәм мин әйткәнде иҫтә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улына хыянат итерҙәр һәм уны дошмандар ҡулына тапшырырҙар». 45 Әммә улар уның әйткәндәрен аңламаны. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе уларҙан йәшерелгән ине, ә һорарға улар ҡурҡты.
46 Шунан һуң шәкерттәр, арабыҙҙа кем иң бөйөгө, тип бәхәсләшә башланы. 47 Ғайса, уларҙың нимә тураһында уйлағанын белеп, үҙе янына бер баланы баҫтырҙы ла 48 былай тине: «Кем ошо баланы минең хаҡҡа* ҡабул итә, шул мине лә ҡабул итә. Ә кем мине ҡабул итә, шул мине Ебәреүсене лә ҡабул итә. Шулай итеп, арағыҙҙа кем үҙен кесе итеп тота, шул бөйөк».
49 «Остаз, — тине Яхъя, — бер кешенең һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙ уны туҡтатырға маташтыҡ, сөнки ул беҙҙең менән йөрөмәй». 50 Ләкин Ғайса: «Ҡамасауламағыҙ уға, сөнки кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы», — тип яуап бирҙе.
51 Ғайсаның күккә алыныр ваҡыты етеп килә ине, шуға ул Йәрүсәлимгә барырға ныҡлы ҡарар итте. 52 Ул үҙенең алдынан бер нисә шәкертен ебәрҙе. Улар, уның килеүенә барыһын да әҙерләр өсөн, самарияларҙың бер ауылына килде. 53 Әммә унда уны ҡабул итмәнеләр, сөнки ул Йәрүсәлимгә китеп бара ине. 54 Быны күреп, шәкерттәре Яҡуп менән Яхъя: «Хужабыҙ, күктән ут төшөп, уларҙы юҡ итһен, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме?» — тинеләр. 55 Ләкин Ғайса боролоп, уларҙы шелтәләне. 56 Шунан улар икенсе ауылға киттеләр.
57 Улар юлда китеп барғанда, бер кеше Ғайсаға: «Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам», — тине. 58 Әммә Ғайса: «Төлкөләрҙең — өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ», — тип яуапланы. 59 Шунан ул икенсе кешегә өндәшеп: «Миңә эйәр», — тине. Теге кеше: «Хужам, миңә тәүҙә барып, атайымды ерләргә рөхсәт ит», — тип үтенде. 60 Ләкин Ғайса: «Үлгәндәрҙе үлеләр ерләһен, ә һин бар ҙа бөтә ерҙә Алла Батшалығы тураһында вәғәзлә», — тип яуап бирҙе. 61 Тағы бер кеше уға: «Хужам, мин һиңә эйәрермен, әммә тәүҙә ғаиләм менән хушлашырға рөхсәт итсе», — тип әйтте. 62 Ғайса уға: «Ҡулын һабанға һалып, артына боролоп ҡараған кеше Алла Батшалығы өсөн яраҡлы түгел», — тине.