Лука яҙған
8 Шунан һуң күп тә үтмәҫтән, Ғайса, Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп, ҡалалар һәм ауылдар буйлап китте. 12 шәкерте уның менән булды. 2 Уларҙан тыш, Ғайса яуыз рухтарҙан арындырған һәм ауырыуҙарҙан һауыҡтырған бер нисә ҡатын: эсенән ете ен сыҡҡан Мағдалалы тип йөрөтөлгән Мәрйәм, 3 Һирудтың йорто менән идара итеүсе Хузаның ҡатыны Йәхнә, Сусанна һәм башҡа күп ҡатындар ҙа уның менән булды. Был ҡатындар үҙҙәрендә булған нәмәләрҙе Ғайсаға һәм уның илселәренә ярҙам итер өсөн ҡуллана ине.
4 Ғайса янына уның менән ҡаланан ҡалаға йөрөгән кешеләр һәм күп халыҡ йыйылғас, ул уларға бындай миҫал килтерҙе: 5 «Бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан. Ул сәсеп йөрөгәндә, орлоҡтарҙың ҡайһы берҙәре юл буйына төшкән. Уларҙы кешеләр тапап бөткән һәм ҡоштар сүпләп бөтөргән. 6 Ҡайһы берҙәре ташлы урынға* төшкән һәм, шытып сыҡҡас, дым етмәгәнлектән, ҡороған. 7 Ҡайһы бер орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк улар менән бергә үҫеп, үҫентеләрҙе баҫып алған. 8 Ә ҡайһылары яҡшы ергә төшкән һәм, шытып сыҡҡас, сәселгәндән 100 тапҡырға күберәк уңыш килтергән». Шунан ул ҡысҡырып: «Тыңларға ҡолағы булғандар тыңлаһын!» — тине.
9 Шәкерттәре унан был миҫалдың нимә аңлатҡанын һораны. 10 Ул былай тип яуапланы: «Һеҙгә Алла Батшалығының изге серҙәре асып бирелгән, ә башҡалар өсөн ишеткәндәре миҫал ғына булып ҡала. Был — улар ҡарап та, күрмәһендәр һәм тыңлап та, аңламаһындар өсөн. 11 Был миҫалдың асылы шунда: орлоҡ — Алла һүҙе. 12 Орлоҡтарҙың юл буйына төшөүе шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин шунан Иблис килеп, улар ышанмаһындар һәм ҡотолмаһындар өсөн, йөрәктәренә сәселгән һүҙҙе алып китә. 13 Орлоҡтарҙың ташлы ергә төшөүе шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны шатлыҡ менән ҡабул итә, әммә һүҙ уларҙа тамыр йәймәй. Күпмелер ваҡыт улар ышана, ләкин һынауҙар ваҡытында сигенә. 14 Орлоҡтарҙың сәнскәк араһына төшөүе шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт уларҙы ситкә алып китеп, һүҙҙе тулыһынса баҫып ала, һәм улар уңыш бирмәй. 15 Орлоҡтарҙың яҡшы ергә төшөүе иһә ихлас һәм яҡшы күңелле кешеләрҙең хәбәрҙе ишетеп, уны һаҡлауын һәм сыҙамлыҡ күрһәтеп, уңыш килтереүен аңлата.
16 Бер кем дә, шәм тоҡандырғас, уны һауыт менән дә ҡапламай, һике* аҫтына ла ҡуймай. Өйгә ингәндәр яҡтыны күрһен өсөн, уны шәмдәлгә ҡуялар. 17 Беленмәй ҡаласаҡ бер сер ҙә юҡ, мәғлүм булмаясаҡ йә асылмаясаҡ йәшерен бер нәмә лә юҡ. 18 Шуға күрә нисек тыңлауығыҙға иғтибарлы булығыҙ, сөнки кемдең бар, уға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдең юҡ, унан хатта бар тип уйлағаны ла тартып алыныр».
19 Ғайсаға әсәһе менән ҡустылары килде, ләкин халыҡ күп булғанға, уның эргәһенә үтә алманы. 20 Шул саҡ уға: «Урамда әсәйең менән ҡустыларың тора. Улар һине күрергә теләй», — тип хәбәр иттеләр. 21 Ғайса уларға: «Минең әсәйем менән ҡустыларым — Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр», — тип яуап бирҙе.
22 Бер көндө Ғайса үҙенең шәкерттәре менән кәмәгә инеп ултырҙы ла: «Әйҙәгеҙ, күлдең икенсе яғына сығайыҡ», — тине. Шунда улар ҡуҙғалып китте. 23 Кәмәлә йөҙөп китеп барғанда, Ғайса йоҡлап китте. Ҡапыл көслө дауыл күтәрелеп, кәмә эсенә һыу тула башланы, һәм улар ҡурҡыныс хәлгә ҡалды. 24 Шул саҡ улар уны уятып: «Остаз, Остаз, батабыҙ!» — тинеләр. Ғайса тороп, елде һәм ҡоторонған тулҡындарҙы тыйҙы. Дауыл тынды, һәм тынлыҡ урынлашты. 25 Шунан ул шәкерттәренә: «Иманығыҙ ҡайҙа?» — тине. Ләкин ҡурҡыуға төшкән шәкерттәр хайран ҡалып: «Кем һуң ул? Хатта елгә һәм һыуға бойора, ә улары уға буйһона!» — тиеште.
26 Улар Ғәлиләйә ҡаршыһында урынлашҡан гирасалар ерендәге ярға килеп туҡтанылар. 27 Ғайса ярға сыҡҡас, уға ҡаланан ен эйәләшкән бер кеше осраны. Ул инде күптәндән бирле кейемһеҙ йөрөй ине һәм йортта түгел, ә ҡәберҙәр араһында йәшәй ине. 28 Ғайсаны күргәс, ул ҡысҡырып ебәрҙе лә уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: «Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Һиңә минән нимә кәрәк? Ялбарам, яфалама мине!» — тип әйтте. 29 (Ул быны Ғайса шаҡшы рухҡа был кешенән сығырға ҡушҡанға әйтте. Рух уны күп тапҡыр үҙенә буйһондороп тотҡан*, кешеләр уны сынйырҙар һәм бығауҙар менән бәйләп, һаҡ аҫтында тотһалар ҙа, ул сылбырҙарҙы өҙгән, һәм ен уны кеше йөрөмәгән ерҙәргә ҡыуып алып киткән.) 30 Ғайса унан: «Исемең кем?» — тип һораны. Тегеһе: «Легион», — тине, сөнки уның эсенә күп ендәр ингән ине. 31 Ендәр Ғайсанан үҙҙәрен упҡынға ебәрмәүен ялбара башланы. 32 Шул тирәләге тауҙа ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. Ендәр Ғайсаға, беҙгә шул сусҡалар эсенә инергә рөхсәт ит, тип ялынғас, ул рөхсәт итте. 33 Шунда ендәр теге кешенән сығып, сусҡалар эсенә инде, һәм көтөү текә ярҙан күлгә ташланып, батып үлде. 34 Быны күреп, көтөүселәр йүгереп китте лә ҡалала һәм тирә-яҡ ауылдарҙа барыһын да һөйләне.
35 Кешеләр нимә булғанын ҡарарға китте. Ғайса янына килгәс, улар эсенән ендәр сыҡҡан кешенең кейенгән һәм үҙ аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға төштө. 36 Барыһын да үҙ күҙҙәре менән күргән кешеләр уларға ен эйәләшкән кешенең нисек һауыҡҡанын һөйләп бирҙе. 37 Шунда күптәр Ғайсанан гирасалар еренән китеүен һоранылар, сөнки бик ныҡ ҡурҡҡайнылар. Ғайса, унан китергә тип, кәмәгә ултырҙы. 38 Эсенән ендәр сыҡҡан кеше Ғайсанан, мине үҙең менән алсы, тип үтенде, әммә Ғайса уны ҡайтарып ебәреп: 39 «Өйөңә ҡайт та Алланың һинең өсөн нимә эшләгәнен һөйлә», — тине. Шул кеше китеп, бөтә ҡала буйлап Ғайсаның үҙе өсөн нимә эшләгәнен һөйләп йөрөнө.
40 Ғайса Ғәлиләйәгә әйләнеп ҡайтҡас, халыҡ уны шатланып ҡаршы алды, сөнки бөтәһе лә уны көтә ине. 41 Шул ваҡытта синагоганың Яһир исемле бер башлығы килде. Ул Ғайсаның аяҡтарына йығылды ла, ялбарып, үҙенең өйөнә саҡырҙы, 42 сөнки 12 йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята ине.
Ғайса Яһирҙың өйөнә китеп барғанда, халыҡ төрлө яҡтан уны ҡыҫырыҡлап барҙы. 43 Унда 12 йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине, уны бер кем дә һауыҡтыра алмай ине. 44 Ул арттан ғына килеп, Ғайсаның кейеменең суҡтарына ҡағылды, шунда уҡ уның ҡан ағыуы туҡтаны. 45 «Кем миңә ҡағылды?» — тип һораны Ғайса. Бөтәһе лә баш тартҡас, Петер: «Остаз, һине шул тиклем күп халыҡ уратып алған, барыһы ла һине төрлө яҡтан ҡыҫырыҡлай», — тине. 46 Ләкин Ғайса: «Миңә кемдер ҡағылды. Мин үҙемдән көс сыҡҡанын тойҙом», — тине. 47 Ҡатын, йәшеренеп ҡала алмаясағын аңлағас, ҡалтырана-ҡалтырана Ғайсаның эргәһенә килде лә уның алдына йығылып, бөтәһенең күҙ алдында ни өсөн ҡағылғаны һәм шунда уҡ һауыҡҡаны тураһында һөйләп бирҙе. 48 Ғайса ҡатынға: «Һеңлем*, иманың һине һауыҡтырҙы. Иҫән-имен йөрө», — тине.
49 Ул әле һөйләп торған саҡта, синагога башлығының өйөнән бер кеше килеп: «Ҡыҙың үлде. Ниңә хәҙер Остазды мәшәҡәтләргә?» — тине. 50 Быны ишеткәс, Ғайса Яһирға: «Ҡурҡма, тик ышан ғына. Ҡыҙың йәшәр*», — тип әйтте. 51 Яһирҙың өйөнә килеп еткәс, ул Петер, Яхъя, Яҡуп һәм ҡыҙҙың ата-әсәһенән башҡа бер кемгә лә үҙе менән инергә рөхсәт итмәне. 52 Бөтә кешеләр ҙә, ҡайғынан күкрәктәренә һуғып, үкһеп илай ине. Ғайса: «Иламағыҙ, сөнки ҡыҙ үлмәгән, ул йоҡлай», — тине. 53 Улар унан көлә башланылар, сөнки уның үлгәнен белә инеләр. 54 Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотоп: «Балам, тор!» — тине. 55 Ҡыҙ терелде* һәм шунда уҡ урынынан торҙо. Ғайса уға ашарға бирергә ҡушты. 56 Ата-әсәһенең шатлығы эсенә һыйманы, әммә Ғайса уларға был хәл тураһында берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.