Илселәрҙең эштәре
6 Шәкерттәрҙең һаны артҡандан-арта барҙы. Шул көндәрҙә грекса һөйләшкән шәкерттәр* еврейса һөйләшкән шәкерттәрҙән* зарлана башланы, сөнки көндәлек ризыҡ таратҡан ваҡытта уларҙың тол ҡатындарын өлөшһөҙ ҡалдыралар ине. 2 Шунда 12 илсе бөтә шәкерттәрҙе йыйып, былай тине: «Беҙ Алла һүҙенә өйрәтеүҙән туҡтап, ризыҡ тарата башлаһаҡ, дөрөҫ булмаҫ. 3 Шуға күрә, ҡәрҙәштәр, үҙегеҙҙең арағыҙҙан ышанысҡа лайыҡ, рух һәм аҡыллылыҡ менән тулы ете ирҙе һайлап алығыҙ. Был мөһим эште шуларға ҡушырбыҙ. 4 Ә беҙ доға ҡылыуға һәм башҡаларҙы Алла һүҙенә өйрәтеүгә күберәк ваҡыт һәм иғтибар бүлербеҙ». 5 Был тәҡдим барыһына ла оҡшаны. Улар ныҡ иманлы, изге рух менән тулы Стифәнде, шулай уҡ Филип, Прохыр, Ниҡанур, Тимун, Пәрмин һәм Антиухиянан булған, йәһүд диненә күскән* Никулайҙы һайлап алдылар ҙа 6 уларҙы илселәргә килтерҙеләр. Илселәр иһә доға ҡылып, һайлап алынған кешеләрҙең өҫтөнә ҡулдарын ҡуйҙы.
7 Алла һүҙе тарала барҙы, Йәрүсәлимдә шәкерттәр һаны күбәйгәндән-күбәйҙе, күп руханиҙар ҙа шәкерттәр булып китте*.
8 Алланың илтифатына һәм көсөнә эйә булған Стифән халыҡ араһында бөйөк мөғжизәләр* һәм билдәләр күрһәтте. 9 Ләкин «Азат ителгәндәр синагогаһынан»* булған ҡайһы берәүҙәр, шулай уҡ Кирини, Искәндәриә, Киликиә һәм Азияла* йәшәгән ҡайһы бер кешеләр килеп, Стифән менән бәхәсләшә башланы. 10 Әммә улар Стифәндең аҡыллылығына һәм һөйләгәндә уға тәьҫир итеп торған изге рухҡа ҡаршы тора алманы. 11 Шунда улар кешеләрҙе: «Беҙ уның Мусаны һәм Алланы хурлағанын ишеттек», — тип әйтергә ҡотортто. 12 Улар халыҡ, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре араһында шау-шыу ҡуптарҙы. Стифәнде тотоп алып, Юғары кәңәшмәгә алып киттеләр. 13 Улар ялған шаһиттарҙы саҡырҙылар, тегеләре былай тине: «Был кеше Алланың ғибәҙәтханаһын һәм Ҡанунды хурлауҙан туҡтамай. 14 Мәҫәлән, беҙ уның, Назаралы Ғайса ошо ғибәҙәтхананы емерер һәм Муса беҙгә тапшырған йолаларҙы үҙгәртер, тип әйткәнен ишеттек».
15 Юғары кәңәшмәләге бөтә кеше Стифәнгә текләп ҡараны, уның йөҙө фәрештәнеке кеүек тыныс ине.