Таныш булмаған кешеләргә игелек күрһәтергә онотмағыҙ
«Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә онотмағыҙ» (ЕВР. 13:2).
1, 2. а) Бөгөн башҡа ергә күскән кешеләрҙең күбеһе ниндәй ауырлыҡтар менән осраша? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Илсе Павел мәсихселәрҙе нимәгә өндәгән, һәм был ниндәй һорауҙар тыуҙыра?
БЫНАН утыҙ йылдан ашыу элек Осей[1], әле Йәһүә шаһиты булмаған сағында, Гананан Европаға күскән. Ул былай тип хәтеренә төшөрә: «Тиҙҙән бер кемдең дә миндә эше юҡ икәнен аңланым. Климат та бөтөнләй башҡа ине. Аэропорттан сыҡҡас, мин үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр өшөнөм һәм шунлыҡтан илап ебәрҙем». Телде насар белеүе арҡаһында Осей йылдан ашыу ваҡыт яҡшы эш таба алмаған. Ғаиләһенән алыҫ булғанға, ул үҙен яңғыҙ итеп тойған һәм туған ерен һағынған.
2 Әгәр һеҙ шундайыраҡ шарттарға эләкһәгеҙ, башҡаларҙан ниндәй мөғәмәлә көтөр инегеҙ? Һеҙҙе, милләтегеҙгә йә расағыҙға ҡарамаҫтан, Батшалыҡ залында йылы ҡаршы алһалар, рәхмәтле булыр инегеҙме? Эйе, Изге Яҙма ысын мәсихселәрҙе «ҡунаҡсыллыҡ», йәғни «таныш булмаған кешеләргә игелек» күрһәтергә онотмаҫҡа өндәй (Евр. 13:2, ЯДТ, төшөрмә). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, бындай һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ: Йәһүәнең башҡа илгә күскән кешеләргә ҡарашы ниндәй? Ни өсөн шундай кешеләргә мөнәсәбәтебеҙҙе үҙгәртергә кәрәк булыуы ихтимал? Улар йыйылышыбыҙҙа үҙҙәрен яҡшы хис итһен өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ?
ЙӘҺҮӘНЕҢ ҠАРАШЫ
3, 4. Сығыш 23:9-ҙағы һүҙҙәрҙән күренеүенсә, Алла израилдәрҙән килмешәктәргә ҡарата ниндәй мөғәмәлә көткән, һәм ни өсөн?
3 Израилдәрҙе Мысырҙан азат иткәндән һуң, Йәһүә уларға ҡанундар биргән. Был ҡанундарҙа израилдәргә ҡушылған башҡа халыҡ кешеләренә айырыуса иғтибар ителгән (Сығ. 12:38, 49; 22:21). Сит яҡтан килгән кешеләр йыш ҡына ярлы булғанға, Йәһүә улар хаҡында ҡайғыртҡан. Мәҫәлән, ул уларға ерле кешеләрҙең баҫыуҙарында ураҡсылар артынан ҡалған башаҡтарҙы йыйырға хоҡуҡ биргән (Лев. 19:9, 10).
4 Килмешәктәрҙе хөрмәт итергә бойороу урынына, Йәһүә израилдәрҙә уларға ҡарата йәлләү тойғоһо уятырға теләгән. (Сығыш 23:9-ҙы уҡығыҙa.) Израилдәр «сит ил кешеһе булыуҙың нимә икәнен» яҡшы белгән. Еврейҙар ҡолдар булып китмәҫ элек мысырлылар милли ғорурлыҡ һәм дини күралмаусанлыҡ арҡаһында, моғайын, уларҙан ситләшкәндер (Баш. 43:32; 46:34; Сығ. 1:11—14). Израилдәр Мысырҙа, сит ил кешеләре булараҡ, күп ауырлыҡтар кисергән, шуға күрә Йәһүә уларға, килмешәккә «ерле кешегә» ҡарағандай ҡарап, уның менән игелекле мөғәмәлә итергә ҡушҡан (Лев. 19:33, 34).
5. Сит илгә күскән кешеләргә ҡарата Йәһүәнең ҡарашын сағылдырырға беҙгә нимә ярҙам итер?
5 Бөгөн дә, йыйылышыбыҙға сит ил кешеләре килһә, Йәһүәнең улар хаҡында шулай уҡ ҡайғыртҡанын онотмайыҡ (Ҡан. 10:17—19; Мал. 3:5, 6). Дискриминация, телде насар белеү йә уларға осраған башҡа ауырлыҡтар хаҡында уйланһаҡ, беҙ уларға игелек һәм теләктәшлек күрһәтер өсөн мөмкинселектәр эҙләрбеҙ (1 Пет. 3:8).
СИТ ИЛ КЕШЕЛӘРЕНӘ МӨНӘСӘБӘТЕБЕҘҘЕ ҮҘГӘРТЕРГӘ КӘРӘКМЕ?
6, 7. Беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең тамырланған тиҫкәре ҡараштарҙан арынырға өйрәнгәне нимәнән күренә?
6 Беренсе быуатта йәшәгән йәһүд булған мәсихселәр күңелдәрендә ныҡ тамыр йәйгән тиҫкәре ҡараштарҙан арынырға өйрәнгән. Б. э. 33-сө йылының Илленсе көн байрамында Иерусалимда йәшәгән мәсихселәр төрлө ерҙәрҙән килгән һәм яңы ғына имандаштары булып киткән кешеләргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән (Ғәм. 2:5, 44—47). Йәһүд йыйылышы, сит ерҙәрҙән килгән имандаштары хаҡында ҡайғыртып, «ҡунаҡсыллыҡтың» нимә икәнен, атап әйткәндә, «таныш булмаған кешеләргә игелек» ҡылыу икәнен яҡшы аңлағанын күрһәткән.
7 Әммә мәсихселәр йыйылышы үҫә барған арала, күрәһең, дискриминация менән бәйле бер хәл килеп тыуған. Грек телендә һөйләшкән йәһүдтәр, беҙҙең тол ҡатындар менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итәләр, тип зарланған (Ғәм. 6:1). Был мәсьәләне хәл итер өсөн илселәр ете кешене билдәләгән. Улар көндәлек ризыҡты бүлгән ваҡытта бөтә тол ҡатындарҙы ла иҫәпкә алалармы, юҡмы икәнен күҙәтергә тейеш булған. Был ирҙәрҙең етеһенең дә исеме грекса яңғыраған. Уларҙы билдәләп, илселәр, моғайын, беренсе мәсихселәр араһында сығыштары арҡаһында тыуған һәр ҡайһы көсөргәнеште бөтөрөргә теләгән (Ғәм. 6:2—6).
8, 9. а) Йөрәгебеҙҙә сит ил кешеләренә тиҫкәре мөнәсәбәт йә милли ғорурлыҡ барлығын нимәнән күреп була? б) Йөрәгебеҙҙән нимәне йолҡоп ташларға кәрәк? (1 Пет. 1:22)
8 Аңлайбыҙмы быны, юҡмы, мәҙәниәтебеҙ беҙгә көслө йоғонто яһай (Рим. 12:2). Бынан тыш, беҙ, моғайын, күршеләр, бергә эшләгән кешеләр йә синыфташтарҙың башҡа милләт йәки раса кешеләре тураһында кәмһетеүле һүҙҙәрен ишетәбеҙҙер. Ундай тиҫкәре ҡараштар беҙгә ни тиклем ныҡ тәьҫир итә? Йә берәйһе, мәҙәниәтебеҙҙең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен арттырып һөйләп, беҙҙән көлһә, беҙ быға нисек ҡарайбыҙ?
9 Күпмелер ваҡыт илсе Петр йәһүд булмағандарға тиҫкәре ҡараш һаҡлаған, ләкин әкренләп ул ундай хистәрҙе йөрәгенән тамыры менән йолҡоп ташлай алған (Ғәм. 10:28, 34, 35; Гал. 2:11—14). Шуның шикелле, әгәр үҙебеҙҙә сит ил кешеләренә тиҫкәре мөнәсәбәт йә милли ғорурлыҡ эҙҙәрен абайлап ҡалһаҡ, беҙгә уларҙы йөрәгебеҙҙән йолҡоп алыр өсөн аңлы рәүештә тырышлыҡ һалырға кәрәк. (1 Петр 1:22-не уҡығыҙ.) Бының өсөн беҙҙең беребеҙ ҙә ҡотҡарылыуға лайыҡ түгел икәне хаҡында уйланырға мөмкин; ниндәй генә милләттән булһаҡ та, барыбыҙ ҙа камил түгел (Рим. 3:9, 10, 21—24). Шулай булғас, ни өсөн беҙ үҙебеҙҙе кемдәндер өҫтөн ҡуйырға тейеш? (1 Кор. 4:7) Беҙгә бөтә кешеләргә лә илсе Павел ҡараған кеүек ҡарарға кәрәк. Ул былай тигән: «Һеҙ хәҙер ят һәм килмешәк түгел, ә... Уның [Алланың] йорто ағзалары» (Ефес. 2:19). Сит ил кешеләренә ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәттән арыныр өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙ беҙгә яңы шәхес булып «кейенергә» ярҙам итәсәк (Кол. 3:10, 11).
ТАНЫШ БУЛМАҒАН КЕШЕЛӘРГӘ НИСЕК ИГЕЛЕК КҮРҺӘТЕП БУЛА?
10, 11. Рут менән мөғәмәлә иткәндә, Вооз Йәһүәнең ҡарашын нисек сағылдырған?
10 Муавлы Рут менән мөғәмәлә иткәндә, Вооз Йәһүәнең ҡарашын сағылдырған. Ураҡ ваҡытында баҫыуҙарын ҡарарға килгәс, ул, әлбиттә, эшселәре артынан тырышып башаҡтар йыйып йөрөгән сит ил ҡатынын күрмәй ҡала алмаған. Ҡанун буйынса Руттың эшселәр артынан башаҡ йыйырға хоҡуғы булһа ла, ул эшкә тотонор алдынан рөхсәт һораған. Был хаҡта ишеткәс, Вооз, йомартлыҡ күрһәтеп, уға көлтәләр араһында ла башаҡтар йыйырға рөхсәт иткән. (Рут 2:5—7b, 15, 16-ныc уҡығыҙ.)
11 Уларҙың һөйләшеүенән күренеүенсә, Вооз, Руттың сит ил кешеһе булараҡ кисергән ауырлыҡтарын аңлап, уның хаҡында борсолған. Шуға күрә ул Рутҡа, баҫыуҙа эшләгән ир-аттар уны рәнйетмәһен өсөн, үҙенең хеҙмәтсе ҡыҙҙары янында йөрөргә тәҡдим иткән. Ул хатта Рут ялланған эшселәр менән бергә ашап-эсә алһын өсөн саралар күргән. Бынан тыш, Вооз үҙен ярлы килмешәк менән һөйләшкәндәй тәкәббер тотмаған, ә, киреһенсә, Рутты рухландырып ебәргән (Рут 2:8—10, 13, 14).
12. Беҙҙең игелекле мөғәмәләбеҙ сит ил кешеләренә нисек тәьҫир итергә мөмкин?
12 Воозға Руттың үҙ ҡәйнәһенә күрһәткән рыяһыҙ һөйөүе генә түгел, ә шулай уҡ Йәһүәгә хеҙмәт итә башлауы ла тәьҫир иткән. Асылда, Вооздың игелеге аша Йәһүә үҙенең «ҡанаттары аҫтына һыйыныс эҙләп килгән» ҡатынға ҡарата тоғро яратыу күрһәткән (Рут 2:12, 20; Ғиб. һүҙ. 19:17). Шуның шикелле, бөгөн дә беҙҙең игелекле мөғәмәләбеҙ «бөтөн кешеләр[гә]» хәҡиҡәтте ҡабул итергә һәм Йәһүәнең уларҙы ни тиклем ныҡ яратҡанын аңларға ярҙам итә ала (1 Тим. 2:3, 4).
13, 14. а) Ни өсөн Батшалыҡ залында сит ил кешеләрен йылы ҡаршы алыр өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк? б) Башҡа мәҙәниәт кешеһе менән аралашыр өсөн уңайһыҙлыҡ хисен нисек еңергә?
13 Батшалыҡ залына килгән сит ил кешеләрен йылы ҡаршылап беҙ уларға игелек күрһәтә алабыҙ. Бәлки, иғтибар иткәнһегеҙҙер, күсеп килгән кешеләр ҡайһы саҡта оялсан һәм йомоҡ була. Тәрбиәһе йә социаль статусы арҡаһында сит ил кешеһе үҙен башҡа милләт кешеләренән түбәнерәк итеп тойорға мөмкин. Шуға күрә беҙгә беренсе булып уларға йылылыҡ һәм эскерһеҙ иғтибар күрһәтергә кәрәк. Һеҙҙең телегеҙҙә сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән ҡушымта булһа, ул һеҙгә сит илдән күскән кешеләр менән уларҙың туған телендә иҫәнләшергә ярҙам итә ала. (Филиптарға 2:3, 4-те уҡығыҙ.)
14 Башҡа мәҙәниәт кешеһе менән аралашырға тырышҡанда, һеҙгә уңайһыҙ булырға мөмкин. Был хисте еңер өсөн әҙерәк үҙегеҙ тураһында һөйләп китә алаһығыҙ. Аралаша торғас, һеҙ реаль йә уйлап сығарылған айырмалыҡтарға ҡарағанда оҡшаш яҡтарығыҙ күберәк икәнен аңларһығыҙ. Шулай уҡ һәр мәҙәниәттең үҙенең ыңғай һәм кире яҡтары барлығын күрерһегеҙ.
ҺӘР КЕШЕГӘ ҮҘЕН ЯҠШЫ ХИС ИТЕРГӘ ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ
15. Яңы ергә күнегеп китергә тырышҡан кешеләрҙе аңларға беҙгә нимә ярҙам итер?
15 Башҡаларға йыйылышығыҙҙа үҙҙәрен яҡшы хис итергә ярҙам итер өсөн үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Әгәр мин икенсе илгә күскән булһам, үҙемә ҡарата ниндәй мөғәмәлә көтөр инем?» (Матф. 7:12). Яңы ергә күнегеп китергә тырышҡан кешеләргә ҡарата түҙемле булығыҙ. Тәүҙә уларҙың фекер йөрөтөү рәүешен һәм үҙҙәрен тотошон тулыһынса аңлап бөтмәүебеҙ ихтимал. Улар беҙҙең мәҙәниәткә тиҙ генә яраҡлашып китер тип көтөү урынына ни өсөн уларҙы нисек бар, шулай ҡабул итмәҫкә? (Римдарға 15:7-не уҡығыҙ.)
16, 17. а) Башҡа мәҙәниәт кешеләре менән яҡынданыраҡ танышыр өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ? б) Сит илдән күсеп килгән имандаштарға ниндәй ғәмәли ярҙам күрһәтеп була?
16 Күсеп килгән кешеләрҙең тыуған яғы һәм мәҙәниәте тураһында күберәк белергә тырышһаҡ, беҙгә улар менән аралашыу еңелерәк булыр. Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында йыйылышыбыҙҙа йә территориябыҙҙа булған башҡа милләт кешеләренең мәҙәниәте менән танышырға мөмкин. Сит ил кешеләре менән яҡынданыраҡ танышыр өсөн, уларҙы ҡунаҡҡа саҡырырға була. Йәһүә бар халыҡтарға ла «иман ишеген ас[а]», ә беҙ үҙебеҙгә таныш булмаған «имандаштарға» ишегебеҙҙе аса алабыҙмы? (Ғәм. 14:27; Гал. 6:10; Әйүп 31:32)
17 Күсеп килгән ғаиләләр менән бергә ваҡыт үткәрһәк, уларға беҙҙең мәҙәниәткә яраҡлашып китеү ни тиклем ауыр икәнен яҡшыраҡ аңларбыҙ һәм, бәлки, уларға тел өйрәнеүҙә ярҙам кәрәклеген күрербеҙ. Шулай уҡ уларға яҡшы торлаҡ һәм эш табырға ярҙам итер өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итеп булғанын өйрәтеп ебәрә алабыҙмы? Ундай ярҙам имандашыбыҙҙың тормошон ҡырҡа үҙгәртергә мөмкин (Ғиб. һүҙ. 3:27).
18. Башҡа ергә күскән кешеләр кемдән өлгө ала ала?
18 Әлбиттә, башҡа ергә күскән кешеләр яңы илдең мәҙәниәтенә яраҡлашыр өсөн бар көстәрен һалырға тырышыр. Был йәһәттән Рут яҡшы өлгө ҡалдырған. Беренсенән, ул, башаҡтар йыйырға рөхсәт һорап, яңы илдең йолаларына хөрмәт күрһәткән (Рут 2:7). Ул башаҡтар йыйыу хоҡуғына һәм башҡаларҙың ярҙамына тейешле нәмәгә ҡарағандай ҡарамаған. Икенсенән, ул үҙенә күрһәтелгән игелек өсөн рәхмәт белдергән (Рут 2:13). Башҡа илгә күскән кешеләр шундай уҡ ҡараш сағылдырһа, улар, моғайын, ерле халыҡтың һәм имандаштарының хөрмәтен яулар.
19. Ни өсөн «таныш булмаған кешеләргә игелек» күрһәтергә кәрәк?
19 Йәһүә, йомарт игелектән сығып, төрлө халыҡ кешеләренә һөйөнөслө хәбәрҙе ишетеү мөмкинлеге бирә. Беҙ быға бик шатбыҙ. Бәлки, үҙ илдәрендә улар, Изге Яҙманы өйрәнеп, Йәһүәнең халҡы менән иркен аралаша алмаҫ ине. Ә хәҙер инде, беҙҙең менән аралашырға мөмкинселектәре тыуғас, беҙ уларға үҙҙәрен сит кеше итеп тоймаҫҡа ярҙам итергә тейеш түгелме? Хатта матди йә ғәмәли яҡтарҙан әллә ни ҙур ярҙам күрһәтә алмаһаҡ та, беҙҙең игелегебеҙ аша уларға ҡарата Йәһүәнең һөйөүе сағылыр. Әйҙәгеҙ, Аллаға «оҡшарға тырышы[п]», «таныш булмаған кешеләргә игелек» күрһәтер өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ (Ефес. 5:1, 2).
^ [1] (1-се абзац) Исем үҙгәртелгән.
a Сығыш 23:9: «Килмешәкте йәберләмәгеҙ. Һеҙ сит ил кешеһе булыуҙың нимә икәнен беләһегеҙ, сөнки үҙегеҙ ҙә Мысыр ерендә килмешәк булдығыҙ».
b Рут 2:5—7: «Унан һуң Вооз ураҡсылар башлығынан: „Был йәш ҡатын кем ул?“ — тип һораны. Ураҡсылар башлығы былай тип яуап бирҙе: „Ул муавлы, ул Нәғмиә менән бергә Муав еренән килгән. Ул минән: „Ураҡсылар артынан ҡалған башаҡтарҙы йыйып барһам буламы?“ — тип һораны. Ул иртән килде һәм шунан бирле аяҡ өҫтөндә, хәҙер генә бер аҙ ял итергә тип ҡыуышҡа инде“».
c Рут 2:15, 16: «Унан һуң Рут ҡабат эшенә тотондо. Вооз иһә хеҙмәтселәренә былай тине: „Уны рәнйетмәгеҙ, ул хатта урылған башаҡтар араһында ҡалған башаҡтарҙы ла йыйып йөрөһөн. Көлтәләрегеҙҙән башаҡтар сығарып ерҙә ҡалдыра барығыҙ, ул йыйһын. Уға тел тейҙермәгеҙ“».