Яхъя. Йөкмәтке
11 Ул ваҡытта Лазар исемле бер кеше ауырып китте. Ул Бәйтәниҙән — Мәрйәм менән уның апаһы Марта йәшәгән ауылдан ине. 2 Был Хужабыҙҙың аяҡтарына хуш еҫле май ағыҙып, уларҙы үҙенең сәстәре менән һөрткән Мәрйәм ине, ә ауырып киткән Лазар уның ҡустыһы ине. 3 Марта менән Мәрйәм Ғайсаға: «Хужабыҙ, һинең яҡын дуҫың ауырып ята», — тигән хәбәр ебәрҙе. 4 Быны ишеткәс, Ғайса: «Был ауырыу үлемгә түгел, ә Алланың һәм уның Улының данланыуына килтерәсәк», — тине.
5 Ғайса Мартаны, уның һеңлеһен һәм Лазарҙы ярата ине. 6 Шулай ҙа, Лазарҙың ауырығанын белеп ҡалғас, ул булған урынында тағы ике көнгә ҡалды. 7 Шунан ул шәкерттәренә: «Әйҙәгеҙ, тағы Йәһүҙиәгә барайыҡ», — тине. 8 Шәкерттәр уға: «Остаз*, әле күптән түгел генә Йәһүҙиә кешеләре һине таш менән бәргесләргә теләгәйне, ә һин тағы шунда бараһыңмы?» — тинеләр. 9 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Көн оҙонлоғо 12 сәғәт түгелме ни? Кем көндөҙ йөрөй, шул абынмай, сөнки был донъяның яҡтылығын күрә. 10 Ә кем төндә йөрөй, шул эләгеп йығыла, сөнки уның үҙендә яҡтылыҡ юҡ».
11 Быны әйткәс, ул: «Дуҫыбыҙ Лазар йоҡлап киткән, ләкин мин уны уятырға барам», — тип өҫтәне. 12 Шәкерттәр уға: «Хужабыҙ, әгәр йоҡлай икән, һауығыр», — тинеләр. 13 Ғайса уның үлеме тураһында әйткәйне, ә улар ғәҙәттәге йоҡо тураһында әйтә тип уйланылар. 14 Шунда Ғайса уларға туранан-тура: «Лазар үлгән, — тине. — 15 Мин унда булмағаныма шатмын, сөнки хәҙер иманығыҙ тағы ла нығыр. Әйҙәгеҙ, уның янына барайыҡ». 16 Игеҙәк тип йөрөтөлгән Тамас бүтән шәкерттәргә: «Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә барып, уның менән бергә үләйек», — тине.
17 Килгәс, Ғайса Лазарҙың инде дүрт көн ҡәберҙә ятҡанын белде. 18 Бәйтәни Йәрүсәлимдән йыраҡ түгел, өс саҡрым* самаһы алыҫлыҡта ята ине. 19 Ҡустыларының үлгәненә ҡайғырған Марта менән Мәрйәмде йыуатырға күп йәһүдтәр килгәйне. 20 Марта, Ғайсаның килә ятҡанын ишеткәс, уның ҡаршыһына китте, ә Мәрйәм өйҙә ҡалды. 21 Марта Ғайсаға былай тине: «Хужам, әгәр ҙә һин бында булған булһаң, ҡустым үлмәгән булыр ине. 22 Әммә мин хәҙер ҙә ышанам: һин Алланан нимә генә һораһаң да, ул һиңә бирәсәк». 23 Ғайса уға: «Ҡустың үленән тереләсәк», — тине. 24 «Уның һуңғы көндә, терелеү ваҡытында тереләсәген беләм», — тип яуап бирҙе Марта. 25 Ғайса уға былай тине: «Мин — терелеү һәм тормош. Миңә инанған кеше, үлһә лә, тереләсәк. 26 Йәшәгән һәм миңә инанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы?» 27 Марта: «Эйе, Хужам. Мин һинең донъяға килергә тейеш булған Мәсих, Алла Улы икәнеңә ышанам», — тип яуап бирҙе. 28 Шунан һуң ул барып, һеңлеһе Мәрйәмде саҡырҙы һәм, бер кемгә лә белдермәйенсә, уға: «Остаз бында, ул һине саҡыра», — тине. 29 Быны ишеткәс, Мәрйәм шунда уҡ тороп, Ғайса янына китте.
30 Ғайса әле ауылға инмәгәйне, ә Марта менән осрашҡан ерҙә тора ине. 31 Мәрйәмде йыуатыр өсөн өйөнә килгән йәһүдтәр уның ашығып сығып киткәнен күрҙеләр. Мәрйәмде ҡәбергә иларға бара тип уйлап, улар уның артынан китте. 32 Ғайса торған ергә килеп етеп, уны күргәс, Мәрйәм уның аяҡтарына йығылып: «Хужам, һин бында булған булһаң, ҡустым үлмәгән булыр ине», — тине. 33 Мәрйәмдең һәм уның менән килгән йәһүдтәрҙең илағанын күреп, Ғайса ауыр көрһөндө лә көйөнөп: 34 «Һеҙ уны ҡайҙа һалдығыҙ?» — тип һораны. «Хужабыҙ, әйҙә барайыҡ, үҙең күрерһең», — тип яуап бирҙе улар. 35 Шунда Ғайса илап ебәрҙе. 36 Быны күреп, йәһүдтәр: «Ҡарағыҙ, ул уны ҡалай ныҡ яратҡан икән!» — тиә башланылар. 37 Ә уларҙың ҡайһы берҙәре: «Ул бит һуҡыр кешенең күҙен асҡайны. Был кешене лә үлемдән алып ҡала алмаған микән ни?» — тине.
38 Ғайса йәнә ауыр көрһөндө лә ҡәбер янына килде. Был ауыҙы таш менән ҡапланған мәмерйә ине. 39 Ғайса: «Ташты ситкә шылдырығыҙ», — тип ҡушты. Мәрхүмдең апаһы Марта уға: «Хужам, уның үлгәненә дүрт көн үтте бит, еҫләнгәндер инде», — тип әйтте. 40 Ғайса: «Мин һиңә, ышанһаң, Алланың данын күрерһең, тип әйтмәгәйнемме ни?» — тине. 41 Ташты шылдырҙылар. Ғайса, күҙҙәрен күккә күтәреп, былай тине: «Атай, мине ишеткәнең өсөн рәхмәт һиңә. 42 Мине һәр ваҡыт ишеткәнеңде беләм, әммә быны янымда торған кешеләр өсөн, мине һин ебәргәнгә ышанһындар өсөн әйттем». 43 Шунан Ғайса ҡысҡырып: «Лазар, сыҡ!» — тине. 44 Шунда үлгән кеше килеп сыҡты. Уның аяҡ-ҡулдары кәфенгә уралған, ә бите яулыҡ менән ҡапланған ине. «Кәфенен тағатығыҙ, атлап китһен», — тине Ғайса.
45 Мәрйәмгә килгән күп йәһүдтәр, Ғайсаның нимә эшләгәнен күреп, уға ышанды. 46 Ә уларҙың ҡайһы берҙәре фарисейҙарға барҙылар ҙа Ғайсаның нимә эшләгәнен һөйләп бирҙеләр. 47 Шунда өлкән руханиҙар менән фарисейҙар Юғары кәңәшмә йыйып, былай тинеләр: «Нимә эшләйек икән? Был кеше күп мөғжизә ҡыла бит. 48 Әгәр ҙә беҙ бер нәмә лә эшләмәһәк, барыһы ла уға ышанасаҡ. Шул саҡта римдар килеп, ғибәҙәтханабыҙҙы* ла, халҡыбыҙҙы ла баҫып алыр». 49 Улар араһында шул йылда баш рухани булған Ҡаяфас бар ине. Ул уларға: «Һеҙ бер нәмә лә белмәйһегеҙ, — тине. — 50 Бөтөн халыҡ һәләк булыуға ҡарағанда, бер кешенең халыҡ хаҡына үлеүе һеҙҙең үҙегеҙ өсөн хәйерлерәк икәнен аңламайһығыҙмы әллә?» 51 Ул быны үҙенән әйтмәне. Шул йылда баш рухани булғанға, ул Ғайсаның халыҡ өсөн үлергә тейешлеге тураһында пәйғәмбәрлек әйтте. 52 Ғайса халыҡ өсөн генә түгел, ә шулай уҡ төрлө яҡҡа таралған Алла балаларын бергә йыйыр өсөн дә үлергә тейеш ине. 53 Шул ваҡыттан алып улар үҙ-ара Ғайсаны үлтереү тураһында кәңәшләшә башланы.
54 Шуға күрә Ғайса йәһүдтәр араһында бүтән асыҡтан-асыҡ йөрөмәне. Ул сүл янында урынлашҡан Ифраим ҡалаһына китте һәм шәкерттәре менән шунда ҡалды. 55 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы етеп килә ине. Байрам алдынан Муса ҡануны буйынса таҙарыныр өсөн, күп кеше ауылдарҙан Йәрүсәлимгә килде. 56 Улар Ғайсаны эҙләне һәм ғибәҙәтханала үҙ-ара: «Нисек уйлайһығыҙ, бәлки, ул байрамға бөтөнләй килмәҫ?» — тиеште. 57 Ә өлкән руханиҙар менән фарисейҙар, Ғайсаның ҡайҙа икәнлеген белеп ҡалған кеше был турала хәбәр итергә тейеш, тигән бойороҡ бирҙе, сөнки уны ҡулға алырға теләйҙәр ине.