Лука яҙған
21 Ғайса байҙарҙың иғәнә һауыттарына аҡса һалғанын күрҙе. 2 Шунда ул һауытҡа ике ваҡ тәңкә* һалған ярлы тол ҡатынды күреп ҡалып, 3 былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был тол ҡатын бөтәһенән дә күберәк һалды. 4 Сөнки улар үҙҙәренән артып ҡалғанды, ә ул, ярлы булһа ла, үҙенә йәшәү өсөн кәрәк булғандың барыһын да һалды».
5 Һуңғараҡ ҡайһы берәүҙәр ғибәҙәтхана тураһында, уның матур таштар һәм Аллаға бағышланған бүләктәр менән биҙәлгәне тураһында һөйләгәндә, 6 Ғайса: «Шундай көндәр килер, һеҙ бында күргәндәрҙән таш өҫтөндә таш ҡалмаҫ, бөтә нәмә емерелер», — тине. 7 Ғайсанан: «Остаз, был ҡасан булыр һәм быларҙың буласағын ниндәй билдә күрһәтер?» — тип һоранылар. 8 Ул былай тине: «Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе юлдан яҙҙырмаһындар, сөнки күптәр, „Мин — Мәсих“ һәм „Ваҡыт яҡын“ тиеп, минең исемем аҫтында килер. Улар артынан бармағыҙ. 9 Һуғыштар һәм сыуалыштар* тураһында ишеткәс, ҡурҡмағыҙ, сөнки башта былар булырға тейеш, ләкин замандың ахыры шунда уҡ килмәҫ».
10 Шунан Ғайса былай тине: «Халыҡ — халыҡҡа, батшалыҡ батшалыҡҡа һөжүм итер. 11 Көслө ер тетрәүҙәр, төрлө ерҙәрҙә аслыҡ һәм киҙеүҙәр булыр. Кешеләр ҡурҡыныс ваҡиғалар, шулай уҡ күктән бөйөк билдәләр күрер.
12 Ләкин быларҙың барыһы булғанға тиклем, кешеләр һеҙҙе эҙәрләр, тотоп алып, синагогаларға судҡа алып барыр һәм төрмәләргә ултыртыр. Минең исемем арҡаһында һеҙҙе батшалар һәм идарасылар алдына алып барырҙар. 13 Был һеҙгә вәғәзләргә мөмкинлек бирер. 14 Әммә, үҙегеҙҙе яҡлап нимә әйтергә икән тип, алдан әҙерләнмәгеҙ, 15 сөнки мин һеҙгә шундай һүҙҙәр һәм аҡыллылыҡ бирермен, бөтә дошмандарығыҙ, берләшһәләр ҙә, һеҙгә ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ. 16 Хатта атай-әсәйҙәрегеҙ, ағай-ҡустыларығыҙ, туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ һеҙҙе судтарға тапшырыр*, һәм ҡайһы берҙәрегеҙ үлтерелер. 17 Минең исемем арҡаһында бөтәһе лә һеҙҙе күрә алмаҫ. 18 Ләкин башығыҙҙан бер сәс бөртөгө лә төшмәҫ. 19 Һеҙ ғүмерегеҙҙе* сыҙамлығығыҙ менән һаҡлап ҡалырһығыҙ.
20 Йәрүсәлимдең ғәскәрҙәр менән ҡамап алынғанын күргәс, шуны белегеҙ: уның тар-мар ителеү ваҡыты яҡын. 21 Шунда Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын, ҡалала булғандар унан сыҡһын, ә ҡаланың тирә-яғында булғандар унда инмәһен, 22 сөнки ул көндәр, яҙылғандар ғәмәлгә ашһын өсөн, үс алыу көндәре* булыр. 23 Ул көндәрҙә ауырлы булған һәм бала имеҙгән ҡатындарға шул тиклем ауыр булыр! Сөнки был ергә күп ғазап килер, һәм был халыҡ яза алыр. 24 Берәүҙәрҙе ҡылыс менән үлтерерҙәр, башҡаларҙы төрлө ерҙәргә* әсирлеккә алып китерҙәр. Халыҡтарға билдәләнгән ваҡыт тамамланғансы, халыҡтар Йәрүсәлимде тапар.
25 Ҡояшта, айҙа һәм йондоҙҙарҙа билдәләр күренер, ә ерҙә халыҡтар нимә эшләргә белмәйенсә яфаланыр, сөнки диңгеҙ үкерер һәм ҡоторонор. 26 Кешеләр, ергә ябырылырға торған нәмәләрҙе көтөп, ҡурҡыштан иҫтәрен юғалтыр, сөнки күк көстәре тетрәр. 27 Шунда улар болотта ҡөҙрәт һәм бөйөк дан менән килә ятҡан Әҙәм Улын күрер. 28 Былар үтәлә башлағас, турайып баҫығыҙ һәм баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки ҡотолоуығыҙ яҡынлашып килә».
29 Шунан Ғайса уларға бындай миҫал килтерҙе: «Инжир ағасына һәм башҡа ағастарға ҡарағыҙ. 30 Уларҙың бөрөләнгәнен күреп, һеҙ йәйҙең инде яҡын икәнен беләһегеҙ. 31 Шуның кеүек үк, быларҙың булып ятҡанын күргәс, Алла Батшалығының яҡын икәнен белегеҙ. 32 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был быуын үтеп тә өлгөрмәҫ, быларҙың барыһы тормошҡа ашыр. 33 Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаҫ.
34 Үҙегеҙҙе күҙәтегеҙ: артыҡ ашау, эсеп иҫереү һәм тормош мәшәҡәттәре йөрәгегеҙгә ауыр йөк булып ятмаһын, һәм шул көн ҡапыл килеп, 35 һеҙҙең өсөн тоҙаҡ кеүек булмаһын, сөнки ул көн ер йөҙөндә йәшәгән бөтә кешегә көтмәгәндә килер. 36 Шуға күрә уяу булығыҙ һәм, булырға тейеш бөтә ваҡиғаларҙан ҡотолоп, Әҙәм Улы алдына килеп баҫыр өсөн, һәр ваҡыт тырышып доға ҡылығыҙ».
37 Көндөҙ Ғайса ғибәҙәтханала өйрәтте, ә кистәрен унан китеп, Зәйтүн тауында ҡунып йөрөнө*. 38 Иртән-иртүк бөтә халыҡ уны тыңлар өсөн ғибәҙәтханала йыйыла ине.