Яхъя. Йөкмәтке
17 Быларҙы әйткәндән һуң Ғайса, күҙҙәрен күккә күтәреп, былай тине: «Атай, ваҡыт етте. Улың һине данлаһын өсөн, улыңды данла. 2 Данла уны, сөнки һин уға ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бүләк итһен өсөн, уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән инде хакимлыҡ бирҙең. 3 Мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, һинең турала — берҙән-бер хаҡ Алла тураһында һәм һин ебәргән Ғайса Мәсих тураһында белем алырға* кәрәк. 4 Һин ҡушҡан эште башҡарып сығып, мин һине ерҙә данланым. 5 Хәҙер ҙә, Атай, мине данла: миңә һинең яныңда булырға һәм донъя яратылғанға тиклем һинең эргәңдә булған саҡтағы даныма эйә булырға рөхсәт ит.
6 Һин донъянан алып, миңә биргән кешеләргә һинең исемеңде астым*. Улар һинеке ине, һин уларҙы миңә бирҙең, һәм улар һинең һүҙеңде үтәй. 7 Хәҙер улар һин миңә биргән бөтә нәмә һинән икәнен белә, 8 сөнки миңә әйткән һүҙҙәреңде уларға еткерҙем, һәм улар был һүҙҙәрҙе ҡабул иттеләр. Улар минең һинән килгәнемә инанды һәм мине һин ебәргәнгә ышанды. 9 Мин улар өсөн һорайым. Мин донъя өсөн түгел, ә һин миңә биргән кешеләр өсөн һорайым, сөнки улар һинеке, 10 һәм минең бөтә нәмәм — һинеке, ә һинең бөтә нәмәң — минеке. Мин улар араһында данландым.
11 Улар донъяла, ә мин инде донъяла түгел, сөнки һиңә барам. Изге Атайым, беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһын өсөн*, һин миңә биргән исемең хаҡына уларҙы һаҡла. 12 Мин улар менән булған сағымда һин миңә биргән исемең хаҡына уларҙы һаҡланым. Мин уларҙы яҡланым һәм, Яҙмаларҙа әйтелгәндәр үтәлһен өсөн, һәләкәт улынан башҡа уларҙың береһе лә һәләк булманы. 13 Ләкин хәҙер мин һиңә барам, һәм улар мин кисергән шатлыҡты тулыһынса кисерһен өсөн, мин әле донъяла саҡта быларҙы әйтәм. 14 Мин уларға һинең һүҙеңде еткерҙем, һәм донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел.
15 Мин һинән уларҙы донъянан алыуыңды түгел, ә Иблистән* һаҡлауыңды үтенәм. 16 Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел. 17 Уларҙы хәҡиҡәт менән изге ит*. Һинең һүҙең — хәҡиҡәт. 18 Һин мине донъяға ебәргән кеүек, мин дә уларҙы донъяға ебәрҙем. 19 Улар ҙа хәҡиҡәт ярҙамында изге ителһен өсөн, улар хаҡына изге булып ҡалам.
20 Улар өсөн генә түгел, ә уларҙың һүҙе аша миңә ышанасаҡ кешеләр өсөн дә һорайым. 21 Донъя мине һин ебәргәнгә ышанһын өсөн, һин, Атай, минең менән берҙәмлектә, ә мин һинең менән берҙәмлектә булған кеүек, улар ҙа бер булһын һәм беҙҙең менән берҙәмлектә булһын. 22 Беҙҙең кеүек үк, улар ҙа бер булһын өсөн, уларға һинән алған данды бирҙем. 23 Улар камил берҙәмлек һаҡлаһын өсөн һәм донъя мине һин ебәргәнеңде һәм уларҙы мине яратҡан кеүек яратҡаныңды белһен өсөн, мин улар менән берҙәмлектә, ә һин минең менән берҙәмлектә. 24 Атай, һин миңә биргән кешеләрҙең мин буласаҡ ерҙә булып, һин миңә биргән данды күреүҙәрен теләйем, сөнки һин мине донъяға нигеҙ һалынғанға* тиклем үк ярата инең. 25 Ғәҙел* Атайым, донъя һине белмәй, ә мин беләм, һәм улар һинең мине ебәргәнеңде беләләр. 26 Улар башҡаларҙы һин мине яратҡан кеүек яратһын өсөн һәм улар менән берҙәмлектә булыуым өсөн, мин уларға һинең исемеңде астым һәм артабан да асырмын».