АЛТЫНСЫ БҮЛЕК
Үҫмер балағыҙға бәхетле булырға ярҙам итегеҙ
1, 2. Үҫмерҙәр ниндәй ауырлыҡтар һәм ниндәй шатлыҡтар кисерә?
ҮҪМЕР баланы тәрбиәләү биш йәшлек йә хатта ун йәшлек баланы тәрбиәләүҙән айырылып тора. Үҫмер саҡтың үҙ ауырлыҡтары бар, әммә ул шулай уҡ шатлыҡ та, фатиха ла килтерә ала. Йософ, Дауыт, Иосия һәм Тимофейҙың миҫалы шуны күрһәтә: йәштәр үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға һәм Йәһүә менән бик яҡшы мөнәсәбәттәр үҫтерергә һәләтле (Башланмыш 37:2—11; 1 Самуил 16:11—13; 2 Батшалар 22:3—7; Ғәмәлдәр 16:1, 2). Бөгөн дә үҫмерҙәрҙең күбеһе тураһында шуны уҡ әйтеп була. Бәлки, һеҙ ҙә шундай үҫмерҙәрҙе беләһегеҙҙер.
2 Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр өсөн үҫмер саҡ — ул дауыллы осор. Үҫмерҙәрҙең кәйефе киҫкен үҙгәреп тороусан. Егеттәр һәм ҡыҙҙар, күберәк иреккә эйә булырға теләһә, ата-әсәләре ҡуйған сиктәр уларға оҡшамаҫҡа мөмкин. Әммә улар әлегә тәжрибәһеҙ, шуға күрә лә ата-әсәләренең яратыу һәм сабырлыҡ сағылған ярҙамына мохтаж. Эйе, үҫмер саҡ ата-әсәләр өсөн дә, үҫмерҙәрҙең үҙҙәре өсөн дә тулҡынландырғыс ваҡыт. Был осорҙа үҫмерҙәргә нисек ярҙам итеп була?
3. Ата-әсәләр үҫмерҙе нисек етлеккән кеше итеп үҫтерә ала?
3 Изге Яҙмалағы кәңәштәргә ҡолаҡ һалған ата-әсәләр үҫеп килгән балаһына ундай һынауҙарҙы уңышлы йырып сығып, етлеккән һәм яуаплы кеше булып үҫергә ярҙам итә ала. Һәр халыҡтан булған һәм төрлө заманда йәшәгән ата-әсәләр үҫмерҙәр менән бергә, Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланып, фатихалар урған (Зәбур 119:1).
АСЫҠ АРАЛАШЫУ
Балағыҙ һөйләшергә теләгәндә, уны тыңларға әҙер булығыҙ
4. Ни өсөн ышаныс белдергән һөйләшеү үҫмер саҡта айырыуса мөһим?
4 Изге Яҙмала: «Ышаныслы һөйләшеү булмаһа, ниәттәр тарҡала, ә кәңәшселәр күп булғанда — тормошҡа аша», — тиелгән (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:22). Әгәр бала бәләкәй саҡта «ышаныслы һөйләшеүгә» мохтаж икән, үҫмер саҡта ундай аралашыу уға айырыуса кәрәк, сөнки хәҙер инде ул ваҡытын күбеһенсә мәктәптәге дуҫтары һәм иптәштәре менән үткәрә. Әгәр ҙә ундай асыҡтан-асыҡ аралашыу булмаһа, үҫмерҙәр ғаиләлә ят кеше булып китергә мөмкин. Шулай итеп, аралашыуға «ишек» һәр саҡ асыҡ торһон өсөн, нимә эшләргә?
5. Үҫмерҙәр ата-әсәһе менән аралашыуға нисек ҡарарға тейеш?
5 Үҫмерҙәр ҙә, ата-әсәләр ҙә быға үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Ысынлап та, үҫмерҙәргә хәҙер ата-әсәләре менән һөйләшеү ауырыраҡ булып күренергә мөмкин. Шулай ҙа «аҡыллы етәкселек булмағанда, халыҡ ғазап сигә, ә кәңәшселәр күп булғанда, уңыш килә» икәнен иҫтә тотоғоҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:14). Был һүҙҙәр ололарға ла, йәштәргә лә ҡағыла. Быны таныған үҫмерҙәр шуны аңлай: улар һаман да аҡыллы етәкселеккә мохтаж, сөнки уларға элеккегә ҡарағанда ҡатмарлыраҡ мәсьәләләр менән осрашырға тура килә. Уларға шулай уҡ атай һәм әсәйҙең тәжрибәһе күберәк, шуға күрә уларҙың кәңәштәре файҙалы икәнен дә танырға кәрәк. Бынан тыш, улар атай-әсәйҙәренең үҙҙәре хаҡында йылдар буйы яратып ҡайғыртып тороуын күрә. Шуға ла үҫмер осорҙа аҡыллы үҫмерҙәр ата-әсәһенән ситләшмәҫ.
6. Аҡыллы һәм ҡайғыртыусан ата-әсәләр үҫмер балаһы менән аралашыуға нисек ҡарарға тейеш?
6 Асыҡ аралашыу шулай уҡ ата-әсәнең үҙ балаһының һөйләшергә теләгәнен күреп, уны тыңларға әҙер булыуын да үҙ эсенә ала. Ата-әсәләр, һөйләшеүгә әҙер булыуығыҙ һәр ваҡыт күренеп торһон. Был еңелдән булмаҫҡа мөмкин. Изге Яҙмала: «Өндәшмәү ваҡыты бар һәм һөйләү ваҡыты бар», — тип әйтелә (Вәғәзсе 3:7). Үҫмер балағыҙ һеҙҙең менән һөйләшергә теләгәндә, һеҙҙең «өндәшмәү ваҡыты» булырға мөмкин. Әйтәйек, һеҙ ул ваҡытты шәхси өйрәнеүгә, ял итеүгә йә өйҙәге эштәргә бүлдегеҙ, ти. Ләкин балағыҙ һөйләшергә теләһә, эштәрегеҙҙе ташлап, уны тыңлағыҙ. Юғиһә, башҡа ваҡытта ул һөйләшергә теләмәҫ. Ғайсаның үрнәген иҫләгеҙ. Бер ваҡыт ул ял итеп алырға булған. Ләкин күп халыҡ уны тыңларға теләп янына йыйылғас, Ғайса уларҙы өйрәтә башлаған (Марк 6:30—34). Үҫмерҙәрҙең күбеһе ата-әсәләренең эше бик күп икәнен аңлай, әммә кәрәк саҡта атай-әсәйҙәре һәр ваҡыт улар янында икәненә шикләнмәҫкә тейеш. Шуға күрә тыңларға әҙер һәм аңлаусан булығыҙ.
7. Ата-әсәләр нимәнән һаҡланырға тейеш?
7 Үҙегеҙ үҫмер саҡта нимә хис иткәнегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ. Юмор хисен дә юғалтмағыҙ! Ата-әсәләргә балалары менән бергә булыу шатлыҡ килтерергә тейеш. Буш ваҡыты булһа, ата-әсәләр уны нимәгә сарыф итә? Әгәр ҙә уларҙың һәр береһе был ваҡытты гел генә ғаиләнән ситтә үткәрергә теләһә, үҫмерҙәр быны шунда уҡ һиҙеп ҡалыр. Үҫмерҙәр ата-әсәләренә ҡарағанда мәктәптәге дуҫтары улар менән күберәк ҡыҙыҡһына икәнен абайлап ҡалһа, был проблемаларға килтерер.
НИМӘ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘШЕРГӘ?
8. Намыҫлы булыуҙы ҡәҙерләү, тырышып эшләүгә ихтирам тәрбиәләү һәм яҡшы тәртип балаларға нисек тәьҫир итә?
8 Әгәр ата-әсәләр балаларын бәләкәй саҡтан уҡ намыҫлы булыуҙы ҡәҙерләргә өйрәтмәгән һәм тырышып эшләүгә ихтирам тәрбиәләмәгән икән, быны мотлаҡ рәүештә хәҙер эшләргә кәрәк (1 Фессалоникаларға 4:11; 2 Фессалоникаларға 3:10). Улар шулай уҡ балаларының әхлаҡи һәм саф тормош алып барыу ни тиклем мөһим икәненә ысын күңелдән ышаныуына инанған булырға тейеш (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:11). Ата-әсәнең өлгөһө был яҡтан ҙур роль уйнай. Ҡатындар иман итмәгән ирҙәрен «бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтыр[а]» алған кеүек, үҫмерҙәр ҙә дөрөҫ принциптарға ата-әсәһенең тәртибенә ҡарап өйрәнә ала (1 Петр 3:1). Шулай ҙа тәрбиә өлгө биреүҙән генә тормай, сөнки өйҙән ситтә балалар күп тиҫкәре үрнәк күрә, һәм уларға аҙғынлыҡ менән һуғарылған ҡотҡо ташҡыны ябырыла. Шуға күрә ҡайғыртыусан ата-әсәгә балаларының күргән һәм ишеткән нәмәләргә ҡарашын белергә кәрәк, ә быны белер өсөн, эстәлекле һөйләшеүҙәр талап ителә (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:5).
9, 10. Ни өсөн ата-әсәләр балаларына енси тәрбиә бирергә тейеш, һәм улар быны нисек эшләй ала?
9 Ундай һөйләшеүҙәр енси тәрбиәләүгә килгәндә айырыуса мөһим. Ата-әсәләр, һеҙ балаларығыҙ менән енси мөнәсәбәттәр тураһында һөйләшергә оялмайһығыҙмы? Оялһағыҙ ҙа, һөйләшергә тырышығыҙ, сөнки балағыҙ барыбер был хаҡта башҡа кешеләрҙән ишетер. Әгәр улар һеҙҙән хаҡ мәғлүмәт ишетмәһә, башҡаларҙан нимә ишетер һуң? Изге Яҙмала Йәһүә енси тормош тураһында һөйләргә оялмай, шуға күрә ата-әсәләр ҙә оялмаҫҡа тейеш (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:1— 4; 5:1—21).
10 Бәхеткә ҡаршы, Изге Яҙмала енси мөнәсәбәткә ҡағылышлы аңлайышлы кәңәштәр бар, һәм Күҙәтеү манараһы йәмғиәте шул кәңәштәрҙең бөгөнгө көндәрҙә лә ҡулланырлыҡ икәнен күрһәткән күп файҙалы мәғлүмәт баҫтырып сығарған. Шуларҙы тормошта ҡулланһағыҙ, яҡшы булыр. Мәҫәлән, ниңә улығыҙ йә ҡыҙығыҙ менән «Һинең һорауҙарыңа яуаптар» тигән ике томдан торған китаптарҙың (урыҫ) тура килгән бүлектәрен ҡарап сыҡмаҫҡа? Һөҙөмтәләр һеҙҙе ғәжәпләндерергә мөмкин.
11. Балаларҙы Йәһүәгә хеҙмәт итергә өйрәтеүҙә ниндәй юл иң уңышлы?
11 Әммә ата-әсә балалары менән аралашҡанда, ниндәй тема иң мөһим булырға тейеш? Илсе Павел: «Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы [балаларығыҙҙы] тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ», — тип яҙған (Ефестарға 6:4). Балаларға һәр ваҡыт Йәһүә тураһында белем биреп тороғоҙ. Бигерәк тә улар Алланы яратырға өйрәнергә һәм уға хеҙмәт итергә теләк үҫтерергә тейеш. Әлбиттә, был яҡтан да, үҙ үрнәгегеҙ менән күп нәмәгә өйрәтә алаһығыҙ. Ата-әсәләренең Алланы бөтә йөрәге, бөтә йәне һәм бөтә аҡылы менән яратҡанын һәм был уларҙың тормошонда яҡшы емештәр килтергәнен күреп, үҫмерҙәр, бәлки, уларҙың үрнәгенә эйәрергә теләр (Матфей 22:37). Шулай уҡ улар ата-әсәнең материаль әйберҙәргә дөрөҫ ҡараш һаҡлағанын һәм Алла Батшалығын беренсе урынға ҡуйғанын күрһә, үҙҙәре лә шундай уҡ ҡараш үҫтерергә теләр (Вәғәзсе 7:12; Матфей 6:31—33).
Ғибәҙәт ҡылыу кисе ғаилә өсөн бик мөһим
12, 13. Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу уңышлы булһын өсөн, нимәне иҫтән сығармаҫҡа кәрәк?
12 Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисен үткәреү — үҫмерҙәр йөрәгенә рухи ҡиммәттәрҙе һеңдереүҙә баһалап бөткөһөҙ юл (Зәбур 119:33, 34; Ғибрәтле һүҙҙәр 4:20—23). Ундай кисте даими үткәреү бигерәк тә мөһим (Зәбур 1:1—3). Ата-әсәләргә лә, балаларға ла бар эштәрҙе ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу ваҡытына бәйләп планлаштырырға өйрәнергә кәрәк, ә һис тә киреһенсә түгел. Бынан тыш, өйрәнеү файҙалы булһын өсөн, уға дөрөҫ ҡараш үҫтерергә кәрәк. Бер атай кеше былай тип бүлешә: «Хикмәт шунда: ғаилә өйрәнеүен алып барыусы иркен, әммә шул уҡ ваҡытта хөрмәт уята торған мөхит булдырырға тейеш. Урталыҡты табыу еңел түгел, шулай уҡ үҫмерҙәр менән өйрәнгәндә, уларҙың ғибәҙәт ҡылыуға ҡарашын һәр ваҡыт төҙәтеп торорға кәрәк. Бер-ике тапҡыр килеп сыҡмаһа, бирешмәгеҙ, иғтибарығыҙҙы киләһе өйрәнеүгә туплағыҙ». Шул уҡ атай кеше әйтеүенсә, ул өйрәнеү алдынан доғала Йәһүәнән һәр береһенә дөрөҫ ҡараш булдырырға ярҙам итеүен һораған (Зәбур 119:66).
13 Ғаилә кисен үткәреү өсөн мәсихсе ата-әсә яуаплы. Эйе, ҡайһы бер ата-әсәләр, бәлки, һәләтле уҡытыусы ла түгелдер, шуға күрә уларға ғаилә өйрәнеүен ҡыҙыҡлы итеп үткәреү ауыр булырға мөмкин. Шулай ҙа, баҫалҡылыҡ сағылдырып, балағыҙға рухи яҡтан үҫергә эскерһеҙ рәүештә ярҙам итһәгеҙ, уны ихлас яратҡанығыҙҙы эштәрегеҙ менән күрһәтерһегеҙ (1 Яхъя 3:18). Ваҡыт-ваҡыт балалар ҡәнәғәтһеҙлек белдерергә мөмкин, әммә һуңыраҡ үҙҙәренең именлеге хаҡында тәрән ҡайғыртыуығыҙҙы улар, бәлки, баһалар.
14. Ҡанун 11:18, 19-ҙа яҙылған һүҙҙәр үҫмерҙәр менән рухи темаларға аралашыуға нисек ҡағыла?
14 Ғибәҙәт ҡылыу кисе рухи яҡтан мөһим булған темаларҙы ҡарап сығыу өсөн берҙән-бер сара түгел. Йәһүәнең ата-әсәләргә нимә ҡушҡанын хәтерләйһегеҙме? Ул былай тигән: «Һеҙ минең был һүҙҙәремде йөрәгегеҙгә һәм йәнегеҙгә һеңдерергә һәм уларҙы ҡулығыҙға иҫкә төшөрөүҙәрҙе бәйләгәндәй бәйләргә тейеш, һәм улар маңлайығыҙҙа таҫма һымаҡ булһын. Уларҙы балаларығыҙға өйрәтегеҙ: улар тураһында өйөгөҙҙә ултырғанда, юлда барғанда, ятҡанда һәм торғанда һөйләгеҙ». (Ҡанун 11:18, 19; шулай уҡ Ҡанун 6:6, 7-не ҡарағыҙ.) Был һүҙҙәр балаларға өҙлөкһөҙ вәғәзләп торорға кәрәк тигәнде аңлатмай. Әммә яратҡан ғаилә башлығы өйҙәгеләренең рухи ҡараштарын нығытып торор өсөн һәр ваҡыт мөмкинлектәр эҙләргә тейеш.
ТӘРБИӘЛӘҮ ҺӘМ ХӨРМӘТ
15, 16. а) Тәрбиә нимә ул? б) Тәрбиә биреү өсөн кем яуаплы, һәм уны ҡабул итергә кем бурыслы?
15 Тәрбиәләү — ул төҙәтә торған өйрәтеү, ул шулай уҡ үҙ эсенә аралашыуҙы ла ала. Тәрбиә яза биреүгә ҡарағанда күберәк төҙәтеү мәғәнәһен йөрөтә, әммә ҡайһы саҡта яза биреү ҙә кәрәк булырға мөмкин. Балалар бәләкәй саҡта тәрбиәгә мохтаж, әммә үҫмер саҡта ла улар төҙәтеүгә һәм өйрәтеүгә мохтаж, ә, бәлки, нығыраҡ та. Аҡыллы үҫмерҙәр быны аңлай.
16 Изге Яҙмала: «Аҡылһыҙ үҙ атаһының тәрбиәһен һанға һуҡмай, алдын-артын уйлаусы иһә төҙәтеүҙе ҡабул итә», — тиелгән (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:5). Был шиғырҙан беҙ күпкә өйрәнә алабыҙ. Унда тәрбиә бирелергә тейеш тигән фекер яңғырай. Тәрбиә бирелмәһә, үҫмер «төҙәтеүҙе ҡабул итә» алмай. Тәрбиәләү бурысын Йәһүә ата-әсәгә йөкмәткән, айырыуса атай кешегә. Ләкин тәрбиәгә ҡолаҡ һалыу бурысы үҫмерҙең үҙ өҫтөндә ҡала. Әгәр ул ата-әсәһенең аҡыллы өгөт-нәсихәтен ҡабул итһә, күп нәмәгә өйрәнер һәм хаталарҙы әҙерәк яһар (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8). Алла Һүҙендә: «Тәрбиәне һанға һуҡмаусы бөлгөнлөккә һәм хурлыҡҡа төшә, ә төҙәтеүҙе ҡабул итеүсе дан ҡаҙаныр», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:18).
17. Ата-әсәләр үҫмерҙе тәрбиәләүгә нисек дөрөҫ ҡараш һаҡлай ала?
17 Үҫмерҙе тәрбиәләгәндә, ата-әсәләр дөрөҫ ҡараш һаҡларға тейеш. Бала күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһен өсөн, уға ҡарата бер ҡасан да артыҡ ҡаты булырға ярамай, юғиһә уның үҙ-үҙенә ышанысын юғалтыуы бар (Колосстарға 3:21). Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләргә артыҡ йомшаҡ та булырға ярамай, сөнки ул саҡта инде бала үҙе өсөн мөһим булған тәрбиәнән мәхрүм ҡаласаҡ. Ундай йомшаҡлыҡ баланы һәләкәткә килтерергә мөмкин. Ғибрәтле һүҙҙәр 29:17-лә былай тиелә: «Улыңды тәрбиәлә, шул саҡ ул һиңә тыныслыҡ һәм йәнеңә күп рәхәтлек килтерер». Әммә шул уҡ бүлектең 21-се шиғырында: «Хеҙмәтсене бала саҡтан уҡ артыҡ иркәләп үҫтерһәң, һуңыраҡ ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәҫ», — тиелә. Был шиғырҙа хеҙмәтсе хаҡында әйтелһә лә, уны үҫмер баланы тәрбиәләүгә ҡарата ла ҡулланып була.
18. Тәрбиәнең һөҙөмтәһе нимәгә бәйле, һәм ата-әсәләр, үҫмерҙе эҙмә-эҙлекле тәрбиәләһә, нимәнән ҡаса алыр?
18 Ысынында иһә тейешле тәрбиә ата-әсәнең баланы яратыуын сағылдыра (Еврейҙарға 12:6, 11). Һеҙ ата-әсә булһағыҙ, баланы зирәклек менән эҙмә-эҙлекле тәрбиәләү ни тиклем ҡатмарлы икәнен беләһегеҙ. Өйҙәге тыныслыҡ хаҡына тиҫкәре үҫмергә үҙе теләгән һәр нәмәне эшләргә рөхсәт итеү анһатыраҡ булып тойолорға мөмкин. Ләкин ата-әсәнең шулай эш итеүе ахыр сиктә баланың бөтөнләй контролдән сығыуына килтерер (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:15; Галаттарға 6:9).
ЭШЛӘҮ ҺӘМ КҮҢЕЛ АСЫУ
19, 20. Ата-әсәләр күңел асыуға ҡағылышлы һорауҙарҙы нисек зирәклек менән хәл итә ала?
19 Элекке заманда балаларҙың өйҙә һәм хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеүе көтөлгән. Бөгөн иһә үҫмерҙәрҙең ата-әсә күҙәтә алмаған буш ваҡыты бик күп. Уны тултырыр өсөн, коммерция менән бәйле донъя күңел асыуҙың ниндәй генә төрөн тәҡдим итмәй. Ошоға был донъя кешеләренең Изге Яҙмалағы әхлаҡи нормаларға еңел ҡарауын да өҫтәһәк, бәләнең тулы «формулаһы» килеп сыға.
20 Шуға күрә лә зирәк ата-әсәләр күңел асыуҙарға ҡағылышлы һорауҙарҙы үҙҙәре хәл итә. Әммә шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: балағыҙ үҫә бара. Йылдан-йылға ул, күрәһең, үҙе менән инде үҫеп еткән кеше һымаҡ мөғәмәлә итерҙәр тип көтә. Шуның өсөн дә ата-әсәләргә, бала үҫә барған һайын, уға ял итеү төрөн һайлауҙа (әгәр ундай һайлау үҫмерҙең рухилығын сағылдыра икән) күберәк ирек биреү аҡыллы булыр ине. Ҡайһы саҡта музыка, дуҫтар һәм башҡа һорауҙарҙа үҫмер дөрөҫ һайлау яһамаҫҡа мөмкин. Ул саҡта, бала киләсәктә дөрөҫ һайлау яһай алһын өсөн, уның менән фекер алышыу бик мөһим.
21. Күңел асыуҙарға ваҡытты дөрөҫ бүлеү үҫмерҙе нисек яҡлай ала?
21 Ял итеүгә күпме ваҡыт бүлергә кәрәк? Ҡайһы бер илдәрҙә үҫмерҙәрҙе, һеҙҙең бер туҡтауһыҙ күңел асырға хаҡығыҙ бар, тип уйларға дәртләндерәләр. Шулай итеп, үҫмер үҙ ваҡытын күңел асыуҙан күңел асыуға йөрөп үткәрә. Ата-әсәләргә баланы ваҡытын башҡа нәмәләргә лә — ғаиләгә, шәхси өйрәнеүгә, рухи яҡтан етлеккән кешеләр менән аралашыуға, йыйылыш осрашыуҙарына һәм өй эштәренә — бүлә белергә өйрәтергә кәрәк. Шул саҡта «ләззәт» Алла Һүҙен «баҫып» китмәҫ (Лука 8:11—15).
22. Үҫмерҙең тормошонда күңел асыуҙан тыш тағы нимә мөһим урын алырға тейеш?
22 Сөләймән батша былай тигән: «Мин бындай һөҙөмтәгә килдем: кешеләр өсөн күңел асып һәм игелек ҡылып ғүмер итеүҙән яҡшыраҡ нәмә юҡ. Улар ашап-эсергә һәм тырыш хеҙмәттәренән ҡәнәғәтлек табырға тейеш. Был — Алла бүләге» (Вәғәзсе 3:12, 13). Эйе, күңел асыу — ул бар нәмәлә лә сама белеп ғүмер итеүҙең айырып алғыһыҙ бер өлөшө. Әммә тырыш хеҙмәт тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Бөгөн күп үҫмерҙәргә тырыш хеҙмәт килтерә алған ҡәнәғәтлек тойғоһо һәм ауырлыҡтарҙы еңеү һөҙөмтәһендә кисергән үҙ-үҙеңде хөрмәт итеү хисе таныш түгел. Ҡайһы бер үҫмерҙәрҙең киләсәктә үҙен тәьмин итер өсөн берәй һөнәр үҙләштерер йә оҫталыҡ үҫтерер өсөн мөмкинлектәре юҡ. Был ысынлап та ата-әсәләр өсөн ауыр мәсьәлә. Һеҙ балағыҙҙың ундай мөмкинлеге булһын өсөн хәстәрлек күрерһегеҙме? Әгәр һеҙ уны тырыш хеҙмәтте ҡәҙерләргә һәм хатта яратырға өйрәтә алһағыҙ, ул эшкә дөрөҫ ҡараш үҫтерә алыр, ә был уға ғүмер буйы файҙа килтерер.
ҮҪМЕР ТОРМОШ ЮЛЫНА АЯҠ БАҪА
Балағыҙға яратыу күрһәтегеҙ һәм рәхмәтбелдерегеҙ
23. Ата-әсәләр балаларын нисек дәртләндерә ала?
23 Үҫмер балағыҙ менән проблемалар тыуағанда ла, Изге Яҙмалағы «мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ» тигән һүҙҙәр хаҡ булып ҡала (1 Коринфтарға 13:8). Бер ваҡытта ла балағыҙға ҡарата яратыуығыҙҙы йәшермәгеҙ. Һәр ата-әсә үҙенән һораһын: «Балам проблемаларҙы йә ҡаршылыҡтарҙы уңышлы еңеп сыҡҡанда, мин уны маҡтайыммы? Балаларыма яратыуымды күрһәтеү, рәхмәтемде белдереү өсөн мөмкинлектәрҙе ысҡандырмайыммы?» Әлбиттә, ҡайһы берҙә аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығырға мөмкин, шулай ҙа үҫмер яратыуығыҙға шикләнмәһә, ул да, моғайын, һеҙгә яратыу менән яуап ҡайтарыр.
24. Баланы тәрбиәләүҙә ниндәй принцип менән эш итергә һәм шул уҡ ваҡытта нимәне иҫтә тоторға кәрәк?
24 Әлбиттә, ҙурайған һайын балалар яйлап үҙҙәре мөһим ҡарарҙар ҡабул итә башлай. Ҡайһы саҡта уларҙың ҡарарҙары ата-әсәләренә оҡшамаҫҡа ла мөмкин. Мәҫәлән, балағыҙ Йәһүә Аллаға бүтән хеҙмәт итергә теләмәһә, нишләргә? Ундай хәл булғылай. Хатта Йәһүәнең ҡайһы бер рухи улдары ла, уның кәңәшен кире ҡағып, уға ҡаршы фетнә күтәргән (Башланмыш 6:2; Йәһүҙә 6). Балалар — компьютер түгел, уларҙы үҙебеҙ теләгәнсә эшләтеп булмай. Уларҙың да һайлау иреге бар, шуға күрә ҡабул иткән ҡарарҙары өсөн Йәһүә алдында улар үҙҙәре яуаплы. Шулай ҙа Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6-ла яҙылған кәңәш принцип булып яңғырай: «Баланы тәрбиәләп, дөрөҫ юлға баҫтыр. Ул ҡартайғас та, унан ситкә тайпылмаҫ».
25. Бала тәрбиәләү хөрмәте өсөн ата-әсәләр Йәһүәгә рәхмәтле булыуын нисек күрһәтә ала?
25 Шулай итеп, яратыуығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Балаларҙы Изге Яҙмалағы принциптар буйынса тәрбиәләр өсөн бөтә көсөгөҙҙө һалығыҙ. Аллаға оҡшаған сифаттар сағылдырып, уларға үрнәк күрһәтегеҙ. Шулай эшләп, һеҙ балағыҙҙы Алланы ихтирам иткән яуаплы кеше итеп үҫтерерһегеҙ. Ата-әсә булыу хөрмәте — Алланың бүләге, һәм баланы тейешле рәүештә тәрбиәләп, ата-әсәләр Йәһүәне данлай.