УН ИКЕНСЕ БҮЛЕК
Ғаиләгеҙ кисергән ауырлыҡтарҙы еңә алаһығыҙ
1. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә ниндәй йәшерен проблемалар бар?
ИҪКЕ машинаны яңы ғына йыуып, ялтыратып ҡуйғандар. Үтеп барыусыларға был машина өр яңы һымаҡ күренә. Әммә машина тышҡы яҡтан ялтырап торһа ла, эстә ул тутыҡ. Ҡайһы бер ғаиләләр менән дә ошоға оҡшаш хәл булырға мөмкин. Тыштан ҡарағанда барыһы ла яҡшы һымаҡ, ләкин йылмайыу аҫтына кешеләр ҡурҡыу хисен һәм йән әрнеүен йәшерә. Өйҙөң ябыҡ ишектәре артында ғаиләнең именлеген «тут кимерә». Тут машинаны ашаған шикелле, ғаиләне ике проблема — эскелек һәм көс ҡулланыу — эстән емерә.
ЭСКЕЛЕК КИЛТЕРГӘН ЗЫЯН
2. а) Иҫерткес эсемлектәр эсеүгә Изге Яҙманың ҡарашы ниндәй? б) Алкоголизм нимә ул?
2 Изге Яҙма саманы белеп эсеүҙе тыймай, ә бына эскелекте хөкөм итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:20, 21; 1 Коринфтарға 6:9, 10; 1 Тимофейға 5:23; Титҡа 2:2, 3). Әммә алкоголизм — ул эскелек кенә түгел, ул — ауырыу, иҫерткес эсемлектәргә хроник әүәҫлек. Алкоголизм менән ауырыған кеше сама белмәй эсә. Ололар ҙа, хатта балалар ҙа, алкоголик булып китергә мөмкин.
3, 4. Кешенең алкоголизм менән ауырыуы яҡындарына нисек тәьҫир итә?
3 Иҫерткес эсемлектәрҙе сама белмәйенсә эсеү ғаиләләге тыныслыҡты ҡаҡшата, тип Тәүратта борондан уҡ яҙылған булған (Ҡанун 21:18—21). Эскелек бөтә ғаиләгә зыян килтерә. Ҡатын, бөтә көсөн һалып, иренең эсеүен туҡтатырға һәм уның кинәт үҙгәреп торған тәртибе менән көрәшергә тырышаa. Ул иҫерткес эсемлектәрҙе йәшерергә маташа, уларҙы түгә, иренең аҡсаһын йәшерә, уны ғаиләһенә, үҙ ғүмеренә һәм хатта Аллаға яратыу күрһәтергә саҡыра, әммә эскесе ир эсеүен дауам итә. Иренең эсеүен туҡтатырға тырышыуы бушҡа ғына икәнен күреп, ҡатындың күңеле һүрелә һәм ул үҙен бер нигә лә яраҡһыҙ тип хис итә башлай. Уны ҡурҡыу, асыу, ярһыу, хәүефләнеү, үҙ-үҙен хөрмәт итмәү һәм ғәйепле тойоу яфаларға мөмкин.
4 Атай-әсәйҙең алкоголизм менән ауырыуы балаларына ла ҙур йоғонто яһай. Ҡайһы бер балаларға ҡарата көс ҡулланыла, башҡалары иһә енси көсләүгә дусар була. Атаһы йә әсәһенең алкоголик булыуында балаларҙың хатта үҙҙәрен ғәйепләүе ихтимал. Алкоголиктың ҡылығы ҡаршылыҡлы булыу арҡаһында балалар йыш ҡына кешеләргә ғөмүмән ышанысын юғалта. Өйҙә нимә булғанын башҡаларға һөйләргә оялып, балалар үҙ тойғоларын баҫырға өйрәнеп китә, ә был иһә, үҙ сиратында, уларҙың һаулығына насар тәьҫир итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:22). Үҫеп еткәс тә ундай балалар йыш ҡына үҙ көсөнә ышанмай һәм уларға үҙ-үҙен хөрмәт итеү ауыр.
ҒАИЛӘ НИМӘ ЭШЛӘЙ АЛА?
5. Алкоголизм менән нисек көрәшергә, һәм ни өсөн был еңел түгел?
5 Күп тикшеренеүселәр, алкоголизмды дауалап булмай, тип һанай. Әммә уларҙың күбеһе шуның менән ризалаша: эскесе, иҫерткес эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартып, үҙенең хәлен ниндәйҙер дәрәжәлә яҡшырта ала. (Матфей 5:29 менән сағыштырығыҙ.) Ләкин эскесене ярҙам ҡабул итергә күндерергә кәрәк, тип әйтеү еңел, әммә быны эшләү ауыр, сөнки йыш ҡына ундай кеше үҙен эскесе тип һанамай. Быға ҡарамаҫтан, яҡындары үҙ тормоштарына алкоголиктың тәьҫирен еңер өсөн саралар күрһә, алкоголик үҙ проблемаһын аңлай башларға мөмкин. Эскеселәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙә ҙур тәжрибәһе булған бер табип былай ти: «Минеңсә, яҡындары өсөн иң мөһиме — үҙҙәренең көнкүреш эштәре менән бер нигә ҡарамай артабан да мәшғүл булыу. Ул саҡта эскән кеше башҡа ғаилә ағзаларынан ни тиклем айырылып торғанын күреп торор».
6. Ғаиләлә эскесе булһа, иң яҡшы кәңәштәрҙе ҡайҙан табып була?
6 Әгәр ҙә ғаиләгеҙҙә эскесе булһа, Алла тарафынан рухландырылған кәңәштәр һеҙгә тормошто мөмкин булғанса уңышлы алып барырға ярҙам итер (Ишағыя 48:17; 2 Тимофейға 3:16, 17). Әйҙәгеҙ, күп ғаиләләргә ярҙам иткән бер нисә принципты ҡарап сығайыҡ.
7. Ғаиләлә эскесе булһа, быға кем ғәйепле?
7 Барыһына ла үҙегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ. Инжилдә: «Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш» һәм «һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ», — тип яҙылған (Галаттарға 6:5; Римдарға 14:12). Эскесе, ғаилә ағзаларын ғәйепләп, былай тиергә мөмкин: «Һеҙ минең менән яҡшыраҡ мөғәмәлә итһәгеҙ, эсмәҫ инем». Башҡаларҙың уның менән ризалашыуы эскесене артабан да эсергә этәрер генә. Әммә килеп тыуған шарттар йә башҡа кешеләрҙең эштәре арҡаһында ғазап сикһәк тә, беҙ барыбыҙ ҙа, шул иҫәптән, эскеселәр ҙә, үҙ эштәребеҙ өсөн үҙебеҙ яуаплы. (Филиптарға 2:12 менән сағыштырығыҙ.)
8. Эскесегә эсеүенең эҙемтәләрен татырға ярҙам итер өсөн, ниндәй мөмкинлектәр бар?
8 Эскесене эсеүенең эҙемтәләренән ҡурсаламағыҙ. Изге Яҙмала тиҙ ҡыҙыусан кеше тураһында бындай ғибрәтле һүҙҙәр бар: «Уны бер ҡотҡарырға тырышһаң, гел ҡотҡарырға тура килер» (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:19). Был һүҙҙәрҙе эскән кешегә лә ҡулланып була. Эсеүенең эҙемтәләрен ул үҙе татыһын: үҙе артынан йыйыштырһын, иртән айнығас, начальнигына шылтыратып, барыһын да аңлатһын.
9, 10. Ғаиләлә эскесе булһа, ни өсөн ғаилә ағзалары ярҙамдан баш тартмаҫҡа тейеш, һәм улар айырыуса кемгә мөрәжәғәт итә ала?
9 Башҡаларҙың ярҙамын ҡабул итегеҙ. Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17-лә: «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була», — тип әйтелә. Ғаиләлә эскесенең булыуы — ул ҙур бәлә. Һеҙ ярҙамға мохтаж. Шуға дуҫтарығыҙҙың ярҙамына таянырға оялмағыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:24). Бәләгеҙҙе аңлаған йә үҙе шундай хәлгә эләккән кеше менән уртаҡлашып, һеҙ ғәмәли кәңәштәр алырһығыҙ, нимә эшләргә, ә нимә эшләмәҫкә кәрәк икәнен белерһегеҙ. Әммә проблемағыҙ менән бүлешкәндә, аҡыллы эш итегеҙ. Үҙегеҙ ышанған һәм сер һаҡлай белгән кеше менән генә һөйләшегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:13).
10 Йыйылыш өлкәндәренә ышанырға өйрәнегеҙ. Йыйылыш өлкәндәре ысын ярҙам сығанағы булып тора. Рухи яҡтан етлеккән был ир-аттар Алла Һүҙен яҡшы белә һәм уның принциптарын ҡулланыуҙа тәжрибә туплаған. Улар ысындан да «елдән йәшеренер урын кеүек, дауыллы ямғырҙан һыйыныр урын кеүек», «һыуһыҙ ерҙә һыу ташҡынындай һәм ҡоро ерҙә ҙур ҡая таштың күләгәһеләй» (Ишағыя 32:2). Өлкәндәр йыйылышты тулайым алғанда зыянлы йоғонтонан яҡлай, шул уҡ ваҡытта улар ауырлыҡтар менән осрашҡан һәр бер ҡәрҙәшкә эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, йыуата һәм нығыта. Уларҙың ярҙамынан тулыһынса файҙаланығыҙ.
11, 12. Эскесенең ғаиләһенә кем иң яҡшы ярҙам күрһәтә ала, һәм ундай ярҙамды нисек алып була?
11 Иң мөһиме — Йәһүәнән көс алығыҙ. Зәбурҙа бындай йылы һүҙҙәр яҙылған: «Йәһүә яралы күңеллеләргә яҡын, рухы һынғандарҙы ул ҡотҡара» (Зәбур 34:18). Әгәр ҙә эскесе арҡаһында күңелегеҙ яралы, ә рухығыҙ һынған икән, Йәһүә янығыҙҙа икәнен онотмағыҙ (Зәбур 34:18). Ул ғаиләгеҙгә ни тиклем ауыр икәнен аңлай (1 Петр 5:6, 7).
12 Борсолоуҙар менән көрәшергә һеҙгә шулай уҡ Йәһүә Һүҙендә яҙылғандарға ышаныу ярҙам итер (Зәбур 130:3, 4; Матфей 6:25—34; 1 Яхъя 3:19, 20). Алла Һүҙен өйрәнеп, уның принциптары буйынса йәшәп, һеҙ Алланың рухын алырһығыҙ, ә ул, һеҙгә көндәлек ауырлыҡтарҙы еңер өсөн, «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» бирерb (2 Коринфтарға 4:7).
13. Күп ғаиләләр тағы ниндәй ауырлыҡтан интегә?
13 Иҫерткес эсемлектәрҙе самаһын белмәй эсеү көс ҡулланыуға килтерә, һәм шул арҡала күп ғаиләләр интегә.
ҒАИЛӘЛӘ КӨС ҠУЛЛАНЫУ КИЛТЕРГӘН ҒАЗАПТАР
14. Көс ҡулланыу ҡасан башланған, һәм бөгөнгө көндә был хаҡта нимә әйтеп була?
14 Әҙәм менән Һауаның улы Ҡабил үҙенең энеһе Һабилды үлтергән. Был кешелек тарихында ғаиләләге иң тәүге көс ҡулланыу осрағы булараҡ билдәле (Башланмыш 4:8). Шунан бирле кешеләр көс ҡулланыуҙың ниндәй генә төрөн татымай. Ирҙәр ҡатындарын туҡмай, ҡатындар ирҙәренә ҡул күтәрә, ата-әсәләр — бәләкәй балалары менән, ә оло йәштәге балалар ата-әсәләре менән ҡаты мөғәмәлә итә.
15. Көс ҡулланыу ғаилә ағзаларына эмоциональ яҡтан нисек тәьҫир итә?
15 Ғаиләлә көс ҡулланыу килтергән ғазаптар тән яралары менән генә сикләнмәй. Иренән туҡмалып йәшәгән бер ҡатын былай тип һөйләй: «Һәр ваҡыт ғәйеп хисе һәм оялыу менән көрәшергә тура килә. Һәр иртә тиерлек, был тик ҡурҡыныс төш кенә булды, тип өмөтләнеп, торорға ҡурҡып ятаһың». Ғаиләлә көс ҡулланыуҙы күргән йә уны үҙ елкәһендә татыған балалар үҫеп етеп ғаилә ҡорғас, үҙҙәре лә көс ҡулланырға мөмкин.
16, 17. Эмоциональ баҫым үҙ эсенә нимәне ала, һәм ул ғаилә ағзаларына нисек тәьҫир итә?
16 Ғаиләлә көс ҡулланыу ҡул күтәреү менән генә сикләнмәй. Йыш ҡына кешеләр бер-береһенә ауыр һүҙҙәр менән «һөжүм итә». Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18-ҙә: «Уйламайынса әйтелгән һүҙ ҡылыстай яралай, ә аҡыллының теле дауалай», — тиелгән. Бында һүҙ көс ҡулланыу тураһында бара. «Яралау» тигән һүҙ шулай уҡ мыҫҡыллау һәм ҡысҡырыуҙы, өҙлөкһөҙ тәнҡитләүҙе, кәмһетеүҙе һәм янауҙы үҙ эсенә ала. Ә күңел яралары иһә йыш ҡына башҡаларға күренмәй.
17 Эйе, ҡайһы бер ғаиләләрҙә баланы өҙлөкһөҙ тәнҡитләйҙәр, кәмһетәләр, уның аҡыл һәләтен түбән баһалайҙар. Баланың ундай эмоциональ баҫым аҫтында булыуын күреү айырыуса ҡыҙғаныс, сөнки ул саҡта бала үҙенә ышанғанлыҡты юғалта. Эйе, балалар төҙәтеүгә мохтаж, әммә Инжилдә атайҙарға бындай кәңәш бирелә: «Балаларығыҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһен өсөн, уларҙы рәнйетмәгеҙ» (Колосстарға 3:21).
НИСЕК КӨС ҠУЛЛАНЫУҒА ЮЛ ҠУЙМАҪҠА?
18. Көс ҡулланыу ҡайҙа ярала, һәм Изге Яҙма был теләкте еңергә нисек ярҙам итә?
18 Көс ҡулланыу йөрәктә һәм уйҙа тыуа; нисек уйлайбыҙ шулай эш итәбеҙ (Яҡуб 1:14, 15). Көс ҡулланыу теләген еңер өсөн, фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртергә кәрәк (Римдарға 12:2). Был мөмкинме һуң? Эйе. Алла Һүҙе кешене үҙгәртә ала. Ул хатта нығытмалар шикелле ҡаҡшамаҫ булған ҡараштарҙы емерергә һәләтле (2 Коринфтарға 10:4, ЯДТ; Еврейҙарға 4:12). Изге Яҙмалағы теүәл белем кешегә тулыһынса үҙгәрергә ярҙам итә ала, хатта ундай кеше тураһында, ул «яңы кешегә» әйләнгән, тиергә була (Ефестарға 4:22—24; Колосстарға 3:8—10).
19. Мәсихсе ир йә ҡатын тормош иптәше менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш?
19 Тормош иптәшеңә ҡарата мөнәсәбәт. «Ирҙәр үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш. Ҡатынын яратҡан ир үҙен ярата», — тип әйтелә Алла Һүҙендә (Ефестарға 5:28). Изге Яҙма шулай уҡ ирҙе, ҡатынының «көсһөҙ зат икәнен иҫкә алып», уға иғтибарлы булырға өндәй (1 Петр 3:7). Ҡатын иһә, ирен яратырға һәм хөрмәт итергә тейеш (Титҡа 2:4, 5; Ефестарға 5:33). Ысындан да, Алланан ҡурҡып йәшәгән ир үҙенең ҡатынын туҡмаһа йәиһә һүҙ менән рәнйетһә, нисек инде ул: «Мин ҡатынымды яратам», — тип әйтә алһын? Шулай уҡ берәй ҡатын иренә тауыш күтәрһә, уны мыҫҡыллаһа йә гел һуҡранып йөрөһә, ул ирен ярата һәм хөрмәт итә, тип әйтеп буламы ни?
20. Ата-әсәләр балалар өсөн кем алдында яуаплы һәм ни өсөн балаларына юғары талаптар ҡуйырға тейеш түгел?
20 Балаларға дөрөҫ ҡараш. Балалар ата-әсәнең яратыуына һәм иғтибарына мохтаж да, лайыҡ та. Зәбурҙа балалар, «Йәһүәнән килгән мираҫ» һәм «бүләк», тип атала (Зәбур 127:3). Ата-әсәләр был мираҫ өсөн Йәһүә алдында яуаплы: улар балалары хаҡында ҡайғыртырға тейеш. Изге Яҙмала, балаларға «сабыйҙарса эшләү» һәм «аҡылһыҙлыҡ» хас, тип әйтелә (1 Коринфтарға 13:11; Ғибрәтле һүҙҙәр 22:15). Шуға күрә балалары аҡылһыҙ эш иткәндә, ата-әсәләр аптырарға тейеш түгел. Балалар ололар һымаҡ түгел, шуға күрә ата-әсәләр һәр ваҡыт уларҙың йәшен, үҫкән мөхитен һәм һәләттәрен иҫәпкә алырға тейеш. (Башланмыш 33:12—14-те ҡарағыҙ.)
21. Алла оло йәштәге ата-әсәләргә ҡарата ниндәй мөғәмәләне хуплай?
21 Оло йәштәге ата-әсәләргә дөрөҫ ҡараш. Тәүратта: «Сал сәсле алдында тороп баҫ һәм өлкән кешене хөрмәт ит», — тиелә (Левиттар 19:32). Шулай итеп, Алла ҡануны оло йәштәгеләрҙе ихтирам итергә һәм ололарға өйрәткән. Әммә оло йәштәге ата-әсәләр ауырыһа, артыҡ талапсан булып күренһә, тиҙ уйлай йә тиҙ ҡыбырлай алмаһа, быны эшләү еңел булмаҫҡа мөмкин. Шулай ҙа Изге Яҙмала балаларға «ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап бире[ргә]» тигән әмер бирелә (1 Тимофейға 5:4). Ә был, үҙ сиратында, ата-әсәләргә хөрмәт күрһәтеүҙе, бәлки, ҡайһы саҡта матди яҡтан тәьмин итеүҙе лә аңлата. Оло йәштәге ата-әсәгә ҡарата көс ҡулланыу йә башҡа яҡтан уларҙы рәнйетеү Изге Яҙма өйрәткәндәргә ҡаршы килә.
22. Ғаиләлә көс ҡулланыу проблемаһын еңергә ниндәй сифат ярҙам итә, һәм уны нисек үҫтереп була?
22 Үҙ-үҙегеҙҙе ҡулда тоторға өйрәнегеҙ. «Ахмаҡ кеше бөтә хистәрен тышҡа сығара, ә зирәк үҙ тойғоларын йүгәнләй белә», — тиелә Изге Яҙмала (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:11). Хистәрҙе нисек йүгәнләп була? Өмөт өҙөлөү арҡаһында тыуған хистәрҙе эстә йыйып йөрөү урынына, ауырлыҡтарҙы кисекмәҫтән хәл итегеҙ (Ефестарға 4:26, 27). Әгәр хистәрегеҙҙе йүгәнләй алмауығыҙҙы тойһағыҙ, китә һалыу яҡшыраҡ булыр. Үҙ-үҙеңде тота белергә өйрәнер өсөн, Аллаға доға ҡылып, изге рух һорағыҙ (Галаттарға 5:22, 23). Саф һауала бер аҙ йөрөп алыу йә физик күнегеүҙәр яһау һеҙгә хис-тойғоларығыҙҙы йүгәнләргә ярҙам итер (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:14, 27). «Ярһырға ашыҡмаҫ» өсөн, бөтә тырышлығығыҙҙы һалығыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:29).
АЙЫРЫЛЫШЫРҒА ЙӘ БЕРГӘ ҠАЛЫРҒАМЫ?
23. Тормош иптәшенә йә балаларына ҡул күтәреп, ҡат-ҡат ярһыуға бирелгән һәм тәүбә итмәгән кеше менән мәсихселәр йыйылышы нисек эш итә?
23 Инжилдә «дошманлашыу, ыҙғыш... ярһыу» Алла хөкөм иткән эштәр менән бер рәттән иҫкә алына, һәм «бындай юлға баҫыусылар Алла батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ», тип әйтелә (Галаттарға 5:19—21). Шуға күрә үҙен мәсихсе тип һанаған, әммә ҡат-ҡат ярһыуға бирешкән, бәлки, тормош иптәшенә йә балаларына ҡул күтәргән һәм тәүбә итмәгән кеше мәсихселәр йыйылышынан сығарылырға мөмкин. (2 Яхъя 9, 10 менән сағыштырығыҙ.) Ул саҡта йыйылыш аяуһыҙ кешеләр йоғонтоһонан азат була (1 Коринфтарға 5:6, 7; Галаттарға 5:9).
24. а) Тормош иптәшенән туҡмалып йәшәгән кеше ниндәй ҡарар ҡабул итә ала? б) Ғаиләлә көс ҡулланыуға дусар булған кешегә дуҫтар һәм өлкәндәр нисек ярҙам итә ала, һәм шул уҡ ваҡытта улар нимәнән һаҡ булырға тейеш?
24 Ә тормош иптәшегеҙ һеҙҙе ҡаты туҡмаһа һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрергә теләмәһә, нимә эшләргә? Ҡайһы берәүҙәр аяуһыҙ тормош иптәше менән йәшәүен дауам итә, һәм быға төрлө сәбәптәр булырға мөмкин. Башҡалар иһә, физик, психик йә рухи һаулығы, ә ҡайһы саҡта ғүмере, ҡурҡыныс аҫтында булғанға, тормош иптәшенән китергә ҡарар итә. Көс ҡулланыу ҡорбаны булған кеше ниндәй генә һайлау яһаһа ла, ҡарары өсөн Йәһүә алдында үҙе яуаплы (1 Коринфтарға 7:10, 11). Дуҫтар, туғандар йә мәсихсе өлкәндәр иң яҡшы ниәттәрҙән сығып, кәңәштәр бирергә, ярҙам тәҡдим итергә мөмкин, әммә үҙ фекерен тағырға тейеш түгел. Был — уның шәхси ҡарары (Римдарға 14:4; Галаттарға 6:5).
ҒАЗАПТАР ЮҠ ИТЕЛӘСӘК
25. Йәһүәнең ғаиләгә ҡарата ниәте ниндәй булған?
25 Йәһүә Алла Әҙәм менән Һауаны никахта берләштергәндә, уның ниәте буйынса, ғаиләне алкоголизм һәм көс ҡулланыу һымаҡ проблемалар емерергә тейеш булмаған (Ефестарға 3:14, 15). Ғаиләлә яратыу һәм тыныслыҡ хөкөм һөрөргә тейеш. Һәр береһе башҡаларҙың аҡыл, эмоциональ һәм рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғыртырға тейеш. Әммә кешеләрҙең гонаһлы булып китеүе арҡаһында ғаилә тормошо тиҙ арала насарланған. (Вәғәзсе 8:9 менән сағыштырығыҙ.)
26. Йәһүәнең талаптары буйынса йәшәргә тырышҡан кешеләрҙе ниндәй киләсәк көтә?
26 Бәхеткә ҡаршы, Йәһүәнең ғаиләгә ҡарата ниәте үҙгәрмәгән. Ул беҙгә тыныс яңы донъя вәғәҙә итә. Унда кешеләр «именлектә йәшәр, һәм уларҙы һис кем ҡурҡытмаҫ» (Йәзәкил 34:28). Һәм шул иҫ киткес ваҡытта алкоголизм, көс ҡулланыу һәм ғаиләне емергән башҡа проблемалар ҡурҡыныс төш һымаҡ үтеп китер. Кешеләр ҡурҡыу хисен йә ғазапланыуын йәшерер өсөн түгел, ә «сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек[тән]» йылмаясаҡ (Зәбур 37:11).
a Был бүлектә килтерелгән принциптар алкоголизм менән ауырыған ирҙәргә лә, ҡатындарға ла ҡарата ҡулланырлыҡ.
b Ҡайһы бер илдәрҙә алкоголиктарға һәм уларҙың ғаиләһенә ярҙам итер өсөн дауаханалар, үҙәктәр һәм реабилитация программалары бар. Бындай ярҙамды алырғамы, юҡмы — кеше үҙе хәл итергә тейеш. Йәһүә шаһиттары дауалауға ҡағылышлы кәңәш бирмәй. Ләкин ярҙам эҙләгән ваҡытта, Изге Яҙманың принциптарына ҡаршы килгән эштәрҙә ҡатнашмаҫ өсөн, иғтибарлы булырға кәрәк.