УН АЛТЫНСЫ БҮЛЕК
Иблискә һәм уның мәкерле эштәренә ҡаршы тороғоҙ
«Иблискә ҡаршы тороғоҙ, һәм ул һеҙҙән ҡасасаҡ» (ЯҠУП 4:7).
1, 2. Һыуға сумдырылыу кемгә шатлыҡ килтерә?
ҺИН Йәһүәгә инде күп йылдар хеҙмәт итәһеңме? Улайһа, Йәһүә Шаһиттарының конгрестарында һыуға сумдырылыу тураһындағы телмәрҙе күп тапҡыр ишеткәнең барҙыр. Ләкин һәр бер осраҡта, алғы рәттәрҙә ултырыусылар тороп һорауҙарға яуап биргәндә, һин еңелсә генә тулҡынланып китәһеңдер. Конгрестағы башҡа кешеләр ҙә быға оҡшаш хистәр кисерә һәм шатланып ҡул саба. Йәһүә яғына баҫыр өсөн һыуға сумдырылыу үтәсәк был ҡәҙерле кешеләрҙе күргәндә, һинең күҙҙәрең йәш менән тулалыр. Ысынлап та, шатлыҡлы миҙгелдәр!
2 Беҙ ундай ваҡиғаларҙы йылына бер нисә тапҡыр ғына күрһәк, фәрештәләр уны күпкә күберәк тапҡыр күрә. Һәр аҙна бөтә донъя буйынса Йәһүә ойошмаһының ерҙәге өлөшөнә меңләгән кеше ҡушыла. Бындай осраҡтарҙа күктәрҙә ҙур шатлыҡ кисерәләр! (Лука 15:7, 10) Фәрештәләрҙе ундай үҫеш, һис шикһеҙ, ҡыуандыра! (Аггей 2:7)
ИБЛИС «ҮКЕРЕҮСЕ АРЫҪЛАН КЕҮЕК» ЙӨРӨЙ
3. Ни өсөн Шайтан «үкереүсе арыҫлан кеүек» йөрөй, һәм ул нимә эшләргә теләй?
3 Әммә ҡайһы бер рухи заттар ундай ваҡиғаға асыу тулы ҡараш менән ҡарай. Был боҙоҡ донъяны кире ҡаҡҡан меңләгән кешеләрҙе күреп, Шайтан менән ендәрҙең асыуҙары сыға. Сөнки Шайтан маҡтанып, бер кеше лә Йәһүәне ысын күңелдән яратҡанға, уға хеҙмәт итмәйәсәк һәм ауыр һынауҙарҙа бер кем дә тоғро булып ҡалмаясаҡ, тип раҫлаған булған. (Әйүп 2:4, 5 уҡы.) Кеше үҙен Йәһүәгә бағышлағанда, Шайтандың ялғансы булыуын күрһәтә. Һәр аҙна меңләгән тапҡыр уның яңағына сәпәйҙәр тип әйтеп була. Шуға күрә уның, «үкереүсе арыҫлан кеүек, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөүенә» аптырайһы юҡ! (1 Петер 5:8) Был «арыҫландың» беҙгә зыян килтергеһе һәм хатта Алла менән мөнәсәбәттәребеҙҙе өҙөп, беҙҙе рухи яҡтан йотҡоһо килә (Мәҙхиә 7:2, 3; 2 Тимутегә 3:12).
Кеше үҙен Йәһүәгә бағышлап, һыуға сумдырылыу үткәндә, Шайтандың ялғансы булыуын күрһәтә
4, 5. а) Йәһүә Шайтанға ниндәй яҡтарҙан сиктәр ҡуйған? б) Ысын мәсихсе нимәлә шикләнмәҫкә тейеш?
4 Беҙгә ҡаршы аяуһыҙ дошман торһа ла, ҡурҡыуҙан ҡалтырап тораһы юҡ. Ни өсөн? Сөнки Йәһүә был «үкереүсе арыҫланға» ике мөһим яҡтан сиктәр ҡуйған. Беренсенән, Йәһүә, «бихисап күп» ысын мәсихсе яҡынлашып килгән «бөйөк афәт» ваҡытында иҫән ҡаласаҡ, тип пәйғәмбәрлек иткән булған (Асыш 7:9, 14). Ә Алланың пәйғәмбәрлектәре һәр ваҡыт үтәлә. Шуға күрә хатта Шайтан да белә: ул бер ҡасан да Алланың бөтә хеҙмәтселәрен үҙенең тоҙағына эләктерә алмаясаҡ.
5 Алланың Шайтанды икенсе яҡтан сикләгәне боронғо заманда йәшәгән Азария пәйғәмбәрҙең һүҙҙәренән күренә. Алланың был тоғро хеҙмәтсеһе Аса батшаға: «Йәһүә менән булһағыҙ, ул да һеҙҙең менән булыр», — тигән мөһим хәҡиҡәтте әйткән (2 Йылъяҙма 15:2; 1 Көринттәргә 10:13 уҡы). Боронғо хеҙмәтселәрҙең күп кенә миҫалдары шуны күрһәтә: Шайтан һис ҡасан да Йәһүәгә яҡын булып ҡалған кешене йота алмаған (Еврейҙарға 11:4—40). Бөгөн дә Алла менән яҡын мөнәсәбәттәре булған мәсихселәр Иблискә ҡаршы тора ала һәм хатта уны еңеп сыға ала. Алла Һүҙендә: «Иблискә ҡаршы тороғоҙ, һәм ул һеҙҙән ҡасасаҡ», — тигән һүҙҙәр яҙылған (Яҡуп 4:7).
БЕҘ «ЯУЫЗ РУХИ КӨСТӘРГӘ ҠАРШЫ КӨРӘШӘБЕҘ»
6. Шайтан һәр бер мәсихсе менән нисек көрәшә?
6 Шайтан рухи һуғышта еңә алмай. Шулай ҙа берәй кеше уяу тормаһа, ул уны йота ала. Шайтан шуны белә: беҙҙе йотор өсөн, уға Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе ҡаҡшатырға кәрәк. Бының өсөн ул нимә эшләй? Ул һәр беребеҙгә айырым рәүештә ярһыуланып, хәйләләр ҡороп һөжүм итә. Әйҙәгеҙ, уның төп алымдарын ҡарап сығайыҡ.
7. Ни өсөн Шайтан Йәһүәнең хеҙмәтселәренә ярһыуланып һөжүм итә?
7 Ярһыулы һөжүмдәр. «Бөтөн донъя Яуыздың хакимлығы аҫтында тора», — тип яҙған илсе Яхъя (1 Яхъя 5:19). Был һүҙҙәрҙә бөтә ысын мәсихселәр өсөн киҫәтеү яңғырай. Шайтан кешелектең был яуыз донъяһын тулыһынса йотҡан инде, шуға күрә хәҙер уның ярһыулы һөжүмдәренең төп маҡсаты — уға буйһонмаған Йәһүә халҡы (Михей 4:1; Яхъя 15:19; Асыш 12:12, 17). Ваҡыты әҙ ҡалғанын белгәнгә, Шайтан көслө ярһыу менән, тағы ла нығыраҡ баҫым яһап, ҡотороноп йөрөй һәм Алла менән мөнәсәбәттәребеҙҙе боҙор өсөн ахырғы тырышлыҡтарын һала.
8. Беҙ яуыз рухи көстәргә «ҡаршы көрәшәбеҙ» тип әйтеп, Паул нимәне күҙ уңында тотҡан?
8 Һәр беребеҙ менән айырым көрәшеү. Илсе Паул имандаштарын, беҙ «күктәрҙәге яуыз рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ», тип киҫәткән (Эфестарға 6:12). «Көрәшәбеҙ» тип тәржемә ителгән грек һүҙе йөҙгә-йөҙ һуғышыуҙы аңлата. Шулай итеп Паул шуға баҫым яһаған: һәр бер мәсихсе яуыз рухтар менән көрәшә. Беҙ йәшәгән илдә яуыз рухтарға ышаналармы-юҡмы, һәр хәлдә шуны онотмайыҡ: үҙебеҙҙе Йәһүәгә бағышлағанда, беҙ көрәш майҙанына сығабыҙ тип әйтеп була. Һәр мәсихсе был көрәштә кәм тигәндә бағышланыуынан алып ҡатнаша башлай. Шуға күрә Паул Эфестағы мәсихселәрҙе, «ҡаршы тороғоҙ» һәм «ныҡ тороғоҙ», тип өндәгән (Эфестарға 6:11, 13, 14).
9. а) Ни өсөн Шайтан һәм уның ендәре төрлө хәйләләр ҡуллана? б) Ни өсөн Шайтан беҙҙең фекер йөрөтеүебеҙҙе боҙорға тырыша, һәм беҙ уның тырышлыҡтарына нисек ҡаршы тора алабыҙ? («Шайтандың хәйләләренән һаҡлан!» тигән рамканы ҡара.) в) Беҙ ниндәй тоҙаҡҡа иғтибар итәсәкбеҙ?
9 Хәйләләр ҡороу. Паул мәсихселәрҙе Шайтандың «мәкерле эштәренә» ҡаршы торорға саҡырған (Эфестарға 6:11). Иғтибар ит: Паул «эш» тип түгел, ә «эштәр» тип әйтә. Яуыз рухтар бер генә хәйлә түгел, ә төрлө хәйләләрҙе ҡулланып, уңыштарға ирешә. Ҡайһы бер мәсихселәр ауырлыҡтарҙың бер төрөнә ҡаршы тора алһа ла, башҡа төрлө ауырлыҡтарға бирешкән. Шуға күрә Иблис менән ендәр беҙҙең йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы белер өсөн, һәр беребеҙҙе иғтибар менән күҙәтеп тора. Шунан һуң улар был яҡтарҙы беҙгә рухи зыян килтерер өсөн ҡуллана. Әммә, бәхеткә ҡаршы, Иблис тоҙаҡтарының күбеһе Изге Яҙмаларҙа яҙылған, шуға күрә беҙ уларҙы беләбеҙ (2 Көринттәргә 2:11). Был китаптың алдағы бүлектәренән беҙ уның материализм, зыянлы аралашыу һәм әхлаҡһыҙлыҡ кеүек тоҙаҡтары тураһында белдек инде. Хәҙер, әйҙәгеҙ, уның тағы бер тоҙағына — спиритизмға — иғтибар итәйек.
СПИРИТИЗМДА ҠАТНАШЫУ — АЛЛАҒА ХЫЯНАТ ИТЕҮ
10. а) Спиритизм нимә ул? б) Йәһүә спиритизмға нисек ҡарай, һәм һинең спиритизмға ҡарашың ниндәй?
10 Спиритизмда йәки ендәр тәьҫирендәге эштәрҙә ҡатнашып, кеше туранан-тура яуыз рухтар менән бәйләнешкә сыға. Спиритизмдың ҡайһы бер төрҙәре: күрәҙәлек итеү, сихырлау, әпсен уҡыу (өшкөрөү) һәм үлгәндәр менән һөйләшеү. Белгәнебеҙсә, Йәһүә спиритизмды «ерәнгес» эш тип һанай (Ҡанун 18:10—12; Асыш 21:8). Беҙ ҙә «яуызлыҡҡа ерәнеп ҡарарға» тейеш, шуға күрә яуыз рухи көстәр менән һөйләшеү — беҙҙең өсөн һис тә яраҡлы булмаған эш (Римлыларға 12:9). Ундай эштә ҡатнашыу беҙҙең күктәге Атабыҙға, Йәһүәгә, ниндәй әшәке хыянат булыр ине!
11. Ни өсөн Шайтан мәсихсене спиритизм менән бәйле эштәрҙә ҡатнаштыра алһа, еңеүгә ирешә тип әйтеп була? Миҫал килтер.
11 Спиритизм — Йәһүәгә хыянат итеү һәм ерәнгес эш. Тап ошо сәбәп арҡаһында Шайтан беҙҙе бындай эштә ҡатнаштырыр өсөн махсус тырышлыҡтар һала. Шайтан мәсихсене ендәр тәьҫирендәге эштәрҙә ҡатнаштыра алһа, ул еңеүсе булып сыға. Ни өсөн улай тип әйтеп була? Бер сағыштырыу килтерәйек. Берәй һалдатты үҙ армияһын ташлап, дошман яғына күсергә күндерә алһалар, дошман армияһының командиры өсөн был ҡыуаныс булыр ине. Ул был һалдатты, уның элекке командирын хурлыҡҡа төшөрөр өсөн, үҙ һуғыш трофейы итеп күрһәтеп йөрөр ине. Мәсихсе лә спиритизм менән шөғөлләнһә, үҙ теләге менән, белә тороп Йәһүәне ташлай һәм Шайтан яғына күсеп, уға буйһона башлай. Шайтан был хыянатсыны үҙенең һуғыш трофейы итеп күрһәтеп йөрөр ине, һәм был уның өсөн ҡыуаныс ҡына булыр ине! Берәйһебеҙ Иблистең еңеүсе булыуын теләр инеме? Әлбиттә, юҡ! Беҙ хыянатсы түгел.
БЕҘҘӘ ШИКТӘР ТЫУҘЫРЫР ӨСӨН, ШАЙТАН ҺОРАУҘАР КҮТӘРӘ
12. Шайтан спиритизмға ҡарашыбыҙҙы үҙгәртер өсөн, ниндәй алым ҡуллана?
12 Спиритизмды нәфрәт итһәк, Шайтан уның аша беҙгә зыян килтерә алмаясаҡ. Ләкин ул шуны аңлай: үҙ маҡсатына ирешер өсөн, уға беҙҙең фекер йөрөтөүебеҙҙе үҙгәртергә кәрәк. Ул быны нисек эшләй? Мәсихселәр «яҡшыны яман», ә «яманды яҡшы» тип һанай башлаһын өсөн, Шайтан төрлө ысулдар менән уларҙы аҙаштырырға тырыша (Ишағия 5:20). Бының өсөн ул үҙенең ваҡыт менән һыналған алымын ҡат-ҡат ҡуллана: шиктәр тыуҙырыр өсөн төрлө һорауҙар күтәрә.
13. Шайтан шиктәр тыуҙырыр өсөн һорауҙарҙы нисек ҡуллана?
13 Шайтан үткәндә был алымды нисек ҡулланған? Мәҫәлән, Эден баҡсаһында ул Һауаға бындай һорау биргән: «Был йәннәт баҡсаһында Алланың һеҙгә бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәүе ысынмы?» Ә Әйүп көндәрендә, фәрештәләр күктә йыйылғас, Шайтан: «Әллә Әйүп Алланан юҡҡа ғына ҡурҡып йәшәйме?» — тигән һорау күтәргән. Ғайсаның ерҙәге хеҙмәте башында Шайтан уға: «Әгәр ҙә һин Алла улы икән, был таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш», — тигән. Яҡынса алты аҙна алдараҡ Йәһүә: «Был минең яратҡан Улым, мин уны хуплайым», — тип әйткән булған, һәм Шайтан Ғайсаға өҫтәге һорауҙы биреп, Алланың был һүҙҙәренән көлгән (Башланмыш 3:1; Әйүп 1:9; Маттай 3:17; 4:3).
14. а) Шайтан спиритизмға ҡағылышлы ниндәй шиктәр тыуҙыра? б) Беҙ хәҙер нимә ҡарап сығасаҡбыҙ?
14 Спиритизмдың зыянлы булыуына шик тыуҙырыр өсөн, Иблис бөгөн дә быға оҡшаш хәйләне ҡуллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ҡайһы бер мәсихселәрҙә шик тыуҙыра алған. Улар спиритизмдың ҡайһы бер төрҙәре ысынлап та зыянлы булыуына шикләнә башлаған (2 Көринттәргә 11:3). Беҙ ундай кешеләргә үҙ фекер йөрөтөүҙәрен үҙгәртергә нисек ярҙам итә алабыҙ? Шайтан хәйләһе беҙгә лә зыян килтермәгәнме? Быны нисек белергә? Әйҙәгеҙ, Шайтан спиритизмға бәйле нәмәләр менән нәжесләгән тормоштоң ике өлкәһенә иғтибар итәйек. Был — күңел асыуҙар һәм сәләмәтлек тураһында ҡайғыртыу.
ШАЙТАН ТЕЛӘКТӘРЕБЕҘҘЕ ҺӘМ ИХТЫЯЖДАРЫБЫҘҘЫ ҠУЛЛАНА
15. а) Көнбайыш илдәрендә күптәрҙең спиритизмға ҡарашы ниндәй? б) Был донъяның спиритизмға ҡарашы ҡайһы бер мәсихселәргә нисек тәьҫир иткән?
15 Айырыуса Көнбайыш илдәрендә спиритизмдың төрҙәре, мәҫәлән, оккультизм, сихырлау һәм башҡалары — зыянһыҙ ғына бер шөғөл тигән ҡараш киң таралған. Фильмдар, китаптар, телетапшырыуҙар менән видеоуйындарҙа ендәр тәьҫирендәге эштәр ирмәк, интеллектуаль һәм зыянһыҙ итеп күрһәтелә. Оккультизм хаҡында фильмдар һәм китаптар шул тиклем киң таралған, уларҙы яратыусылар хатта үҙ клубтарын ойошторған. Шуныһы асыҡ: ендәр оккультизмды зыянһыҙ итеп күрһәтеүҙә ҙур уңыштарға ирешкән. Спиритизмға ҡарата бындай еңел ҡараш мәсихселәргә тәьҫир иткәнме? Ҡайһы берәүҙәрҙең фекер йөрөтөүҙәре үҙгәргән. Мәҫәлән, оккультизм менән бәйле фильм ҡарағандан һуң бер мәсихсе: «Был фильмды ҡараһам да, мин бит спиритизмда ҡатнашманым», — тигән. Ни өсөн ундай фекер йөрөтөү ҡурҡыныс?
16. Ни өсөн оккультизм менән бәйле күңел асыуҙы һайлау ҡурҡыныс?
16 Эйе, спиритизм менән бәйле берәй нәмә ҡарау һәм уның менән шөғөлләнеү араһында айырма бар, ләкин был уны ҡарау зыянһыҙ тигәнде аңлатмай. Ни өсөн? Алла Һүҙендә Шайтан һәм уның ендәре уйҙарыбыҙҙы уҡый алмай тип әйтеләa. Шуға күрә алдараҡ әйтелгәнсә, беҙҙең уйҙарыбыҙҙы белер өсөн һәм рухи яҡтан көсһөҙ яҡтарыбыҙҙы асыҡлар өсөн, яуыз рухтар беҙҙең эштәребеҙҙе, шул иҫәптән күңел асыуҙарҙың ниндәй төрҙәрен һайлауыбыҙҙы, иғтибар менән күҙәтеп тора. Мәсихсенең тәртибенән уға медиумдарға, өшкөрөүгә, енле кешеләрҙең ҡыланыуҙарына һәм быға оҡшаш башҡа эштәргә бәйле фильмдар ҡарау йәки китаптар уҡыу оҡшағаны күренһә, ул үҙенең көсһөҙ яғы тураһында ендәргә хәбәр итә. Һөҙөмтәлә ендәр был мәсихсе менән көрәшеүҙәрен тағы ла көслөрәк алып бара башлай: йомшаҡ яғын ҡулланып, уны «йығып һалғансы» көрәшәләр. Ысынлап та, ҡайһы берәүҙәр оккультизм асыҡ күрһәтелгән күңел асыуҙар арҡаһында үҙҙәре спиритизмды «татып ҡарарға» теләгән һәм, ахыр сиктә, уның менән шөғөлләнә башлаған. (Галаттарға 6:7 уҡы.)
17. Шайтан ауырыған мәсихсенең хәленән нисек файҙалана ала?
17 Шулай итеп Шайтан беҙҙең күңел асырға теләгебеҙҙән тыш, шулай уҡ сәләмәтлегебеҙ тураһында ҡайғыртыуға ихтыяжыбыҙҙы үҙ файҙаһына ҡуллана. Нисек итеп? Әйтәйек, мәсихсе дауаланыр өсөн күп тырышлыҡтар һалһа ла, хәле насарлана ғына бара, ти. Әлбиттә, ул өмөтһөҙлөккә бирелергә мөмкин (Марк 5:25, 26). Шул саҡта Шайтан менән ендәр өсөн яҡшы мөмкинлек тыуа. Ендәр бойоҡҡан ауырыу мәсихсене «сихырсылыҡ» йәки спиритизм менән бәйле дауаланыу ысулдарын ҡулланырға ҡоторта ала, ә был бик ҡурҡыныс (Ишағия 1:13). Ендәрҙең был хәйләле эштәре уңышлы булып сыҡһа, мәсихсенең Алла менән мөнәсәбәттәре боҙолор. Ҡайһы яҡтарҙан?
18. Мәсихсе ниндәй дауалау төрҙәрен кире ҡағырға тейеш һәм ни өсөн?
18 Йәһүә «сихырсылыҡ» менән шөғөлләнгән исраилдарға былай тип әйткән: «Һеҙ ҡулдарығыҙҙы һуҙғанда, мин күҙҙәремде ситкә борам. Һеҙ күп доға ҡылһағыҙ ҙа, мин һеҙҙе тыңламайым» (Ишағия 1:15). Әлбиттә, беҙ Аллаға доғаларыбыҙҙы тыңларға ҡамасаулай алған, шулай уҡ уның кәрәкле ярҙамын кәметә алған һәр бер нәмәнән ҡасырға теләйбеҙ — бигерәк тә ауырыған ваҡытта (Мәҙхиә 40:4). Шуға күрә ысын мәсихсе берәй дауаланыу төрөнөң сихырлау менән бәйле булыуын күрһә, уны кире ҡағырға тейеш (Маттай 6:13)b. Шул саҡта ул Йәһүәнең ярҙамына өмөтләнә ала. («Был ысынлап та спиритизммы?» тигән рамканы ҡара.)
ЕНДӘР ТУРАҺЫНДА ХӘБӘРҘӘР ТАРАТМАҒЫҘ
19. а) Шайтан, көсө тураһында әйткәндә, кешеләрҙе нимәгә ышандырған? б) Ысын мәсихселәр ниндәй хәбәрҙәр таратмай?
19 Көнбайыш илдәрендә күптәр Шайтан көсөнөң ҡурҡыныс булыуын һанға һуҡмаһа, башҡа илдәрҙә быға башҡараҡ ҡарайҙар. Иблис үҙ көсөн күпертеп күрһәтә, күптәрҙе алдап, үҙенең бик көслө булыуына ышандыра. Ҡайһы берәүҙәр яуыз рухтарҙан ҡурҡып йәшәй, ашай, эшләй һәм йоҡлай. Ендәрҙең ҡеүәтле эштәре тураһында йыш тәмләп һөйләйҙәр, ә кешеләр быны һоҡланып тыңлай. Беҙгә ундай хәбәрҙәрҙе таратыу дөрөҫ булырмы? Юҡ, Алланың хеҙмәтселәре быны ике сәбәп арҡаһында эшләмәй.
20. Берәйһе, үҙе лә һиҙмәҫтән, нисек Шайтан ҡараштарын таратыусы булып китергә мөмкин?
20 Беренсенән, ендәрҙең эштәре тураһында һөйләп, кеше Шайтандың эштәренә булышлыҡ итә. Нисек итеп? Алла Һүҙендә, Шайтан ҡеүәтле эштәр башҡарырға һәләтле, тип әйтелһә лә, ул «ялған ғәләмәттәр» һәм «алдау» ҡуллана тигән киҫәтеү ҙә яҙылған (2 Тессалуникиҙарға 2:9, 10). Шайтан — иң оҫта алдаҡсы, шуға күрә ул спиритизм менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең уйҙарына нисек тәьҫир итергә һәм уларҙы нисек ялғанға ышандырырға икәнен белә. Ундай кешеләр нәмәнелер күргәндәренә һәм ишеткәндәренә эскерһеҙ ышанып, башҡаларға быны хаҡ һүҙ итеп һөйләргә мөмкин. Ҡат-ҡат һөйләгәнгә, ваҡыт уҙыу менән уларҙың был хәбәрҙәре күпереп китә. Мәсихсе ундай хәбәрҙәрҙе таратһа, «ялғандың атаһы» Иблистең ихтыярын үтәүсе һәм уның ҡараштарын таратыусы булып сығыр ине (Яхъя 8:44; 2 Тимутегә 2:16).
21. Һөйләшеүҙәребеҙ нимә тураһында булырға тейеш?
21 Икенсенән, мәсихсегә элек яуыз рухтар менән осрашырға тура килһә лә, ул үҙ имандаштарының күңелен асып, бының хаҡында ҡат-ҡат һөйләп тормаҫ. Ни өсөн? Алла Һүҙендә: «Баш Етәксебеҙ — иманыбыҙҙы Камиллаштырыусы Ғайсаны күҙҙән ысҡындырмайыҡ», — тип яҙылған (Еврейҙарға 12:2). Шуға күрә беҙ Шайтанға түгел, ә Мәсихкә иғтибарыбыҙҙы туплап йәшәргә тейеш. Шуныһын да әйтергә кәрәк: Ғайса Шайтандың мөмкинлектәре тураһында күпте әйтеп бирә алһа ла, ул ерҙә йәшәгәндә, яуыз рухтар хаҡында хәбәрҙәр һөйләп үҙ шәкерттәренең күңелен асмаған. Бының урынына ул иғтибарын Батшалыҡ тураһындағы хәбәргә туплаған. Шуға күрә беҙ, Ғайсанан һәм илселәрҙән үрнәк алып, күберәк «Алланың мөһабәт эштәре тураһында» һөйләшергә теләйбеҙ (Илселәр 2:11; Лука 8:1; Римлыларға 1:11, 12).
22. Күктә шатлыҡ булһын өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ?
22 Ысынлап та, Шайтан беҙҙең Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе боҙорға тырышып, төрлө мәкерле алымдарҙы, шул иҫәптән спиритизмды ла, ҡуллана. Әммә яуызлыҡты нәфрәт итеп һәм яҡшылыҡҡа йәбешеп, беҙ спиритизмдың һәр ҡайһы төрөн кире ҡағырға тәүәккәл һәм Иблискә был ынтылышыбыҙҙы кәметергә мөмкинлек бирмәйбеҙ. (Эфестарға 4:27 уҡы.) Иблис юҡ ителгәнсе уның «мәкерле эштәренә ҡаршы тороуыбыҙҙы» дауам итһәк, күктә ҙур шатлыҡ буласаҡ! (Лука 15:7; Эфестарға 6:11)
a Шайтанға Дошман, Яла яғыусы, Алдаҡсы, Аҙҙырыусы һәм Ялғансы тигән исемдәр бирелһә лә, был уның йөрәктәребеҙҙе һәм уйҙарыбыҙҙы уҡырға һәләте бар икәнен күрһәтмәй. Бынан айырмалы рәүештә, Йәһүә «кешеләрҙең күңел сафлыҡтарын» Һынаусы итеп, ә Ғайса «иң эске уйҙарҙы һәм йөрәктәрҙе тикшереүсе» итеп күрһәтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:3; Асыш 2:23).
b Күберәк белер өсөн 1994 йылдың 15 декабрь һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 19—22-се биттәрендәге «Сәләмәтлекте тикшереү ысулдарының бар төрҙәре лә һиңә яраҡлымы?» тигән мәҡәләне һәм 2001 йылдың 8 ғинуар һанындағы «Уянығыҙ!» (урыҫ) баҫмаһының 26, 27-се биттәрендәге «Изге Яҙмаларҙың ҡарашы. Ни өсөн дауаланыу ысулдарын һайлағанда, иғтибарлы булырға кәрәк?» тигән мәҡәләне ҡара.