48-се йыр
Һәр көн Алла менән йөрөйбөҙ
(Михей 6:8)
1. Ҡулға ҡул тотоноп һәр көн,
Йөрөтә беҙҙе изге Ата.
Эҙләүселәргә юл аса,
Быға лайыҡ булмаһалар ҙа.
Беҙ абынмай йөрөй алһын
Өсөн барыһын бирә.
Торабыҙ Уның янында,
Бағышландыҡ беҙ Аллаға.
2. Донъя хөкөм ителгәндә,
Һәм ахыры яҡынлашҡанда,
Ҡаршы килеүҙәр ҙә осрай.
Был беҙҙе һис ҡурҡыта алмай.
Аллабыҙ Йәһәвә яҡлай,
Ситкә китмәйек бер ҙә,
Аллаға яҡын булайыҡ,
Мәңгегә хеҙмәт итергә.
3. Йәһәвә беҙгә ярҙамын
Изге рухы, Һүҙ аша бирә.
Йыйылыш — сығанаҡ беҙгә
Йәһәвә менән йөрөгәндә.
Доға тыңлап, ярҙам итә
Дөрөҫлөктө эшләргә,
Игелекле булып, һәр көн
Алдында тыйнаҡ йөрөргә.
(Баш. 5:24; 6:9; 1 Бат. 2:3, 4-те лә ҡара.)