3-СӨ ДӘРЕС
Изге Яҙма ысындан да Алла Һүҙеме?
1. Изге Яҙманың Авторы кем?
Кешеләрҙең ерҙә мәңге йәшәйәсәге хаҡындағы һөйөнөслө хәбәр Изге Яҙмала яҙылған (Зәбур 37:29). Изге Яҙма 66 бәләкәй китаптан тора. Уны яҙҙырыр өсөн, Алла 40 тоғро ирҙе ҡулланған. Беренсе биш китапты — Тәүратты — 3 500 йыл самаһы элек Муса пәйғәмәбәр яҙған. Һуңғы китапты 1 900 йылдан ашыу элек илсе Яхъя яҙған. Изге Яҙмала кемдең фекерҙәре яҙылған? Алла, Изге Яҙманы яҙыусыларға үҙ хәбәрен тапшырыр өсөн, изге рухын ҡулланған (2 Самуил 23:2). Улар үҙ фекерҙәрен түгел, ә Алланың фекерҙәрен яҙған. Тимәк, Изге Яҙманың Авторы — Алла. 2 Тимофейға 3:16; 2 Петр 1:20, 21-ҙе уҡығыҙ.
«Изге Яҙманың Авторы кем?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.
2. Изге Яҙманың ышанысҡа лайыҡ икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
Изге Яҙма — Алла биргән китап, сөнки унда киләсәк нескәлектәргә тиклем теүәл һүрәтләнә. Быны бер кеше лә булдыра алмай (Ешуа 23:14). Тик Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе генә кешелектең киләсәген теүәл әйтә ала. Ишағыя 46:10-дыa уҡығыҙ.
Алла биргән китаптың тиңһеҙ булырға тейешлеге бәхәсһеҙ. Изге Яҙма тап шундай китап булып тора ла. Бөгөнгө көндә Изге Яҙманың миллиардлаған данаһы йөҙәрләгән телдә таратылған. Боронғо китап булһа ла, ул фәнгә тура килә. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, уны 40 кеше яҙған, әммә уларҙың яҙғандары бер-береһенә ҡаршы килмәй. Изге Яҙма Йәһүәнең яратыуын сағылдыра, һәм был китап бөгөн дә кешеләрҙең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеү көсөнә эйә. Быларҙың барыһы ла миллионлаған кешене Изге Яҙманың Алла Һүҙе булыуына ышандыра. Ишағыя 40:8b; 1 Фессалоникаларға 2:13-тө уҡығыҙ.
«Изге Яҙма ысынлап та Алланан бирелгән китапмы?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.
3. Изге Яҙмала нимә хаҡында яҙылған?
Изге Яҙмала һөйөнөслө хәбәргә ҙур иғтибар бирелә. Был хәбәр Алланың яратыуҙан сығып кешеләр өсөн әҙерләгән иҫ киткес киләсәк хаҡында. Изге Яҙма әле кешелек тарихының башында кешеләрҙең нисек итеп ерҙәге ожмахта йәшәү мөмкинлеген юғалтыуын һәм киләсәктә ожмахтың нисек ҡайтарыласағын тасуирлай. Асылыш 21:4, 5-те уҡығыҙ.
Изге Яҙмала шулай уҡ ҡанундар, принциптар һәм кәңәштәр бар. Бынан тыш, унда Алланың кешеләр менән нисек мөғәмәлә итеүен күрһәткән күп ваҡиғалар һүрәтләнгән. Улар Алланың сифаттарын аса. Быларҙың барыһы ла беҙгә Барлыҡҡа килтереүсебеҙ менән яҡшыраҡ танышырға ярҙам итә. Изге Яҙма беҙҙе Алла менән дуҫлашырға өйрәтә. Римдарға 15:4; Яҡуб 2:23; 4:8-ҙе уҡығыҙ.
4. Изге Яҙманы нисек аңларға?
Был брошюра һеҙгә Изге Яҙманы аңларға ярҙам итер. Ул Ғайса пәйғәмбәр ҡулланған ысулға нигеҙләнгән. Ғайса Изге Яҙманан төрлө өҙөктәр килтереп, кешеләргә уларҙы «аңларға ярҙам иткән». Лука 24:27, 45-те уҡығыҙ.
Алланан килгән һөйөнөслө хәбәрҙән дә ҡәҙерлерәк нәмә бармы ни? Шулай ҙа ҡайһы бер кешеләр уға битараф, хатта асыулана. Бирешмәгеҙ, мәңгелек тормошҡа өмөтөгөҙ Алланы танып белеүегеҙгә бәйле. Яхъя 17:3-тө уҡығыҙ.
a Ишағыя 46:10: «Мин баштан уҡ нимә булырын, боронғо замандан әле башҡарылмаған нәмәләрҙе алдан әйтәм. Мин: „Ҡарарым һис шикһеҙ үтәлер, теләгәнемде эшләрмен“, — тип әйтәм».
b Ишағыя 40:8: «Йәшел сирәм ҡорой, сәскә кибә, ә Аллабыҙҙың һүҙе мәңге тора».