УН ЕТЕНСЕ БҮЛЕК
Аллаға нисек доға ҡылырға?
1, 2. Ни өсөн доға ҡылыу мөмкинлеген ҙур бүләк тип атап була? Ни өсөн доға хаҡында Изге Яҙмала нимә әйтелгәнен белергә кәрәк?
ҒАЛӘМ менән сағыштырғанда планетабыҙ бигерәк бәләкәй булып күренә. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, бөтә халыҡтар Йәһүә өсөн бер тамсы һыу кеүек кенә (Зәбур 115:15; Ишағыя 40:15). Шуға ҡарамаҫтан Зәбур китабында былай тип әйтелә: «Йәһүә үҙен саҡырыусыларҙың барыһына, хәҡиҡәт буйынса ялбарыусыларҙың һәммәһенә яҡын. Ул үҙен тәрән хөрмәт итеүселәрҙең теләктәрен үтәй, ярҙам һорап үтенеүҙәрен ишетеп, уларҙы ҡотҡара» (Зәбур 145:18, 19). Был һүҙҙәр хаҡында уйлап ҡына ҡарағыҙ! Йәһүә, Ғаләмде Барлыҡҡа килтереүсе, һеҙгә яҡын булырға теләй. Ул һеҙҙең доғаларығыҙҙы тыңларға әҙер. Эйе, доға ҡылыу мөмкинлеге — ул Йәһүә тарафынан һәр кешегә бирелгән ҙур бүләк.
2 Әммә Йәһүә тыңлаһын өсөн, беҙгә ул теләгәнсә доға ҡылырға кәрәк. Быны беҙ нисек эшләй алабыҙ? Әйҙәгеҙ, доға хаҡында Изге Яҙмала нимә әйтелә икәнен беләйек.
НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘГӘ ДОҒА ҠЫЛЫРҒА КӘРӘК?
3. Ни өсөн Йәһүәгә доға ҡылырға кәрәк?
3 Йәһүә беҙҙең үҙенә доға ҡылыуыбыҙҙы, йәғни уның менән һөйләшеүебеҙҙе теләй. Быны беҙ ҡайҙан беләбеҙ? Зинһар, Инжилегеҙҙе асып, Филиптарға 4:6, 7-не уҡығыҙ. Ошо саҡырыу тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ! Ғаләм Хакимы һеҙҙең менән ихлас ҡыҙыҡһына. Ул ауырлыҡтарығыҙ хаҡында үҙенә һөйләүегеҙҙе, хистәрегеҙ менән бүлешеүегеҙҙе көтә.
4. Йәһүә Аллаға һәр ваҡыт доға ҡылыу уның менән дуҫлыҡҡа нисек тәьҫир итер?
4 Доға беҙгә Йәһүәнең яҡын дуҫы булып китергә ярҙам итә. Дуҫтар үҙ фекерҙәре, хистәре, борсолоуҙары менән уртаҡлашып торһа, дуҫлыҡтары нығый бара. Йәһүә менән дуҫлыҡ тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Изге Яҙма аша Йәһүә беҙҙең менән үҙ фекерҙәре һәм хистәре менән бүлешә һәм киләсәктә нимә эшләйәсәге хаҡында әйтә. Һеҙ ҙә уның менән эс серҙәрегеҙҙе һәр ваҡыт уртаҡлаша алаһығыҙ! Шул саҡта Йәһүә менән дуҫлығығыҙ көндән-көн нығый барыр (Яҡуб 4:8).
АЛЛА БЕҘҘЕ ТЫҢЛАҺЫН ӨСӨН, НИМӘ ЭШЛӘРГӘ КӘРӘК?
5. Йәһүә бөтә доғаларҙы ла тыңламай икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
5 Йәһүә бөтә доғаларҙы тыңлаймы? Юҡ. Ишағыя пәйғәмбәр көндәрендә Йәһүә израилдәргә былай тигән: «Һеҙ күп доға ҡылһағыҙ ҙа, мин һеҙҙе тыңламайым. Һеҙҙең ҡулдарығыҙ ҡанға батҡан» (Ишағыя 1:15). Эйе, һаҡ булмаһаҡ, Йәһүә нәфрәт иткәнде эшләй башлауыбыҙ бар, шул саҡта ул доғаларыбыҙҙы тыңламаясаҡ.
6. Иман ни тиклем мөһим? Иманыбыҙҙы нисек иҫбатлап була?
6 Аллаһы Тәғәлә доғаларыбыҙҙы тыңлаһын тиһәк, уға иман итергә кәрәк (Марк 11:24). Илсе Павел былай тип аңлатҡан: «Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш» (Еврейҙарға 11:6). Әммә, «мин ышанам», тип әйтеү генә етмәй, иманыбыҙҙы иҫбатларға кәрәк. Нисек итеп? Йәһүәгә көн һайын тыңлаусанлыҡ күрһәтеп. (Яҡуб 2:26-ны уҡығыҙ.)
7. а) Ни өсөн доға ҡылғанда баҫалҡылыҡ һәм хөрмәт күрһәтергә кәрәк? б) Ысын күңелдән доға ҡылыу нимәне аңлата?
7 Доғаларыбыҙҙа баҫалҡылыҡ һәм хөрмәт сағылырға тейеш. Ни өсөн? Батшаға йә президентҡа тап шулай мөрәжәғәт итер инек бит. Йәһүә — Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе, шуға күрә ул күпкә күберәк баҫалҡылыҡ һәм ихтирам күрһәтеүгә лайыҡ (Башланмыш 17:1; Зәбур 138:6; Яҡуб 4:6). Шулай уҡ бер үк һүҙҙәрҙе үҙебеҙ аңламаған телдә ҡат-ҡат әйтеү йә доғалыҡтан уҡыу урынына беҙ ысын күңелдән доға ҡылырға тейеш (Матфей 6:7, 8).
8. Ниҙер хаҡында доға ҡылһаҡ, беҙгә тағы нимә эшләргә кәрәк?
8 Беҙ ниҙер хаҡында доға ҡылһаҡ, доғаға ярашлы эш итер өсөн, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә кәрәк. Әйтәйек, Йәһүәнән көндәлек ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртыуын һорайбыҙ, ти. Йәһүә беҙҙең урынға барыһын да эшләр, тип, ҡул ҡаушырып ултырыу аҡылһыҙ булыр ине. Үҙебеҙгә тырышып эшләргә һәм һәр төрлө эшкә тотонорға әҙер булырға кәрәк (Матфей 6:11; 2 Фессалоникаларға 3:10). Йә берәй насар ғәҙәттән арынырға теләп, Йәһүәнән ярҙам һорайбыҙ, ти. Ул саҡта беҙгә дөрөҫ булмаған эшкә этәрерҙәй шарттарҙан ҡасырға кәрәк (Колосстарға 3:5). Әйҙәгеҙ, доға ҡылыуға ҡағылышлы ҡайһы бер һорауҙарға яуап бирәйек.
ДОҒА ХАҠЫНДА КИҢ ТАРАЛҒАН ҺОРАУҘАР
9. Беҙ кемгә доға ҡылырға тейеш? Доға тураһында әйткәндә, Яхъя 14:6-ла яҙылған һүҙҙәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?
9 Беҙ кемгә доға ҡылырға тейеш? Ғайса үҙ шәкерттәрен «Күктәге Атабыҙға» доға ҡылырға өйрәткән (Матфей 6:9). Ул шулай уҡ: «Мин — юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була», — тигән (Яхъя 14:6). Тимәк, беҙ тик Йәһүәгә генә Ғайса аша доға ҡылырға тейеш. Ғайса аша доға ҡылыу нимәне аңлата? Алла доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен өсөн, беҙгә Ғайсаның үҙенә күрә айырым бер дәрәжәһен танырға кәрәк. Белеүебеҙсә, Ғайса ергә беҙҙе үлем менән гонаһтан ҡотҡарырға килгән (Яхъя 3:16; Римдарға 5:12). Йәһүә уны шулай уҡ Баш рухани һәм Хаким итеп билдәләгән (Яхъя 5:22; Еврейҙарға 6:20).
10. Нисек доға ҡылырға кәрәк?
10 Нисек доға ҡылырға кәрәк? Йәһүә беҙҙән тубыҡланған, ултырған йә баҫҡан килеш доға ҡылыуыбыҙҙы талап итмәй. Изге Яҙма өйрәтеүенсә, Йәһүә өсөн кәүҙә торошо түгел, ә йөрәк торошо мөһим — доғаларыбыҙҙа хөрмәт сағылырға тейеш (1 Йылъяҙма 17:16; Ниҡәми 8:6; Данил 6:10; Марк 11:25). Көндөҙ доға ҡылабыҙмы, төндәме, ҡайҙа ғына булһаҡ та — Йәһүә беҙҙе ишетә. Йәһүә хатта эстән әйтелгән доғаларыбыҙҙы ла ишетә (Ниҡәми 2:1—6).
11. Доғала нимә хаҡында әйтергә була?
11 Нимә хаҡында доға ҡылырға? Беҙ Йәһүә ихтыярына ярашлы бар нәмә хаҡында ла доға ҡыла алабыҙ. Инжилдә: «Беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә», — тиелә (1 Яхъя 5:14). Ә үҙебеҙ өсөн нимәлер һорай алабыҙмы? Эйе. Йәһүәгә доға ҡылыу яҡын дуҫ менән һөйләшеү һымаҡ булырға тейеш. Йәһүә менән бөтә уй-фекерҙәр, эс серҙәре, күңел түрендәге хистәр менән бүлешеп була (Зәбур 62:8). Беҙ Йәһүәнән дөрөҫ эш итергә ярҙам итеүсе ҡеүәтле изге рух һорай алабыҙ (Лука 11:13). Шулай уҡ аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер өсөн, Йәһүәнән зирәклек һорарға, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн, көс һорарға була (Яҡуб 1:5). Беҙ Йәһүәнән гонаһтарыбыҙҙы кисереүен һорарға тейеш (Ефестарға 1:3, 7). Өҫтәүенә, беҙгә башҡалар өсөн, шул иҫәптән туғандарыбыҙ һәм ҡәрҙәштәребеҙ өсөн доға ҡылырға кәрәк (Ғәмәлдәр 12:5; Колосстарға 4:12).
12. Иң беренсе сиратта нимә хаҡында доға ҡылырға була?
12 Иң беренсе сиратта нимә хаҡында доға ҡылырға кәрәк? Йәһүә һәм уның ихтыяры хаҡында. Беҙ Йәһүәгә беҙҙең өсөн эшләгән бар эштәре өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйтергә бурыслы (1 Йылъяҙма 29:10—13). Ғайса ерҙә булғанда үҙ шәкерттәрен тап шул хаҡта доға ҡылырға өйрәткән дә. (Матфей 6:9—13-тө уҡығыҙ.) Ул иң тәүҙә Алла исеменең мөҡәддәс, йәғни изге, тип танылыуы тураһында доға ҡылырға өйрәткән. Шунан Ғайса, Алла Батшалығының килеүе һәм Йәһүәнең ихтыярының күктәге кеүек ерҙә лә үтәлеүе хаҡында һорарға кәрәк, тигән. Был хаҡта доға ҡылғас, беҙ шәхси ихтыяждарыбыҙ хаҡында һорай алабыҙ. Доғала иң беренсе урынға Йәһүәне һәм уның ихтыярын ҡуйып, беҙҙең өсөн нимә иң мөһим икәнен күрһәтәбеҙ.
13. Доғаларыбыҙ ни тиклем оҙон булырға тейеш?
13 Доғаларыбыҙ ни тиклем оҙон булырға тейеш? Изге Яҙмала был хаҡта әйтелмәй. Шарттарға ҡарап, доға оҙон йә ҡыҫҡа булырға мөмкин. Мәҫәлән, ашар алдынан доға ҡыҫҡараҡ, ә бына рәхмәт һүҙҙәре әйткәндә йә борсолоуҙар менән уртаҡлашҡанда, доғабыҙ, бәлки, оҙонораҡ булыр (1 Самуил 1:12, 15). Әммә Ғайса көндәрендәге ҡайһы берәүҙәр һымаҡ эш итеүҙән һаҡ булығыҙ: улар, кешеләр күреп ғәжәпләнһен өсөн, оҙаҡ итеп доға ҡылған (Лука 20:46, 47). Йәһүәне ундай доғалар һоҡландырыр, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ. Йәһүә ихлас күңелдән әйтелгән доғаларҙы ҡәҙерләй.
14. Йәһүәгә ни тиклем йыш доға ҡылырға кәрәк һәм ни өсөн?
14 Ни тиклем йыш доға ҡылырға кәрәк? Йәһүә беҙҙе йыш доға ҡылырға саҡыра. Инжилдә, «арымай-талмай доға ҡылығыҙ» һәм «гел доға ҡылығыҙ», тип әйтелә (Римдарға 12:12; 1 Фессалоникаларға 5:17). Йәһүә беҙҙе һәр ваҡыт тыңларға әҙер. Беҙ уға яратыуы һәм йомартлығы өсөн көн дә рәхмәт әйтеп тора алабыҙ. Шулай уҡ унан юлдарыбыҙға йүнәлеш биреүен, ярҙам итеүен һәм йыуатыуын һорай алабыҙ. Йәһүәгә доға ҡылыу хөрмәтен ысындан да ҡәҙерләһәк, беҙ уның менән һөйләшер өсөн һәр мөмкинлектән файҙаланырға тырышырбыҙ.
15. Ни өсөн доға аҙағында «амин» тип әйтергә кәрәк?
15 Ни өсөн «Амин» тип әйтергә кәрәк? «Амин» тигән һүҙ «дөрөҫ» йә «шулай булһын» тигәнде аңлата. Доға аҙағында «амин» тип әйтеп, доғала әйтелгән һүҙҙәребеҙҙең ихласлығын раҫлайбыҙ (Зәбур 41:13). Берәйһенең төркөм алдында доға ҡылғанынан һуң «амин» тип әйтеү уның әйткәндәре менән риза булыуыбыҙҙы күрһәтә. «Амин» тип ҡысҡырып та, эстән дә әйтергә була (1 Йылъяҙма 16:36; 1 Коринфтарға 14:16).
АЛЛА ДОҒАЛАРЫБЫҘҒА НИСЕК ЯУАП БИРӘ?
16. Йәһүә доғаларыбыҙға яуап бирәме? Аңлатығыҙ.
16 Йәһүә доғаларыбыҙға яуап бирәме? Эйе, әлбиттә! Изге Яҙмала ул «Доғаларҙы тыңлаусы» тип атала (Зәбур 65:2). Йәһүә миллионлаған кешенең эскерһеҙ доғаларын тыңлай һәм яуап бирә. Ул быны төрлө юлдар аша эшләй.
17. Доғаларыбыҙға яуап бирер өсөн, Йәһүә фәрештәләрен һәм ерҙәге хеҙмәтселәрен нисек ҡуллана?
17 Доғаларыбыҙға яуап бирер өсөн, Йәһүә фәрештәләрен һәм ерҙәге хеҙмәтселәрен ҡуллана (Еврейҙарға 1:13, 14). Кешенең Алланан Изге Яҙманы аңларға ярҙам һорап доға ҡылыуынан һуң күп тә үтмәй уға Йәһүә шаһиттарының килеү осраҡтары йыш. Был шуны күрһәтә: фәрештәләр, вәғәзселәрҙе эскерһеҙ кешеләргә йүнәлтеп, һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итеүҙә ҡатнаша. (Асылыш 14:6-ны уҡығыҙ.) Беҙҙең дә күбебеҙҙең Йәһүәгә берәй проблема йә ихтыяж тураһында доға ҡылғандан һуң берәй ҡәрҙәштән ярҙам алғаны бар (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:25; Яҡуб 2:16).
18. Доғаларыбыҙға яуап бирер өсөн, Йәһүә изге рухын һәм Изге Яҙманы нисек ҡуллана?
18 Доғаларыбыҙға яуап бирер өсөн, Йәһүә изге рухын ҡуллана. Беҙ берәй ауырлыҡты еңеп сығыр өсөн ярҙам һорап доға ҡылғанда, ул изге рух аша йүнәлеш һәм көс бирә (2 Коринфтарға 4:7). Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер өсөн, Йәһүә шулай уҡ Изге Яҙманы ҡуллана. Нисек итеп? Изге Яҙманы уҡығанда, беҙ үҙебеҙгә ярҙам итеүсе өҙөктәр таба алабыҙ. Йәһүә шулай уҡ йыйылышта берәй ҡәрҙәште үҙенең комментарийында беҙ мохтаж булғанды әйтергә йә йыйылыштағы өлкәнде Изге Яҙмалағы фекер менән бүлешергә дәртләндерергә мөмкин (Галаттарға 6:1).
19. Йәһүә доғабыҙға яуап бирмәй кеүек тойолһа, нишләргә?
19 Ҡайһы саҡта беҙ: «Ни өсөн Йәһүә доғама һаман да яуап бирмәй икән?» — тип борсолорға мөмкин. Иҫтә тотоғоҙ, Аллаһы Тәғәлә доғабыҙға ҡасан һәм нисек итеп яуап биреү яҡшыраҡ булырын белә. Ул беҙҙең нимәгә мохтаж булыуыбыҙҙы ла белә. Нимәлер хаҡында күп тапҡыр доға ҡылып, беҙ шуны күрһәтәбеҙ: һорағаныбыҙ беҙҙең өсөн ысындан да мөһим һәм Йәһүәнең яуап бирәсәгенә беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ (Лука 11:5—10). Ҡайһы бер саҡта Йәһүә биргән яуап беҙ көткәндән айырылып торорға мөмкин. Мәҫәлән, беҙ Йәһүәнән ниндәйҙер ауырлыҡты бөтөрөүен һорайбыҙ ти, ә бының урынына ул барыһын да кисереп сығыр өсөн көс бирә. (2 Коринфтарға 4:7-не уҡығыҙ.)
20. Ни өсөн йыш доға ҡылырға кәрәк?
20 Эйе, Йәһүәгә доға ҡылыу мөмкинлеге — иҫ киткес хөрмәт! Йәһүә беҙҙе тыңлай, быға бер ҙә шикләнмәгеҙ (Зәбур 145:18). Йәһүәгә йышыраҡ доға ҡылған һайын уның менән дуҫлығыбыҙ ҙа нығый барыр.